Эстәлеккә күсергә

Ғинуар низағы (1920)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғинуар конфликты (1920) битенән йүнәлтелде)
Ғинуар конфликты
Дата

1920 йылдың ғинуары

Урыны

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Сәбәбе

Башҡорт АССР-ында власть өсөн көрәш

Ҡаршы тороусылар

Башревком

Башобком, БашЧК, Башвоенкомат, Башсовнархоз, Башнаркомпрод

Командирҙар

Х. Й. Йомағолов, Т. Ғ. Имаҡов, Ф. Н. Төхвәтуллин, К. М. Рычков (Раҡай)

Артём (Ф. А. Сергеев), Ф. Н. Самойлов, Ғ. К. Шәмиғолов, А. Ю. Измайлов, М. Х. Таһиров, Е. А. Преображенский

Башҡорт АССР-ында 1920 йылғы Ғинуар низағы — Башҡорт АССР-ының хөкүмәте — Башревком һәм РКП(б)-ның Башобкомы, шулай уҡ РСФСР-ҙың үҙәкләштерелгән идара итеү органдары (БашЧК, Башвоенкомат, Башсовнархоз, Башнаркомпрод) араһындағы 1920 йылдың ғинуарындағы низағ.

1919 йылдың 20 мартында, «Үҙәк совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Совет Автономиялы Башҡортостаны тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйғандан һуң Башҡортостан үҙәк совет властары тарафынан таныла һәм Башҡорт АССР-ы итеп үҙгәртелә. Әммә «Килешеү…»ҙе тормошҡа ашырған саҡта автономиялы республика хөкүмәте — Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) күрше губерна революцион комитеттарҙың ҡаршылашыуына, урындағы коммунистарҙың һәм совет хеҙмәткәрҙәре яғынан милли автономия идеяһын ҡабул итмәү, үҙәк власының республика етәкселәренә шиксел ҡарашына юлыға.

Саранскиҙән эвакуацияланғандан һуң, 1919 йылдың 26 авгусында Башревком Башҡорт республикаһы менән туранан-тура идара итә башлауы тураһында 1-се һанлы фарманын сығара[1]. Республика территорияһынан аҙыҡ-түлекте һәм сеймалды сығарыуға тыйыу индерелә һәм ошоноң менән бәйле тотҡарлыҡ итеүсе отрядтар ҡуйыла. Күрше губерналарҙың властары һәм урындағы партия эшмәкәрҙәре шундуҡ республика етәкселеген милләтселлектә һәм аҙыҡ-түлек һәм сеймал менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктә ғәйепләйҙәр. Күрше губпродкомдары продразверстканы республика халҡы иҫәбенә үтәүен дауам итә. Граждандар һуғышы осоронда фронт линияһы республика территорияһы аша алты тапҡыр үтә һәм халыҡ ҡыҙылдар һәм аҡтар ғәскәрҙәре талауҙарынан бик ныҡ яфа сигә. Күрше губерна властары структуралары яғынан ҡаршылыҡ күрһәтеүе РСФСР-ҙың үҙәк власы тарафынан яҡлау таба. Мәскәүгә һөйләшеүҙәр үткәреү өсөн Башревком рәйесе X. Йомағолов, ағзалары — А. Әҙеһәмов һәм Ф. Төхвәтуллин ебәрелә. Һөҙөмтәлә 1919 йылдың 15 сентябрендә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы «Башҡорт революцион комитетына бөтә тулылыҡта идара итеү аппаратын тапшырыу һәм Башҡорт Совет Республикаһы территорияһында идара итеүҙе ойоштороу тураһында» тигән ҡарарын ҡабул итә. Был ҡарарға ярашлы ВЦИК Ырымбур, Өфө, Пермь, Екатеринбург, Силәбе һәм Һамар губерна комитеттарына үҙенең ғәмәлдәрен артабан Башҡорт АССР-ы территорияһында йәйелдермәҫкә бойора. Әммә бөтә республика территорияһында власты тапшырыу процесы 1920 йылдың башына тиклем һуҙыла[2].

1919 йылдың 20 сентябрендә башҡорт автономияһының дошмандары Ырымбур губисполкомы хеҙмәткәрҙәре, И. А. Акулов етәкселегендәге РКП(б)-ның губкомы, Көнсығыш фронтының һәм 1-се армияһының юғары командованиеһы, ВЦИК-тың рәйесе М. И. Калинин һәм уның урынбаҫары С. С. Пестковскийҙың ҡатнашлығында ябыҡ ултырыш ойошторалар. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡорт АССР-ының ғәмәлдә булыу фактын танырға мәжбүр булалар, әммә республикала «ысын совет власын» урынлаштырыуҙы талап итәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, улар республика территорияһында шулай уҡ «хәрби коммунизм» бөтә Рәсәй иҡтисади сәйәсәте үткәрелеүен теләйҙәр. Башревком шул уҡ ваҡытта ирекле баҙарлы, эре һәм урта крәҫтиән хужалыҡтарын, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһының төп күләмен етештергән яңғыҙаҡ крәҫтиән хужалыҡтарын һаҡлап алып ҡалыу менән үҙенең автономиялы иҡтисади сәйәсәтен үткәрә. Башревком үткәргән иҡтисади сәйәсәт күрше губарналар халҡын үҙ яғына ылыҡтыра, улар үҙ белдеге менән Башҡорт Республикаһының юрисдикцияһы аҫтына күсә башлай, һәм был хәл урындағы губерна комитеттарҙы ҡәнәғәтләндерә алмай. Әлеге кәңәшмәнең төп һығымталары түбәндәгенән ғибәрәт: 1) бөтә башҡорт хәрби подразделениеларын фронтҡа оҙатырға, шуның менән Башревкомды хәрби көстәрҙән мәхрүм итергә; 2) РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетын ойошторорға һәм уның составына урыҫ һәм татар коммунистары араһынан милли автономияға ҡаршы булғандарҙы индерергә; 3) Башобкомды, БашЧК-ны, үҙәк вәкилдәрен һәм урыҫ хеҙмәткәрҙәрен файҙаланып, Башревкомдың эшен көсһөҙләндерергә һәм хатта тарҡатырға; 4) Башревкомдан һәм иленән айырылған башҡорт ғәскәрен «коммунизацияларға»[3].

