Рим
Рим итал. Roma[1] | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Төбәк |
[[{{{ртөбәк таблицала}}}]] | ||||
Провинция | |||||
Координаталар | |||||
Мэр | |||||
Тығыҙлығы |
2229,75 кеше/км² | ||||
Агломерация |
3,9 млн | ||||
Этнохороним | |||||
Телефон коды | 06 | ||||
Рәсми сайт | |||||
Изге ҡурсалаусылар | |||||
коммуна көнө | |||||
рәсми булмаған исеме |
Мәңгелек ҡала | ||||
Рим (итал. Roma [ˈroːma]) — ҡала, 1870 йылдан Италияның баш ҡалаһы, Лацио өлкәһенең һәм Рим провинцияһының административ үҙәге. Тибр йылғаһында урынлашҡан. Халҡы — 2,73 млн кеше.
Рим — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, Рим империяһының боронғо баш ҡалаһы. Төрлө сәйәси шарттарҙа кеше йәшәй торған ҡала булып ҡалыуы сәбәпле, Римде беҙҙең эраға тиклем III быуатта, Антиклыҡ дәүерендә үк «Мәңгелек ҡала»(лат. Roma Aeterna тип атайҙар. Уны тәү башлап, беҙҙең эраға тиклем I быуатта Рим шағиры Альбий Тибулл шулай тип атай. Ҡаланың шулай уҡ «ете ҡалҡыулыҡтағы ҡала» тигән рәсми булмаған исеме лә бар. Иң беренсе, ауылдар Палатин ҡалҡыулығында урынлаша, һуңынан күрше Капитолий һәм Квиринал ҡалҡыулыҡтарына ла күсеп ултыра. Тағы ла һуңғараҡ ҡалған дүрт (Целий, Авентин, Эсквилин һәм Виминал ҡалҡыулыҡтарына ла халыҡ күсеп ултыра.
Ҡаланың урынлашҡан ере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим Тибр йылғаһының һул ярында, 25 саҡрым алыҫлыҡта Тиррен диңгеҙе-нән һәм Апениндан диңгеҙгә төшөүсе Апеннин тау һыртынан, шулай уҡ 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Күп кенә Европа ҡалаларынан айырмалы рәүештә, ҡала төҙөлөшө майҙаны ҡала һыҙаты майҙанының бары тик дүрттән бер өлөшөн генә алып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БоронғоРим
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Рим урынына тәүге күсеп ултырыуҙар ҡалаға нигеҙ һалғанға тиклем була.
Батша осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң билдәле легендаға ярашлы, Альба-Лонга батшаһының ҡыҙы Рея Сильвия- нан һәм Марс (мифология) аллаһынан тыуған ағалы-ҡустылы Ромул һәм Рем Тибр йылғаһы яры буйында үҫә. Альба-Лонги тәхетенә уның законлы хакимы — олаталары Нумиторҙы кире ҡайтарып, Ромул менән Рем колония булдырыу өсөн Тибрға ҡайта. Егеттәр араһында бәхәс сыға: Ромул Ремды үлтереп, Палатинала нығынған ауыл төҙөй. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта Римгә нигеҙ һалыныуы тураһында бер нисә дата иҫәпләп сығарыла. Уларҙың иң билдәлеһе — 21 апрель беҙҙең эраға тиклем 753 йыл . Ромул Римдең тәүге батшаһы була. Традиция Боронғо Римдең 7 баташаһы булыуын әйтә. Батша Сервий Туллий традицион рәүештә билдәле Сервиев стена- һының төҙөүсеһе тип атала. Батша осоронда Римдә тәүге храмдар барлыҡҡа килә, шул иҫәптә Веста храмы һәм Янус храмы. Тарихсы Тит Ливий мәғлүмәте буйынса, Сервий Туллий иҫәп алыу ваҡытында Римдә 80 мең граждан бар, тип һанаған.
