Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы
Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 20 май 1925 |
Тыуған урыны | Йомаш, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 12 август 1951 (26 йәш) |
Вафат булған урыны | Муллаҡай, Ҡолсора ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Ерләнгән урыны | Муллаҡай |
Биләгән вазифаһы | мәктәп директоры |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы (20 май 1925 йыл — 12 август 1951 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Айырым миномёт полкы элемтәсеһе, старшина. Дан орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙеһәм Ғәли улы Әлибаев[2] 1925 йылдың 20 майында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Йомаш ауылында тыуған.
Башҡорт. 1948 йылдан КПСС ағзаһы. Һуғыш алдынан Темәс педагогия училищеһында уҡып йөрөй, тик уны тамамлап өлгәрмәй.
Баймаҡ район хәрби комиссариаты 1943 йылдың ғинуарында уны Совет Армияһы сафына саҡыра. 1943 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
1946 йылдың апрелендә старшина Әлибаев демобилизацияланған. Темәс педагогия училищеһын, 1951 йылдың июнендә — Магнитогорск педагогия институтын ситтән тороп тамамлай.
Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында йәшәгән. Ауыл мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләгән.
1951 йылдың 12 авгусында вафат булған. Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында ерләнгән.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]616-сы айырым миномёт полкының 2-се дивизионы 4-се батареяһы ғәскәри идаралығы элемтәсеһе (3-сө гвардия танк армияһы, 1-се Украин фронты) рядовой Ә. Ғ. Әлибаев 1944 й. 31 июлендә Рацлавувка (Польша) тораҡ пункты районындағы һуғышта дошмандың көслө артиллерия һәм пулемёт уты аҫтында гитлеровсылар позицияларына яҡын ҡалған ҡаты яраланған яугир Зайцев янына шыуышып килә. Үҙе лә яралы булыуға ҡарамаҫтан, Ә. Ғ. Әлибаев яралы иптәшен һуғыш яланынан алып сыға.
Иптәшен ҡотҡарғанда батырлыҡ күрһәткәне өсөн Ә. Ғ. Әлибаев 1944 й. 27 авгусында III дәрәжәле Дан ордены менән бүләкләнгән.
1945 йылдың 18 февралендә Гольберг ауылы (Германия) районында Ә. Ғ. Әлибаев дошмандың көслө артиллерия-миномёт уты аҫтында 11 тапҡыр элемтә линияһының өҙөлгән урынын ялғай, шуның менән беҙҙең артиллерияның төгәл һәм өҙлөкһөҙ ут алып барыуына мөмкинлек биргән. Гитлерсыларҙың контратакаһы барышында элемтә өҙөклөгөн төҙәткән сағында, һалдат яралы офицерҙы күреп ҡала. Дошмандың бер туҡтауһыҙ ут һиптереүенә ҡарамаҫтан ул яралыны атыш зонаһынан алып сыға һәм медпунктҡа алып килә.
Һуғыш барышындағы батырлығы һәм офицерҙы ҡотҡарғаны өсөн Ә. Ғ. Әлибаев 1945 йылдың 14 апрелендә II дәрәжәле Дан ордены менән бүләкләнә.
«26.04.45 й. Берлин ҡалаһы өсөн Осдорф районында барған алышта 91-се танк бригадаһы ярҙамы менән ПНП-ға элемтә тоташтыра. Дошмандың көслө артиллерия һәм мылтыҡтан атыуы аҫтында өҙлөкһөҙ элемтә бәйләнешен тотҡан һәм, көслө артиллерия-миномёт һәм мылтыҡ-пулемёт утына ҡарамай, элемтә линияһындағы 16 өҙөклөктө йүнәтә.
Элемтә линияһындағы өҙөктө ялғаған ваҡытта иптәш Әлибаевҡа дошмандың 10 автоматсыһы һәм 3 фаустпатронщигы һөжүм итә. Юғалып ҡалмай һалдат, автоматтан атып, 8 автоматчикты һәм 3 фаустпатронщикты атып үлтерә һәм 2 дошман һалдатын әсирлеккә ала».
СССР Юғары Советы Президиумы 1945 йылдың 27 июнендәге Указы менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеһын өлгөлө үтәгәне өсөн ҡыҙылармеец Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы 1-се дәрәжәле Дан ордены (266-сы һанлы) менән бүләкләнә. Шулай итеп, Дан орденының тулы кавалеры тигән хөрмәтле исемгә лайыҡ була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Дан ордены (27.06.1945)[3][4]
- II дәрәжә Дан ордены (24.04.1945)[5]
- III дәрәжә Дарн ордены (27.08.1944)[6]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (28.01.1944)[7]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баймаҡ ҡалаһында һәм Йомаш ауылында урамдар Ә. Ғ. Әлибаев исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ҡабат өҫкә күсергә 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Республиканский Музей Боевой Славы - Алибаев Адигам Галеевич . Дата обращения: 24 март 2013. 2015 йыл 24 ноябрь архивланған.
- ↑ Наградной лист «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 183, л. 93, 94)ф. 33, оп. 686046, д. 183, л. 93, 94)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 182, л. 2)ф. 33, оп. 686046, д. 182, л. 2)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 2188, л. 3, 45, 46)ф. 33, оп. 690306, д. 2188, л. 3, 45, 46)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2515, л. 5, 39, 40)ф. 33, оп. 690155, д. 2515, л. 5, 39, 40)
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 4003, л. 1)ф. 33, оп. 686044, д. 4003, л. 1)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 май 2019)
- Адигам Галеевич
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
- Батыр Әҙеһәм.docx (Муллаҡай мәктәбе уҡыусыларының Батырға бағышланған ижады)
- 20 майҙа тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 12 августа вафат булғандар
- 1951 йылда вафат булғандар
- Баймаҡ районында вафат булғандар
- Баймаҡ районында ерләнгәндәр
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- Мәктәп директорҙары
- Дан ордены кавалерҙары
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дан орденының тулы кавалерҙары (Башҡортостан)
- СССР сержанттары һәм старшиналары
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы элемтәселәре