Органик химия
Органик химия | |
Өйрәнеү объекты | органическое соединение[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | Органик булмаған химия |
Органик химия Викимилектә |
Органик химия — углерод берләшмәләрен, уларҙың төҙөлөшөн, үҙенсәлеген һәм синтезлау алымдарын өйрәнеүсе химия бүлеге. Углеродтың башҡа элементтар менән берләшмәһен органик матдәләр тип атайҙар. Органоген-элементтар тип аталған H, N, O, S, P элементтар менән углерод иң күп берләшмәләр барлыҡҡа килтерә.[1] Органик ҡушылмаларҙың күп төрлөлөгө углеродтың бик күп элементтар менән берләнеп төрлө үҙенсәлекле һәм төҙөлөшлө молекулалар барлыҡҡа килтәрә алыу һәләте менән бәйле. 1999 йылдың 24 майына торошло билдәле химик берләшмәләр һаны 19 миллион ине, шуларҙың 12 миллионы органик берләшмәләр, 2014 йылдың 2 майына торошло органик һәм органик булмаған химик берләшмәләр һаны 87 миллион булып китте[2].
Органик химияның маҡсаты, эксперименталь алымдары һәм теоретик күҙаллауҙыра түбәндәгенән ғибәрәт:
- Үҫемлек, хайуан йәки ҡаҙылма сеймалдан матдәләрҙе айырып алыу
- Ҡушылмаларҙан таҙартыу һәм синтезлау
- Матдә структураһын билдәләү
- Химик реакциялар механизмдарын өйрәнеү
- Органик матдәләрҙең төҙөлөшө һәм уларҙың үҙенсәлектәре араһындағы бәйлелекте асыҡлау
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Органик матдәләрҙе алыу ысулы боронғо замандан уҡ билдәле булған. Боронғо мысырлылыр һәм римлеләр үҫемлек матдәләренән алынған индиго һәм арарин буяу матдәләрен ҡулланған. Шәкәрле һәм крахмаллы сеймалдан сприртлы эсемлектәр һәм һеркә алыу серҙәрен бик күп халыҡтар белгән.
Урта быуаттарҙа был өлкәләге белемгә бер ниндәй ҙә яңылыҡ индерелмәй, XVI—XVII быуаттарҙа ғына бер ни ҡәҙәр прогресс башлана: үҫемлек продукттарын ҡыуыу ысулы менән ҡайһы бер матдәләр алына. Немец химигы Маргграф Андреас Зигизмунд сөгөлдөр составында шәкәр булыуын асыу ҙур экономик әһәмиәткә эйә була. Шәкәр ҡамышынан шәкәр алыу ул ваҡытта билдәле була. Был туралы 1747 йылда «Беҙҙең илдә үҫкән үҫемлектәрҙән шәкәр алыу» тигән хеҙмәтендә яҙа[3]. 1769 йылда швед химигы-фармацевты Шееле алма, вино, лимон, һөт, ҡуҙғалаҡ кислоталарын айырып алыуға өлгәшә. 1773 йылда француз химигы Руэль кеше бәүеленән мочевина айырып ала.
Хайуан йәки үҫемлек сеймалынан айырып алынған продукттар бер береһенә оҡшаған була, әммә органик булмаған матдәләрҙән айырылалар. «Йәшәү көсө» булғанға был матдәләрҙе тик тере организмдарҙын ғына алып була тигән фекер йәшәп килә. 1753 йылда билдәле швед ғалимы Валлериус, Йерне исемле икенсе ғалимдың китабының инеш һүҙендә «хайуандарҙы ла,үҫемлектәрҙе лә, уларҙың өлөштәрен дә химик сәнғәт юлы менән алып булмай» тип раҫлай[4]. 1806 йылда Й. Я. Берцелиус «Тере химия тураһында лекциялар» («Föreläsningar i Djurkemien») тигән китабының беренсе томында «органик химия» (швед. organisk Kemi) тигән төшөнсә керетә. Ул органик химияға «Тере есемдәрҙә үткән химик процесстарҙы билдәләүсе физиология өлөшө» тигән төшөнсә бирә.
«Йәшәү көсө» тураһында тәғлимәт, XIX быуат башында тере организмдарҙа булған мәтдәләрҙе органик булмаған матдәләрҙән алыу юлы асылғас, емерелә. Шуларҙың иң беренсеһен 1828 йылда Фридрих Велер башҡара. Ул аммоний цианатынан (NH4OCN) быуҙа тотоу ысулы менән органик мочевана алыуға ирешә.
Купер һәм Кекуле тәҡдим иткән валентлыҡ теорияһы һәм Бутлеровтың органик матдәләр төҙөлөшө теорияһы органик химияла мөһим этап булып тора. Был теорияларға ярашлы углерод дүрт валентлы һәм сылбырға төҙөлөргә һәләтле. 1859 йылда Кекуле органик химияның беренсе томында хәҙерге төшөнсәгә яҡын булған билдәләмә бирә. Ул «органик химия — углерод ҡушылмалары химияһы» тип билдәләй[5]. 1865 йылда Кекуле бензолдың структур формулаһын тәҡдим итә, был органик химияла иң мөһим асыштарҙың береһе була. 1875 йылда Вант-Гофф һәм Ле Бель углерод атомының тетраэдр моделен тәҡдим итә, был моделгә ярашлы углерод атомы тетраэрдрҙың үҙәгендә урынлашҡан, валентлыҡтар тетраэрдҙың мөйөштәренә йүнәлтелгән. 1917 йылда Льюис химик бәйләнеш элетрон парҙарына бәйле тип аңлатты.
