Эстәлеккә күсергә

Иргәйел

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Иргәйел — башҡорт әкиәттәрендәге традицион кире персонаж, кәрлә (үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш) рәүешендә һүрәтләнелә.

Нигеҙҙә «Өс батшалыҡ», «Аҡъял батыр», «Исмай», «Айыуғолаҡ» кеүек баһадирҙар тураһындағы әкиәттәрҙә осрай. Иргәйел таш менән шишмәләрҙе күмә, ҡыҙҙарҙы тотҡонлоҡта тота, ҡорбанын ҡолағынан ҡаҙаҡҡа элеп ҡуя. Иргәйел мәкерлегенән һәм яуызлығынан кешеләрҙе герой-баһадир ҡотҡара.

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1—16 томдар.
  • Батырҙар тураһында әкиәттәр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.