Эстәлеккә күсергә

Мәрмәрә Пембе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәрмәрә Пембе
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 25 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Никосия, Никосия[d], Кипр Республикаһы
Вафат булған көнө 31 ғинуар 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (58 йәш)
Һөнәр төрө шағир

Пембе Мәрмәрә (төр. Pembe Marmara, 25 декабрь, 1925 — 31 ғинуар, 1984) төрөк-кипр шағирәһе. Ул 1940-сы йылдарҙағы иң мөһим шағир-төрөк-киприоттар иҫәбенә инә. Уның шиғриәтенә Төркиәләге Гарип[en] хәрәкәте йоғонто яһай, һәм ул ирекле стилдә шиғыр менән сатирик әҫәрҙәр яҙа.[1][2] Уның шиғриәте шул ваҡыттағы төрөк-киприоттарҙың шиғриәтенә хас булған милләтселектән айырыла, уның урынына ул күберәк төрөк-киприот тәжрибәһенә йүнәлтелә.

Мәрмәрә Сарач ғаиләһендә тыуа, Был ғаилә 1571 йылда Кипрҙы ғосмандар баҫып алған саҡта Анатолиянан сыҡҡан ғилә була. Уның атаһы, Йософ Сарак Хөсәйен, бакалея кибетен тотоусы Хәсән булараҡ танылыу ала. Мәрмәрә белем алыуын Yenicami[en] мәктәпкәсә учреждениеһында башлай, шунан һуң ул Ayasofya ҡыҙҙар өсөн башланғыс мәктәбенә һәм Victoria ҡыҙҙар өсөн урта мәктәпкә уҡырға инә. Һуңынан ул Уҡытыусылар академияһында уҡый һәм Айясофия башланғыс мәктәбендә эшләй.[3]

Тәүҙә ул Невин Нале, Гюлен Гайе, Лафазан Мечхул, Фунда һәм Фиртина кеүек псевдонимдар аҫтында яҙа, хатта был осраҡтарҙа ла эҙәрлекләүҙәрҙән ҡурҡыу кисерә. Сөнки уның атаһы һәм патриархаль йәмғиәт ҡатын-ҡыҙҙар шиғриәтен ғауғалы һәм тәртипһеҙ тип иҫәпләгән була, шулай уҡ Британия колониаль хөкүмәте дәүләт хеҙмәткәрҙәренә яҙма әҫәрҙәрҙе баҫтырып сығарыуҙы тыйғанға күрә лә шағирәгә эшһеҙ ҡалыу янай. Апаһы әйтеүенсә, уларҙың атаһы, Мә!рмәрәнең псевдоним аҫтында яҙған шиғырҙарының береһен уҡып сыҡҡас, асыуланып, уларҙың өйөнә ҡайтып инә, ҡатын-ҡыҙ яҙған шиғырҙы уҡығанын әйтә, һәм: "Уларҙың башына күк көмбәҙе ауып төшөр, сөнки был шиғырҙарҙы яҙған ҡатын-ҡыҙ бөтөнләй оятын юғалтҡан, " — тип көйөнә[3].

Уның шиғриәте әкренләпп Кипрҙа һәм Төркиәлә билдәле була бара, уның шиғырҙары Кипрҙа «I. ve II. Demet Siir Seҫkinleri» һәм Төркиәлә «Едигюн» (Yedigün) журналдарында баҫылып сыға. Әммә уның шиғырҙарының күбеһе төрөк-киприоттар гәзиттәрендә 1944 йылдан 1958 йылға тиклем баҫыла[4]. Ул 1940-сы йылдарҙа төрөк-киприоттар йәмғиәтендә күренекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе була, башҡалар араһында шағирә Уркие Мине Балман[en], музыканттар Камран Азиз һәмТюркан Азиз һәм бизнеследи Ведия Барут була

Тиҙҙән ул Төркиәләге шағирҙар менән хатлашыу аша дуҫлаша. Шундай дуҫтарҙың береһе булған Умит Йәшәр Огузджан менән почта романы башлана, уларҙың һәр береһе хистәрен үҙенең шиғырҙарында сағылдыра. Һуңынан улар Огузджан ебәргән китапта йәшереп ҡуйған балдаҡ ярҙамында никахлаша. Мәрмәрәнең атаһы бындай хатлашыу менән риза булмай, әммә ҡыҙы ашауҙан туҡтағас, ҡыҙы менән ризалаша, әммә үҙ ағаһын Истанбулға Огузджанды күрергә ебәрә. Ләкин ағаһы, Огузджанды күргәс, үҙенең бындай перспективанан ҡәтғи баш тарта, Огузджандың «һимеҙ булыуын һәм тотлоғоп һөйләшеүен» белдерә. Был хәбәр Мәрмәрәнең рухын һындыра һәм был, әлбиттә, уның шиғриәтенә йоғонто яһай.

Һуңыраҡ ул психиатр Седат Бейкерға кейәүгә сыға, һәм улар бер ни тиклем ваҡытҡа Истанбулға күсенә. 1960 йылда уның улы Улус Бейкер тыуа. Һуңынан улы билдәле социолог булып таныла. Һуңынан уларҙың ғаиләһе тарҡала, ә Бейкер Киринияла тыйылған мөхәббәт бәйләнеше арҡаһында үлтерелә. Мәрмәрә ире үлтергәндән һуң улы менән Истанбулгә ҡайта һәм Никосия ҡала-ҡәлғәһенең Абди Чавуш урамында йәшәй. 1984 йылдың 31 ғинуарында рак сиренән вафат була.

Мәрмәрәнең бер генә китабы бар, «Pembe Marmara» — 1945 йылдан алып яҙылған шиғырҙар йыйынтығы, шағирә вафатынан уны апаһы 1986 йылда баҫтырып сығара. Мәрмәрәнең ижады төрөк әҙәбиәте тарихсыһы Нихат Сами Банарлы тарафынан юғары баһалана. Ә Мәрмәрә үҙе шиғриәт тураһында түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдыра: «Шиғриәт беҙҙең йәнде мәғәнә һәм эмоциялар ямғыры менән йыуағанда ғына юғары баһаға лайыҡ була ала».

  1. Pembe (Yusuf) Marmara. Turkish Ministry of Culture. Дата обращения: 4 июнь 2016. Архивировано 3 август 2016 года. 2016 йыл 3 август архивланған.
  2. Neriman Cahit'in "Tarihsel Süreçte Kadın Şair ve Yazarlarımız" kitabı yayınlandı. 2007-05-23. Kıbrıs. Дата обращения: 4 июнь 2016. Архивировано 7 август 2016 года.
  3. 3,0 3,1 (2010) «Yaşamın taaa İçindeki Kadın: Pembe Marmara». Journal for Women's Studies 11 (1). ISSN 2017-12-24. Проверено 2016-06-04. 2017 йыл 24 декабрь архивланған.
  4. Azgın, Fatma Vedia Barut. Yeni Düzen (8 март 2013). Дата обращения: 4 июнь 2016. Архивировано 18 сентябрь 2016 года. 2016 йыл 18 сентябрь архивланған.