Портал:Башҡорт әҙәбиәте
«Башҡорт әҙәбиәте» порталына рәхим итегеҙ! |
Инеш
Башҡорт әҙәбиәт ғилеме — нәфис әҙәбиәтте кешелек һәм башҡорт халыҡ мәҙәниәте күренеше булараҡ өйрәнеүсе фән, XIX быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалынған фән. Төп тармаҡтары: әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт тарихы. Ҡайһы бер ғалимдар шулай уҡ әҙәбиәт ғилеменең төп тармағына фольклористиканы ла индерә. Әҙәбиәт ғилемендә бик күп йүнәлештәр бар, шул иҫәптән — психоаналитик һәм психиатрия йүнәлештәре. Ярҙамсы дисциплина булып библиография, текстология, палеография тора.
Бөгөнгө рәсем
Бөгөнгө мәҡәлә
Әйтеш ваҡытында, ҡара-ҡаршы ултырған (һирәк осраҡта — баҫып торған) ике аҡын даими сиратлашып һәм ҡаршы яҡтың әйткән һүҙен дауам итеп, үҙенсәлекле йырлы әңгәмә башҡара. Бындай йыр ярышында тема иреклегенә юл ҡуйыла. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, моңдо, ритмды тойоуын, шулай уҡ ҡаршы яҡтың дәлилдәрен ҡире ҡағыу зирәклеген иҫәпкә алып, еңеүсе һайлана.
Әйтештә бер нисә аҡын ҡатнаша ала, шулай ҙа парлы сығыштар иң таралғандарҙан һанала, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткән ярыштарҙы ла йыш күҙәтергә мөмкин.
2015 йылда «ЮНЕСКО-ның кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫының репрезентатив исемлегенә» Ҡырғыҙстан-Ҡаҙағстандың «Айтыш/Айтыс — импровизация сәнғәте» номинацияһы индерелде.
Һүҙ оҫталарының әйтеш жанрындағы ярыш-диалогы Башҡортостанда халыҡ байрамдарында уҙғарыла. Ярыш думбырала уйнау менән үрелеп бара. Әйтеш жанрында башҡорт халыҡ эпостары һәм ҡобайырҙары геройҙары: Нәркәс менән Һәүбән («Аҡбуҙат»), Һабрау йырау менән Туҡтамыш хан («Иҙеүкәй менән Мораҙым»), Ҡужаҡ батыр менән һәм нуғай Тарғын («Тарғын менән Ҡужаҡ»); әкиәттәрҙән: («Торахан менән Йәнәбәхан һәм Ерәнсә сәсән»).
Беләһегеҙме…
- 1950—1970 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә бик ҙур эпик әҫәрҙәр яҙыла. З. Биишеваның «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш», Я. Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ», Ж. Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар» романдары донъя күрә.
- 1977 йылда башҡорт әҙәбиәтендә беренсе булып 1773-75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларын сағылдырыусы Ғ. Ибраһимовтың «Кинйә» исемле тарихи романы баҫтырып сығарыла. Шулай уҡ К. Мәргәндең «Бөркөт ҡанаты», Ә. Хәкимовтың «Думбыра сыңы», «Һауыр ҡумта», Я. Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары», Б. Рафиҡовтың «Ҡараһаҡал» романдары нәшер ителә.
- 1980 йылдарҙа ысынбарлыҡҡа тәнҡитсел мөнәсәбәт, тәбиғи байлыҡтарҙы ҡырағайҙарса юҡҡа сығарыуҙы, шәхестең әхлаҡи яҡтан түбәнгә тәгәрәүен һүрәтләү менән айырылып торған «Сыуаҡ көндәр» (Ф. Иҫәнғолов), «Беҙ йәшәгән ер» (Р. Солтангәрәев), «Килмешәк» (Д. Бүләков), «Ышаныс» (Р. Байымов), «Ерем, кешеләрем» (Й. Солтанов) романдары баҫыла.