Башҡорт хәрби частары Көнбайыш фронтына Польша менән һуғышҡа һәм Юденич ғәскәрҙәренән Петроградты обороналауға ебәрелә. 1919 йылдың 10 ноябрендә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты һайлана, уның рәйесе итеп бер үк ваҡытта Башревком рәйесе вазифаһын биләгән Йомағолов һайлана. Әммә ысынында Башобком РКП(б)-ының Үҙәк Комитеты вәкиле Артём (Ф. А. Сергеев) ҡул аҫтында була, сөнки хәрби-коммунистик диктатураһының абруйын күтәреү һәм бер үк ваҡытта Башревкомдың эшмәкәрлеген дискредитациялау өсөн башлыса ҡулланған финанстаруның ҡарамағында була[4]. Башобком составына шулай уҡ татар коммунистары Каспранский, Измайлов, Рәхмәтуллин, Таһиров, Шәмиғолов һәм бер урыҫ коммунисты — ВЦИК-тың вәкиле Ф. Самойлов. Башобком ағзалары Ғ. Шәмиғолов һәм М. Таһиров башҡорттарҙың үҙбилдәнешенә ҡаршы булалар. 1918 йылдың февралендә үк Башҡортостан Хөкүмәте ағзаларын ҡулға алыуҙа ҡатнашалар, Башобкомдың ағзалары Ф. Самойлов һәм А. Измайлов шулай уҡ автономиялы республиканы булдырыуға ҡаршы булалар. Башревком уларға ҡаршы тора, шуға күрә Башобком милләтселеккә ҡаршы большевистик лозунгын файҙаланып, хатта Мәскәүҙә партия һәм совет функционерҙары араһында яҡлаусыларҙы табып, Башревкомды бөтөрөү буйынса эш алып бара[5]. Күрше губерналарҙың совет матбуғатында Башревкомдың эшмәкәрлеге йыш ҡына нигеҙләнмәгән тәнкиткә дусар ителә.

Урындарҙа әленән-әле ер мәсьәләләре ҡубып сыға, был шулай уҡ революциянан һуң күсеп килгән халыҡтың артыуы менән бәйле була, ҡайһы бер райондарҙа уларҙың һаны 20 % тиклем арта. «Башкирпомощь» эшмәкәрлеге тирәһендә фекер төрлөлөгө барлыҡҡа килә, унда башта ВЦИК-тың вәкиле Т. И. Седельников етәкселек итә, 1919 йылдың декабрь уртаһынан — үҙәк комитеты вәкилдәре РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты вәкиле һәм билдәле революционер Артем (Ф. Сергеев). Башревком ағзалары В. И. Ленинға һәм И. В. Сталинға яҙған хатында «Башкиропомощь» составында ерле халыҡтың бер вәкиле лә булмауы тураһында еткерәләр, шулай уҡ уның етәксеһе Артемды (Ф. Сергеевты) унда «Башҡорт республикаһының иң аяуһыҙ дошмандарын (Дауге, Поленов, Сычев, Чистяков) йыйыуы» һәм «үҙ ҡулына партия обкомын алыуы», «Башреспубликаны бөтөрөү» буйынса эште башлауы һәм башҡалар тураһында яҙалар. «Башкирпомощь» урыҫ шовинистарҙың ысын милләтселәр ойошмаһына әйләнә һәм ҡарарҙа билдәләү буйынса зыян күргән башҡорт халҡына ярҙам күрһәтеү урынына урыҫ халҡының мәнфәғәттәрен яҡлаған орган ғына булып тора[6].

1919 йылдың 22 ноябренән 3 декабргә тиклем Мәскәүҙә Көнсығыш халыҡтары коммунистик ойошмаларының II Бөтә Рәсәй съезы үтә, Башобкомдан съезға Ғ. Шәмиғолов делегат итеп ебәрелә. Съездың резолюцияһы аша татар коммунистары Татар-Башҡорт Совет Республикаһы проектын ҡабаттан тергеҙергә маташалар, шунан һуң Башобком ағзаһы А. Измайлов асыҡтан-асыҡ «Башреспублика — бөттө» тип белдерә башлай. 1919 йылдың 5-9 декабрендә Мәскәүҙә VII Бөтә Рәсәй съезы үткәрелә, унда айырым делегация булып Башҡорт АССР-ының вәкилдәре Ә. Вәлидов, А. Әҙеһәмов, К. Каспранский, Ф. Сөләймәнов, А. Бикбауов ҡатнашалар. 1919 йылдың 13 декабрендә РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы «Татар-Башҡорт республикаһы тураһында Положение»ны ғәмәлдән сығара[7]. Был хаҡта Вәлидов телеграммаһында ошолай яҙа: «Башҡортостандың һәм Ҡырғыҙстандың ҡушылыуы[8] Мартынов һәм Эльцин һәм татарҙар тырышлығы менән кире ҡағылды. Татарҙарҙың һәм башҡорттарҙың ҡушылыуы[9] беҙҙең тарафтан кире ҡағылды. Татар республикаһы өсөн[10] татарҙарҙың үҙҙәренән башҡа, барыһы ла тауыш бирҙе». Бынан һуң башҡорт автономияһы дошмандары элеккенән дә тәүәккәлерәк тотондолар. Декабрҙә ВЦИК-тың рәйесе В. И. Ленин Йомағоловтан Башревком һәм Өфө губкомы араһындағы низағ буйынса телеграмма ала. Тиҙҙән Башревкомға БашЧК-ның бер ағзаһынан Башревком ағзаларына һәм шәхсән Ә. Ә. Вәлидовҡа ҡаршы заговор әҙерләнеүе тураһында мәғлүмәт еткерелә[11].

