Оттава
Оттава Ottawa | |||
---|---|---|---|
— баш ҡала — | |||
| |||
| |||
Координаты: 45°25′17″ с. ш. 75°40′46″ з. д.HGЯO | |||
Управление | |||
Ил | Канада | ||
Провинция | Онтарио | ||
Хәҙерге статусы | 2001 йылдың 1 ғинуарынан | ||
Мэр | Марк Сатклифф (Mark Sutcliffe) | ||
Демография | |||
Халҡы | 1017449 чел. (2021) | ||
Тығыҙлығы | 364,9 чел./км² | ||
Агломерация | 1488307 чел. (2021) | ||
Этнохороним | оттавлар | ||
Тел | инглиз һәм француз телдәре | ||
География | |||
Майҙаны | 2790,3 км² | ||
Сәғәт бүлкәте | UTC−5 | ||
Телефон коды | 613, 343, 819 и 873 | ||
Географик код | 35 06008 | ||
Веб-сайт | http://www.ottawa.ca |
Отта́ва[1] (ингл. Ottawa [ˈɒtəwə] или [ˈɒtəwɑː], франц. Ottawa) — Канаданың баш ҡалаһы. Онтарио провинцияһының көнсығыш өлөшөндә, ошо һәм Квебек провинцияларының сиге үткән Оттава йылғаһы ярында урынлашҡан. Оттава — ҙурлығы буйынса илдең дүртенсе, провинцияның икенсе ҡалаһы. Йылғаның Квебек яғында урынлашҡан Гатино ҡалаһы һәм ҡайһы бер башҡа муниципалитеттар менән бергә Оттава Милли баш ҡала өлкәһе составына инә.
Оттавала йәшәүсе халыҡтың һаны 2019 йылда миллионға етте, ә Оттава-Гатино агломерацияһы халҡы, 2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1 миллион 488 мең кеше тәшкил итә. Ҡала менән мэр етәкселегендәге муниципаль совет идара итә. 2022 йылдан мэр вазифаһын Марк Сатклифф биләй.
Ҡалаға 1820 йылда Ридо каналын төҙөгән һалдаттар һәм һөнәрселәр лагеры булараҡ нигеҙ һалына, ә 1850 йылда ул урман ҡырҡыусылар һәм ағас ағыҙыусылар ҡалаһы статусын ала. 1857 йылдың 31 декабренән Оттава — Канада провинцияһының, 1867 йылдан — Канада дәүләтенең баш ҡалаһы. Артабан ҡала транспорт һәм сәнәғәт үҙәге булараҡ үҫешә, Ә XX быуаттың икенсе яртыһында экологияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән масштаблы үҙгәртеүҙәр кисерә.
XX быуат аҙағында һәм XXI быуат башында юғары технологиялар үҫеше үҙәгенә әйләнгән Оттава бер нисә тапҡыр «Төньяҡ Кремний үҙәне» титулына лайыҡ була. Канаданың баш ҡалаһы булараҡ Оттава — федераль власть структуралары һәм эре мәҙәни үҙәктәр, шул иҫәптән илдең төп музейҙары һәм Милли картиналар галереяһы урынлашҡан урын.
Ҡала атамаһының килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лагерь башта Ридо каналын төҙөү менән етәкселек иткән подполковник Джон Бай исеме менән Байтаун (Bytown) тип аталып йөрөтөлә. Уның нигеҙендә үҫеп сыҡҡан һәм Оттава йылғаһында урынлашҡан ҡала атамаһы 1854 йылда «Оттава» тип үҙгәртелә; «Оттава» гидронимы, үҙ сиратында, алгонкиндар төркөмөнә ҡараған индеец ҡәбиләһе исеменә барып тоташа[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урындағы ҡәбиләләр һәм Европанан тәүге күсеп килеүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта Оттава биләгән территорияла Европанан тәүге күсенеүселәр килгән мәлдә алгонкин ҡәбиләләре йәшәгән. Оттава йылғаһы буйҙарындағы төбәк һуңғы боҙлоҡ дәүеренән һуң Шамплен диңгеҙе аҫтында була. Ул, һайыға барып, сигенгән һайын яңы ерҙәргә боронғо ҡәбиләләр күсеп ултыра. Алты мең йыл элек үк йылға үҙәнендә, археологик ҡаҙыныуҙарҙан күренеүенсә, күрше халыҡтар менән әүҙем сауҙа иткән Һунарсылар һәм йыйыусылар көн иткән була. Уларҙың этник сығышы тураһында археологтар тәғәйен генә фекер әйтә алмаһа ла, мәҙәниәттәрен Америкаға Европалар килгән мәлдәге алгонкин мәҙәниәтенә оҡшата[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ударение согласно Словарю имён собственных на портале Грамота.ру
- ↑ поспелов, 2002, с. 315
- ↑ James Morrison. Algonquin History in the Ottawa River Watershed // A Background Study for Nomination of the Ottawa River Under the Canadian Heritage Rivers System. — QLF, 2005. — P. 17—32.