Республика Риме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала оҙаҡ ваҡыт физик ҡына түгел, ә сакраль сик тә булып тороусы Сервиев стена -һы менән сикләнгән. Римдең сиген билдәләү өсөн померий) термины ҡулланылған. Рим дәүләте киңәйгәс, юлдар һалынған. Башта был юлдар ҡаланы Италия колониялары, һуңғараҡ төпкөл провинциялар менән бәйләгән. Римдең үҙәк өлөшө булып, Палатин һәм Квиринал араһындағы үҙән һанала. Ул Рим форум -ы булараҡ билдәле. Бынан мөһим урамдар таралған: Римдең төп изге Юпитер храмына күтәрелеүсе Via Sacra, уға параллель рәүештә Палатин итәгенән via nova һ.б. китә. Ҡала эсендә икенсе бер мөһим майҙан булып Тибр— Бычий форум мал баҙары тора. Ул ҡаланың иң йәнле сауҙа барған өлөшөндә урынлашҡан. Күршелә, тик ҡала стенаһынан тыш, йәшелсә баҙары ятҡан Forum Holitorium. Республика Римендә храмдар иҫәбе Рим халҡының юғары динле булыуын күрһәткән; тулы булмаған риүәйәттәр нигеҙендә ҡаланың һәр бер өлөшөндә изге урындар булған. Шулай уҡ ҡалала Ceres, Liber, Libera боронғо триада храмы урынлашҡан. Риүәйәттәр буйынса, ул беҙҙең эраға тиклем 496 йылда төҙөлгән. Рим дәүләте үҫкән һайын ҡала ла ҙур үҙгәрештәр кисерә. Померий -ҙы Луций Корнелий Сулла тарафынан киңәйтеү һәм яңы Гней Помпей биналарын төҙөүҙе Цезарь һәм Август эшмәкәрлеге алып барған. Аппиева юлы буйлап, Тибр янында, Марс майҙанында, porta Capena аръяғында барлыҡҡа килгән тотош ҡаласыҡтарҙы ҡаланың юридик өлөштәре итеп эшләргә кәрәк була (факттар буйынса улар был ҡала составына ингән була). Бары тик ошо юл менән генә ҡала үҙәгендә йәшәү өсөн түҙерлек шарттар булдырырға, тормошто ҡаланан ситкә йүнәлтергә һәм үҙәктәге йәмәғәт зданиеларына иркенлек бирергә була.
Император Риме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цезарь Гай Юлий сенаттың яңы зданиеһын төҙөй һәм форумдың көнбайышы яғында уның исеме менән аталған яңы ғәйәт ҙур базиликаға (урта быуаттағы төҙөлөш тибы) нигеҙ һала. Марс майҙаны -нда йәмәғәт зданиелары өсөн яңы территория булдырыу ҙа уның идеяһы була. Тәүге идея Марс майҙаны — нда (Saepta Julia) тауыш биреү портигы төҙөлөшөндә, икенсеһе (fora) яһалма майҙандар булдырыуҙа сағылыш таба. Уларҙың тәүгеһе булып, Юлий Цезарь форумы менән ырыу башлығы Венера храмы тора. Цезарҙың бөтә пландары бары тик, 14 квартал ҡалаһы — н булдырған Октавиан Август ваҡытында ғына тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыттан алып, Рим үҙенең нығытылған ҡала үҙенсәлеген юғалта. Сервиево стенаһы киңлеге тулыһынса төҙөлөп бөтә, ҡала эсенә биҫтәләр ҙә инә.
Рим форум — ында, Курия Юлия һәм Базилика Юлия храмдарын реставрациялау һәм яңынан төҙөүҙән башҡа, Цезарь храмын һәм Римдең яңы сәйәси тормошо үҙәген төҙөү ҙә Августаға тура килә. Шулай уҡ беҙҙең көндәргәсә һаҡланған Пантеон (Рим) төҙөлә.
Нерон императоры идаралығында «Оло янғын» сыға. Флавии династияһының раҫлауы буйынса ғына ҡала тулыһынса яңынан төҙөлә һәм был юлы тағы ла матурыраҡ итеп. Полиция характерындағы саралар ҡаланың күренешен үҙгәртә. Яңы өйҙәр тағы ла күркәмерәк төҫ ала: һәр өй ҡыйыҡлы булырға тейеш була. Шул арҡала ҡала ябыҡ галерия төҫөн ала. Янғындан һуң Флавийҙар буш арауыҡтарҙы үҙҙәренең монументаль зданиеларына файҙалана. Палатин һәм Эсквилин үҙәнендә Колизей барлыҡҡа килә, уның тирәләй — бик күп эш йорттары төҙөлә.
