Ҡатил
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡатил (ғәр. — үлтереүсе) — «Урал батыр» эпосы персонажы.
Ҡыҫҡаса тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерҙәре тау‑тау кеше һөйәктәре менән ҡапланған һәм ҡан менән һуғарылған илдең аяуһыҙ һәм ҡан эскес батшаһы; тыуына ҡоҙғон һүрәте төшөрөлгән (башҡорттарҙың һәм байтаҡ башҡа халыҡтарҙың инаныуҙары буйынса, ҡоҙғон — үлем символы). Ҡот осҡос ҡиәфәтле итеп һүрәтләнә.
Һүрәтләнеше:
- “Бураланған дөйәләй,
- Ҡанһыраған айыуҙай,
- Күҙ ҡабағын тойҙороп,
- Ужар сәсеп, мат ҡурып,
- Ҡабан сусҡа елкәле,
- Филдәй йыуан балтырлы,
- Имәнес йыуан ҡорһаҡлы...”
Урал батыр эпосынан өҙөк»
Ҡатил тыуған көнөндә ҡорбан килтереү йолаһы башҡарыла: ҡыҙҙарҙы ҡоҙоҡҡа ташлайҙар, ир-атты утта яндыралар. Был көндө йыл һайын уның ҡыҙы үҙенә кейәү һайлай. Көслө, ҡыйыу Урал батыр, Ҡатил иленә килеп сыҡҡас, батшаның дәү үгеҙен һәм имәнес ҡиәфәтле 4 батырын еңә, халыҡты ҡоллоҡтан ҡотҡара һәм Ҡатил ҡыҙына өйләнә, уларҙан Яйыҡ батыр тыуа.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәп теленән килеп ингән һүҙ. Үлтереүсе мәғәнәһендә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998.
- Башҡорт халыҡ ижады. 1-16 томдар
- Батырҙар тураһында әкиәттәр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
- Башкирское народное творчество. Т. 1. Эпос. Уфа, 1987.
- Мирбадалева А. С. Башкирский эпос «Урал-батыр» //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып. 4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әминев З. Ғ. Ҡатил // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.