Искәндәров Ильяс Фәрхәт улы
Ильяс Фәрхәт улы Искәндәров | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
17 август 2020 йыл | ||||
Президент: | Владимир Путин | |||
Алдан килеүсе: | Кураков Дмитрий Викторович | |||
Тыуған: | 20 октябрь 1965 (59 йәш) Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылы | |||
Профессияһы: | дипломат |
Искәндәров Ильяс Фәрхәт улы (20 октябрь 1965 йыл) — дипломат. 2020 йылдан Габон Республикаһында Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ильяс Фәрхәт улы Искәндәров 1965 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылында тыуған. 1983 йылда Салауат ҡалаһындағы мәхсүс мәктәпте алтын миҙалға тамамлай һәм Ташкент Дәүләт университетының Көнсығыш факультетына уҡырға инә. Совет әрмеһендә хеҙмәт иткәс уҡыуын Мәскәүҙә дауам итә.[1]
1991 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай. Инглиз, француз, ғәрәп һәм иврит телдәрен белә. 1991 йылдан дипломатия хеҙмәтендә.
2006—2011 йыл — Тунистағы Рәсәй илселеге советнигы
2011—2014 йыл - Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка департаментындағы бүлек начальнигы.
2014—2020 йылдар - Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығының Африка департаменты директоры урынбаҫары.
2020 йылдың 17 авгусынан - Рәсәй Федерацияһының Габондағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе
Дипломатик рангтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2-се класлы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе (22 ноябрь 2010 йыл)[2].
- 1-се класлы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе (8 июнь 2020 йыл)[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://vatandash.ru/news/novosti/2020-08-25/urozhenets-bashkortostana-naznachen-poslom-rossii-v-gabonskoy-respublike-1160686 "Ватандаш" журналы Хәбәренән
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 22.11.2010 г. № 1458 «О присвоении дипломатических рангов»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 08.06.2020 г. № 376 «О присвоении дипломатических рангов» . Дата обращения: 4 ноябрь 2020. Архивировано 26 сентябрь 2020 года.