Ҡарағол
Ауыл | |
Карагулово башҡ. Ҡарағол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452485 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡарағол (рус. Карагулово ( Антошкино)), боронғо исеме Түбәләҫ Арҡауылы — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Мөрсәлим ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 231 кеше[2]. Почта индексы — 452485, ОКАТО коды — 80247847004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 47 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мөрсәлим): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 5 км
Ҡарағол ауылы район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа 47 километрҙа һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағол ауылына Себер даруғаһы Түбәләҫ улусына ҡараған Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылдың ырыу аралары: Әжембәт • Ишембәт • Сөсәй • Алмас[4].
Ҡарағол ауылына XVIII быуат аҙағында Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Ҡарағол ауылы XVIII быуат аҙағында Түбәләҫ ырыуының иң бәләкәй ауылы булған: 1795 йылда 7 йортта 47 кеше йәшәгән.
Түбәләҫ Арҡауылы (тау арҡаһында ята) тигән халыҡсан атамаһы ауылға рәсми исеменән алда бирелгәндер. Ҡарағол менән Илсекәй араһында Иҫке ҡыштау тигән урын да тәү нигеҙгә ишаралай. Ауылдың рәсми сығанаҡтарҙа теркәлеүен ике төрлө, 1740, 1795 йылдарҙа, тип күрһәтәләр. Ҡарағол ауылы, Троицк өйәҙенә ҡараған башҡа Түбәләҫ ауылдарынан айырмалы рәүештә, Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Түбәләҫ улусына ҡараған[5][6].
Ҡарағол ауылында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, нефтсе, Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы Яҡуп Мөхәмәт улы Шәмсетдинов «Ырыуым — Түбәләҫ» тигән мәҡәләһендә шундай мәғлүмәт килтерә: «Түбәләҫ ерҙәрен Белорет заводы хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһындағы документҡа 21 кеше ҡул ҡуйған: Түбәләҫ улусы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы Булат Илтебаев һ. б. Ошо биләмәләрҙе „һатып“ алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса биргән. Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар „законлаштырып“ тартып алған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә»[7].
1773 йылда 1765 йылдан бирле Түбәләҫ ырыуы старшинаһы булған Собханғол Килтәков, батыр йөрәкле ирҙәрҙе йыйып, Һатҡы заводына һөжүм иткән[8].
Ихтилал хәрәкәтенә Ҡарағол ауылынан Ишембәт Иҫәк(н)әев тә ҡушылған. Ул С. Юлаев һәм уның атаһы Ю. Аҙналиндан һорау алғанда шаһит булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Шаһиттар Эҫем заводын яндырыу, Йүрүҙән, Ҡытау-Ивановск заводтарын ҡамауҙа тотоу тураһында мәғлүмәт бирәләр[7],[8].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1795 | Түбәләҫ улусы | Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 7-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 7-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 9-се йорт | 5-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 7-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Нәсибаш улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Ҡалмаҡҡол улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Ҡалмаҡҡол улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ҡалмаҡҡол ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ҡалмаҡҡол ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1989 | Илсекәй ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Илсекәй ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2006 | Мөрсәлим ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ҡарағолдарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын фаразлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағол ауылы (1859 йылғы X рәүиз материалдары буйынса) Ҡыр-Көҙәй һәм Шайтан-Көҙәй улустары ауылдары менән 8-се Башҡорт кантонына (7-се йорт) ҡараған. Алдараҡ Ҡарағол 5-се кантондың 9-сы йортона ҡараған булған. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, Башҡортостан Республикаһы ЦГИА (Үҙәк дәүләт тарихи) архивынан яҙып алған (VII — 1816, VIII — 1834, IX — 1850, X — 1859 йылғы рәүиз) материалдарға таянып, 1812 йылғы Ватан һуғышында Ҡарағол ауылынан түбәндәге олатайҙар ҡатнашҡан булырға тейеш, тип фаразлайбыҙ[9]
1. Йәнсура Әжембәтов (1776-) — йорт старшинаһы, старшина ярҙамсыһы ла булған;
2. Ғөзәйер Бикмашев (1757-) — отставкалағы поход старшинаһы
3. Зәйнетдин Мөҡминов (1766-)
4. Туңғатар Мортазин (1754-)
5. Бикташ Туңғатаров (1781-)
6. Миңдеш Мөҡминов (1771-)
7. Сәйфулла Ишембәтов (1769-)
8. Юламан Яхин (1881-)
8. Ниғәмәтулла Ишембәтов (1770 —) — йорт старшинаһы ярҙамсыһы, йорт есаулы. (* Әжембәт менән Ишембәт бер туған булған)
9. Рәхмәтулла Ишембәтов (1768-)
(Өҫтәлмә мәғлүмәт: Йәнсура Әжембәтовтың ейәне Яҡшысура Яманһарин (1814 —) указлы мулла, «башҡорттарҙан уҡытыусы» («учитель из башкир» тип яҙылған).
Ҡарағол ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда Ҡарағол 34 ир-егет һәм 46 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 12 йортло ауыл булған. Ҡалған Түбәләҫ ырыуы ауылдарынан айырмалы, Ҡарағол ауылы 8-се Башҡорт кантонының 9-сы йортона ҡараған берҙән-бер ауыл. Башҡа ырыуҙарға ингән 7 ауыл: Илтәй һәм Ахун (икеһе лә Мырҙалар улусыныҡы), Шағанай, Иҙрис, Әлкә (бөтәһе лә Шайтан-Көҙәй улусыныҡы), Лағыр (Тырнаҡлы улусыныҡы) менән бер административ берәмеккә ҡараған.
Уларҙың башлыҡтары араһында һирәк осраусы Баймаш һәм Миндеш тигән исемдәр билдәләнә (тимәк, Ҡыр-Көҙәй улусындағы Миндеш ауылы антропологик сығышлы).
VII рәүиздән күренеүенсә, 12 ғаиләнең 5-һе күп ҡатынлы (полигам) ғаилә булған.
1834 йылда Ҡарағолда 96 кеше, 1859 йылда — 120 кеше йәшәгән[10]
Ҡарағолдар ер эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр. 1842 йылда 98 кешегә 25 сирек ужым, 129 яҙғы икмәк сәселгән. 3 сирек (24 бот) картуф сәселгән. Малсылыҡ һәм солоҡсолоҡ буйынса мәғлүмәт юҡ. 1895 йылда ауылға түбәндәге характеристика бирелгән. "Ҡарағол Златоуст ҡалаһынан 95 саҡрымда, тимер юл станцияһы "Мөрсәлим"дән 5 саҡрымда, Сауҙа итеү урыны Йыланлынан 22 саҡрымда. Ауыл тау арҡаһында урынлашҡан (шуға ла уны урындағы халыҡ Түбәләҫ Арҡауылы тип йөрөтә, Салауат районында тағы Үҙән буйы Арҡауыл бар). Ауыл уртаһында һалҡын һыулы шишмә бар. Халҡы — аҫаба башҡорттар. 36 йорттан тора. Ер бүлемдәре 72 рәүиз башына бер урындан бирелгән. Ер биләү формаһы — община милеге. 1887 йылдан ер 88 йән башына бүленә; ерҙе ҡайтанан 10 йылға бүлгәндәр. Һөрөнтө ерҙәр ауыл эргәһендәге тау араһы тигеҙлегендә урынлашҡан. Һикеяҙ һәм Ҡарағайлы йылғалары менән һуғарыла. Ҡара тупраҡлы ер, тәрәнлеге — 1 аршын. Сәсеү әйләнеше системаһы өс баҫыулы (дөрөҫ булмаған сәсеү әйләнеше). Башлыса арыш, һоло, бойҙай сәселә. Арыштың иң яҡшы уңышы — 10 бот орлоҡтан 100 бот уңыш, һолоноң 18 ботонан 90 бот, бойҙайҙың 8 ботонан 40 бот уңыш. Мал утлауы 150 дисәтинә ерҙә. Көтөү ҡамылда һәм ҡурпыла йөрөй. Көтөүселәр юҡ. Ауылдың 6 йортонда бөтөнләй мал тотмайҙар. Бесәнлектәр 400 дисәтинә майҙанды биләй. Ер — ҡара тупраҡлы. Ауылға ҡараған урмандар 2 урында — тауҙарҙа. Төҙөлөш урманы 500 дисәтинәлә, утын урманы 1000 дисәтинәлә, йәш ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар — 1236 дисәтинәлә. Лапы, йығылған, ҡороған ағасты яғыулыҡ итеп ҡулланалар. Йорт хужаларының барыһы ла тиерлек ерҙәрен: һөрөнтө ерҙәрҙе (110 дисәтинәгә тиклем) дисәтинәһен 1 һум 40 тингә, бесәнлектәрҙе (150 дисәтинә) шул уҡ хаҡҡа ҡортомға бирәләр. Заводтар өсөн курен әҙерләү эше әһәмиәтле кәсептәрҙең береһе булып тора[10].
1865 йылда Ҡарағол (Антошкин) ауылындағы 24 йортта — 134 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[11].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Ҡарағолда бакалея кибете билдәләнә. 1920 йылда ауылда — 241 кеше йәшәгән[12]. Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Ҡарағолда өс класлы башланғыс мәктәп асылған, уҡыусылар 4 синыфты Ҡалмаҡҡолда тамамларға мәжбүр булған. Унан бик һирәк кешегә 20-25 саҡрымда ятҡан Лағыр ШКМ (крәҫтиән йәштәре мәктәбе)н тамалау мөмкин булған. Һуңғараҡ Алты ауыл Түбәләҫ балалары 1935 йылда асылған Тирмән 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәбенә йөрөп уҡыған.
Һуғыштан һуң Ҡалмаҡҡолда 7 йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәп, 60-сы йылдарҙан башлап — урта мәктәп эшләне. Ҡарағол, Илсекәй, Сүрәкәй ауылы балалары ошо мәктәпкә йөрөп уҡыны. Хәҙер ул Мөрсәлим урта мәктәбе тип атала.
Һуғыштан һуң даими рәүештә эшләп килгән Ҡарағол башланғыс мәктәбе 2010-сы йылдарҙа замана ҡыҫҡартыуына дусар ителде. Уҡыусылар күрше Мөрсәлим урта мәктәбенә автобус менән йөрөп уҡыйҙар.
30-сы йылдарҙа Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары «Путь социализма» тигән колхозға ойошҡан була. Уның беренсе рәйесе Әғзәм Хажиморатов, икенсеһе - Ғәлимйән Ишбирҙин булған.
1934 йылда һәр ауылда айырым колхоз ойошторолған. Ҡарағолда «Урожай» колхозы барлыҡҡа килгән, һәм уның тәүге рәйесе итеп Ҡорман Ғарипов һайланған[13].
10-11 ғаиләнән торған бер төркөм ҡарағолдар «Ашҡыяҡ» артелен төҙөйҙәр һәм Ҡарағол менән Ҡалмаҡҡол араһында ятҡан Ашҡыяҡ туғайына күсеп ултыралар. Яңғыҙаҡ хужалыҡ активистары ағалы-энеле Фәйзуллин Хажи һәм Хизбулла Фәйзулла улдары, халыҡ дошманы мөһөрө баҫылып, хөкөм ителәләр. Хажимөхәмәт Фәйзуллинды 1937 йылдың 30 декабрендә, Хизбулланы 1938 йылдың 21 февралендә аталар.
Хәсәнов Кәрим Хәсән улы, утын келәте ҡарауылсыһы, 10 йылға иркенән мәхрүм ителә.
Ҡалмаҡҡол ауылы 1958 йылдан XXI партсъезд исемендәге колхоздың үҙәгенә әйләнде. Был колхозға Ҡарағол, шулай уҡ Илсекәй, Сүрәкәй ауылдары, Урыҫ Илсекәйе утары ҡараны. Ҡарағол ауылы XXI колхоздың бер бригадаһы булды. Данлыҡлы колхозсылары, хеҙмәт алдынғылары менән ғорурланып йәшәне.