Сығанаҡ:www.wikiplanet.click
Һылтанмалар
- Викикитапхана (ингл. Wikisource, рус. Викитека) — ирекле китапхана — «Викимедиа фондының» коммерция булмаған проекты, төрлө телдәрҙә алып барылған, даими тулыландырылыусы ирекле яҙмаларҙы таратыу маҡсаты менән төҙөлгән китапхана. Башҡорт Викикитапханаһы бында.
- Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы
- Аудиокитапхана — «Ашҡаҙар» радиоһының рәсми сайтындағы аудиокитапхана.
- Китаптар — «Башҡорт проекттары» ирекмәндәре тарафынан йыйылған электрон китапхана. (Иғтибар! Автор хоҡуҡтары иҫәпкә алынмаған. Дәғүәләр булыуы ихтимал.)
- «Ихтика» электрон китапханаһының «Вконтакте» социаль селтәрендәге төркөмө. — Искәндәр Шакиров йыйған электрон китаптар. (Иғтибар! Автор хоҡуҡтары иҫәпкә алынмаған. Дәғүәләр булыуы ихтимал.)
- Бәйләнештә социаль селтәрендә «Башҡортса аудиокитаптар»
Бөгөнгө өҙөмтә
Яҡын кешеңә нимәлер аңлатырға тейешһең икән... Тимәк, бик яҡын түгел... Тимәк, бик аңлатырға ла кәрәкмәй...
Категориялар
Был ай башҡорт әҙәбиәтендә:
Апрель
- 1 апрель 1957 — шағыр Хисмәт Юлдашев тыуған.
- 4 апрель (1861—1918) — башҡорт мәғрифәтсеһе Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы тыуған.
- 9 апрель (1936—2016) — шағир-яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист Дәүләтов Ғәлим Абдулла улы тыуған.
- 16 апрель (1926—2003) — ғалим-тел белгесе, филология фәндәре кандидаты Әкрәм Бейеш тыуған.
- 18 апрель (1893—1937) — Башҡортостандың күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Дауыт Юлтый тыуған.
Яңы мәҡәләләр
Башҡорт мемуарҙары — мемуар авторы үҙе ҡатнашҡан, йәки уның шаһиты булған кешеләрҙән билдәле булған ваҡиғалар тураһында һөйләүсе Башҡортостан замандаштарының яҙмалары йәки Башҡортостан тураһында яҙмалар, мемуар авторы менән таныш булған кешеләр тураһында материалдар. Мемуарҙарҙың мөһим үҙенсәлеге булып унда һүрәтләнгән республикала булып үткән ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүе, текстың документаль характерҙа булыуы тора, үткәндәрҙе автор үҙ ҡарашынан сығып сағылдыра. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуарҙарҙың тәүге өлгөһө булып сәйәхәтнәмә тора, республика биләмәһендә сәйәхәт итеүселәрҙең юл яҙмаларын, тормош тураһында хәтирәләрен үҙ эсенә ала. Сәйәхәтнәмә түбәндәге төрҙәрҙе үҙ эсенә ала: сәйәхәт, хаж юлъяҙмалары, юл яҙмалары, очерктар. Уларҙың авторҙары: Р. Фәхретдинов ((«Асар». т. 1, 2б. Ырымбур, 1901), А. Ҡарғалы, Г Сокрой, М. Өмөтбаев, Кирәй Мәргән («Йыр дәфтәре», 1959—1964), Ғ. Ибраһимов «Дуҫтар илендә» («Дуҫтар ерендә», 1958) һәм башҡалар.
Мемуар элементтары, атай яғынан ырыу башлығы исемдәрен, тарихи ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәрҙе, башҡорт ырыу һәм ҡәбиләләр тормошонан төп факттарҙы үҙ эсенә алған Башҡорт шәжәрәһендә бар.
Үҙҙәренең мемуарҙарында М. И. Өмөтбаев Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Ҡырымға сәйәхәте; Р. Ф. Фәхретдинов — Аҡмулла; Ғ. М. Кейеков — татар мәғрифәтсеһе К. Насыри (1913) тураһында үҙҙәренең хәтирәләрен һәм фекерҙәрен һүрәтләгән.