Беренсе императорҙарҙың эшмәкәрлеген Траян тамамлай. Ул император майҙандарын ғәйәт ҙур майҙанлы Марс майҙаны менән бәйләй. Ошо ваҡытта төҙөлгән Траян колоннаһы бөтә донъяға билдәле. Адриан- дың төп хеҙмәте булып, Велийҙағы Венеры һәм Ром храмы тора. Тибр аръяғында Адриан үҙенә мавзолей төҙөй. Ошо ваҡытта шунда уҡ яңы цирк төҙөлә. Императорҙар бик ҙур Терм (йәмәғәт мунсалары) төҙөүҙә лә әүҙем эш алып бара.
Иң һуңғы зданиелар төҙөлөшө Рим империяһы ҡатмарлашҡан хәл арҡаһында яй бара. III быуат аҙағында Аврелиан стенаһы булараҡ билдәле булған яңы нығытма төҙөлә. Ул Тибр аръяғындағы өлөштө һәм бөтә ҡаланы уратып ала. Стена таможня һыҙығы һәм померий сиге менән тура килә. Тик күп осраҡта стена эсенә кәшәнәләр индерелгән, шул иҫәптә Цестия пирамидаһы һәм Еврисак кәшәнәһе. IV быуат -та христиан храмдарын төҙөү башлана. V быуат-та ҡала өсөн ауыр ваҡыттар башлана. 410 йыл — да Римде башлыҡ вестгот Аларих баҫып ала һәм талай. Ә 455 йыл — да уны вандал — дар вәхшиҙәрсә талай.
Боронғо Римдең ҡала хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим урта быуаттарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]476 йыл- да Одоакр һуңғы көнбайыш-Рим императорын тәхеттән ҡолата. Тик тиҙҙән, үҙ сиратында остгот -ҡа Бөйөк Теодорих — ҡа үҙ урынын бирә. Византияла остготтар менән һуғышта (536—552) Рим алты тапҡыр ҡамауға эләгә һәм ҡулдан-ҡулға күсә. Шул уҡ ваҡытта остгот батшалары, иң элек Тотила, Рим халҡы араһынан бик күп аманат ала. Был иң билдәле фамилияларҙың юғалыуына һәм Рим халҡының 30-40 меңгә кәмеүенә килтерә. Сираттағы ике быуат (570—750) дауамында, италияның күп кенә өлөшө лангобард — тар тарафынан Византиянан көсләп тартып алынғас, папалар ҡаланың донъяуи эштәрендә тәүге ролде уйнай башлай. Римде ҡалдырған императорҙар айырым зданиеларҙы тотоп торһа ла, был реставрациялар бары тик ташлама ғына; күп кенә йәмәғәт зданиелары емерелә. Бөйөк Теодорих ҡына киң реставратор эшмәкәрлеге алып барырға маташып ҡарай, ләкин был оҙаҡҡа ярҙам итмәй. Зданиеларҙың емерелеүе ундағы бронза, мрамор һәм башҡа ҡиммәтле материалдарҙың сираттағы баҫып алыусылар тарафынан урланыуға килтерә. Иҫке биналар ҡаршылыҡһыҙ емерелә, христиан сиркәүҙәрендә йәки феодаль крепостарҙа ышыҡ тапҡандары ғына һаҡланып ҡала. Ватикан ҡалҡыулығы янында уңайлы урынлашҡан Адриана мавзолей — ы, Аврелиан стенаһын төҙөгәнгә тиклем ҙур крепость була, яйлап ул папаның алып булмаҫлыҡ Изге фәрештә замогы — на әйләнә. Бер нисә ҡамауҙы күтәрә Римде талау (1527 йыл)).