1920 йылдың 2 ғинуарында РКП(б)-ның Үҙәк вәкиле Артем (Ф. Сергеев) РСФСР халыҡ комиссарҙары советы рәйесе В. И. Ленинға яҙған хатында, уның ҡултамғаһы булмаған «паникалы телеграммаларға» әһәмиәт бирергә кәрәкмәгәнлеге тураһында һәм «ысын кәрәк булғанда» ул үҙе йәки Дудник Ленинға хәбәр ебәрәсәктәр, тип яҙа. 1920 йылдың 10 ғинуарында Башобком республика хөкүмәтен — Башревкомды үҙгәртеп ҡороу буйынса тезистар ҡабул итә, шул иҫәптән, Башревкомдың «айырым башҡорт әһәмиәтенә эйә булғандар ғына түгел, ә дөйөм Союз әһәмиәтле» бөтә ҡарарҙары Башревком ҡарамағындағы ВЦИК-тың вәкиле тарафынан раҫланырға тейеш[4]. РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты «үҙ өҫтөнә административ функцияларҙы» алмау буйынса элекке вәғәҙәләренән баш тартып, Башревкомдың ризалығынан тыш БашЧК-ның рәйесе вазифаһына үҙенең ағзаһы А. Ю. Измайловты тәғәйенләй[12]. Шулай итеп, «башҡорт контрреволюцияһы менән көрәшеү буйынса» ВЧК-ның вәкиле Артем (Ф. Сергеев) республика территорияһында урынлашҡан барлыҡ ғәҙәттән тыш комитеттарҙы һәм махсус бүлектәрҙе үҙ ҡарамағына ала. БашЧК-ның ағзаһы К. Муценектың фекеренсә, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комитеты Башревкомға буйһонмай һәм республикала юғары власть булып тора, шуға күрә ул Башревком ағзаларын тикшерергә һәм контролдә тоторға хоҡуҡлы[13].

Башревком Измайловты БашЧК-ның рәйесе итеп тәғәйенләнеүен ғәмәлдән сығара[14]. Әҙерләнгән заговорҙы тамырынан өҙөү маҡсатынан, Башревком бойороғона ярашлы, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһын (БашЧК), Т. Имаҡов биләй, шул уҡ ваҡытта уның элекке етәксеһе С. Мырҙабулатов БашЧК-ның ағзаһы булып ҡала[15]. 1919 йылдың октябрендә Башҡорт Хәрби-революцион комитетының (Башревком) комиссариатарын ойошторолған саҡта, «Килешеү…»гә ярашлы шулай тышҡы мөнәсәбәттәр бүлеген булдырыу планлаштырыла. 1920 йылдың 12 ғинуарында Башревком Президиумы «БЦИК (Башвоенревком) ҡарамағындағы тышҡы мөнәсәбәттәр бүлеген тураһында Положение»ны раҫлай[16]. Бүлек мөдире итеп К. М. Рычков (Раҡай) тәғәйенләнә.

Әммә РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты, тышҡы мөнәсәбәттәр бүлегенең функциялары «тулыһынса айырылыуҙың беренсе аҙымы тигәнде аңлата» тип белдерә. 1920 йылдың 13 ғинуарында, Артем (Ф. Сергеев) тәҡдиме буйынса, Башобком Башҡорт АССР-ының иҡтисади өлкәһендәге хоҡуҡтары тураһында резолюция ҡабул итә: «коммунистик төҙөлөш РСФСР-ҙың хужалыҡ тормошо берҙәмлеген билдәләүсе булалараҡ автономиялы республиканы ойоштороу тураһындағы килешеү айырымланыуҙы аңлатмай, ә киреһенсә, илдең хужалыҡ тормошо берҙәмлее принцибына нигеҙләнә». Шулай итеп, партия эшмәкәрҙәре төрлө юлдар менән автономиялы республиканың сәйәси хоҡуҡтарын ғына түгел, ә иҡтисади хоҡуҡтарын да сикләргә тырыша[15].

1920 йылдың 14 ғинуарында Башревком үҙенең ашығыс ултырышын үткәрә, ултырышта Башҡорт республикаһында «БССР, Башревком һәм башҡорт эшмәкәрҙәренә ҡаршы эш иткән» кешеләр төркөмө булыуы, шулай уҡ улар заговор әҙерләүе тураһында иғлан ителә: «Измайлов Абдрахманды, Шәмиғолов Ғәлиҙе, Мостафин Сәғҙейҙе, Муценекты ваҡытлыса иректән мәхрүм итеп, төркөм авантюраһын киҫкен рәүештә тамырынан өҙөргә… Сергеев-Артемдың, Самойловтың һәм башҡаларҙың әүҙем сығыш яһау осрағында эштән ситләштереү буйынса саралар күрергә… Ҡулға алыуҙар тураһында ВЦИК-ХКС — Ленинға, Троцкийға, Сталинға…, Петроград төркөмө башҡорт частарына, иптәш Мортазиндың бригадаһына, запастағы полкка һәм бөтә кантон ревкомдарына кисекмәҫтән хәбәр итергә…». 1920 йылдың 16 ғинуарында Измайлов, Шәмиғолов, Мостафин БашЧК-ның рәйесе Т. Имаҡов һәм эске эштәрҙең халыҡ комиссары Ф. Төхвәтуллин тарафынан ҡулға алына[17].

1920 йылдың 16 ғинуарында Башревкомдың «БССР-ҙың бөтә халҡына һәм ҡыҙылармеецтарға өндәмә»һе сыға. Өндәмәлә заговорҙы асыу, уның маҡсаты — «БССР-ҙы бөтөрөү» булыуы, ә ҡатнашыусылары «электән башҡорт хәрәкәтенең аяуһыҙ дошманы, власты яратыусы Шәмиғолов Ғәли, башҡорт ярлы-ябағайҙары менән бер нәмәһе лә уртаҡ булмаған, башҡорт ярлыларының мәнфәғәттәрен һуҡыр тингә лә ҡуймаған Измайлов исеме аҫтында йөрөгән ҡаҙанлы Исмәғилев һәм башҡалар», тип белдерә, шунда уҡ РСФСР-ҙың үҙәк властарына заговор хаҡында хәбәр ителеүе тураһында әйтелә[18].

1920 йылдың 16 ғинуарында РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты вәкиле Артемдың (Ф. Сергеев) башланғысы буйынса ғәҙәттән тыш ултырыш үткәрелә, ултырышта Х. Йомағолов менән Т. Имаҡовты, бөтә вазифаларынан бушатып, партия судына биреү тураһында ҡарар сығарыла. Республикала «контрреволюция менән көрәшеү» саралары тураһында РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе В. И. Ленинға һәм Төркөстан фронтының командующийы М. Фрунзеға еткереү хәл ителә[19].

