Тутағас
Ауыл | |
Тутағас Тутағас | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тутағас (рус. Тутагачево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 308 кеше[1]. Почта индексы — 452982, ОКАТО коды — 80208822006.
Ауылға нигеҙҙе XIX быуатта Ҡыр Унлар (Ун ҡәбиләһе) ырыуы башҡорттары һалған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл XIX быуаттың икенсе яртыһында шул уҡ исемле күл янында барлыҡҡа килгән. Тәүге тапҡыр X ревизия ваҡытында (1859) иҫәпкә алына. [2] Был урында үҙ ерҙәрендә Ҡыр Унлар ырыуы (Ун ҡәбиләһе) башҡорттары төпләнә. XVI быуатҡа тиклем улар Ағиҙел йылғаһы буйҙарында йәшәйҙәр, артабан бер өлөшө төньяҡҡа күсергә мәжбүр була. Унларҙың бер өлөшө әле Ҡариҙел йылғаһы буйында, уға Йүрүҙән ҡойған ерҙә йәшәй. Уларҙың туғандары — Кәшкәләү, Яңы Киҙгән, Дауытлар, Борай районының Баҡалы ауылдары, шулай уҡ Асҡын, Ҡариҙел һәм башҡа райондарҙа ла бар. Балтас районында Имән ауылына унлар нигеҙ һалған, һуңынан ул Ҡыр Танып улусы старшинаһы ҡулына эләккән.
1906 йылда ауылда 409 башҡорт йәшәгән (76 йорт, ҡайһы бер ихатала бер нисә йорт булған). 1920 йылда — 612 кеше (104 йорт).[2].
2010 йылға тиклем ауылда тулы булмаған урта мәктәп эшләй. Хәҙер балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ станцияһы, ауыл клубы, магазиндар бар.
Күлдең һәм ауылдың атамаһы, фараз ителеүенсә, «тут ағасы» (рус.шелковица)[3]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 308 | 155 | 153 | 50,3 | 49,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 10 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Түбәнге һикеяҙ): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 55 км
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәғзүмов Айрат Муллый улы (1959—2006), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы вәкилдәре палатаһы депутаты (1994-1996), Башҡортостан Республикаһының Балтас районы башлығы (1996-2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Хамаева Рая Мәснәүи ҡыҙы — педагог, балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, хормейстер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киров урамы
Ҡыҙылармеецтар урамы
Крупская урамы
Пионерҙар урамы
Эшселәр урамы
Совет урамы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 А.Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ [ https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/iVH0prU9PG1vCkam1CLGHljaQSY0QnUJVyc7ck9E.pdf Словарь топонимов Республики Башкортостан ]</ref (с.148) һүҙенән килеп сыҡҡан. «Тут» һүҙе «тутыҡ» мәғәнәһендә лә ҡулланыла.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |