Эстәлеккә күсергә

Ҡырғыҙҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырғыҙҙар
Туған тел Ҡырғыҙ теле
Дәүләт  Ҡырғыҙстан
 Үзбәкстан
 Ҡытай
 Рәсәй
 Тажикстан
 Ҡаҙағстан
 Төркиә
 Афғанстан
 Украина
Барлыҡҡа килгән Үҙәк Азия
Урын Үҙәк Азия
Халыҡ һаны 6 000 000 кеше
 Ҡырғыҙҙар Викимилектә
Ҡырғыҙҙар.20 быуат башы

ҠырғыҙҙарҠырғыҙстанда йәшәүсе төрки халыҡ. Шулай уҡ Ҡытайҙа, Рәсәйҙә, Үҙәк Азия илдәрендә көн итә.

Ҡырғыҙ теле төрки телдәрҙең таулы-алтай ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ төркөмөнә инә.

Манассы. Ҡаракүл

Автоэтнонимы, йәғни, был халыҡтың үҙатамаһы «кыргыз» (башҡ. ҡырғыҙ. Урыҫ теле орфоэпияһына ярашлы, ғәҙәттә рус. киргиз тип ҡулланыла. Ҡырғыҙҙар боронғо үҙатамаһын һаҡлап ҡалған берҙән-бер төрки халыҡ тип һанала. Йәнәсәй буйында йәшәгән халыҡтар ғәрәп һәм фарсы сығанаҡтарында «хархыз», «хырхыр», ә ҡытайҙарҙа — «сяцзясы», боронғо төрки, уйғыр һәм сөғд яҙмаларында — «кыргыз». Ҡырғыҙ этнонимы сығышын төрлөсә аңлаталар. Бер фараз буйынса, «ҡырғыҙ» һүҙе «ҡырҡ» (кирг- «кырк») тигәндән килеп сыҡҡан, ул ҡырҡ ырыу ойошоуына бәйле тип аңлатыла[1], уларҙы ҡырғыҙҙарҙың эпосындағы милли ҡаһарман Манас берләштергән тип бәйән ителә. «Ҡыҙыл уғыҙ »[2] йәки «бөркөт» тигән менән дә бәйләйҙәр[3].

Урыҫтар XVIII быуат аҙағында — XX быуат башында ҡаҙаҡтарҙы ла ҡырғыҙ тип атай («киргиз-кайсаки», «киргиз-касаки»)[4].

Ҡырғыҙ атамаһы VI быуаттан Йәнәсәй йылғаһы төбәгендә билдәле була. Боронғо заманда (1Х быуат) Йәнәсәй ҡырғыҙҙары уйғырҙарға ҡаршы һуғышҡан.

Монгол империяһы барлыҡҡа килгәндән һуң, ҡырғыҙҙарҙың бер өлеше империя тарафынан йотолған, икенсе өлөшө бөгөнгө Ҡырғыҙстан еренә күсенеп ултырған.

Бергк(1809), ҡырғыҙ менән башҡорт

Y-ДНК тикшеренеүҙәре буйынса ҡырғыҙҙарҙың гаплотөркөмдәре:

  • R1a - 55.3%,
  • С3 - 25.5%,
  • O - 8.5%,
  • N1 - 4.2%,
  • R1b - 4.2%,
  • J2 - 2.1%.[5]
Туҡмаҡтағы (Токмак) мәсет

Ҡырғыҙҙарҙың күпселеге - сөнни мосолман. Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем тәңреселек инанысында булғандар, әлеге көнгә тиклем уның ҡайһы бер реликттары һаҡланып ҡалған [6]. Дөйөм алғанда, хәҙерге Ҡырғыҙстанда дини мәсьәлә (шул иҫәптән тәңреселек) йыш ҡына сәйәси маҡсаттарҙа файҙаланыла[7]. Күп кенә башҡа көнсығыш халыҡтары кеүек, ҡырғыҙҙар зороастризм инанысынан ҡалған Науруз байрамын билдәләй.

Ҡытайҙағы Синьцзян-Уйғыр автономиялы районында ҙур булмаған уникаль этник төркөм - тарбағатай ҡырғыҙҙары йәшәй.Уларҙың бер өлөшө ислам динендә, ә икенсеһе тибет-монгол формаһындағы буддизм инанысында [8][9].

Попов Андрей Андреевич - Ҡырғыҙҙар Волгала (1863)

Тажикстан Тажикстан: 74 000 (2016)[10]

Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан: 26 800 (2011)[11]

Төркиә Төркиә: 6000 (оценка)[13]

Украина Украина: 1128 (2001)[14]

Афғанстан Афғанстан: 1100 (2016) [15]

Канада Канада: 1400 (2016) [16]

Италия Италия: 900 (2016) [17]

«Ҡырғыҙҙарҙың күсенеүе» (1869—1870) — Төркөстан серияһы В. В. Верещагин
« Чу йылғаһы буйында ҡырғыҙ тирмәләре» (1869—1870) — Төркөстан серияһы В. В. Верещагин
«Ҡырғыҙ тирмәләре». 1914

Ҡырғыҙҙарҙа XVI быуаттан ҡәбиләләргә бүленеп йәшәй башлаған, улары үҙ сиратында ырыуҙарға бүленгән — был бүленеше « санжыр» тип аталған. Санжырға ярашлы, Тянь-Шань ҡырғыҙҙарының Тәүатаһы Долонбий исемле булған тип иҫәпләнә, уның өс улы булған Аҡ уул (уғыл) (унан уң ҡанат киткән), Куу уул (уғыл) (унан һул ҡанат киткән ) һәм Ҡыҙыл уул (унан эске ҡырғыҙҙар — «ичкилик» тармағы киткән) [18].

  • Уң ҡанат
    • Тагай тармағы ( Сарыбагыш, Бугу, Солто, Карачоро, Саяк, Чегиртке, Жедигер, Черик, Азык, Багыш, Доолос, Конурат ырыуҙары).
    • Адигине тармағы (Баарын, Жолжакшы, Бёрю, Баргы, Сарттар);
    • Карабагыш тармағы ;
    • Мунгуш тармағы ;
  • Һул ҡанат:
    • Кушчу (Кутчу),
    • Саруу,
    • Мундуз,
    • Ҡатай,
    • Басыз,
    • Чоңбагыш,
    • Жетиген.
  • Ичкилик (эске) төркөм:
Ҡырғыҙстанда бөйөк яҙыусы Сыңғыҙ Айытматовҡа арнап сығарылған почта маркалары

Бишкәктә тыуғандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Pulleyblank 1990, p.108.
  2. Баскаков, 1964, с. 93
  3. Зуев Ю. А. Кыргызы-буруты. // Советская этнография., 1970. — № 4 — С. 74-85
  4. Этническое название кыргызов в исторических источниках России (XVII-XIX веков)  (инг.). 19 июнь 2018 тикшерелгән.
  5. http://haplogroup.narod.ru/centr_asia.html
  6. Mullerson R. Central Asia (инг.). — Taylor&Francis, 2014. — P. 182. — ISBN 9781317792536.
  7. I. Charleux, G. Delaplace, R. Hamayon and S. Pearce (ed.). ‘Tengrism’ in Kyrgyzstan: In Search of New Religious and Political Legitimacy. — 2010. — С. 55—96.
  8. Центральноазиатский исторический сервер — М. А. Чертыков. Тарбагатайские кыргызы 2007 йыл 2 декабрь архивланған.
  9. Национальность киргизы. russian.china.org.cn. Дата обращения: 19 июнь 2018.
  10. joshuaproject.net
  11. Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на 1 января 2011 года. 2012 йыл 16 ноябрь архивланған.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на начало 2018 года 2019 йыл 27 март архивланған.
  13. Sedat Peker, Reis, Ruh Adam, Sedat Reis 2010 йыл 2 ғинуар архивланған.
  14. Всеукраинская перепись населения 2001 года. Распределение населения по национальности и родному языку.
  15. joshuaproject.net
  16. joshuaproject.net
  17. joshuaproject.net
  18. Новая литература Кыргызстана. www.literatura.kg. Дата обращения: 19 июнь 2018.