1931 йылда Хюккель ароматик углеводородтарҙың үҙенсәлеген аңлатыу өсөн квант теорияһын тәҡдим итте. Инглиз химигы Ингольд реакция кинетикаһын өйрәнә.
Органик ҡушылмаларҙың төҙөлөшө органик химия өлкәһе тарихы менән бәйле ҡабул итте асыштар яһар, әммә шундай ҙур химия, ғөмүмән, тарихы менән бәйле изложение. Органик химия тарихы менән матди базаһын ҡарауҙан күпкә ҡыҙыҡлы позицияларҙы, йәғни органик химия предметтарын өйрәнеү.
Иң тәүҙә органик химия биологик сығышлы субстанцияларҙы ғына өйрәнә. Органик химия тигән исеме шуға бәйле. Фәнни-техник прогресс урынында ғына тормай, бер ни кәҙәр ваҡыттан һуң таш күмерҙе ҡыҙҙырып кокс алғанда бүленеп сыҡҡан ыҫмала органик химияның метериаль базаһына әүрелә. Таш күмер ыҫмалаһын эшкәртеү нигеҙендә XIX быуатта органик синтез барлыҡҡа килә. Үткән быуаттың 50-60 йылдарында органик синтез яңы базаға — нефть эшкәртеүгә күсә. Шулай итеп яңы нефтехимия тармағы барлыҡҡа килә. Яңы базаның мөмкинлектәре органик химияның ғына түгел, дөйөм химияның үҫешенә булышлыҡ итә. Полимерҙар химияһы үҫеше яңы сеймал базаһына бурыслы.
Хәҙерге органик химияла биологик сығышлы һәм таш күмер ыҫмалаһынан торған материал база булыуға ҡарамаҫтан, нефть менән сағыштырғанда был сеймалды эшкәртеү күләме тик әҙ миҡдарҙа башҡарыла. Сеймал базаһының алышыныуы нефть эшкәртеү күләме артыу менән аңлатыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Предмет органической химии. Исторический обзор // Начала органической химии. — М.: Химия, 1969. — Т. 1. — С. 11—26. — 664 с. — 19 000 экз.
- ↑ American Chemical Society. CAS REGISTRY and CAS Registry Number FAQs (ингл.). Дата обращения: 2 май 2014.(инг.). 2 май 2014 тикшерелгән.
- ↑ Marggraf A. (1749). «Experiences chimiques faites dans le dessein de tirer un veritable sucre de diverses plantes, qui croissent dans nos contrées». Histoire de l'académie royale des sciences et belles-lettres de Berlin. Année MDCCXLVII: 79-90.
- ↑ Urbani Hierne. Tentaminum Chemicorum in Reg. Laboratorio Holmiensi peractorum, tomus secundus, nunc primûm in lucem editorum cum annotationibus Joh. Gotschalk Wallerii. Praefatio. — Stockholmiae, 1753. — P. VIII.
- ↑ Издание 1861 года доступно в интернете, см. в нём: Kekulé A. Lehrbuch der organischen Chemie oder der Chemie der Kohlenstoffverbindungen. — 1861. — Vol. 1. — P. 11.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Быков Г. В. История органической химии. М.: Химия, 1976. 360с.
- Гауптман З., Грефе Ю., Ремане Х., «Органическая химия». Москва, «Химия», 1979.
- Марч Дж., «Органическая химия: реакции, механизмы и структура», в 4-х томах. Москва, «Мир», 1987.
- Кери Ф., Сандберг Р., «Углубленный курс органической химии», в 2-х томах. Москва, «Химия», 1981.
- Реутов О. А., Курц А. Л., Бутин К. П. «Органическая химия», в 4-х частях. Москва, Изд-во МГУ, «БИНОМ. Лаборатория знаний», 1999—2004. http://edu.prometey.org/library/autor/7883.html 2017 йыл 14 декабрь архивланған.
- Травень В. Ф. «Органическая химия», в 2-х томах. Москва, ИКЦ «Академкнига», 2004.
- Химическая энциклопедия, п. ред. Кнунянц, т.3. Москва, «Большая Российская Энциклопедия», 1992.
- Робертс Дж., Касерио М. , «Основы органической химии». Изд. 2, в 2-х томах. Москва, «Мир», 1978.
- Моррисон Р., Бойд Р., «Органическая химия». Москва, «Мир», 1974.
- Clayden J., Greeves N., Warren S., Wothers P. Organic Chemistry. — Oxford University Press, 2012.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Химия» | |
ru:органическая химия Викиһүҙлектә | |
Органик химия Викимилектә |