Республика Хәрби Дан музейы
Республика Хәрби Дан музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 8 май 2000 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Бойһонған ойошма (филиал) | 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы |
Бағышланған | тарих |
Почта индексы | 450064[1] |
Электрон почта | rmbs@mail.ru[1] |
Рәсми сайт | bash-rmbs.ru[1] |
Республика Хәрби Дан музейы — дәүләт бюджет мәҙәни учреждениеһы. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 27 майындағы «Республика Хәрби Дан музейын булдырыу буйынса саралар тураһында» исемле 508-Р ҡарарына ярашлы ойошторола.
Республика Хәрби Дан музейы — Башҡортостан Республикаһында үҫеп килеүсе йәш быуынды патриотик тәрбиәләү үҙәктәренең береһе. Музей Өфөлә 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү мемориаль комплексының бер өлөшө булараҡ 2000 йылдың 8 майында асыла.
Музейҙың хәрби-тарихи экспозицияһында үҙәк урынды «Фронтҡа оҙатыу», «Мәскәү һауаһы һағында», «Паньшино ауылы янындағы алыш», «Рейхстаг диуары», «Башҡортостан яугир-интернационалистары» диорамалары биләй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республика Хәрби Дан музейы 1945—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең 55-йыллығы хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына һәм Республика һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советы ҡарары буйынса төҙөлә.
Проект «Архпроект» фирмаһы тарафынан башҡарыла. Проект авторы — Д. А. Винкельман, шулай уҡ проектта архитекторҙар П. А. Винкельман, Л. Н. Варыпаева,О. В. Маткина, М. Г. Пронин ҡатнашалар. Проектының баш инженеры — О. А. Горячев.
Формаһы буйынса бина танкка ҡаршы ҡуйылған ҡойманы йәки хәрби карапты хәтерләтә. Материалдары: ҡыҙыл һәм ҡара Рәсәй һәм Украина граниты, ҡарағусҡыл-бронза быяла һәм тутыҡмай торған ҡорос.
Бина барыһы 9 ай эсендә проектлана һәм төҙөлә һәм 2000 йылдың 8 майында тантаналы рәүештә асыла.
Генераль подрядсыһы — Өфө ҡалаһының 21-се тресы. Төҙөлөштә шулай уҡ ундан ашыу ойошма һәм фирма ҡатнаша. Бинаны ҡарағусҡыл-гранит менән биҙәүҙе «Урал ташы» берекмәһе башҡара. Йыһазландырыуҙа шулай уҡ 70-се техник училищеһы һәм Өфө иҡтисад колледжы әүҙем ҡатнаша.
Музей бинаһы ике ҡатлы, өсмөйөшлө (формаһы ағастарҙан буш урын шарттарынан ғибәрәт). Инеү урыны — Еңеү паркының төп аллеяһы яғынан.
Музейҙың Еңеү паркында урынлашыуы осраҡлы булмай. Башта бында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың монументаль скульптуралары һәм Мәңге ут барлыҡҡа килә. Һуңғараҡ бейек текә ярында Башҡортостанда берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ерләнә. Үҙәк аллея буйлап гранит стелаларҙа Башҡортостандың 278 Советтар Союзы Геройы һәм 39 Дан орденының тулы кавалерҙары исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙыла. Шулай уҡ бында Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары исемдәре, һуғышҡа саҡырылған һәм һәләк булған яҡташтарҙың исемдәре уйылып яҙылған. Бейек постаментта легендар Т-34 һәм уға ҡаршы төрлө калибрҙағы 6 орудие урынлашҡан[2].
Тематик экспозицияһының биҙәлеше һәм фәнни концепция төҙөү буйынса эш В. Н. Макарова етәкселегендә алып барылды; биҙәүсе рәссамдар: А. А. Милентьев һәм А. С. Фадеев.
Эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫтәлекле даталар һәм музейҙа йыл һайын үткәрелгән саралар:
- музейҙы асыу датаһы — 08.05.2000
- 9 май — Еңеү көнө
- 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө
- 18 май — Халыҡ-ара музейҙар көнө
- 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө
- 22 июнь — Хәтер көнө
- 1 октябрь — Ололар көнө
- май — Халыҡ-ара «Музейҙағы төн» акцияһы
- 11 апрель — Халыҡ-ара фашист концлагерҙарҙан тотҡондарҙы азат итеү көнө[2]
Мәҙәни-ағартыу һәм экскурсион эш музейҙың иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Уҡыусылар, ветерандар менән осрашыуҙар үткәрелә, семинарҙар, батырлыҡ дәрестәр, тематик лекциялар үткәрелә. Йыл һайын балалар ижады конкурстары, Республика Хәрби һәм Хеҙмәт Даны музейҙарының смотр-конкурстары, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарыла. Әүҙем күргәҙмә эшмәкәрлеге алып барыла, даими рәүештә яңы экспонаттар менән музей коллекциялары тулыландырылып тора[3].
Музей эшмәкәрлеге рәсәй кимәлендә лайыҡлы баһа ала. Үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләү буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Республика Хәрби Дан музейы 2007 йылда «Рәсәй федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү буйынса әүҙем эше өсөн» почетлы билдә менән бүләкләнә. 2010 йылда музейға ветерандар менән әүҙем эшләгән өсөн, граждандарҙың патриотик тәрбиәләүендә ҡатнашҡан һәм Еңеү юбилейын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә өлөш индергән өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65-йыллығы» иҫтәлекле миҙал менән, ә шулай уҡ Д. Д. Медведев ҡултамғаһы менән «Еңеү» Рәсәй ойоштороу комитеты дипломы менән бүләкләнә[3].
Филиалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы (Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27-се йорт).
Коллекцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей фонды 500-ҙән ашыу һаҡлау берәмеген тәшкил итә. Улар иҫәбенә һалҡын ҡорал коллекциялары, шәхси әйберҙәре 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәхси әйберҙәре, хәрби наградалары, трофейҙар, фронт көндәлектәре һәм хаттар һәм башҡа бик күп әйберҙәр[4].
- Музейҙың экспозиция-күргәҙмә майҙаны — 1225 м² тәшкил итә; 20 м² майҙан коллекцияларҙы һаҡлау фондына бирелгән.
Ҡайҙа урынлашҡан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7-се йорт. Директоры: Үтәев Илшат Ислам улы[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Хәрби Дан музейы 2020 йыл 26 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 май 2020)
- Республиканский музей боевой славы Министерства культуры Республики Башкортостан
- Республиканский музей Боевой Славы
- Государственное учреждение культуры Республиканский музей Боевой Славы Министерства культуры Республики Башкортостан 2020 йыл 29 февраль архивланған.