Рим Яңы һәм Хәҙерге ваҡытта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1798 йылдың февралендә француз ғәскәрҙәре Бертье Луи Александр етәкселеге аҫтында Римде яулай. Рим республикаһы иғлан ителә. Пий VI папаһынан совет власынан баш тартыуҙы талап итәләр. Ул риза булмай һәм Римдән ҡыуылып, һәргөндә үлә. Француздар римдән сәнғәт әҫәрҙәрен сығара. Шулай ҙа, тиҙҙән Австрия генералы Мак- тың Римгә хәрәкәте француздарҙы ҡаланы ҡалдырырға мәжбүр итә. 1798 йылдың 26 ноябрендә ул Неаполитан короллеге Фердинанд I (король Обеих Сицилий) ғәскәрҙәре менән яулап алына. Бынан һуң күп кенә республиканлылар язалана. 1799 йылдың сентябрендә неаполитанецтар Римде ҡалдыра, ә 1800 йылда уға яңы Пий VII папаһы килә. 1800 йылда Наполеон I Папа дәүләтен юҡҡа сығара, ә Пий VII Римдән сығарыла. Һуңынан 1811 йылда Наполеон Рим короле итеп, үҙенең яңы тыуған улын күтәрә Наполеон II. Француз хакимлығы дәүере ҡала төҙөкләндерешенең үҫеше менән билдәле була: хәйерселек бөтөрөлә, урамдар яҡтыртыла. Шул ваҡытта ҡаҙылма эштәрен ҡәтғи фәнни план буйынса алып баралар. 1848 йылда Римда Папа өлкәһендә 1848—1849 йылдарҙағы революция башлана. 1849 йылдың 6 февралендә Рим Республикаһы яңынан иғлан ителә. Тик 1849 йылдың июлендә Рим еткселегендәге француз ғәскәрҙәре тарафынан яулана һәм 14 июлдә Удино Римдә папа власын тергеҙеү тураһында иғлан итә. 1850 йылдың апрелендә папа Римгә кире әйләнеп ҡайта. Француз гарнизоны Римде 1866 йылда ғына ҡалдыра. 1870 йылдың 20 сентябрендә Италия короллеге (1861—1946) ғәскәрҙәре Римде ала һәм ул короллектең баш ҡалаһы була. 1922 йылда итальян фашистарының Римгә маршы уҙа. 1929 йылда Латеран килешеүе һөҙөмтәһендә Рим территорияһында Ватикан дәүләте төҙөлә. Икенсе Бөтә Донъя һуғышы вҡытында Рим, башҡа күп кенә Европа ҡалаларынан айырмалы рәүештә, емерелеүҙәрҙән ҡаса ала, ләкин 1943-44 йылдарҙа немец оккупанттарына эләгә һәм 1944 йылдың 4 июнендә генә англо-американ ғәскәрҙәре тарфынан азат ителә. Анцио-Неттунск операцияһы
Үҙидаралыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һайланған орган — 48 советниктан (consiglieri) торған Баш ҡала йыйыны (assemblea capitolina), башҡарма комитет — Баш ҡала идаралығы (giunta capitolina), синдиктан (sindaco) һәм 12 асессорҙан (assessori) тора.
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим 19 Рим муниципиенаға (элек округтар), 22 Рим районына, 35 Рим кварталына, 6 Рим биҫтәһенә һәм 53 Рим зонаһына бүленә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Римдә субтропик, урта диңгеҙ климаты. Яуым-төшөм ҡышҡыһын күберәк, йәйгеһен сағыштырмаса һирәк. Климатик ҡыш (уртаса тәүлек температураһы нульдән түбән торған осор) булмай; ҡышҡы айҙарҙа температура ғәҙәттә 5-10 градус була. Дөйөм алғанда ҡыш йомшаҡ һәм ямғырлы, йәй бик оҙон һәм эҫе. Ҡышҡыһын ҡырау һәм ҡар яуыу бик һирәк осрай, ә температураның 40 градусты ашып китеүе бар.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 20,8 | 21,6 | 26,6 | 27,2 | 33,1 | 37,8 | 39,4 | 40,6 | 38,4 | 30,7 | 26,5 | 20,3 | 40,6 |
Уртаса максимум, °C | 12,0 | 12,8 | 15,4 | 18,1 | 23,1 | 27,0 | 30,2 | 30,4 | 26,4 | 21,9 | 16,5 | 12,8 | 20,6 |
Уртаса температура, °C | 8,1 | 8,5 | 10,8 | 13,6 | 17,7 | 21,4 | 24,2 | 24,5 | 21,1 | 17,4 | 12,7 | 9,3 | 15,8 |
Уртаса минимум, °C | 3,3 | 3,4 | 5,5 | 8,0 | 12,0 | 15,8 | 18,5 | 18,8 | 15,7 | 12,2 | 7,8 | 4,9 | 10,5 |
Абсолют минимум, °C | −11 | −6,9 | −6,5 | −2,4 | 1,8 | 5,6 | 9,1 | 9,3 | 4,3 | 0,8 | −5,2 | −5,6 | −11 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 55 | 59 | 53 | 63 | 32 | 20 | 13 | 18 | 63 | 105 | 94 | 89 | 663 |
Сығанаҡ: Погода и Климат |
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Римдең заманса халыҡ-ара аэропорт — ы бар — Леонардо да Винчи исемендәге халыҡ-ара аэропорт. Элек ул Римдең бер үк исемле спутник-ҡалаһында урынлашҡанлыҡтан Фьюмичино булараҡ та билдәле булған. Тағы бер Рим аэропорты Чампино башлыса чартер һәм дискаунтер-авиакомпанияһы рейстарын хеҙмәтләндерә.
