Ән-Наср сүрәһе
Уҡыу көйләүҙәре
Ән-Наср сүрәһе | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Помощь |
Статистика | |
Сүрә номеры |
110 |
Аяттар һаны |
3 |
Джүз |
30 |
Руҡуғ |
1 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
Ән-Наср сүрәһе (ғәр. سورة النصر) (Ярҙам) - Ҡөрьән Кәримдең 110-сы сүрәһе, 3 аяттан тора. Сүрәлә Мәккәне яулап алыу тураһында һүҙ бара. Мәккәгә мосолмандарҙың баҫып инеүе ҡорайыштарҙың Хоҙайбиә килешеүен боҙоуы арҡаһында килеп сыға. Ҡорайыштар Пәйғәмбәр ﷺ менән килешеү төҙөгән ырыуға һөжүм итә. Пәйғәмбәр ﷺ ун мең ғәскәр туплай һәм ярҙамға ашыға, Мәккәгә йүнәлә. Был Һижрәнең 8-се йылында, Рамаҙан айында була (м. 630 йылдың декабре). Мәккә һуғышһыҙ баш һала. Шул рәүешле мосолмандар, ҡан ҡойошһоҙ һәм яуһыҙ ғына, Ислам тарихында иң ҙур еңеүгә өлгәшә. Мәккәне алыу бик ҙур дини һәм сәйәси әһәмиәткә эйә була.
Ғәрәпсәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
بِسۡمِ اللّٰہِ الرَّحۡمٰنِ الرَّحِیۡمِ
- اِذَا جَآءَ نَصۡرُ اللّٰہِ وَ الۡفَتۡحُ
- وَ رَاَیۡتَ النَّاسَ یَدۡخُلُوۡنَ فِیۡ دِیۡنِ اللّٰہِ اَفۡوَاجًا
- فَسَبِّحْ بِحَمْدِ رَبِّكَ وَاسْتَغْفِرْهُ إِنَّهُ كَانَ تَوَّابً
Транскрипцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БисмиЛләһи-Ррахмәни-Ррахиим!
- Иҙәә джәәә нәсру-Ллаһи үәл-фәтх.
- Үә раьәйтә-ннәәсә йәдхулүүнә фии диини-Лләһи әфуәджә
- Фәсәббих бихәмди Раббикә үәстәғфирһү иннәһу кәәнә тәүүәәбә
Тәржемә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БисмиЛләһи-Ррахмәни-Ррахиим!
- Әгәр ҙә һиңә вәғәҙә ителгән ярҙам килһә Ислам әһеле күп ҡалаларға өҫтөн булып , уларҙы үҙ ҡулы аҫтына алһа,
- Һин кешеләрҙең Ислам диненә төркөм-төркөм булып ингәндәрен күрерһең
- Һин Раббыңды маҡтап тәсбих әйт. Дөрөҫлөктә, Аллаһы тәғәлә ғәфү һораусыларҙың тәүбәләрен ҡабул итеүсе булды
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Ислам» | |
Ҡөрьән Викиөҙөмтәлә | |
Ҡөрьән Викикитапханала | |
Ән-Наср сүрәһе Викимилектә |
- СУРА 110. ПOMOЩЬ 2012 йыл 25 май архивланған.
- 110 сура (Ан-Наср) на арабском и в переводах на русский язык
- Сура 110 АН-НАСР 2013 йыл 22 март архивланған. в Исламской энциклопедии
Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
- Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
- Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004