Үҙәк властары республикала барған ваҡиғаларға ашығыс рәүештә ҡыҫылалар һәм РКП(б)-ның Башобкомы һәм БашЧК-ның ағзаларын яҡлап сығалар. 1920 йылдың 16 ғинуарында В. И. Ленин Башревкомдың рәйесе Х. Йомағоловҡа телеграмма юллай: «Башвоенревком рәйесе Йомағоловҡа эштәрҙе урынбаҫарына тапшырырға һәм кисекмәҫтән Мәскәүгә аңлатмалар биреү өсөн килергә ҡушыла». Шул ул көндө Төркөстан фронты командующийы М. В. Фрунзе бойороғона ярашлы Стәрлетамаҡҡа 300 кешенән торған атлы отряд ебәрелә, шулай уҡ М. Л. Мортазин командованиеһы аҫтындағы Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының һөжүмен булдырмаҫ өсөн саралар күрелә, сөнки РКП(б)-ның вәкиле Артем (Ф. Сергеев) «Башревкомдың ҡораллы көрәшкә әҙерләнеүенә» ныҡлы ышана. Шулай уҡ М. В. Фрунзе Башҡорт АССР-ның хәрби комиссарына һәм Стәрлетамаҡ ҡалыһы комендантына РКП(б)-ның Башобкомы һәм БашЧК ағазаларын кисекмәҫтән азат итергә ҡуша, һөҙөмтәлә улар 1920 йылдың 19 ғинуарында азат ителә[19]. 1920 йылдың 20 ғинуарында ВЦИК үҙенең телеграммаһында «ВЦИК РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты менән килешеү буйынса Стәрлетамаҡҡа Артем (Сергеевты), Преображенский һәм Самойлов иптәштәрҙе ебәреүен, уларҙың шовинистик сәйәсәт алып барыуының мөмкин булмауы һәм ВЦИК уларҙың Башреспубликаға ҡаршы агитация алып барыуына ышанмауын» белдерә[4].

Үҙәктең, Төркөстан реввоенсоветының теләктәшлек күрһәтеүе автономия дошмандарын республиканы бөтөрөү буйынса артабанғы аҙымдарға илһамландыра. Башревком рәйесенең урынбаҫары Ә. Ә. Вәлидовтың Мәскәүҙә булыуына һәм был ваҡиғаларҙа ҡатнашмағанына ҡарамаҫтан, Шәмиғолов Үҙәккә уны атып үлтерергә кәңәш бирә. Ә Артем (Ф. Сергеев) 1920 йылдың 24 февралендәге ВЧК-ның рәйесе Ф. Э. Дзержинский исеменә ебәрелгән телеграммала К. М. Рычковты (Раҡайҙы) атырға кәрәклеге тураһында яҙа[20]. РКП(б)-ның Ырымбур губкомы рәйесе, И. А. Акулов 1920 йылдың 26 ғинуарында РКП(б)-ның Үҙәк Комитетына һәм шәхсән В. И. Ленинға доклад ебәрә, унда «Башҡортостан автономияһы тормош һынауҙарын күтәрә алманы, иҡтисади, сәйәси, милли-мәҙәни шарттар арҡаһында күтәрә лә алмай ине, әммә беҙҙең көнсығыш сәйәсәте автономиялы республикалар ойоштороуҙы талап итеүен иғтибарға алып» Башревкомдан башҡорт эшмәкәрҙәрен ситләтеп, уларҙы «Үҙәктән ебәрелгән иптәштәр һәм татарҙарҙан партия хеҙмәткәрҙәре — Шәмиғолов, Измайлов, Мостафин һәм башҡалар» менән алыштырыр кәрәк, сөнки урыҫтар һәм татарҙар «байтаҡ көскә эйә булған һәм мәҙәни яҡтан үҫешкән халыҡ, башҡорт күсмә халҡы хаҡында быны әйтеп булмай», тип яҙыла. Докладҡа ярашлы, башҡорттар наҙан халыҡ һәм яртылаш интеллигент төркөм кешеләренән тыш, «уларҙың бер нимәһе лә юҡ», ә был «яртылаш интеллигенттар» «бер Колчак режимына яраҡлашалар, бер совет режимына» Шулай уҡ докладта «һис шикһеҙ Шәмиғоловты, Измайловты, Мостафинды һәм башҡаларҙы Башҡортостандан кире саҡыртып алып, башланған эште туҡтатырға ярамай», тип күрһәтелә. Һөҙөмтәлә, РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты башта уларҙы икенсе урынға күсерергә тигән ҡарар сығарыуға ҡарамаҫтан, Шәмиғолов Измайлов, Мостафин Башобком составында ҡалдыралалар[21].

1920 йылдың 24 ғинуарында Ленин һәм Йомағолов араһында һөйләшеүҙәр үтә, уның барышында РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе «бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар булмауына» өмөтөн белдерә һәм 1920 йылдың 30 ғинуарында Башревкомға телеграмма ебәрҙе, унда ул кисекмәҫтән ВЦИК-тың ҡарарына ярашлы Ғинуар низағы буйынса тейешле сараларҙы кисекмәҫтән башҡарыуҙы талап итә һәм һәм Артемға (Ф. Сергеевҡа) һәм Самойлов биреү кәрәклеге тураһында директивалар һәм «Башконституцияны лояль үтәү» кәрәклеге буйынса директива бирелеүе һәм «улар ҡатмарлылыҡҡа юл ҡуймаҫтарына» ышаныс белдерә. 30 ғинуарҙа Төркөстан фронты командующийы М. В. Фрунзе һәм Төркөстан Реввоенсоветы ағзаһы И. Любимов башҡорт халҡына мөрәжәғәтнамә менән сығалар, унда совет власы Башҡорт республикаһын бөтөрөргә һәм «бөтә урындарға урыҫ һәм башҡа халыҡтарҙан комиссарҙар ултыртырға» теләй тигән киң таралған имеш-мимештәр кире ҡағыла, контрреволюционерҙарҙың мәкерле соҡсоноуҙары ҡәтғи рәүештә фаш ителә[22].

Әммә үҙәк властары ҡабул иткән саралар низағ ситуацияһын ыңғай хәл итмәй. 1920 йылдың февраль уртаһында Бәләбәй, Минзәлә һәм Бөрө өйәҙҙәрендә «Ҡарағош яуы» тоҡана, ихтилалдың башланыуын Башревком һәм уның етәксеһе Ә. Ә. Вәлидов менән бәйләйҙәр. Башревком партия органдарының административ, иҡтисади һәм республиканың башҡа сфераларына ҡыҫылыуына ҡаршы сығыш яһай, сөнки был мәсьәләләр Башобком һәм РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты компетенцияһына инмәй. Үҙ сиратында РКП(б)-ның Башобкомы Башревкомдың эшмәкәрлеген дискредитациялау буйынса эшен дауам итә.

