Ландер Ольга Александровна
Ландер Ольга Александровна | |
рус. Ольга Александровна Ландер | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 апрель 1909 |
Тыуған урыны | Һамар, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 19 сентябрь 1996 (87 йәш) |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | журналист, фотограф |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Ландер Ольга Александровна Викимилектә |
Ландер Ольга Александровна (1909—1996) — Рәсәй фотодокументалисы, фотограф, журналист.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ландер Ольга Александровна 1909 йылда йәһүд фотографы ғаиләһендә тыуа. Моисей Наппельбаум Муса һәм Давид Штернбергтың уҡыусыһы. Мәскәүҙә ҡулланма сәнғәт курстарын тамамлай. 30-сы йылдар башында Урта Азияла кино төшөргән төркөмдә эшләй. Экспедициянан ҡайтҡас, матбуғатҡа күсә. «Комсомольская правда» гәзитенең фотохәбәрсеһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт хәбәрсеһе була. Бик күп һүрәттәре алыш урынында төшөрөлгән. Лейтенант.
Хәрби фотохәбәрсе Курск алышында, Одессаны, Киевты, Балҡан ярымутрауы илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Венала ҡаршылай[1].
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы орденыны кавалеры, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн»,«Будапештты алған өсөн», «Венаны алған өсөн», «Белградты азат иткән өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән наградлана. Һуғыштан һуң Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) һәм «Советская Россия» гәзитендә эшләй.
Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын ҡаршылағанда бер гәзиттә эшләгән фронт дуҫтары осраша. Улар Ҡораллы Көстәр музейында йыйыла. Ольга Александровна уларҙы Еңеү Байрағы эргәһендә фотоға төшөрөп, мәңгеләштерә. Һуңынан улар - яҙыусылар Николай Атаров, Дмитрий Гребенщиков, Владимир С. Лакшин, шағир Мостай Кәрим бер табын артына йыйыла[2].
Билдәле фотоһүрәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фотокорреспонденттар Д. Бальтерманц менән М. Редькин Одессала[3].
- 1945 — Вена районында совет танкылары[4].
- 1945 — Еңеү байрамы уңайынан Вены урамында бейеүҙәр[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Специальный военный фотокорреспондент Ландер Ольга Александровна 2019 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ Фотокорреспондент Ольга Ландер
- ↑ Государственные архивы РФ, хранящие фотодокументы о Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. Сайт «Победа. 1941—1945» 2021 йыл 19 март архивланған.
- ↑ Государственные архивы РФ, хранящие фотодокументы о Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. Сайт «Победа. 1941—1945» 2021 йыл 19 март архивланған.
- ↑ Государственные архивы РФ, хранящие фотодокументы о Великой Отечественной войне 1941-1945 гг. Сайт «Победа. 1941-1945» 2021 йыл 19 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.alefmagazine.com/pub584.html Фото
- https://web.archive.org/web/20080529034751/http://www.sem40.ru/famous2/e810.shtml Биография
- https://web.archive.org/web/20160304110807/http://photocorr.pobeda.vif2.ru/HTML_View.files/frame.htm#slide0064.htm Биография