Грац
Грац (нем. Graz [ˈɡʁaːts], слов. Gradec — Градец) — Австрияның көньяҡ-көнсығышында Муре йылғаһындағы ҡала, Штирия федераль ере үҙәге. Грац — ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы, 270 меңдән ашыу халҡы бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала исеме славян сығышлы, славян топонимын германдар әйтелеше үҙенсәлектәре буйынса «Градец» (Gradez, Gradec) һүҙенән[27].
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
I. Innere Stadt (3302) |
X. Ries (5789) |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала һыра ҡайнатыу, машиналар эшләү, химия, аҙыҡ-түлек һәм туҡыма етештереү кеүек сәнәғәт төрҙәре үҫешкән. Грацтың халыҡ-ара йәрминкәһе көньяҡ-көнсығыш Европала мөһим коммерция һәм сәнәғәт ваҡиғаһы булып тора. Ҡалала машина эшләү Andritz AG концерны урынлашҡан.
Мәҙәниәт, мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грац элек-электән студенттар ҡалаһы булып тора. Дүрт университет: Карл һәм Франц исемендәге Грац университеты, техник университет[28], медицина университеты[29] шулай уҡ музыка һәм актерлыҡ сәнғәте университеты[30] дөйөм 55 мең студенттар һаны менән Грацтың академик белем биреүҙә юғары әһәмиәте тураһында һөйләй. Бынан тыш, ҡалала политехник (FH Joanneum[31]) һәм иҡтисад (FH für Wirtschaft-CAMPUS 02[32]) йүнәлештәге махсус ике юғары уҡыу йорто бар.
1902 йылда техник университеттың криминология кафедраһында ғалим Ганс Густав Адольф Гросс тарафынан донъяла беренсе криминалистика музейы булдырыла.
Домкирхе сиркәүе һәм Шлоссберг замогы черепица ҡыйыҡтары менән Грацҡа айырым үҙенсәлеклек бирә.
1999 йылда Грац Иҫке ҡалаһының үҙәге ЮНЕСКО-ның донъя мәҙәни мираҫы тип иғлан ителә.
2003 йылда Грац Европаның мәҙәни баш ҡалаһытип һайлана. Был программа сиктәрендә хәҙерге заман сәнғәтенең Кунстхаус музейы асыла, уның бинаһы ҡаланың яңы символдарының береһе була.
2008 йылда Грац ҡалаһында 5-се бөтә донъя World Choir Games хор уйындары (Хор олимпиада) уҙа. Уларҙа донъяның 93 иленән 411 хор ҡатнаша.
Йыл һайын көҙ башында Грацта Steirischer Herbst («Штирия көҙө») хәҙерге заман сәнғәте фестивале үтә . Был Европала беҙҙең дәүерҙең иң боронғо сәнғәте фестивале (1968 йылдан алып үткәрелә).
Грац спортта бодибилдер карьераһын 14 йәштән башлап «Либенауэр» тренажер залында шөғөлләнә башлаған Арнольд Шварценеггерҙың урыны булараҡ билгеле.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грацта футбол буйынса өс тапҡыр Австрия чемпионы - Штурм футбол клубы урынлашҡан. Уның йорт аренаһы булып 15 400 кеше һыйҙырышлы UPC Arena стадионы тора. Был стадионда шулай уҡ Грацтың башҡа клубы ГАК - 2004 йылда Австрия чемпионы сығыш яһай.
Шулай уҡ бында 2020 йылда фигуралы шыуыу буйынса Европа чемпионаты уҙғарыла.
Музей-арсенал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың тағы бер иҫтәлекле урыны — легендар Грац арсеналы[33].
Грац XVI быуатта барлыҡҡа килгән, ул төрөктәрҙең Үҙәк Европаны баҫып алыу юлында тора. Халҡының ҡаһарманлығы һәм 16 мең яугирҙе ҡоралландырыуға һәләтле ҙур арсеналы арҡаһында төрөктәрҙең баҫып алыуы тормошҡа ашырылмай.
1749 йылда императрица Мария Терезия Австрия ерҙәренең оборонаһын үҙәкләштерергә бойора һәм баш ҡаланан ситтә арсеналдар бөтөрөлә. Грац өсөн генә ташлама яһала, сөнки урындағы халыҡ уға тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы статусын биреүгә өлгәшә.
Хәҙер арсенал музей булып тора. Унда 3300 хәрби кейем һәм шлем, 7800-ҙән ашыу берәмек атыу ҡоралы, шулай уҡ 2500 ҡылыс һаҡлана. Музей экспонаттарының дөйөм һаны 32 мең тирәһе.
