Эстәлеккә күсергә

Шәйхисламов Рафаэль Бәҙретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәйхисламов Рафаэль Бәҙретдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  РСФСР
Тыуған көнө 27 март 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Арҡауыл, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө Педагог, ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты[1]
Биләгән вазифаһы кафедра мөдире[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә социология фәндәре докторы[d]

Шәйхисламов Рафаэль Бәҙретдин улы (27 март 1954 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире. Социология фәндәре докторы (2008), профессор. Башҡортостандың Социологтар ассоциацияһы ағзаһы.

Рафаэль Бәҙретдин улы Шәйхисламов 1954 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған.

Урта белем алғандан һуң 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм уның тарих факультетын 1976 йылда уңышлы тамамлай.

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Бөрө дәүләт педагогия институтында[2] башлай: 1976—1979 йылдарҙа бындағы социология лабораторияһының кесе ғилми хеҙмәткәре була.

1979—1982 йылдарҙа В И. Ленин исемендәге Мәскәү өлкә дәүләт педагогия институтының аспирантураһында уҡый һәм 1983 йылда «философия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1982—1986 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институтында доцент вазифаһында уҡытыу эшен дауам итә.

1986—1990 йылдарҙа ғалим Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында доцент вазифаһында эшләй.

1991—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта, шул иҫәптән 1994 йылдан — социология һәм политология кафедраһы мөдире була[3].

1999 йылдан тағы ла Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында социология һәм социаль‑коммуникацион технологиялар кафедраһы мөдире вазифаһында хеҙмәт һала.

2010 йылдан Рафаэль Бәҙретдин улы Шәйхисламов Башҡорт дәүләт университетының социология һәм йәштәр менән эшләү кафедраһы мөдире[4].

Һөнәри йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт дәүләт университетындағы социология фәндәре буйынса Д. 212.013.05 диссертация советы ағзаһы[5].

Фәнни тикшеренеүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдың фәнни тикшеренеү өлкәһе шәхес һәм аралашыу социологияһын, йәмәғәт менән бәйләнеш, бизнестың социологик проблемаларын үҙ эсенә ала. Ул 100‑ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

  • Вовлечение населения в реализацию всероссийского физкультурно-спортивного комплекса «Готов к труду и обороне». Уфа: РИЦ БашГУ, 2018.
  • Доклад о положении молодежи в Республике Башкортостан. Коллективная монография. Уфа, РИЦ БашГУ, 2018.
  • Молодежь в межэтнических и межконфессиональных коммуникациях Республики Башкортостан: опыт регионального измерения, практики регулирования. Уфа: РИЦ БашГУ, 2018.
  • Этническая и гражданская идентификация в коммуникативном пространстве полиэтнического региона. Уфа: РИЦ БашГУ, 2015.
  • Связи с общественностью: управление социокультурными коммуникациями. Уфа: УГУЭС, 2013.
  • Дистанционное обучение в системе высшего профессионального образования региона. Уфа: Уфимская государственная академия экономики и сервиса, 2011
  • Имидж-менеджмент как социально-коммуникативный инструмент современной организации. Уфа, РИЦ БашГУ, 2010
  • Связи с общественностью: теоретико-методологические основания. Уфа, Уфимская государственная академия экономики и сервиса, 2010
  • Коммуникативное единство социокультурной системы. – М.: Социально-гуманитарные знания, 2006. – 329 с.
  • Социокультурная система и личность (теоретико-методологический анализ). – М.: Социально-гуманитарные знания, 2005. – 177 с.
  • Социология. Учебное пособие / Р. Б. Шайхисламов – Уфа: УГИС, 2005. – 308 с.
  • Связи с общественностью: Учебно-методическое пособие по выполнению дипломных работ/ Р. Б. Шайхисламов и др. [отв. ред. Р. Б. Шайхисламов] - Уфа: УГИС, 2005. – 78 c. (авторских – с.32-57).
  • Конфликтология. Учебное пособие/ Р. Б. Шайхисламов, И. В. Юдина - Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2001. – 96 с. (авторских - с.15-19, 29-40, 50-64, 67-75, общ.ред.).
  • Социодинамика культуры. Учебное пособие/ Р. Б. Шайхисламов – Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2001. – 96 с.
  • Социология. Учебное пособие в 2-ч. Ч.1 /Р. Б. Шайхисламов – Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2000. – 88 с.; Ч.2. / Р. Б. Шайхисламов – Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2000. – 78 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
  • Бурханова Ф. Б., Ковров В. Ф., Мухамадиева Р. Р. Социологи Башкортостана: Справочник: 2-е изд. дополненное и переработанное. – Уфа: Восточная печать, 2012. – 141 с. ISBN 978-5-98755-121-2(рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2019)
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2019)