Имәнлеҡул
Ауыл | |
Имәнлеҡул рус. Имянликулево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452203 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Имәнлеҡул (рус. Имянликулево) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 761 кеше[2]. Почта индексы — 452203, ОКАТО коды — 80256815001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҫаба башҡорттар ғына йәшәгән был ауыл Йәлдәк улусының Солтанбәк түбәһенә ҡарай. Уларҙың күбеһе XVII быуатта йәшәгән Сымтимер Кинчейкиндың (шәжәрәгә ярышлы: Сынтимер Киҫәксин) вариҫтары. Тораҡ пунктына нигеҙ 1790-сы йылдар башында һалына. Шуға ла 1787 йылда уҡ был ауылға тәүгеләрҙән булып килеп төпләнгән кешеләр Йүкәлекүл ауылы (хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлә районына ҡарай) халҡы иҫәбенә индерелгән. 1782 йылда Бәләбәй округы картаһында ла Имәнлеҡул ауылы күрһәтелмәгән. 1795 йылда ауылда 113 кеше, 1816 йылда - 184, 1834 йылда -252, 1859 йылда - 318, 1870 йылда - 333, 1920 йылда- 935 башҡорт йәшәгән[3].
Крайҙы өйрәнеүсе Н. М. Моратовтың яҙмаларында ауылдың тарихы буйынса легенда бирелә һәм ауылға нигеҙҙе Морат, Наҙарғол һәм Салауат Үтәкәйевтар һалғанлығы билдәләп үтелә. Шулай уҡ 1787 йылғы архив документтарында ла ошо уҡ исемдәр осрай: Морат, Наҙарғол, Ғәбделсәлим Салауатов Йүкәлекүл ауылы кешеләре тип теркәлә[4].
1795 йылда ауылда 120 аҫаба башҡорт, 1816 йылда — 181, 1834 йылда — 252, 1859 йылда — 318, 1920 йылда 935 башҡорт йәшәй. 1842 йылда 252 башҡортҡа 24 бот ужым һәм 292 бот яҙғы иген сәселә. Ни бары 4 бот картуф ултыртыла. 46 ихатала 50 умарта була. Ауылда мәсет һәм 3 тирмән тотола.[5].
2002 йылғы иҫәп алыу буйынса ауылда башҡорттар һәм татарҙар йәшәй. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауыл мәҙәниәт йортонда татар халыҡ театры, “Йәшелташ” халыҡ бейеү ансамбле эшләп килә, китапхана бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 761 | 357 | 404 | 46,9 | 53,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (71 %) һәм татарҙар (26 %) йәшәй.[6].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы поземельной переписи 1917 года по: д. Имянликулево, Белебеевский уезд, Имянликулевская волость; фонд Р-473, опись 1, дело 1052(недоступная ссылка)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илһам Вәлиев (19.07.1975), опера йырсыһы (тенор), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2009).
- Сәлихов Файыҡ Сәйетғәли улы (15.04.1939), ветеран-төҙөүсе, «Башсантехмонтаж» йәмғиәтенең элекке генераль директоры. Пётр фән һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Шәрипов Айрат Хәйҙәр улы (1.10.1929—9.01.2015), ғалим-химик‑технолог. 1960 йылдан Нефтехимия производстволары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1968 йылдан – лаборатория мөдире; 1993—2008 йылдарҙа — Нефтехимия һәм катализ институтында ғилми төркөм етәксеһе һәм төп ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр кандидаты (1965). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979).Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры[7].
- Шәрипов Ришат Муса улы (1.01.1933—17.06.2004), электромонтажсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977)[8].
- Шәрипов Тәлғәт Муса улы (1.01.1928—21.03.2013) — үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978)[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.390
- ↑ {{китап |автор=Коллектив авторов |заглавие=История башкирских родов. Ельдяк. |ответственный=Хамидуллин С. И. |ссылка=http://ihtika.ru/index.php/book/istoriya-bashkirskih-rodov-eldeak-tom-(недоступная ссылка) 13-ch--ufa-2015/page/100 |место=Уфа |издательство=Китап |год=2015 |том=13 |страниц=600 |страницы=102 |тираж = 3 000 |isbn= 978-5-85051-605-5
- ↑ * Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәрипов Айрат Хәйҙәр улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәрипов Ришат Муса улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәрипов Тәлғәт Муса улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2017)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имәнлеҡул // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2019)
- Село Имянликулево, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2019)