Дейеү
Дейеү | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-mis" does not exist. | |
Алла ... ҡарай | Зороастризм |
---|---|
Враг | ахуры[d] |
Дейеү Викимилектә |
Дейеү — башҡорт мифологияларында яуыз йән эйәһе, күп башлы ғифрит.
Дейеү күп халыҡтарҙың мифологияһында осрай. Иран мифологияһындағы дэв образына барып тоташа. «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпостары, «Киҫекбаш китабы» дастаны, «Ҡыҙ, егет, дейеү», «Ҡарт менән дейеү», «Һаламбай» әкиәттәре персонажы. Кешеләргә ир-егет булып, һирәгерәк ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә күренә. Дейеү батшалығы Ҡафтау аръяғында, күктә, ер йәки һыу аҫтында урынлашҡан. «Урал батыр» эпосы мифтары буйынса дейеү пәрейҙәре ер аҫтында, диңгеҙ, күл төптәрендә үҙ ҡалаларында йәшәгән. Күп осраҡта һанһыҙ байлыҡҡа эйә. Дауылға, әбейгә, энәгә әйләнә ала. Кешеләрҙе ашай йәки әсирҙә тота, мал-тыуарын талап алып китә. Ҡыҙҙарҙы урлап, уларға өйләнгәндәр. Башҡорт мифологияһында өс, алты, ете, туғыҙ, ун ике башлы дейеүҙәр осрай[1]. Һәм көсө башы һанына бәйле.
Ер өҫтөндә улар күренмәү һәләтенә эйә булғандар, ә кешеләргә кеше, башҡа хайуандар ҡиәфәтендә генә күренгәндәр. Шулай итеп, сибәр ҡыҙға әйләнеп улар кешеләргә кейәүгә сыға, йәки өйләнә алғандар.
Шулай уҡ, улар кешеләрҙе төрлө тәм-томдар менән һыйлағандар, тик был аҙыҡты бисмилла менән ҡапһаң, имеш, дейеү бәрейе ризығы ат тиҙәгенә әүерелгән.
Ҡайһы бер мифтар буйынса дейеү-бәрейҙәре ике төргә бүленә: дейеү һәм бәрей.
Фәҡәт ҡаһарман батыр ғына, дейеүҙең башын киҫеп, уны юҡ итә ала. Дейеүҙең йәне тәненән айырым, мәҫәлән, бейә эсендәге һандыҡҡа йәшерелгән күгәрсендә булыуы мөмкин. Аждаһа, бәрей, шүрәле, ялмауыҙ дейеүҙең сифаттарына эйә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галин С. Тел асҡысы халыҡта: башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Өфө, 1999
- Сулейманов А. М. Башкирские народные бытовые сказки: Сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994
- Аминев З. Г., Ямаева Л. А. Элементы древних иранских верований в традиционном сознании башкир // Иран-наме. — Алматы, 2010. № 4. С. 97-109.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ДИЮ, миф. персонаж. Р. А. Султангареева
- Элементы древних иранских верований в традиционном сознании башкир
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка. — М.: Наука, 2010. — 452 с. — ISBN 978-5-02-037580-2