Ниғмәтулла Бирҙебаев
Ниғмәтулла Бирҙебаев | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Этҡол ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1804—? |
Хәрби звание |
урядник |
Хәрби алыш/һуғыш |
Рус-прусс-француз һуғышы |
Наградалар һәм премиялар |
Ниғмәтулла Бирҙебаев (1789—?) — хәрби эшмәкәр. Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниғмәтулла Бирҙебаев Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Этҡол ауылында йәшәгән.
1807 йылда 1-се Башҡорт полкы составында Рус-прусс-француз кампанияһында ҡатнаша[1].
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 9-сы Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 9-сы Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 10 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара, 1813 йылдың майында Варшава герцоглығына килеп етә һәм бында Польша армияһы составына индерелә[2]. 1813 йылдың 19 сентябрендә 9-сы Башҡорт полкы Крейц отрядына керә һәм төрлө алыштарҙа, шул иҫәптән 1813 йылдың 28 сентябрендә — Фрайберг, 6 һәм 7 октябрҙә — Лейпциг, 14 октябрҙә — Мадин янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ниғмәтулла Бирҙебаев 3-сө дәрәжәләге Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.
21 октябрҙә 9-сы полк Төньяҡ армияның кавалериянан генерал барон Винценгероде корпусына ҡушыла, ә 1813 йылдың 27 декабренән 1814 йылдың 15 ғинуарына тиклем генерал-лейтенан Строгановтың отряды составында Гамбург ҡәлғәһен блокадалауҙа, Эрфурт эргәһендәге алышта ҡатнаша.
1814 йылда полк Франция территорияһындағы алыштарҙа ҡатнаша. 13 февралдә — Селдизил, 21 февралдә — Элле, 24, 25 һәм 26 февралдә — Лаон янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 9-сы Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота[3].
1815 йылдың 20 ноябрендә урядник званиеһын ала.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 4-се дәрәжәләге Изге Георгий Хәрби ордены
- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 112. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
- ↑ Рахимов Р. Н., 2012, с. 399
- ↑ Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.