Арсеналдың беренсе ҡаты саҡма, сәнсеү һәм ут ҡоралдарына арналған. Икенсе һәм өсөнсө ҡатында турнир булараҡ та. хәрби булараҡ та тимерҙән боронғо хәрби кейем һәм ҡоралдар урынлашҡан. Рыцарь кәрәк-яраҡтарынан тыш, ябай һалдаттар ҡуллана торған бик күп ҡорал һәм кәрәк-яраҡтар ҙа бар. Шулай уҡ рыцарь аттары өсөн кейем һәм ҡорал-ҡорамалдар, шул иҫәптән күҙҙәрен ҡаплау өсөн рәшәткәле япмалар бар. Дүртенсе ҡатта музыка ҡоралдары: полк дөңгөрө, торба, борғо һәм башҡалар һаҡлана.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала трамвай системаһы — Грац Трамвайы эшләй.
Грац-Талерхоф аэропорты ҡала үҙәгенән яҡынса 10 км көньяҡтараҡ урынлашҡан, Европа, Төньяҡ Африка һәм Төркиә илдәре менән һауа бәйләнешен тәьмин итә.
Сиркәүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Домкирхе
- Грац ҡалаһында Йыуатыусы Мария базиликаһы
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ковентри, Бөйөк Британия (1948)
- Монтклэр[en], Нью-Джерси, АҠШ (1950)
- Гронинген, Нидерланд (1965)
- Дармштадт, Германия (1968)
- Тронхейм, Норвегия (1968)
- Пула, Хорватия (1972)
- Триест, Италия (1973)
- Марибор, Словения (1987)
- Печ, Венгрия (1989)
- Дубровник, Хорватия (1994)
- Санкт-Петербург, Рәсәй (2001)
- Любляна, Словения (2001)
- Тимишоара, Румыния (1982, 2013)[34]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Elke Kahr ist neue Grazer Bürgermeisterin — ЭРФ, 2021.
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ https://de.statista.com/statistik/daten/studie/217757/umfrage/groesste-staedte-in-oesterreich/
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 https://www.graz.at/cms/ziel/7771992/DE/
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10021786/7771992/Trondheim.html
- ↑ https://www.trondheim.kommune.no/internasjonalt/
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10153337/7771992/Temeswar.html
- ↑ https://www.primariatm.ro/timisoara/index.php?meniuId=2&viewCat=171
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10021739/7771992/Coventry.html
- ↑ https://www.coventry.gov.uk/info/222/twin_towns_and_cities
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10021740/7771992/Montclair.html
- ↑ https://www.montclairnjusa.org/Visitors/About-Montclair/Montclairs-Sister-Cities
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10021784/7771992/Darmstadt.html
- ↑ https://www.darmstadt.de/standort/vielfalt-internationale-beziehungen/internationale-beziehungen/staedtepartnerschaften/graz-oesterreich
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10021794/7771992/Pula.html
- ↑ https://www.pula.hr/hr/vodici/medunarodna-suradnja/o-odsjeku/medunarodna-suradnja/gradovi-pobratimi/
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10021789/7771992/Triest.html
- ↑ https://www.comune.trieste.it/it/novita-227102/comunicati-227104/suggellato-in-municipio-questa-mattina-il-profondo-rapporto-di-amicizia-e-collaborazione-tra-trieste-e-graz-in-occasione-del-50-anniversario-del-gemellaggio-191721
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10021818/7771992/Pécs.html
- ↑ https://pecs.hu/testvervarosok-partnervarosok/
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10097146/7771992/Ljubljana.html
- ↑ https://www.ljubljana.si/en/about-ljubljana/international-cooperation/intercity-cooperation/
- ↑ Dauersiedlungsraum der Gemeinden Politischen Bezirke und Bundesländer - Gebietsstand 1.1.2018 — Бюро статистики Австрии.
- ↑ https://www.graz.at/cms/beitrag/10012532/7765258
- ↑ Charnock, Richard Stephen. Local Etymology: A Derivative Dictionary of Geographical Names. — London: Houlston and Wright, 1859. — P. 120.
- ↑ Graz University of Technology (инг.)
- ↑ Medizinische Universität Graz . 2011 йыл 28 июнь архивланған.
- ↑ Kunstuniversität Graz (KUG) — Musik studieren, Schauspiel studieren — Home
- ↑ FH JOANNEUM — University of Applied Sciences| FH JOANNEUM — University of Applied Sciences 2016 йыл 27 март архивланған.
- ↑ FH CAMPUS 02
- ↑ Фотоэкскурсия по залам Арсенала в Граце — подробное описание многих его экспонатов . 2013 йыл 1 октябрь архивланған.
- ↑ Orașe înfrățite și partenere | Graz (Austria) 2019 йыл 31 март архивланған.
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 931 рус. • англ. • фр. |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Филокартическая история города Грац. Коллекция старых открытых писем Gruss aus Graz
- Официальный путеводитель Австрийского представительства по туризму
- Биография австрийского учёного Ганса Густава Адольфа Гросса.