Рим, яҡынса Боронғо Рим юлы селтәрен ҡабатлаған автоюлдың (Капитолий ҡалҡыулығынан башланып, Римде бөтә империя менән тоташтырыусы) түңәрәк селтәре үҙәгендә урынлашҡан
Ҡалала автобус (350 маршрут, 8000-дән ашыу туҡталыш), трамвай (39 саҡрым юл, 192 туҡталыш) маршруттары үҫешкән. 2005 йылда Рим троллейбус хәрәкәте кире тергеҙелә, Термини вокзалынан бер генә линия бар (90-сы маршрут). 1955 йылда рим метрополитен-е асыла, әммә бөгөнгө ваҡытта метро Термини тимер юлы вокзалы янында киҫешеүсе ике, А һәм В линиялары менән генә сикләнә. 2005 йылға линияларҙың дөйөм оҙонлоғо 38 саҡрым тәшкил иткән. 2010 йылға В линияһын Пьяцца Болонья менән тоташтырыусы яңы В1 линияһын асыу планлаштырыла. 2015 йылға С линияһын, ә 2035 йылға D линияһын тулыһынса төҙөп бөтөргә, тип планлаштырыла. Тик археологик ҡаҙылмаларҙың күп табылыуы арҡаһында төҙөлөш эштәре туҡталып тора. Апеннин ярымутрауы-ның үҙәгендә урынлашҡанлыҡтан, Рим үҙәк Италияның төп тимер юлы селтәре булып китә. Римдең төп тимер юл вокзалы Термини — Европалағы иң ҙур вокзалдарҙың береһе. Ул яҡынса 400 000 пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Икенсе мөһим тимер юлы вокзалдарының береһе — Тибуртина. Әлеге ваҡытта тиҙ йөрөшлө поездар өсөн терминал итеп реорганизациялана. Римдә ҡала яны бәйләнеше яҡшы үҫешкән. Әлеге ваҡытта 8 маршрут бар. Линияларҙың дөйөм оҙонлоғо — 672 саҡрым, станциялар иҫәбе — 128. Күп маршруттар Термини вокзалынан башлана.[7] . Шулай уҡ, АТАС компанияһының 3 бойондороҡһоҙ линияһы бар: Рим-Лидо линияһы[8], Рим-Витербо линияһы[9] һәм Рим-Джардинетти линияһы[10].
Термини вокзалынан ҡаланы Леонардо да Винчи аэропорты менән тоташтырыусы экспресс Леонардо маршруты йөрөй. Юлдағы ваҡыт — 30 минут.[11]
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Римдә ошондай университеттар бар:
- Ла Сапиенца Рим университеты (итал. Università degli studi di Roma "La Sapienza") (нигеҙ һалынған 1303)
- Изге Фома Аквинскийҙың Папа университеты (лат. Pontificia Universitas Studiorum a Sancto Thoma Aquinate in Urbe) 1580 йылда (нигеҙ һалынған)
- Изге Цецилийҙың Милли академияһы (итал. Accademia Nazionale di Santa Cecilia) (нигеҙ һалынған 1585 йылда)
- Тор Вергата Рим университеты (итал. Università degli studi di Roma "Tor Vergata") (нигеҙ һалынған 1982)
- Рома Тре Рим университеты (итал. Università degli studi "Roma Tre") (нигеҙ һалынған1992)
- башҡалар
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рим Форумы (лат. Forum Romanum), Боронғо Римдең иҡтисади, сәйәси һәм дини үҙәктәре.