Мәскәүгә килгәндән һуң Х. Йомағолов партия хөкөмөнә дусар ителә һәм РКП(б) сафынан сығарыла. 1920 йыл 24 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһына Башревком рәйесенең урынбаҫары Ә. Ә. Вәлидов ҡайта һәм уны 1920 йылдың 1 мартында Башревком рәйесе итеп һайлайҙар. Артабан ВЦИК-тың вәкилә Ф. Н. Самойлов был хаҡта былай тип яҙа: «Вәлидов Мәскәүҙән ҡайтҡас, беҙ башҡорт ревкомы менән берлектә эшләрлек мөнәсәбәттәр булдырып булыр тип ихлас ышана инек. Вәлидов башҡорт „юлбашсылары“ араһында иң аҡыллыһы икәнен беҙ белә инек. Шуға күрә, Йомағоловтың авантюраһына йөрәк түрендә ниндәй генә ҡарашта булмаһа ла, асыҡтан-асыҡ уны хуплай алмаҫ тип уйлағайныҡ. Әммә беҙ ныҡ ҡына яңылыштыҡ. Стәрлетамаҡҡа килеү менән Вәлидов беренсе көндәрҙән үк асыҡтан-асыҡ Башревком яҡлы булды һәм уның бөтә эштәрен тартынмайынса хупланы»[23].

1920 йылдың 7-9 мартында Стәрлетамаҡта II өлкә партия конференцияһы үтте. Конференцияла РКП(б) Башобком эше тураһында доклад менән Артем (Ф. Сергеев) сығыш яһай һәм, тулыһынса Башобкомдың эшен хуплап, килеп сыҡҡан ҡатмарлыҡтар һәм низағтар тураһында һөйләй. Конференцияла Башобком составына Үҙәктән ебәрелгән коммунистар (Артем, Ф. Самойлов һәм башҡалар) менән бер рәттән Башревкомға оппозицияла булған урындағы партия ағзалары һайлана (Ш. Хоҙайбирҙин, Ф. Әхмәҙуллин) һәм уның яҡлылары (К. Каспранский, И. Рәхмәтуллин, Ф. Төхвәтуллин һәм башҡалар). Башобкомдың сәйәси секретары итеп К. Каспранский һайлана. Өлкә комитеттың яңы составы һәм уның секретары Үҙәк вәкилдәрен ҡәнәғәтләндермәй, сөнки улар республикала тулыһынса үҙ диктатын урынлаштырырға теләй. Һуңынан ВЦИК-тың вәкиле Ф. Н. Самойлов, Вәлидов йыш ҡына секретарь Каспранский аша үҙенең талаптарын Башҡортостан партия өлкә комитетына ла көсләп таға, тип яҙа[24].

1920 йылдың 10 мартында Стәрлетамаҡта ярлылыҡ менән көрәшеү буйынса Бөтә Башҡорт съезы асыла, уның барышында Башревком һәм Артем етәкселегендәге «Башкирпомощь» араһында килешмәүсәнлек барлыҡҡа килә. Республика хөкүмәте «Башкирпомощь» ойошмаһын һәм ярлылыҡ менән көрәшеү комитеттарын башҡорт ярлыларын Башҡорт АССР-ының етәкселәренә һөсләтеүҙә ғәйепләй. 10 март төнөндә, съездың эш барышында, Башревком рәйесе Ә. Ә. Вәлиди йортона ҡораллы һөжүм яһала, әммә атышыу барышында һаҡсылар һөжүмде кире ҡаға[25].

1920 йылдың мартында РКП(б)-ның Үҫәргән кантоны комитеты рәйесе Поленов, «Башкирпомощь» ойошмаһының вәкилдәре Чистяков һәм Пирожников етәкселегендә 200 кешенән торған үҙаллы ойошторолған ҡораллы отрядҡа таянып, кантон крәҫтиән ер съезын үткәрә, унда Артем да ҡатнаша. Съезд яңы кантон башҡарма комитетының составын һайлай. Кантисполком кантон ЧК-һын һәм милицияны баҫып ала, шулай үҙенең хәрби комиссариатын булдыра. Башҡорт ауылы Ейәнсурала урынлашҡан Үҫәргән кантонының административ үҙәге Чеботаревка исемле урыҫ ауылына күсерелә. Урындағы партия канткомы эшен тикшереү өсөн Башревком комиссияһы ебәрелә, әммә ул Чистяковтың ҡораллы отрядына тап була. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, РКП(б)-ның Үҫәргән канткомының эштәрен РКП(б)-ның Ырымбур губкомы координациялай[25].

1920 йылдың 12 мартында Башревком ВЦИК-ка, РКП(б)-ның Үҙәк Комитетына, шәхсән В. И. Ленинға, Л. Д. Троцкийға һәм И. В. Сталинға, көнсығыш коммунистик ойошмаларының үҙәк бюроһына һәм Төркөстан фронтының Реввоенсоветына мөрәжәғәт итә. Белдереүҙә «башҡорттарҙың азатлыҡ хәрәкәте Совет башҡортостанының тәүге көндәренән үк Көньяҡ Урал урыҫ халҡының ҡаршылығына осраны», ә күрше губерналарҙың партия һәм совет органдары, Башҡортостан билмәһендә үҙҙәренең конференцияларында, съездарында «Башҡорт республикаһына ҡаршы резолюциялар сығарҙылар», тип күрһәтелә. Шулай уҡ белдереүҙә Башҡорт АССР-ынан бөткөһөҙ мыҫҡыллауҙар һәм йәберләүҙәр тураһында әйтелә (күп кенә партия хеҙмәткәрҙәре республиканы бөтөрөүгә өндәйҙәр ине), ғинуар низағының төп сәбәптәре аңлатыла, партия органдарының республика административ эштәренә ҡыҫылмауы һәм БашЧК-ның һәм «Башкирпомощь» ойошмаһының тулыһынса -Башревкомға, ә башҡорт частарының — Башвоенкоматҡа буйһонорға тейешлеге мәсьәләһе ҡуйыла. Әлеге проблеманы хәл итеү өсөн Башревком шулай уҡ РКП(б)-ның Башобкомын үҙгәртеп ҡороуҙы тәҡдим итә һәм республика учреждениеларынан бер нисә кешене (Артемды, Чистяковты, Шәмиғоловты, Таһировты, Поленовты һәм башҡаларҙы) саҡыртып алыу мәсьәләһен ҡуя. Был талаптарҙың үтәлмәү осрағында Башревком Башҡорт АССР-ының артабан ғәмәлдә булыуын мәғәнәһеҙ тип һанай. РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты был документты ультиматум тип исемләй һәм Башревкомдың рәйесе Вәлидовты Мәскәүгә саҡыртып ала.

