Эстәлеккә күсергә

Сюита

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сюи́та (франц. Suite — «рәт», «эҙмә-эҙлеклек», «сиратлашыу») — музыкала бер нисә ҙур өлөштән торған циклик форма.

Сюита терминының икенсе мәғәнәһе — бер нисә бейеүҙән торған музыкаль-хореографик композиция, мәҫәлән, «балет сюитаһы». Миҫалдар: сюиты из балетов П. И. Чайковсковский («Щелкунчик», «Спящая красавица», «Лебединое озеро») Сюита өсөн йыр һәм бейеү менән бәйләнеш булыуы үҙенсәлекле. Соната һәм симфониянан ҡәтғи законлыҡ булмауы, мөстәҡиллеге айырып тора. Сюита — бер нисә үҙ алла өлөштән торған, ләкин ниндәйҙер уртаҡ фекергә бойһонған форма. Ул соната формаһына ҡәҙәр үк һәм бейеү сәнғәтенә бәйле булып тыуа. Был формалағы әҫәрҙәрҙең юғары өлгөһөн И. C. Бах (1685—1750) һәм Г. Ф. Гендель (1685—1759) бирә. Бейеү сюиталарын П. И. Чайковский (вальс), А. Дворжак («Чех сюитаһы»), Г. M. Римский-Корсаков («Шахерезада»), балет сюиталарын C. C. Прокофьев һәм А. И. Хачатурян һ. б ижад итә.

А. Ключаревтың ҡыллы оркестр өсөн яҙған «Волга буйы халыҡтары темаларына сюита»һы (ул 5 өлөштән тора) урыҫ, сыуаш, мари, башҡорт һәм татар көйҙәре нигеҙендә халыҡтар дуҫлығы идеяһын кәүҙәләндерә[1].

  1. Гиззәтов К. Т. Ике китап. Икенсе китап.: Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек/ К. Т. Гиззәтов. — .Ҡазан. Мәғариф, 2006. −479 б.: ISBN 5-7761-1423-3