2002 йылда Ҡарағолда мәсет асылды. Хәбибулла, Ғөбәйҙулла хәҙрәттәрҙең тыуаһы, Ҡаҙан мәҙрәсәһен тамамлап, тыуған ауылы Ҡарағолға мулла булып ҡайтҡан, революцияға тиклем Ҡалмаҡҡолда мәктәп асҡан Ғөбәйҙуллин Абдулла мулланың ейәне — Ғөбәйҙуллин Эдуард Әҙип улы хәҙер ауылдың муллаһы.
Ҡарағолда фельдшер-акушер пункты, клуб, коммерция магазины эшләй[14].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағол ауылында башҡорттар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 226 | ||||
1920 йыл 26 август | 241 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 367 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 398 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 284 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 253 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 231 | 114 | 117 | 49,4 | 50,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҡшысура (Яҡшыхужа) Йәнсура улы Яманһарин (1812-) — Әжембәттең ейәне, указлы мулла, ислам уҡытыусыһы.
- Хәйбулла (Хәбибулла) Сәйфулла улы Сәйфуллин (1819-) — Ишембәттең ейәне, хәҙрәт.
- Ғөбәйҙулла Хәбибулла улы Хәбибуллин (1847-) — мулла, энеһе — Фәйзулла Хәбибулла улы Хәбибуллин.
- Абдулла Ғөбәйҙулла улы Ғөбәйҙуллин — Ҡазан мәҙрәсәһендә уҡыған, указлы мулла.
- Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы (1924—201) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, нефтсе, Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы.
- Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы (1931—1998) — Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы.
- Ҡасимов Раян Абрал улы (1923-) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, лётчик, бортмеханик, гвардия старшинаһы, наградалары: I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Хәрби ҡаҙаныштары өсөн миҙалы, физик-математик, тиҫтә йылдар дауамында Ҡалмаҡҡол урта мәктәбенең директоры булды.
- Ғилметдинов Мөхәмәтхан (Марат) Фәрхит улы (1934) — Мәскәүҙә уҡыған, тарихсы, Башҡорт АССР-ы Күмертау Коммунистар партияһы ҡала комитетында эшләгән.
- Ғилметдинов Әнүәр Фәрхит улы (1936) — Мәскәү тау институтын тамамлаған, Күмертау вертолёт заводында инженер булып эшләгән, Күмертау ҡалаһында йәшәй.
- Садретдин Зәйнетдинов — прокурор булған.
- Садретдинов Имаметдин — оҙаҡ йылдар дауамында Салауат һәм Ҡариҙел райондарында колхоз, совхоздарҙың рәйесе булған.
- Садретдинов Илһам — БДУ-ның тарих факультетында преподаватель булып эшләгән.
- Ғарипов Фариз (Фәрит) Ҡорман улы — Свердловск ҡалаһында партия мәктәбен тамамлаған, КПСС-тың Салауат район комитетының II секретары булып, колхоздарҙа партком секретары, колхоз рәйесе булып, Ҡатау-Тамаҡ заводы етәкселегендә эшләне.
- Ғилметдинов Миңдехан Миңдебай улы (1952—2016) — БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған, Учалы районы прокуроры булып эшләне.
Ҡарағолда тыуып-үҫкәндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми исемдәр бирелмәгән дәүерҙә ауыл урамдары Аръяҡ, Биръяҡ тип йөрөтөлгән.
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар, ҡалҡыулыҡтар:
- Башташ тауы, Ҡаршытау, Арҡа башы, Көҙәй арҡаһы
Йылға, шишмәләр:
- Һикеяҙ, Ашҡыяҡ, Ҡарағол шишмәһе, Мохан шишмәһе, Ҡул һыуы, Гөптөрмәк. Ҡарағайлы йылғаһы (тарихи мәғлүмәттә күрһәтелә)[16]
Башҡа төрлө ер атамалары:
Ашҡыяҡ, Кәлтек шиҙе, Сәфәр соҡоро, Шәрифә күле, Иҫке үлек, Торна тоҙағы, Батмаҡай, Урыҫ юлы, Ғимаш күпере, Бәләле ҡыуаҡ, Көҙәй юлы
Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғлүмәт сығанаҡтары.
