Эстәлеккә күсергә

Наҙытамаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Наҙытамаҡ
рус. Назитамак
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Ауыл биләмәһе

Әсән ауыл Советы (Дүртөйлө районы)

Координаталар

55°25′21″ с. ш. 54°42′57″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1762

Халҡы

137[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452315

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 807 003

ОКТМО коды

80 624 407 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Наҙытамаҡ (Рәсәй)
Наҙытамаҡ
Наҙытамаҡ
Наҙытамаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Наҙытамаҡ

Наҙытамаҡ (рус. Назитамак) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 137 кеше[2]. Почта индексы — 452315, ОКАТО коды — 80224807003.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль
(26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 137 66 71 48,2 51,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 13 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Әсән): 1 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 129 км

Әсән ауыл Советы биләмәһендә. Район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышта 13 саҡрым һәм Өфө тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнбайышта 129 саҡрым алыҫлыҡта Наҙы йылғаһы [3] тамағында урынлашҡан[4]. Ауылға Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, рәсми документтарҙа 1762 йылдан билдәле. 1795 йылға тиклем бында керҙәшлек килешеүе буйынса типтәрҙәр төпләнгән. 1795 йылғы V рәүиз документтарында тораҡ пунктында 38 башҡорт һәм 40 типтәрҙең йәшәүе теркәлә. 1834 йылғы рәүиздә башҡорттар 39 кеше булһа, типтәрҙәрҙең һаны 80-гә етә. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. 1843 йылда 39 башҡортҡа 5,10 бот иген сәселә. 1865 йылда Һыу тирмәне, училище, мөгәзәй, мәсет, уның эргәһендә мәктәп теркәлгән[4]. 1870 йылдағы Х рәүиз башҡорттар һанының 60-тан артмауын, типтәрҙәрҙең 245 кеше булыуын билдәләй. 1870 йылда ауыл халҡының дөйөм һаны 310 кеше була. 1920 йылдағы тәүге совет рәүизендә ауылда 710 кеше йәшәүе күрһәтелә, милли составы — башҡорттар, типтәрҙәр[5]. Халҡы: 1906 йылда — 623 кеше; 1920 йылда — 716 кеше; 1939 йылда — 491 кеше; 1959 йылда — 302 кеше; 1989 йылда — 140 кеше; 2002 йылда — 144 кеше; 2010 йылда — 137 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)[4].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]