Йоһанн Кеплер
Йоганн Кеплер (нем. Johannes Kepler; 27 декабрь 1571 йыл — 15 ноябрь 1630 йыл) — Германия математигы, астроном һәм астролог. XVII быуат фәнни революцияһының төп фигураһы, планеталарҙың хәрәкәт закондарын асыусы.
Николай Коперник хеҙмәттәренең йоғонтоһо атаҡлы немец ғалимы Иоганн Кеплерҙың ижади эшсәнлегендә лә һиҙелә. Ул Коперниктың астрономия өлкәһендәге ҡараштарын ҡабул итһә лә, бер ниҡәҙәр ваҡыт уларҙы мистик концепциялар менән һуғарарға тырыша. Ләкин Галилей хеҙмәттәре менән танышыу уға дөрөҫ юлды һайларға мөмкинлек бирә. Быға бигерәк тә Галилей менән туранан-тура хат яҙышыу ҙа ярҙам итә. Кеплер астрономия фәнен айырыуса мөһим фекерҙәр менән байыта. Тәбиғәт тураһындағы фәндәр өсөн уның айырыуса «Кеплер закондары» тигән асышы әһәмиәтле. Был хеҙмәтендә ул планеталарҙың Ҡояш тирәһендәге хәрәкәте тигеҙ түгеллеген дәлилләй. Планеталар хәрәкәтенең тиҙлеге уларҙың Ҡояшҡа ни дәрәжәлә яҡын йәки алыҫ булуына бәйле, йәғни планета Ҡояшка яҡынырак булһа, уның тиҙлеге лә ҙурыраҡ тигән һүҙ. Шуның өҫтөнә Кеплер планеталарҙың траекторияларының түңәрәк түгел, бәлки эллипс формаһында икәнлеген иҫбатлай. Был фекерҙәр һуңыраҡ И. Ньютонға яңы фәнни асыштар яһауға этәргес була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәш сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иоганн Кеплер Германияла Вайль-дер-Штадт ҡалаһында тыуған (Герман халҡының Изге Рим империяһы, Штутгарттан 30 км алыҫлыҡта, хәҙерге Баден-Вюртемберг федераль ере). Атаһы Генрих Кеплер Испания короле ҡулындағы Нидерландта ялланған һалдат була. Иоганнға 18 йәш саҡта атаһы сираттағы һуғышҡа китә, шунан ғәйеп була. Кеплерҙың әсәһе Катарина Кеплер трактир тота, күрәҙәселек, кешеләрҙе үлән менән дауалап бер аҙ аҡса эшләй[10].
Астрономия менән Кеплер бала сағынан уҡ ҡыҙыҡһына башлай.Әсәһе уға 1577 йылда Ҙур кометаны, һуңыраҡ — Ай тотолоуын күрһәтә (1580). Бала саҡта Кеплер ҡара сәсәк менән ауырый һәм был уның күҙенә астрономик күҙәтеүҙәр алып барырға ҡамасауларлыҡ зыян килтерә. Шуға ҡарамаҫтан Кеплер ғүмере буйы астрономияны үлеп ярата[11].
1589 йылда Кеплер Маульбронн монастыре мәктәбен тамамлай, ул бик һәләтле уҡыусы була[12]. Ҡала етәкселәре уға уҡыуын дауам итһен өсөн стипендия бүлә.1591 йылда ул Тюбинген университетына уҡырға инә. Башта сәнғәт факультетында (математика менән астрономия унда өйрәнелә),һуңыраҡ теология факультетында уҡый. Бында ул Михаэль Мёстлиндан Николай Коперниктың донъяның гелиоцентрик системаһы тураһында ишетә һәм һис шикһеҙ был системаны ҡабул итә[13]. Университетта Кеплер буласаҡ хоҡуҡ белгесе Кристоф Безольд менән дуҫлаша.
Башта Кеплер протестант руханийы булырға уйлай, ләкин 1594 йылда уны Грац университетына математика уҡытырға саҡыралар (хәҙерге Австрия).
Грацта Кеплер 6 йыл эшләгән. 1596 йылда уның «Тайна мироздания» (Mysterium Cosmographicum) тигән китабы донъя күрә. Унда Кеплер Йыһандың йәшерен гармонияһын табырға тырыша, бының өсөн ул саҡта билдәле булған биш планетаның орбитаһы менән (Ер сфераһын ул айырыуса билдәләй) төрлө "Платон есемдәре"н сағыштыра (дөрөҫ күпмөйөштәрҙе). Сатурн орбитаһын ул шар өҫтөндәге эсендә куб булған түңәрәк (әлегә эллипс түгел) формаһында төшөрә. Шар эсендәге куб Юпитер орбитаһын һынландыра. Был шар эсендә тетраэдр, ә уның эсендәге шар Марстың орбитаһын кәүҙәләндерә. Был эш Кеплерҙың бер аҙҙан яһаған асыштарынан һуң үҙенең тәүге әһәмиәтен юғалта (берҙән, планеталарҙың орбитаһы түңәрәк булып сыҡмай);шуға ҡарамаҫтан, Кеплер Йыһанда йәшерен математик гармония булыуына ғүмеренең аҙағынаса ышана, 1621 йылда ул «Тайна мира» китабын бик күп өҫтәлмәләр һәм төҙәтеүҙәр менән яңынан баҫтырып сығара[14].
«Тайна мироздания» китабын Кеплер Галилейға һәм Тихо Брагеға ебәрә. Галилей Кеплерҙың гелиоцентризмы менән килешә, ләкин мистик нумерология менән риза булмай. Улар бер-береһе менән йыш хат алыша, Галилейҙы хөкүмгә тарттырғанда еретик (протестант Кеплер) менән аралашыуын Галилейҙың ғәйебен арттырыусы хәл итеп күрһәтәләр[15].
Тихо Браге ла Кеплерҙың уйлап сығарған моделен ҡабул итмәй, ләкин уның белемен, үҙенсәлекле фекер йөрөтөүен оҡшата һәм уны үҙенә эшкә саҡыра.
1597 йылда Кеплер Барбара Мюллер фон Мулекҡа өйләнә. Уларҙың тәүге ике балаһы үлеп ҡала, ҡатыны быума сире менән сирләй башлай. Бынан тыш католиктар ҡалаһы Грацта протестанттарҙы ҡыҫырыҡлау башлана[16]. Кеплер ҡаланан ҡыуылырға тейеш "еретик"тар исемлегенә эләгә һәм Тихо Брагеның саҡырыуын ҡабул итә. Браге был ваҡытҡа обсерваторияһынан ҡыуыла һәм Прагаға күсеп китә, унда император Рудольф II һарайында астроном һәм астролог булып хеҙмәт итә.
Прагала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1600 йылда ике ғалим, Кеплер менән Браге, Прагала осраша. Бында үткәргән 10 йыл эсендә Кеплер бик ҙур уңыштарға ирешә.
Коперник менән Кеплерҙың астрономияға ҡарашын Тихо Браге тик өлөшөләтә генә уртаҡлаша. Геоцентризмды яҡлап, Браге ошо моделде тәҡдим итә: Ерҙән башҡа планеталар Ҡояш тирәләй , ә Ҡояш-хәрәктәһеҙ Ер тирәләй (донъяның геогелиоцентрик системаһы) әйләнә. Был теория киң тарала һәм бер нисә тиҫтә йыл буйы Коперниктың гелиоцентрик системаһына конкурент була[17].
1601 йылда Браге үлеп киткәс, Кеплер уның вазифаһына билдәләнә. Император туҡтауһыҙ һуғыштар алып бара, ҡаҙна һәр саҡ буш була. Кеплерға эш хаҡын бик әҙ һәм һирәк түләйҙәр. Уға гороскоптар төҙөп, аҡса эшләргә тура килә. Бынан тыш Кеплерға Брагеның вариҫтары менән астрономия буйынса күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре өсөн судлашып йөрөргә тура килә. Уларға Кеплер бер аҙ аҡса түләп кенә ҡотола[18].
1604 йылда Кеплер иң яңы йондоҙҙо күҙәтеүҙәрен баҫтырып сығара, хәҙер ул Кеплер исеме менән атала.
Тихо Браге бик яҡшы күҙәтеүсе була. Оҙаҡ йылдар дауамында ул планеталар һәм йөҙәрләгән йондоҙҙарҙы күҙәтеп, ғәйәт ҙур китап төҙөй. Уның иҫәпләүҙәре унан алда күҙәткән ғалимдарҙың иҫәпләүҙәренә ҡарағанда теүәлерәк була. Иҫәпләүҙәр теүәлерәк булһын өсөн Браге техник ҡулайланмалар һәм күҙәтеүҙә яңғылышлыҡтарҙы бөтөрөү өсөн махсус методика ҡуллана.[19]. Бер нисә йыл буйы Кеплер Браге мәғлүмәттәрен өйрәнә,ентекле анализ һөҙөмтәһендә ул Марс түңәрәк буйынса хәрәкәт итмәй, ә эллипс буйынса хәрәкәт итә, уның бер фокусында Ҡояш ята тигән һығымтаға килә — был Кеплерҙың беренсе законы. Анализ һөҙөмтәһендә ул икенсе законды яҙа (икенсе закон беренсеһенән алдараҡ асыла): планета менән Ҡояшты тоташтарған радиус-вектор бер үк ваҡыт арауығында бер үк төрлө майҙан һыҙа . Тимәк, Ҡояштан планета ни тиклем йырағыраҡ булһа, шул тиклем ул әкренерәк хәрәкәт итә.
Кеплер закондарын Кеплер 1609 йылда «Новая астрономия» китабында асып һала, хәүфһеҙлек маҡсатында ул тик Марс тураһында ғына яҙа [20].
Коперниксы ғалимдар яңы планеталарҙың хәрәкәт моделе менән бик ҡыҙыҡһына, ләкин ҡай береһе уны ҡабул итмәй . Галилей Кеплер эллипстарын бөтөнләй танымай [21]. Кеплер үлгәндән һуң Галилей хатында шулай тип яҙа: «Мин һәр саҡ Кеплерҙың аҡылын юғары баһаланым —ул үткер һәм бәйһеҙ, ирекле ине, миңә ҡалһа, артыҡ ирекле ине, ләкин беҙҙең фекерләү ысулдарыбыҙ бөтөнләй оҡшамаған»[22].
1610 йылда Галилей Кеплерға Юпитерҙың юлдаштарын асыуы тураһында хәбәр итә. Кеплер был хәбәргә ышанып бөтмәй һәм Галилей менән бәхәс кеүек яҙған «Разговор со Звёздным вестником» китабында бер аҙ шаяртып: «аңлашылмай, планетала был күренеш менән менән һоҡланырға бер кем дә булмағас,[юлдаштар] нимәгә кәрәк» тип яҙа[23]. Тик телескоп алғас, Кеплер үҙ фекерен үҙгәртә, юлдаштар барлығын раҫлай һәм линзалар теорияһы менән шөғөлләнә башлай. Яҡшыртылған телескоп эшләй һәм «Диоптрика» тигән фундаменталь хеҙмәт яҙа.
Прагала Кеплерҙың ике улы һәм ҡыҙы тыуа.1611 йылда өлкән улы Фридрих сәсәк ауырыуынан үлеп китә. Сирле император Рудольф II ҡустыһы Матвей менән һуғышта еңелә, уның файҙаһына Чехия тәхетенән баш тарта һәм бер аҙҙан вафат була[24]. Кеплер Линцҡа күсеп китергә йыйына башлай, ләкин шул осорҙа уның ҡатыны Барбара оҙайлы сирҙән һуң донъя ҡуя.
Ғүмеренең һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1612 йылда Кеплер Линцҡа күсә, унда 14 йыл йәшәй. Ул һаман да император һарайында математик һәм астроном булып иҫәпләнә, ләкин яңы император элеккеһе кеүек үк аҡсаны ваҡытында бирмәй. Кеплер уҡытыусылыҡ һәм гороскоп төҙөү менән генә бер аҙ аҡса таба.
1613 йылда Кеплер 24 йәшлек балта оҫтаһы ҡыҙы Сусаннаға өйләнә.Уларҙың ете балаһының дүртеһе иҫән ҡала[25].