- Хәтер китабында Салауат районы яугирҙәре, Память Башкортостан. Книга 17. Салаватский район, 1-102 с..
Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Үлгән йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Бәхтейәров Ейәнғәли Хизбулла улы | __.__.1916 | 10.09.1943 | рядовой, автоматсы, яу яланында үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 9-сы ВДСП, 4 ВДД. ОБД Мемориал сайтында. Сумский өлкәһе, Конотоп районы, Ворошиловское ауылында ерләнгән. |
Ғәйнетдинов Нәбиулла Низаметдин улы | . .1916 | . . 1942 | өлкән лейтенант, яу яланында үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында. |
Ғәйнетдинов Ярулла Низаметдин улы | . .1924 | . .1943 | рядовой, яу яланында үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында.
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
Хәбәрһеҙ юғалғандар
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Юғалған йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Әхмәтшин Лоғоман Ғәлим улы | __.__.1915 | . .1941 | рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында |
Баймөхәмәтов Хәким Баймөхәмәт улы | __.__.1896 | . .1943 | хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында |
Ғөбәйҙуллин Мөхәммәт Ғабдулла улы | __.__.1905 | 06.12.1942 | рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушаматтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәләҫтәр араһында ҡарағолдарҙы «ҡомалаҡтар» тип йөрөтәләр.
Айырым нәҫелдәрҙең, кешеләрҙең ҡушаматтарын һанап китәйек: Сыйҙаҡ, Сәкәй, Торна, Шаҡай, Ҡомған, Йәшел, Остоҡай, Бүре, Мәтәүәлей, Ҡуян, Кәзә, Барабан, Айыу, Әбүк, Монгол.
Ҡарағол тураһында ваҡытлы матбуғат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
- Шәмсетдинов Я. М. Ҡурҡыу белмәҫ осоусы (Раян Ҡасимов тураһында) — Башҡортостан, 2006, 22 июнь, 124-се һан, 3-сө бит
- Ғөбәйҙуллин Э. Ә. Түбәләҫ легендаһы — Йүрүҙән, 1997, 12 декабрь
- Абдуллина М. Ф. Рух яраһы (Фәйзуллин Мөхәмәтхажи Фәйзулла улы тураһында) — 2007, 27 октябрь, 86-сы һан, 6-сы бит
- Абдуллина А. Ф. Түбәләҫ ырыуы — Йүрүҙән, 2000, 68, 69-сы һандар, 19, 23 август
- Абдуллина А. Ф. Ҡарағолда яңы йола — Йүрүҙән, 1999, 13 март, 21-се һан
- Шәрифә Шәмсетдинова. Мәсет асылды — Йүрүҙән, 2000, 28 август, 53-сө һан
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 146—147 с. (История д. Карагулово)
- А. З. Асфандияров. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡарағол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 146—147 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
История деревни Карагулово
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ҡарағол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ полевые записи краеведа М. Ф. Абдуллиной
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 523. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI_XIX вв.
- ↑ 7,0 7,1 Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
- ↑ 8,0 8,1 И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Исследование документальных источников, 2-е издание. Уфа: Китап 1992. (Собханғол Килтәковтың батырлығы тураһында «Мөрсәлим» битендә уҡығыҙ)
- ↑ Фаразды йәмәғәтселеккә сығарырға баҙнат итте крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина М. Ф., Башҡорт Илсекәйе, Һунбыҡ нәҫеле ҡыҙы. Ошо мәғлүмәттәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү һис шикһеҙ кәрәк — Түбәләҫ ырыуы, ғөмүмән, Ҡыуаҡан ҡәбиләһенең трагик яҙмышын, сығаныҡтарға таянып, өйрәнеүселәр табылыр, тип ышанабыҙ; тарихсыларҙың ғилми рецензияһы кәрәк
- ↑ 10,0 10,1 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 304 с. — История деревни Карагулово
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 523. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 523. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
- ↑ Ҡарағол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Карагуово. Улицы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ҡарағол Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |