Эстәлеккә күсергә

Төрки ҡағанлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төрки ҡағанлығы
Old Turkic: 𐱅𐰇𐰼𐰜

551 — 603
Баш ҡала

552-603 Суяб[1][2][3]

Телдәр

боронғо төрки

Майҙаны

13 млн км²

Халҡы

13,000,000 кеше төркиттәр
Усундар, Дулуҙар, Нушибиҙар (Етеһыу араһы)
уйғырҙар (Көнсығыш Төркөстанда)
Телеуттар (Алтайҙа)
кидандар (Маньчжурияла)
соғиҙар (Урта Азияла)

Преемственность

← Жужан ҡағанлығы

Көнсығыш төрки ҡағанлығы →

Көнбайыш төрки ҡағанлығы →

 Төрки ҡағанлығы Викимилектә

Төрки ҡағанлығы — Ашина ырыуы етәкселәре төрки ҡәбиләләре берләшмәһенән Азияла төҙөгән боронғо иң эре дәүләттәрҙең береһе. Ныҡлы киңәйеп, ҡеүәтләнгән осоронда (VI быуат аҙағы) хәҙерге Ҡытай (Маньчжурия), Монголия, Алтай, Көнсығыш Төркөстан, Көнбайыш Төркөстан (Урта Азия) биләмәләрендә хакимлыҡ иткән. Бынан тыш, 576 йылдан алып Сәсәниҙәр Ираны, Төньяҡ Чжоу, Төньяҡ Ци ҡытай дәүләттәре Төрки ҡағанлығына яһаҡ түләгән. Нәҡ ошо осорҙа ул Византиянан Төньяҡ Кавказ менән Ҡырымды тартып ала.

Усундарҙың ҡеүәте бөткәндән һуң, «Етеһыу» араһы даими һуғыш майҙанына әүерелә. Бында V быуатта аяҡ баҫҡан жужань отрядтары усундарҙы күсенеп йөрөү урындарын (йәйләүҙәрен, ҡышлауҙарын) дала өлөшөнән Тянь-Шангә күсерергә мәжбүр итә. Бушаған ерҙәрҙә юэчжиҙәрҙең иҫән-һау ҡалғандары нығынырға ниәтләй, ләкин 418—419 йылдарҙағы жужандәр менән һуғыштарҙан һуң улар Урта Азияға китә һәм унда фарсы, эфталиттар менән бәрелешә. Шу менән Талас йылғаларының башы кангарҙар тарафынан баҫып алына, һәм улар жужандәрҙең көнбайышҡа хәрәкәтен туҡтата. Етеһыу араһы һәм Көнсығыш Ҡаҙағстан жужандәр дәүләтенең сигенә әйләнә, шуға күрә уларға ныҡлы иғтибар булмай. Әммә тап бына ошонда, Алтайҙа, жужандәргә ҡаршы торорлоҡ көс формалаша башлай.

Легенда буйынса, һун батшаһы менән инә бүренән Ашина ырыуы барлыҡҡа килә. Ашина жужань ҡағанлығының вассалы булған тип һанала. V быуатта Ашина ырыуы вәкилдәре Алтайҙың көньяғына күсенә һәм унда жужандәр өсөн тимер сығарыу менән шөғөлләнә. Етеһыуҙың төньяҡ-көнсығышында, Иртыш уйһыулығында һәм Джунгарияла урынлашҡан теле халҡының күп һанлы ҡәбиләләре жужандәргә ҡаршы баш күтәрә һәм 482 йылда үҙ дәүләтен төҙөй. Тик ул оҙаҡ йәшәй алмай: телеләр 516 йылда яңынан жужандәр иҙеүе аҫтына эләгә. Ашинаның Алтайҙағы бер ҡәбиләһе жужандәргә тимер сығара. Шул ҡәбиләгә Евразия тарихында мөһим роль башҡарыу роле тәтей ҙә инде. Тап бына Ашина ҡәбиләһе кешеләре аҙаҡ төркиҙәр тип атала башлай. «Төрки» һүҙе «ныҡлы», «көслө» тигәнде аңлата. Ул һүҙ тәүҙә дала аристократияһы ғаиләһе ағзаларына ғына ҡағылышлы сәйәси термин булһа, аҙаҡ мәғәнәһе киңерәк төшөнсә ала, йәғни Төрки ҡағанлығына инеүсе барлыҡ ҡәбиләләрҙең дөйөм атамаһына әйләнә.

545 йылда теле ҡәбиләләре жужандәргә ҡаршы яңынан баш күтәрә, һәм Ашина ырыуынан Бумын яңы дәүләт башлығы булып китә. 551 йылда ул, жужандәрҙе ҡыйратып, Көнбайыш Вэй ҡытай батшалығы менән союз төҙөй, «ил ханы» титулына эйә була. 552 йылда, Бумын үлгәндән һуң, жужандәрҙе тулыһынса ҡыйратып, тәхеткә уның улы Ҡара Иссыҡ ҡаған ултыра һәм атаһының титулын нәҫел буйынса ҡабул итеп ала. Дошмандарын еңгәндән һуң ҡаған аңлашылмаған шарттарҙа һәләк була, һәм дәүләткә уның туғаны Моҡан ҡаған етәкселек итә башлай. 553 йылда жужандәр яңынан еңелә, төркиҙәр Алтайҙан алып көнсығыш яҡтағы бөтә далаларҙың хужаһына әйләнә. Алдағы йылда Бумын ҡағандың ҡустыһы Истеми ҡаған етәкселегендә төркиҙәрҙең көнбайышҡа походы башлана.

Жужандәрҙең һөжүмдәре арҡаһында көсһөҙләнгән усундар ҡаршылыҡ күрһәтмәй, 555 йылда Истеми ғәскәрҙәре Арал диңгеҙенә барып етә. Әммә Аралдан төньяҡта йәшәгән уар менән эфталит ҡәбиләләре ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә, улар бары тик 558 йылда ғына яулап алына. Төркиҙәр Волгаға килеп етә, әммә уның аръяғына сығып тормай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бына шулай Волганан Хинган тауҙарына тиклемге биләмәләрҙә ҙур күсмә империя төҙөлә.

561—563 йылдарҙа төркиҙәр эфталиттарға ҡаршы Иран менән килешеү төҙөй. 564 йлда шаһ Хосрау Ануширван етәкселегендәге ғәскәрҙәр стратегик яҡтан бик мөһим өлкәне — Тохарстанды ҡулға төшөрә. 565 йылда Нахшаб янындағы һуғышта төркиҙәр еңеүгә ирешә, һәм Соғд Төрки ҡағанлығына ҡушыла. Эфталиттарҙың төп көсө 567 йылда Бохара эргәһендә тамам ҡыйратыла. Урта Азияны яулап алғандан һуң, ҡағанат Бөйөк Ебәк юлының һиҙелерлек өлөшөн үҙ күҙәтеүенә ала. Улар хакимлеге аҫтындағы төркиҙәр, соғҙиҙар Византия менән турана-тура сауҙа бәйләнештәре алып барыу яҡлы була. Шуға бәйле 568 йылда Истеми ҡаған соғҙи сауҙагәре Маниах етәкселегендә Константинополь|гә илселек ебәрә. Византия императоры Юстин II менән һөйләшеүҙәр алып барыу һөҙөмтәһендә сауҙа килешеүенә һәм Иранға ҡаршы хәрби килешеүгә ҡул ҡуйыла. Византия-төрки союзы төҙөлгәндән һуң Иран ҡағанатҡа йыл һайын 40 мең алтын динар күләмендә яһаҡ түләргә һәм сауҙа эштәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә тейеш була.

575 йылда Иран менән Византия төркиҙәргә ҡаршы берләшә. Быға ҡаршы яуап итеп 576 йылда төрки ғәскәрҙәре Византия вассалы — Киммерий Боспорын ҡыйрата, Ҡырымға һәм Көнбайыш Кавказға еңеүле походтар яһай. Шул яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә ҡағанат Бөйөк Ебәк юлының бөтә мөһим участкаларын үҙ күҙәтселегендә тота башлай, шул арҡала каруан сауҙаһынан төрки аҡһөйәктәре ҙур табыш ала. 576—577 йылдарҙа Төрки Ҡағанлығы Төньяҡ Ци ҡытай дәүләтен ҡыйрата. Икенсе ҡытай дәүләте, Төньяҡ Чжоу, Төрки Ҡағанлығы йыл да 100 мең киҫәк ебәк туҡыма менән яһаҡ түләй.

Ҡағанлыҡтың тарҡалыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тик төрки державаның ҡеүәте оҙаҡҡа бармай, ҡаҡшай. 581 йылда Тоба-хан вафатынан һуң Төрки ҡағанлығы үҙ-ара һуғыштар, социаль ҡаршылыҡтар, Ҡытайҙың сиктәренә һөжүмдәре, күрше илдәр менән һуғыштар алып барыуҙар һөҙөмтәһендә ике өлөшкә: Көнбайыш һәм Көнсығыш төрки ҡағанлыҡтарына тарҡала.

Ҡаған (хан) — ҡағанлыҡта баш хаким, хәрби етәксе. Ҡағандан һуңғы етәксе — ябгу. Тәхет вариҫы тегин титулына эйә булған. Ҡағанлыҡта башҡа юғары титулдар: шад, эльтебер. Хөкөм эштәрен буюрук менән тархандар башҡарған.

Иҡтисады һәм хужалығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркиҙәрҙең төп шөғөлө малсылыҡ, утлаусы хайуандар аҫырау булған. Уларҙың төп туҡланыу аҙығы — ит, эсемлеге ҡымыҙ булған. Кейем-һалым тегеү, тирмә яһау өсөн тире файҙаланылған. Шулай уҡ Кейеҙ баҫыу, йөн туҡымалар әҙерләү менән шөғөлләнгәндәр. Көтөүҙәрҙә башлыса һарыҡ менән йылҡы булған. Йәмғиәттә парлы ғаилә өҫтөнлөк иткән.

Төркиҙәр тимер табыу һәм уны эшкәртеү сәнәғәтен уңышлы үҙләштергән. Был төрки хандарына ғәскәрҙәрен тулыһынса яңынан ҡораландырыу мөмкинлеге биргән.

  • Төркиттәр
  • Телеләр
  • Кидандар
  • Соғҙиҙар
  • Башҡорттар
  • Дулуҙар
  • Нушибиҙар
  • Усундар
  • Ҡаңлы (ҡәбилә)
  • 552 — Төрки ҡағаны Бумын жужандарға ҡаршы баш күтәрә. Жужань дәүләте тарҡала. Алтайҙа Төрки ҡағанлығы барлыҡҡа килә. Бумын вафат була. Тәхеткә Ҡара Иссыҡ хан ултыра.
  • 553 — Ҡара Иссыҡ хан үлә. Тәхеткә Муҡан ҡаған ултыра.
  • 554 — Истеми ҡағандың көнбайышҡа походы.
  • 566 — Урта Азия Төрки ҡағанлығына ҡушыла.
  • 567—571 — Төрки ҡағанлығының хазар менән болғарҙарҙы буйһондороуы.
  • 569 — Фарсы дәүләте менән һуғыш башлау һәм солох төҙөү.
  • 572 — Муҡан ҡаған вафаты. Тәхеткә Тобо хандың ултырыуы.
  • 576 — Истеми ҡағандың, Тобо хандың вафат булыуҙары.
  • 581 — Төрки ҡағанлығында тотороҡһоҙлоҡ башланыуы.
  • 590 — Гаочандың Төрки ҡағанлығы тарафынан яуланыуы.
  • 593 — Төрки ҡағанлығында тотороҡһоҙлоҡтоң тамамланыуы.
  • 603 — Төрки ҡағанлығы ике өлөшкә: Көнбайыш һәм Көнсығыш төрки ҡағанлыҡтарына тарҡала.
  1. Сосанов Кошали. История Казахстана. Справочная пособие / Бибимара Омарова. — Алматы: «Ол-Жас баспасы», 2007. — С. 22-23. — 112 с. — ISBN 9965-651-56-6.
  2. Методические рекомендации по подготовке школьников к ЕНТ по истории Казахстана / Локотинова О. С. Гребенюк Ю. П. — Алматы: «Институт повышение квалификации и переподготовки кадров системы образования», 2005. — С. 26. — 100 с.
  3. Татьяна Владимировна Зепп. Пособие для подготовки к единому национальному тестированию (ЕНТ) по истории Казахстана / Омирбекова М; Касымхан Ж; Шаяхмет Г. — Алматы: «Зият Пресс», 2006. — С. 23. — 196 с. — 2000 экз. — ISBN 5-7667-7905-4.

Төрки ҡағанлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.