Кинйәбулат Ҡаныҡаев
Кинйәбулат Ҡаныҡаев | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Бишауыл-Табын улусы, Бишауыл-Уңғар ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
сотник |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Кинйәбулат Ҡаныҡаев (1788—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинйәбулат Ҡаныҡаев (Кинйәбулат Ҡаныҡай улы Акиров) Ырымбур губернаһы Бишауыл-Табын улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәгән. Сотник булып хеҙмәт итә[1].
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 11-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 11-се Башҡорт атлы полкы башлыса 8-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 5 октябрҙә Түбәнге Новгородҡа бара. Артабан Украинаға генерал-лейтенант граф П. А. Толстойҙың ополчение корпусы составына ебәрелә. Рус армияһының сит илгә походтары барышында, 1813 йылдың майында полк Пенза ополчениеһы менән бергә Варшава герцоглығына килә һәм Польша армияһы составына индерелә. 21 сентябрҙә Богемия армияһының кавалериянан генерал граф М. И. Платовтың корпусы составына күсерелә, октябрь-ноябрҙә Платов корпусы составында Саксонияла, Баварияла, Францияла, шул иҫәптән 4 һәм 6 октябрҙә Лейпциг янындағы хәрби алыштарҙа ҡатнаша. 1814 йылдың 1 ғинуарынан Гамбургты блокадалауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша[2]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 11-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гатиятуллин З. Г. Башкиры 8-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 1. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н., 2012, с. 401-402
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.