1615 йылда Кеплерҙың әсәһен сихырҙа ғәйепләй башлайҙар. Был бик ҡурҡыныс була, сөнки бығаса Катарина йәшәгән Леонбергта 6 ҡатынды сихырсылыҡта ғәйепләп, яндыралар. Катаринаға 49 төрлө ғәйеп тағыла: иблис менән бәйләнеш, Аллаһыны танымау, боҙом, некромантия һ.б. Кеплер ҡала хакимиәтенә хат яҙа; ғалимдың әсәһен башта иреккә сығаралар, һуңынан уны яңынан ҡулға алалар. 5 йыл барған тикшереүҙән һуң, 1620 йылда суд башлана.Әсәһен Кеплер үҙе яҡлай, бер йылдан һуң уны иреккә сығаралар.Ләкин Катарина тағы бер генә йыл йәшәй. [26].
Кеплер астрономия буйынса тикшеренеүҙәрен дауам итә. 1618 йылда ул өсөнсө законды аса: планетаның Ҡояштан алыҫлығы кубы менән әйләнеү периоды квадраты сағыштырмаһы барлыҡ планеталар өсөн даими дәүмәл (отношение куба среднего удаления планеты от Солнца к квадрату периода обращения её вокруг Солнца есть величина постоянная для всех планет):
- a3/T2 = const.
Был һөҙөмтәне Кеплер һуңғы «Гармония мира» китабында нәшер итә, был юлы ул Марсҡа ғына түгел, башҡа планеталарға ла (был Ергә лә ), шулай уҡ «Галилей юлдаштары»на ла ҡағыла[27].
Был китапта бик ҙур әһәмиәткә эйә булған асыштарҙан тыш «сфералар музыкаһы» һәм Платон есемдәре тураһында фәлсәфә лә урын алған, ғалим фекеренсә улар юғары ғәләм проектының эстетик асылы булып тора.
1626 йылда Утыҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында Линц дошман ҡулына эләгә, унда кешеләрҙе талау, янғындар башлана.Ҡала типографияһы ла яна. Кеплер Ульмға күсенә һәм 1628 йылда Альбрехт фон Валленштейнға хеҙмәт итә башлай.
1630 йылда Кеплер император янына Регенсбургҡа китә. Ул һаман да үҙенә тейешле аҡсаның күпмеһен булһа ла алырға өмөт итә. Ләкин ғалим юлда һыуыҡ тейҙерә һәм оҙаҡламай үлеп китә.
Кеплерҙан вариҫтарына 22 флорин аҡса, императорҙан ала алмаған 29000 флорин, 27 баҫтырылған һәм бик күп нәшер ителмәгән яҙма ҡала; улар һуңыраҡ 22-томлыҡ китапта донъя күрә[10].
Кеплер вафатынан һуң да тыныслыҡ тапмай. Утыҙ йыллыҡ һуғыш аҙағында ул ятҡан зыярат пыр туҙҙырыла һәм Кеплерҙың ҡәберенән бер ни ҙә ҡалмай. Кеплерҙың архивы юғала. 1774 йылда уның 22 томлы архивының 18 томы Леонард Эйлерҙың тәҡдиме буйынса Петербург фәндәр академияһы өсөн һатып алына[28], улар хәҙер РФА-ның Санкт-Петербург филиалында һаҡлана[29]
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альберт Эйнштейн Кеплерҙы «һоҡланғыс кеше» тип атай[30]
Астрономия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуат аҙағында астрономияла Птолемейҙың геоцентрик системаһы менән Николай Коперниктың гелиоцентрик системаһы яҡлылар араһында көрәш дауам итә. Коперник системаһына ҡаршылар уның иҫәпләүҙәрендә лә Птолемей иҫәпләүҙәрендәге кеүек хата бар тип бара. Коперник моделендә планеталар түңәрәк буйлап тигеҙ хәрәкәт итә. Планеталар тигеҙ хәрәкәт итмәгәнен күреп, Коперник эпициклдар буйынса хәрәкәтте лә индерә. Птолемейҙыҡына ҡарағанда Коперник эпициклдары әҙерәк булһа ла, тикшеренеүселәр Коперниктың хаталары күбәйеүен күрә.
Кеплер закондары планеталар хәрәкәтенең тигеҙ булмауын бик яҡшы итеп аңлата. Уйлап сығарылған эпицикл урынына Кеплер үҙ моделенә тик бер эллипсты индерә. Икенсе закон буйынса планетаның тиҙлеге Ҡояшҡа яҡынайған һәм унан алыҫайғанда нисек үҙгәргәнен аңлата. Кеплер өсөнсө законында планетаның тиҙлеген һәм Ҡояш тирәләй әйләнеүе периодын иҫәпләү мөмкинлеген күрһәтә.
Кеплер моделе Коперник моделенә оҡшаһа ла, улар бер-берһенән ныҡ айырыла(тик Ерҙең тәүлек эсендә әйләнеүе генә бер төрлө бирелә). Кеплер планеталар орбитаһы төшөнсәһен индерә. Коперник системаһында Ер орбитаһы- донъяның үҙәге. Кеплерҙа Ер—ябай планета, ул ҡалғандар кеүек үк дөйөм өс законға буйһона. Күк есемдәренең барыһының да орбитаһы — эллипс (һуңырак гипербола траекторияһы буйынса хәрәкәтте Исаак Ньютон аса), бөтә орбиталарҙың да фокусы-Ҡояш.
Ғалим шулай уҡ астрономияла күк есемдәренең урынын билдәләү өсөн "Кеплер тигеҙләмәһе"н килтереп сығара.
Кеплер асҡан планеталар кинематикаһы закондары Ньютонға гравитация теорияһын (Ерҙең тартыу көсө) булдырыуға ярҙам итә. Ньютон математика юлы менән Кеплер закондарының гравитация законы эҙемтәләре икәнен иҫбатлай .
Ҡояш системаһынан ары булған ғәләм төҙөлөшө тураһында Кеплер философ-мистик кеүек фекер йөрөтә. Ҡояш -хәрәкәтһеҙ планета, йондоҙҙар сфераһы уныңса- донъя сиге.Ғәләмдең сикһеҙ булыуына ул ышанмай. 1610 йылда Кеплер фотометрик парадокс тураһында яҙа: йондоҙҙар һаны сикһеҙ булһа, ниндәй йүнәлешкә ҡараһаҡ та, беҙ йондоҙ күрер инек,һәм күктә ҡараңғы урындар булмаҫ ине ти[31][32].
Пифагорсылар кеүек үк Кеплер донъяла ниндәйҙер бер үк ваҡытта геометрик һәм музыкаль һандар гармонияһы бар тип иҫәпләй[33][34]
Кеплер ни өсөн планеталар алтау һәм ни өсөн ошолай урынлашҡан икәнде аңлата (ул саҡта Ҡояш системаһында тик тик алты планета билдәле була): планеталар дөрөҫ күпмөйөштәр эсенә урынлашҡан икән. Ошо фәнни булмаған ҡараштары менән Кеплер Марстың ике юлдашы һәм Марс менән Юпитер араһында тағы бер планета булырға тейешлеген фаразлай.
Кеплер закондары ябай һәм математик яҡтан кире ҡаҡҡыһыҙ. Ләкин уның мистик философияһын ғалимдар ҡабул итмәй. Ньютонға тиклем Кеплер закондарының мәғәнәһен улар аңламай. Бынан һуң Птолемей системаһын яңынан тергеҙеү тураһында һүҙ ҡуҙғатыусы булмай.
Кеплер протестанттар Григорий календарын ҡабул итһен өсөн күп көс һала (Регенсбургта 1613 һәм Ахенда 1615).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]И.Кеплер хөрмәтенә аталған:
- Кеплер —Айҙағы кратер
- Кеплер — Марстағы кратер
- (1134) Кеплер — астероид
- Сверхновая Кеплера — ул һүрәтләгән өр-яңы йондоҙ- № 1604
- Кеплер (телескоп) — НАСА-ның орбиталь обсерваторияһы, орбитаға 2009 йылда Ҡояш системаһынан ситтә тикшереүҙәр алып барыу өсөн эшләнгән
- Линц ҡалаһы университеты.
- Keplerplatz — Веналағы майҙан һәм метро станцияһы[35].
- Иоганн Кеплер (ATV) — Европа йөк космос карабы, 2011 йыл.
Вайль-дер-Штадт[36], Прага ( Музей Кеплера[en]), Грац[37] һәм Регенсбургта Кеплер музейҙары бар .
Ғалим тормошона бағышланған әҫәрҙәр:
- Опера һәм симфония «Гармония мира», композиторы Пауль Хиндемита (1956).
- Тарихи повесть: «Капитан звёздного океана (Кеплер)»,Ю.Медведев, Молодая гвардия, 1972.
- «Иоганнес Кеплер» (нәфис фильм) режиссёры Франк Фогель (ГДР, 1974 ).
- Кеплер, Джон Бэнвилл романы, рус теленә 2008 йылда тәржемә ителгән.
- «Кеплер» (опера), композиторы Филип Гласс (2009).
- «Глаз астронома» (нәфис фильм), режиссёры Стэн Ньюманн (Франция, 2012 ).
- «Суд Кеплера» (опера),композиторы Тим Уаттс (2016 ).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118561448 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
- ↑ Bryant W. W. Kepler (ингл.) — London, NYC: Society for Promoting Christian Knowledge, Macmillan Publishers, 1920. — P. 13.
- ↑ https://www.weil-der-stadt.de/Weil-der-Stadt-erleben/Keplerstadt/Kepler-Museum
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 Berry A. A Short History of Astronomy (билдәһеҙ) — London: John Murray, 1898.
- ↑ Кеплер Иоганн // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ 10,0 10,1 Лишевский В. П. Кеплер и его законы движения планет. Земля и Вселенная, № 1 (1994), с. 63-69.
- ↑ Лопес, 2015, с. 22
- ↑ Caspar, Max, 1993, с. 29—36
- ↑ Robert S. Westman. Kepler’s Early Physico-Astrological Problematic. Journal for the History of Astronomy, 32 (2001): pp 27-36.
- ↑ Field, J. V. Kepler’s geometrical cosmology. Chicago: Chicago University Press, 1988, ISBN 0-226-24823-2, Chapter IV.
- ↑ См. текст приговора в статье Процесс Галилея: «…Ты, Галилей,… в 1615 г. был обвинён в сем Святом судилище в том, что считаешь за истину и распространяешь в народе лжеучение, по которому Солнце находится в центре мира неподвижно, а Земля движется вокруг оси суточным вращением… в том, что ты по поводу этого учения [Коперника] вёл переписку с некоторыми германскими математиками [Кеплером]».
- ↑ Белый Ю. А., 1971, с. 47—52, 148
- ↑ Белый Ю. А., 1971, с. 69
- ↑ Caspar, Max, 1993, с. 111—122
- ↑ Белый Ю. А., 1971, с. 64—68
- ↑ Белый Ю. А., 1971, с. 92—106
- ↑ Caspar, Max, 1993, с. 192—197
- ↑ Геннадий Горелик. Кто изобрел современную физику? От маятника Галилея до квантовой гравитации. 2017 йыл 7 август архивланған..
- ↑ Д. Антисери и Дж. Реале. Западная философия от истоков до наших дней. От Возрождения до Канта. СПб, Пневма, 2002, с. 195.
- ↑ Белый Ю. А., 1971, с. 148—149
- ↑ Белый Ю. А., 1971, с. 150—154
- ↑ Белый Ю. А., 1971, с. 185—196
- ↑ Белый Ю. А., 1971, с. 197—203
- ↑ Копелевич Ю. X. К истории приобретения Россией рукописей Кеплера // Историко-астрономические исследования. Вып. XI. 1972. С. 131—145.
- ↑ Санкт-Петербургский филиал архива Российской академии наук 2011 йыл 29 сентябрь архивланған..
- ↑ Эйнштейн А. Иоганн Кеплер. В книге: Эйнштейн А. Собрание научных трудов в четырёх томах. М.: Наука. 1965—1967. Под ред. И. Е. Тамма, Я. А. Смородинского, В. Г. Кузнецова. Том IV, с. 121, 325.
- ↑ Harrison E. R. The dark night sky paradox. American Journal of Physics, 45, p. 119—124 (1977).
- ↑ Филоненко В. С. Кеплер и парадокс Ольберса. Земля и Вселенная, 1984, № 2, с. 63.
- ↑ Еремеева А. И. Кеплер и естествознание // Земля и Вселенная. — 1972. — № 1. — С. 39.
- ↑ Liber V. De Motibus Planetarum. Proœmium // Ioannis Keppleri Harmonices Mvndi. — Lincii Austriæ, 1619. — P. 178.
- ↑ Keplerplatz (ингл.). Дата обращения: 19 ноябрь 2018.
- ↑ Das Kepler-Museum im Geburtshaus von Johannes Kepler . Дата обращения: 18 сентябрь 2019.
- ↑ Museumsraum zu Johannes Kepler
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белонучкин В. Е. Кеплер, Ньютон и всё-всё-всё. М.: Наука, Серия Библиотечка «Квант», выпуск 78, 1990. 128 с.
- Белый Ю. А. Иоганн Кеплер. — М.: Наука, 1971. — 295 с. — 17 000 экз.
- Белый Ю. А. Вклад Кеплера в развитие математики и его астрономические исследования // Историко-астрономические исследования. Вып. XI. 1972. С. 65—106.
- Бондаренко С. Б. Путь к славе Иоганна Кеплера // Философия науки. — 2016. — №4. — С. 146 — 175.
- Бэнвилл, Джон. Кеплер. — Текст, 2008. — 288 с. — (Первый ряд). — ISBN 978-5-7516-0711-1.
- Веселовский И. Н. Кеплер и Галилей // Историко-астрономические исследования. Вып. XI. 1972. С. 19—64.
- Данилов Ю. А. Гармония и астрология в трудах Кеплера] // Прекрасный мир науки. — Традиция, 2008. — 383 с. — ISBN 5-89826-282-2.
- Еремеева А. И., Цицин Ф. А. История астрономии. — М.: Изд-во МГУ, 1989.
- История математики / Под редакцией А. П. Юшкевича, в трёх томах. — М.: Наука, 1970. — Т. II.
- Кеплер, Иоганн // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Колчинский И. Г., Корсунь А. А., Родригес М. Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
- Коперник, Галилей, Лаплас, Эйлер, Кетле. Биографические повествования (библиотека Ф. Павленкова). Челябинск, «Урал», 1997.
- Линник В. П. Труды Кеплера в области оптики // Историко-астрономические исследования. Вып. XII. 1975. С. 89—100.
- Лишевский В. П. Рассказы об учёных. М.: Наука, 1986, с. 14—30.
- Лопес, Эдуардо Баттанер Танцы со звёздами. Кеплер. Движение планет // Наука. Величайшие теории. — М.: Де Агостини, 2015. — В. 4. — ISSN 2409-0069.
- Паули В. Влияние архетипических представлений на формирование естественнонаучных теорий у Кеплера // Паули В. Физические очерки. Сб. статей. М., 1975. С. 137—174.
- Филоненко В. С. Кеплер и парадокс Ольберса // Земля и Вселенная. — 1984. — № 2. — С. 63.
- Храмов Ю. А. Кеплер Иоганн (Kepler Johannes) // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 130. — 400 с. — 200 000 экз.
- Applebaum W. Keplerian Astronomy after Kepler: Researches and Problems. History of Science, 1996, V. 34, p. 451—504.
- Caspar, Max. Kepler. — New York: Dover, 1993. — ISBN 0-486-67605-6.
- Gingerich O. Kepler, Johannes. Complete Dictionary of Scientific Biography.
- Koyre A. The Astronomical Revolution. New York: Dover, 1973.
- Voelkel J. R. Kepler, Johannes. Complete Dictionary of Scientific Biography.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кеплер, Иоганн // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Белонучкин В. Е. Кеплер, Ньютон и всё-всё-всё. М.: Наука, Серия Библиотечка «Квант», выпуск 78, 1990. 128 с.
- Белый Ю. А. Иоганн Кеплер. — М.: Наука, 1971.
- * Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6 (тат.)
- 27 декабрҙә тыуғандар
- 1571 йылда тыуғандар
- 15 ноябрҙә вафат булғандар
- 1630 йылда вафат булғандар
- Германияла тыуғандар
- Германияла вафат булғандар
- Алфавит буйынса математиктар
- Германия математиктары
- XVI быуат математиктары
- XVII быуат математиктары
- Алфавит буйынса астрономдар
- Германия астрономдары
- XVI быуат астрономдары
- XVII быуат астрономдары
- Алфавит буйынса физиктар
- Германия физиктары