Сәлихов Рәшит Ғөбәйҙулла улы
Сәлихов Рәшит Ғөбәйҙулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 13 сентябрь 1932 |
Тыуған урыны | Үрге Һаҙ, Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 ғинуар 2003 (70 йәш) |
Һөнәр төрө | инженер |
Уҡыу йорто | Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты |
Сәлихов Рәшит Ғөбәйҙулла улы (13 сентябрь 1932 йыл — 1 ғинуар 2003 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992 йыл)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлихов Ғөбәйҙулла улы 1932 йылдың 13 сентябрендә Башҡортостандың Мораҡ районы Үрге Һаҙ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) тыуған. 1952 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай.
Мәскәү инженер-төҙөлөш университетын тамамлағандан һуң (1957 йыл), Өфө ҡалаһында эшләй: 26-сы Дәүләт союзы заводы мастеры, 1958 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, 1963 йылдан өлкән инженер, 1965 йылдан баш архитектура идаралығының архитектура-планлаштырыу секторы начальнигы; 1973—1998 йылдарҙа дәүләт архитектура-төҙөлөш күҙәтеү инспекцияһы начальнигы, бер үк ваҡытта баш архитектор урынбаҫары,1993 йылдан архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралыҡ начальнигының 1-се урынбаҫары; 1998 йылдан баш механика бүлеге инженеры, 1999 йылдан баш ҡала төҙөлөшө идаралығы начальнигы, 2000—2001 йылдарҙа «Баштрансстрой» предприятиеһының капиталь төҙөлөш буйынса баш белгесе.
2003 йылдың 1 ғинуарында Өфө ҡалаһында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992 йыл)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1]
- Энциклопедия. Башкирская республиканская гимназия-интернат № 1 имени Рами Гарипова. Уфа. Башкирская энциклопедия. 2014. стр. 299—300.