Эстәлеккә күсергә

Боғҙан (Балтас районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Боғҙан
Боғҙан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

55°50′44″ с. ш. 56°04′18″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 804 004

ОКТМО коды

80 608 404 106

ГКГН номеры

0521737

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Боғҙан (Рәсәй)
Боғҙан
Боғҙан
Боғҙан (Балтас районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Боғҙан

Боғҙан (рус. Богданово) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 254 кеше[1]. Почта индексы — 452993, ОКАТО коды — 80208804004.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 454 229 225 50,4 49,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

1693 йылда Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәр нигеҙ һалған.Боғҙан (Балтас районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Ауылдың тәүге исемдәре Боғҙан Ҡошо (Ҡошбаш) булған. 1693 йылғы башҡорттар менән булған килешеүҙә мишәрҙәр Етемсура Дуҫмәтов, Сураш Айыусыевтың Ҡарышбаш йылғаһының уң яғында урынашҡан "Богданов аҫабалығы" телгә алына. 1693 йылға тиклем үк мишәрҙәр торамаһы булған. 1700 йылда шул уҡ башҡорттар аҫабалыҡтарының бер өлөшөн хеҙмәтле мишәр Богдан Иреевтың улы Әхмәтовҡа һата. Боғҙан ауылы формалашыуы 18 быуаттың тәүге яртыһында дауам итә. 1742 йылдың 14 июля буйынса, Боҙған Ҡошо ауылынан хеҙмәтле татар (атайыһы мишәр тип яҙылған) Айыт Богданов Көлмәт Келваев етәкселегендә 27 хеҙмәтле татарҙы атаһының крепостной аҫабалығына ебәрә.

1756 йылда Дүшәмбикә ауылынан бер нисә мишәр ғаиләһе күсеп килә.

Кантон идаралығы осоронда Боғҙан ауылында 4-се мишәр кантонының кантон башлығы, 1855 - 1863 йылдарҙа 13404 башҡорт, 14059 мишәр һәм 21385 типтәр берләштергән 15-се башҡорт кантоны башлығының штаб-фатиры булып хеҙмәт итә.[2]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)