1920 йылдың 12-15 мартында Башревком кантон революцион комитеттары вәкилдәренең съезын ойоштора, уның көн тәртибенә түбәндәге мәсьәләләр индерелә: 1) кантревком милиционерҙарын ҡоралландырыу һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү тураһында; 2) коммуналь хужалыҡ тураһында; 3) һыу аҫты йөкләмәләре тураһында; 4) канткомдар һәм кантревком араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында; 5) Башреспубликаның милли теле тураһында; 6) кантревком резиденцияларын башҡорттар күпләп йәшәгән пункттарға күсереү тураһында һәм башҡалар. Съезда «Башҡорт Совет Республикаһының кантон хәрби-революцион комитеттары тураһындағы ваҡытлы положениеның проекты» ҡабул ителә, уға ярашлы кантревкомдарҙың, хоҡуҡтары һәм бурыстары киңәйтелә — улар «кантон территориялары сиктәрендә совет власының юғары органдары» тип иғлан ителәләр һәм «уларҙың ҡарамағында» иң тәү сиратта «Бөтә Башҡорт хәрби ревкомының (Башревкомдың) бөтә ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу» булып тора. Шулай итеп, Башревком съезд ҡарарҙары аша кантондарҙа ревкомдарҙың һәм парткомдарҙың ҡаршылашыуын, шулай уҡ ҡораллы бәрелешкә еткерә торған низағтарҙы туҡтатырға ниәтләй[26].

Һуңынан ғинуар низағының тикшереүен үткәргән Төркөстан фронтының махсус комиссия Шәмиғоловтың һәм Измайловтың ғәйебен асыҡлай, уларға ҡаршы «яуаплы партия совет эшмәкәрҙәре» күрһәтмәләр бирәләр. Тулы хоҡуҡлы вәкил Ф. Седельниковтың фекере буйынса «Йыл башында „йомшаҡ телле быҙау“ иптәш Артём үҙенең ваҡ һәм һай сәйәсәте һәм тулыһынса тиерлек эшкинмәгәнлеге менән Башҡортостанды баш түбән ҡуйҙы». 1920 йылдың 18 ғинуарында Көнсығыш фронты Реввоенсоветының ағзаһы Б. П. Позерн В. И. Ленинға телеграмма ебәрә: «Башревком рәйесе иптәш Йомағолов Мәскәүгә китә, әммә иптәштәр Артем, Самойлов, Дудник менән нишләргә, улар Башревкомға, башҡорт эшмәкәрҙәренә ҡаршы көсәйтелгән агитацияһын дауам итәләр, шул иҫәптән коммунистар, Башреспубликаға ҡаршы… Кисекмәҫтән башҡорттарҙы һөсләтеүҙе туҡтатыр кәрәк, юҡһа бәрелеш ҡотолғоһоҙ»[21]. РКП(б)-ның Үҙәк Комитетына докладында К. М. Рычков (Раҡай), партия функционерҙар милли мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер түгеллеген күрһәтә, шулай уҡ «Башҡортостанда власть башҡорт халҡының хоҡуҡи аңында тамыр йәйһә генә ғүмерле була..Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке режим да, иптәш Артем да башҡорттар араһында власҡа ҡарата, бигерәк тә урыҫтар етәкселегендә, нәфрәт тыуҙырыу өсөн барыһын да эшләне» тип яҙа'[27]. П. Н. Мостовенко, Ғ. Шәмиғолов һуңғараҡ уға ғинуар низағы тураһында һөйләгән саҡта « был юҫыҡта Үҙәктең ҡарашында шөбһәләнеү булмаһа, барыһы ла әҙер ине, егеттәр ҙә, дөрөҫөн әйткәндә, башревкомсыларҙы ҡулға алырға һәм автономиялы республика уйынын бөтөрөргә атлығып торалар ине, тип бер-ике мәртәбә үкенә ине», тип яҙа. Артабан Мостовенко был ваҡиғаларҙың сәбәптәре тураһында яҙа: «… башҡорт эштәренә Өфөгә килеп тулған хеҙмәткәрҙәрҙең һәм урындағы күпселектең эшендәге ныҡлап барлыҡҡа килгән үҙенсәлектәр һәм тәжрибә менән минең башҡорт эштәренә ҡарашымды яраштырып булмаҫында… мин инандым. Ысынында бында милли мәсьәләгә ҡарата бөтөнләй үҙенә бер айырым самаһыҙлыҡ хөкөм иткәне ап-асыҡ ине»[4].

Ғинуар низағы һәм унан һуңғы ваҡиғалар 1920 йылдың 14 мартында Өфөлә РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты вәкилдәре Л. Д. Троцкий, Башревком ағзалары — Ә. Ә. Вәлидов, Ф. Н. Төхвәтуллин һәм Ф. Дудник, Башобком ағзалары — Ф. Самойлов, И. Ш. Рәхмәтуллин һәм Ә. Ә. Каспранский, вәкилдәр — Артем, Е. А. Преображенский, Өфө губерна башҡарма комитеты рәйесе — Б. М. Эльцин ҡатнашлығында кәңәшмә үткәреүгә этәргес була. Көн тәртибенә түбәндәге мәсьәләләр индерелә: Башревком һәм уның Президиумы тураһында, Башҡорт АССР-ының сиктәрен билдәләү тураһында, урындағы хеҙмәткәрҙәрҙе БАССР-ҙың хужалыҡ органдарына күрше губерналар менән ылыҡтырыу, ер сәйәсәте тураһында, яуаплы вазифаларға хеҙмәткәрҙәрҙе тәғәйенләү тәртибе тураһында, БАССР-ҙа партия һәм совет учреждениелары араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында, ғинуар инциденты хаҡында. Л. Д. Троцкий Башревкомдың ғинуарҙағы ғәмәлдәренә ҡаршы сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта Ә. Ә. Вәлидовтың һәм уны яҡлаусыларҙың Башҡорт АССР-ындағы Башобком сәйәсәтенә ҡарата контрдәлилдәренә теләктәшлек күрһәтә. Кәңәшмә резолюцияһында, «Башревкомды контрреволюцион учреждениеһы тип баһалау бөтөнләй ярамағанлығы» һәм партия ойошмалары «бер нисек тә совет учреждениеларҙың практик административ эштәренә ҡыҫылырға тейеш түгел, ә хеҙмәтсәндәрҙең сәйәси ойошмалары етәкселәре булып ҡалырға тейеш», тип билдәләнде һәм ошо юҫыҡта РКП(б)-ның Үҫәргән канткомының эштәре тәнкитләнде. Шулай уҡ кәңәшмәнең йомғаҡлау документында, «Башреспубиканың партия һәм совет ойошмаларының төп бурысы — Башреспубликаны коммунистик илгә, бөйөк Коммунистик Федерацияһының бер өлөшөнә әүерелдереү, ә быға хеҙмәтсәндәрҙең киң ҡатламын коммунизм идеяһы сфераһына ылыҡтырыу аша һәм уны ойоштороуҙан тыш ирешеп булмай», һәм «яҡын арала Өлкә Комитеты составына башҡорттарҙы мөмкин тиклем күберәк ылыҡтырыу кәрәклеге күҙаллана» тип билдәләнә. Кәңәшмәлә Л. Д. Троцкийҙың тәҡдиме буйынса Ғинуар низағы «тулыһынса бөтөрөлдө» тигән ҡарар сығарыла[4].

Өфө кәңәшмәһе ҡарарҙарын Башревком хуплап ҡаршы ала, ә уға ҡаршы тороусылар әлеге ҡарарҙарҙы ысынбарлыҡты иҫәпкә алмаған тип һанай. РКП(б)-ның Башобкомы Өфө кәңәшмәһенең ҡарарҙарын иңҡар итә һәм Башревкомды дискредитациялау буйынса үҙенең эшен дауам итә, даими рәүштә РКП(б)-ның Үҙәк Комитетына «Башревкомдың милләтсел ғәмәлдәре» тураһында мөрәжәғәттәр ебәрә. Ошондай уҡ сәйәсәтте күрше губерналарҙың партия һәм совет органдары дауам итәләр[28].

Ғинуар ваҡиғаларынан һуң, үҙәк власы Башҡорт автономиялы республика хоҡуҡтарын сикләү буйынса әҙерлек башлай. 1920 йылдың 7 февралендә ВЦИК янында РСФСР-ҙың федератив ҡоролошо мәсьәләләре буйынса комиссия ойошторола, ә 1920 йылдың 15 февралендә ВЦИК РСФСР һәм уның составындағы автономиялы дәүләт берәмектәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙе билдәләү буйынса комиссия төҙөй. Мәскәүҙә ВЧК-ның махсус бүлеге янында ғинуар низағы буйынса комиссия булдырыла, уның март айындағы һығымтаһында Башревком асылда Башҡорт АССР-ын РСФСР-ҙан тулыһынса айырымланыуға йүнәлтелгән сепаратистик сәйәсәт алып барыуы тураһында әйтелә[29]. Башҡорт мәсьәләһе буйынса Л. Б. Каменев, И. В. Сталин, Л. Д. Троцкий составында махсус комиссия булдырыла. 1920 йылдың 5 апрелендә комиссия составында Ф. Э. Дзержинский һәм А. Е. Преображенский индерелә. 1920 йылдың 8 апрелендә РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты пленумының ултырышы үткәрелә, унда башҡорт мәсьәләһе буйынса И. В. Сталин сығыш яһай. ВЧК рәйесе Ф. Дзержинский Йомағоловты, Рычковты һәм башҡа РКП(б)-ның Башобкомы ағзаларын ҡулға алыуҙа ғәйеплеләрҙе — ҡулға алырға, ә һәм Вәлидовты Мәскәүгә саҡыртып алырға тәҡдим итә. Башҡорт эштәре буйынса комиссия «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡортостан Совет Автономияһы тураһында килешеү»гә өҫтәмә буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Әлеге тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, 1920 йылдың 14 апрелендә РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы Башҡорт АССР-ының конституцион-хоҡуҡи хәле тураһында махсус ҡарар ҡабул итә[30].

1920 йылдың 19 майында ВЦИК һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы «Автономиялы Совет Башҡорт республикаһының Рәсәй Совет Республикаһына ҡарата мөнәсәбәттәре тураһында» декретына ҡул ҡуя, «Известия ВЦИК» гәзитендә декрет «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында»ғы ҡарар тип бирелә. Әлеге декрет тулыһынса тиерлек «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Совет Автономиялы Башҡортостан тураһында Килешеү»ҙе юҡҡа сығара. Декретҡа ярашлы, автономиялы республикаһы ҡарамағынан аҙыҡ-түлек, финанстар наркоматтары, Халыҡ хужалығы Советтары, эшсе-крәҫтиән инспекцияһы һәм башҡалар тулыһынса алып ташлана. Республиканан декретты юҡҡа сығарыу буйынса һәм Вәлидов менән Йомағоловты кире ҡайтарыу талабы менән мөрәжәғәттәр килә башлай. 1920 йылдың 7 июнендә ВЦИК ПРезидиумы президиумы ултырышы үткәрелә һәм унда Башревком мәсьәләһе буйынса ҡарар ҡабул ителә, уға ярашлы X. Йомағолов, Вәлидов, ВЦИК вәкилдәре, шулай уҡ Башҡорт АССР-ында үҙ-ара көрәшеүсе төркөмдәрҙе яраштырыу буйынса һәләтһеҙлеген күрһәткән Артем, Ф. Самойлов республиканан саҡыртып алыуға дусар ителәләр. Йомағоловты ВЦИК составына ситләштерергә һәм һәм «яуаплы коммунистарҙы,Башҡортостан өлкә комитетының ағзаларын ҡулға алған һәм башҡа ошоға бәйле хоҡуҡ боҙоу актына бәйле эштәре өсөн» хөкөмгә тарттырырға[31].

Башревкомдың 1-се составы декретты ҡабул итеүгә протест йөҙөнән отставкаға киткәндән һуң, уның яңы составына автономияға ҡаршы тороусылар, шул иҫәптән Башобкомдан Ғинуар низағында ҡатнашыусылар индерелә. Һөҙөмтәлә, республикала әүҙем рәүештә «хәрби коммунизм» сәйәсәте индерелә башлай, урындағы халыҡҡа ҡарата массауи репрессиялар үткәрелә, ахыр сиктә былар барыһы ла башҡорттарҙың ихтилалдарына килтерә, баш күтәреүселәр Ә. Ә. Вәлидов һәм Х. Ю. Йомағолов етәкселегендәге элекке Башревкомды власҡа ҡайтарыуын талап итәләр. Ихтилалдың ҡанһыҙ баҫтырылыуы һәм халыҡты талауҙар халыҡты 1921-1922 йылдарҙағы аслыҡтың фажиғәле эҙемтәләренә килтерә.

  1. Приказ Башревкома № 1 от 26 августа 1919 года:

    1. Сего числа Башкирский военно-революционный комитет вступил в непосредственное управление Башкирской Советской Республикой;
    2. Все граждане и учреждения в пределах БСР с сего числа подчиняются непосредственно Башревкому через соответствующие органы и учреждения (центральные, кантонные, волостные и пр.);
    3. Все учреждения и служащие в них должны оставаться на своих местах и продолжать свою работу, исполняя все распоряжения, исходящие от Башревкома и его местных органов;
    4. Виновные в приостановлении работ будут предаваться военно-революционному трибуналу Башкирской советской республики.

  2. Ярмуллин, 2017, с. 31
  3. Хамидуллин, 2017, с. 144—146
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Латипов Р. Л. Д. Троцкий и «Башкирский вопрос» 1920 г // Международный исторический журнал. — 2002. — № 19.
  5. Кульшарипов, 2000, с. 243
  6. Кульшарипов, 2000, с. 239—241
  7. Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 237
  8. Имеется ввиду проект создания Киргизо-Башкирской Советской Республики.
  9. Имеется ввиду проект создания Татаро-Башкирской Советской Республики.
  10. Имеется ввиду проект создания Татарской АССР.
  11. Мардамшин, 1999, с. 31—32
  12. Мардамшин, 1999, с. 29
  13. Мардамшин, 1999, с. 31
  14. Согласно положению от 3 марта 1919 года, Башкирская чрезвычайная комиссия действовала по инструкциям Всероссийской чрезвычайной комиссии, являясь при этом самостоятельной и подчиняясь только правительству республики — Башревкому.
  15. 15,0 15,1 Кульшарипов, 2000, с. 250—251
  16. Согласно «Положению об отделе внешних сношений при БЦИК» от 12 января 1920 года в компетенцию Отдела внешних сношений Башревкома входило:

    1. Сношение с федеративными советскими республиками, входящими в РСФСР, по всем вопросам взаимоотношений.
    2. Выработка политических и деловых инструкций для Представительства БССР (при ВЦИК).
    3. Снабжение Представительства БССР денежными средствами и ведение отчетности.
    4. Защита правовых и экономических интересов БССР.
    5. Защита экономических, правовых и социальных интересов отдельных граждан БССР или их объединений (организаций).
    6. Организация и ведение правовых, торговых, промышленных и финансовых сношений со странами и местностями, входящими в состав Российской Федерации и находящимися с БССР в деловых сношениях.
    7. Всестороннее обследование стран и местностей Российской Федерации, находящихся в деловых сношениях с БССР в экономическом, социальном, правовом и политическом отношениях".

  17. Ярмуллин, 2017, с. 51
  18. Хамидуллин, 2017, с. 148
  19. 19,0 19,1 Кульшарипов, 2000, с. 253
  20. Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 289
  21. 21,0 21,1 Хамидуллин, 2017, с. 149
  22. Кульшарипов, 2000, с. 254
  23. Кульшарипов, 2000, с. 255
  24. Кульшарипов, 2000, с. 258
  25. 25,0 25,1 Кульшарипов, 2000, с. 259
  26. Кульшарипов, 2000, с. 261
  27. Также о январских событиях К. М. Рычков (1878—1922) докладывал в ЦК РКП(б) таким образом:
    «Вы отлично знаете, что наша партия до сего времени совершенно не подготовлена к тому, чтобы как следует разобраться в таких вопросах, как право наций на самоопределение, в автономии и вообще в национальных вопросах. Многие из наших товарищей совершенно убежденно трактуют о том, что мы должны твердо стоять на пути строгой пролетарской диктатуры, … многие товарищи полагают, что пресловутые „самоопределение“, „автономии“ и т. п. не стоят выеденного яйца, понимая это как дипломатическую игру, которую в некоторых случаях Рабоче-крестьянское правительство должно играть всерьез, как это делается, например, по отношению к Башкирии, Киргизии и проч… Основываясь на нашем опыте, мы больше всего должны остерегаться той торопливости, неумелой теоретичности и того декретирования из Москвы, какое мы проявляем по отношению к Башкирии. Многие из наших товарищей, находясь в настоящее время в Башкирии, стремясь только выслужиться, не брезгуют никакими средствами и с негодными средствами пускают в ход полное принуждение… если подобным образом действовать по отношению к инородцам, как действовали по отношению к Башкирии тов. Артем и компания, и если к тому же еще, чего я лично не допускаю, действия т. Артема и др. санкционировались высшим партийным органом ЦК РКП — ВЦИК, то это было таким идиотизмом, таким тупоумием и такою гибелью дела, что сознательно так работать могут провокаторы»

    — Наше Отечество (опыт политической истории). Часть II / Кулешов С. В., Волобуев О. В., Пивовар Е. И. и др. — М.: ТЕРРА, 1991. — 620 с. ISBN 5-85255-081-7

  28. Кульшарипов, 2000, с. 263
  29. Мардамшин, 1999, с. 49
  30. Кульшарипов, 2000, с. 269
  31. Кульшарипов, 2000, с. 280
  • Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  • История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — 616 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  • Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 368 с. — ISBN 5-295-02542-Х.
  • Мардамшин Р. Р. Башкирская чрезвычайная комиссия (Страницы истории). — Уфа: Китап, 1999.
  • Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. — Уфа: Китап, 2017. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.