- Императорҙар форумы, антик архитектура ҡоролмаларының емереклектәре
- Колизей (лат. Colosseum), боронғо Рим амфитеатры
- Пантеон (итал. Pantheon), бөтә аллаларҙың боронғо Рим храмы
- Изге фәрештә замогы (итал. Castel Sant' Angelo), ин башта— Публий Элий Адриан мавзолейы, урта быуат дәүерендә замок итеп яңынан төҙөлә
- Изге Петр соборы (итал. Basilica di San Pietro), Европаның иң ҙур сиркәүе, католицизм үҙәге Ватикан) дәүләте территорияһында урынлашҡан
- Навон майҙаны (итал. Piazza Navona) дүрт йылғаның фонтаны менән Джованни Лоренцо Бернини эштәре
- Испания майҙаны (Рим) (итал. Piazza di Spagna) һәм Испан баҫҡысы (итал. Scalianta di Spagna). Испан баҫҡысы Испания майҙанында урынлашҡан фонтандан «Лодка» Тринита-деи-Монти сиркәүенә алып бара (итал. S. Trinita dei Monti)
- Треви фонтаны (итал. Fontana di Trevi), Римдең иң билдәле фонтаны һәм иң матур тип һаналғаны фонтан черепах (итал. Fontane delle Tartarughe)
- Боргезе Виллаһы (итал. Villa Borghese), унда сәнғәт музейы урынлашҡан
- Пьяцца дель Пополо (итал. Piazza del Popolo), унда обелиск һәм фонтан урынлашҡан
- Витториано (итал. Il Vittoriano), Италияның берләшеүе тураһындағы монумент иҫтәлек
- Предместье EUR, Бенито Муссолини төҙөгән һарай
- Пигорини музейы боронғо тарих, антропология һ!әм этнография коллекциялары менән
- Муссолини форумы, Бенито Муссолини төҙөгән спорткомплекс
- Һәм тағы ла 900-ҙән ашыу сиркәү церквей.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Париж, Франция, 1956 Римдең берҙән-бер туғанлашҡан ҡалаһы. («Бары тик Париж ғына Римгә лайыҡлы; бары тик Рим генә Парижға лайыҡлы», франц. Seule Paris est digne de Rome; seule Rome est digne de Paris).
Партнер-ҡалалар:
шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Istituto dell'Enciclopedia Italiana Roma // Enciclopedia on line (итал.)
- ↑ Левые вернули себе Рим 2015 йыл 17 ноябрь архивланған.
- ↑ http://www.demo.istat.it/bilmens2014gen/query.php?lingua=ita&Rip=S3&Reg=R12&Pro=P058&Com=91&submit=Tavola
- ↑ Popolazione Residente al 1° Gennaio 2017 — ISTAT.
- ↑ Popolazione Residente al 1° Gennaio 2018 — ISTAT.
- ↑ https://demo.istat.it/?l=it
- ↑ it:Ferrovie regionali del Lazio
- ↑ it:Ferrovia Roma-Lido
- ↑ it:Ferrovia Roma-Civitacastellana-Viterbo
- ↑ it:Ferrovia Roma-Giardinetti
- ↑ it:Leonardo Express
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рим, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Древний период
- H. Jordan, «Topographie der Stadt Rom im Alterthum» (т. I, 1878; т. II, 1871);
- О. Gilbert, «Geschichte und Topographie der Stadt Rom im Altertum» (I, 1883; II, 1885; III, 1890);
- O. Richter, «Topographie der Stadt Rom» (в III т. Iw. Müller, «Handbuch der Klassischen Altertumswissenschaft», Нёрдлинген, 1889);
- Hülsen et Kiepert, «Formae urbis Romae antiquae accedit nomenclator topographicus» (Б., 1896).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим Викиһүҙлектә | |
Рим Викиөҙөмтәлә | |
Рим Викикитапханала | |
Рим Викимилектә | |
[[n:
| |
[[voy:
|
- Официальный сайт города Рима (итал.)
- Сайт музеев Рима (итал.)
- Фотографии Рима на сайте skyscrapercity.com (инг.)
Фотографиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Рим Форумы
-
Треви фонтаны
-
Римский Колизей
-
Навон майҙаны
-
Пьяцца дель Пополо
-
Изге Ангел һарайы
-
Витториано
-
Сан-Джованни ин Латерано
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |