ВЧК
ВЧК | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 20 декабрь 1917 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ВЧК при СНК РСФСР |
Етәксе | Дзержинский Феликс Эдмундович һәм Петерс Яков Христофорович |
Дәүләт | Совет Рәсәйе |
Юрисдикция таралышы | РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Совет Министров СССР[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Санкт-Петербург, Совет Рәсәйе |
Алдағы | Хәрби-революцион комитеттар[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | РСФСР НКВД-һы ҡарамағындағы дәүләт сәйәси идаралыҡ[d] |
Алмаштырылған | СССР Халыҡ комиссарҙары Советы эргәһендәге Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы |
Алыштырған | Охранное отделение[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 6 февраль 1922 |
ВЧК Викимилектә |
РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Контрреволюция һәм саботажға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы (рус. Всероссийская чрезвычайная комиссия по борьбе с контрреволюцией и саботажем при СНК РСФСР, ҡыҫҡартмаһы — ВЧК)[1] — совет дәүләте именлеген яҡлаусы махсус орган. Комиссия 1917 йылдың 7 (20) декабрендә булдырыла[2]. 1922 йылдың 6 февралендә РСФСР НКВД-һы эргәһендәге ГПУ-ға вәкәләттәрен тапшырыу менән бөтөрөлә.
ВЧК РСФСР дәүләт именлеген яҡлау буйынса пролетариат диктатураһының «бөтә ил территорияһында контрреволюцияға ҡаршы көрәштең етәкселек органы» булараҡ, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы барышында большевиктар тарафынан сәйәси төркәмдәргә, шулай уҡ контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнгән кешеләргә ҡаршы үткәргән ҡыҙыл террорҙы тормошҡа ашырыуҙа яза саралары комплексының төп инструменты булып тора.
Роберт Конквестҡа ярашлы, ревтрибунал һәм ВЧК-ның судтан тыш ултырыштар приговорҙары буйынса 1917—1922 йылдарҙа бөтәһе 140 мең кеше атып үлтерелгән. ВЧК-ның тарих архивы мәғлүмәттәрен өйрәнеү нигеҙендә О. Б. Мозохин әлеге һанды тәнҡиткә дусар итә. Уның һүҙҙәренсә, "бөтә булған төҙәтмәләр һәм тартып-һуҙыуҙар менән бергә ВЧК органдары ҡорбандарының һанын 50 меңдән ашыу баһалап булмай ".[3] Сағыштырыу өсөн: Рәсәй империяһында 1825 йылдан 1905 йылға тиклем сәйәси енәйәттәр буйынса 625 үлем хөкөмө сығарыла, ә революция йылдрында — 1905 йылдан 1910 йылға тиклем — сәйәси енәйәт буйынса 5735 үлем хөкөмө сығарыла, шул иҫәптән хәрби-ялан пригорҙар, улар эсенән 3741 приговор үтәлә[4].
Контрреволюция менән көрәшеү өсөн ВЧК территориаль подразделениеларын булдыра[5].
Ҡыҫҡартылған «ЧК» һүҙенән «чекист» һүҙе барлыҡҡа килгән.
ВЧК-ның бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ВЧК-ны булдырыуҙың төп идеологы В. И. Ленин, Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһын «Беҙҙән күпкә көслөрәк булған кешеләрҙең Совет власына ҡаршы иҫәпһеҙ-һанһыҙ заговорҙарына, иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөжүмдәренә ҡаршы беҙҙең ҡыйратҡыс ҡоралыбыҙ» тип билдәләй[6].
1921 йылдың 27 ғинуарынан алып ВЧК бурыстарына балалар араһында ҡараусыһыҙлыҡты бөтөрөү бурысы йөкмәтелә[7].
ВЧК структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың 22 декабренән 1918 йылдың мартына тиклем ВЧК Петроградта Гороховая урамы, 2-се йортта (хәҙер Рәсәй сәйәси полиция музейы) урынлаша.
ВЧК-ның идаралыҡ аппаратын коллегия етәкләй, ВЧК-ның етәкселек органы — ВЧК Президиумына уның рәйесе етәкселек итә, рәйестең ике урынбаҫары була, документтар әйләнешен 2 шәхси секретарь тәьмин итә.
ВЧК аппаратында түбәндәге бүлектәр һәм подразделениелары була[5]:
- контрреволюцияға ҡаршы көрәш буйынса;
- сит ил бүлеге (1920 йылдың 20 декабре);
- контрразведка бүлеге;
- халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге;
- спекуляция менән көрәш буйынса;
- вазифа енәйәттәре менән көрәшеү буйынса;
- төрмә бүлеге;
- башҡа ҡалалар бүлеге;
- ойоштороу бүлеге;
- тимер юл бүлеге (1918 йылдың 27 июленән);
- хәрби бүлеге (1918 йылдың 27 июленән);
- «диниҙәрҙең дошмандарса эшмәкәрлеге менән» көрәш буйынса бүлеге (1919 йылдың февраленән), һуңынан — ВЧК-ның Йәшерен бүлегенең 6-сы бүлексәһе[8][9];
- шифрлау һәм дешифровка буйынса махсус бүлеге (1921 йылдың 5 майынан);
- контрабанда менән көрәш буйынса комиссия (1921 йылдың 8 декабренән).
1917 йылдың декабрендә ВЧК аппаратында 40 кеше иҫәпләнә, 1918 йылдың мартында — 120 хеҙмәткәр[10].
1918 йылдың мартында ВЧК-ның үҙәк аппараты совет хөкүмәте менән бергә Мәскәүгә күсерелә. 1919 йылдан алып «Рәсәй» страховкалау йәмғиәте бинаһында урынлаша (Лубянкалағы дәүләт именлеге органдарының бинаһы).
Территориаль һәм махсуслаштырылған бүлексәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылда 40 губерна (ГубЧК булараҡ та билдәле) һәм 365 өйәҙ ғәҙәттән тыш комиссияһы иҫәпләнә[10]. ГубЧК бүлектәргә бүленгән[11]:
- контрреволюция менән көрәшеү өсөн;
- спекуляция менән көрәшеү;
- вазифа енәйәттәре менән көрәшеү буйынса;
- ситтән килгәндәр өсөн;
- тимер юлы.
1918 йылдың авгусынан ВЧК-ның сик буйы, тимер юлы һәм һыу-транспорт органдары эшләй башлай[10]. Эре тимер юл пункттарында район, участка ғәҙәттән тыш комиссиялары (ЧК) булдырыла, улар губерна комиссияларына буйһона.
1918 йылдың аҙағында Ҡыҙыл Армияла һәм фронт һыҙатында контрреволюция, шпионаж менән көрәш ойоштороу һәм дошман тылында разведка үткәреү өсөн ВЧК органдары булдырыла. 1919 йылдың 21 февраленә тиклем фронт һәм армия ғәҙәттән тыш комиссиялары ғәмәлдә була, улар 1919 йылдың 21 февралендә Ҡыҙыл Армияһы частарында һәм учреждениеларында шпионаж һәм контрреволюция менән көрәш буйынса махсус бүлектәр тип үҙгәртелә.
Вәкәләттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башта ВЧК-ның функциялары һәм вәкәләттәре бигүк аныҡланмаған була, мәҫәлән, Ф. Э. Дзержинскийҙың 1917 йылдың 7 декабрендә яһаған докладында «комиссия алдан тикшереүҙәрҙе генә алып бара, сөнки был иҫкәртеү өсөн кәрәк» тип әйтелә[12].
Булдырылған ваҡыттан алып ВЧК бер ведомствола закон сығарыу (ҡануниәтте булдырыуҙа туранан-тура ҡатнашыу), суд (суд эштәрен алып барыу) һәм башҡарма (разведка, оператив һәм тәфтиш эштәре) функцияларын башҡара. Административ тәртиптә йоғонто яһау саралары ҡулланыла, улар башта шаҡтай йомшаҡ була: конрреволюционерҙарҙы аҙыҡ-түлек карточкаларҙан мәхрүм итеү, халыҡ дошмандары исемлектәрен төҙөү һәм нәшер итеү, контрреволюцион милкен тартып алыу һәм башҡалар. — түлек карточкаһы мәхрүм контрреволюционер, кисектермәй исемлеген төҙөү һәм халыҡ дошманы, контрреволюцион һәм башҡа мөлкәте конфискациялана.
Граждандар һуғышы башланыу менән ВЧК ғәҙәттән тыш вәкәләттәр ала, уларға ярашлы контрреволюционерҙарға һәм саботажниктарға, спекуляцияла һәм бандитизмда күренеп ҡалған кешеләргә ҡарата төрлө язалау саралары күрелә[10].
Аҡтарҙың әсирлеккә төшкән ҡыҙылдарҙы язалауҙарынан, Володарскийҙы һәм Урицкийҙы үлтереүҙән һәм Ленинды үлтерергә маташыуҙарҙан (1918 йылдың йәйе) башлап, ҡулға алыу һәм заложниктарҙы язалау ғәҙәте дөйөм күренешкә әүерелә һәм асыҡтан-асыҡ башҡарыла. Шикле күренгән кешеләрҙе ҡулға алыуҙы үткәргән контрреволюция, спекуляция һәм саботажға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы партияның формаль күҙәтеүе аҫтында, әммә ысынында бер кемдең дә рөхсәт алмай, үҙ белдеге менән уларҙың яҙмышын хәл итергә әүәҫләнә.— 1919—1920 г.[13]
Ошо уҡ ваҡытта контрреволюционлыҡ фактына төрлөсә баһа бирелә алған, сөнки әлеге терминдың билдәләмәһе аныҡланмаған була: 17 апреля 1920 года в секретном порядке было принято «Циркулярное письмо ВЧК № 4 о взаимоотношениях чрезвычайных комиссий с трибуналами», где в частности содержится такая рекомендация:
ВЧК бер үк ваҡытта иптәштәрҙең иғтибарына, трибуналдар өсөн «ябайлаштырылған ҡарау тәртибе» тураһында айырым инструкция эшләнәсәге тураһында еткерә, ул нәшер ителгән закондың статьялары нигеҙендә эшләнәсәк, әммә бөтә суд эштәрен үтәү ғәйепләү хөкөмөн уҡыуға, ғәйепләнеүсенән һорау алыуға һәм хөкөм сығарыуға ҡайтып ҡаласаҡ.— фрагмент [14]
1921 йылдың 23 декабрендәге Бөтә Рәсәй Советтарының IX съезында Лениндың сығышы ВЧК-ны үҙгәртеп ҡороу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала:
…килеп сыҡҡан хәл әлеге учреждениены кисекмәҫтән тик сәйәси сфераһы менән сикләүҙе талап итә, …ВЧК-ны реформаға дусар итергә кәрәк, уның функцияларын һәм компетенцияларын билдәләргә һәм уның эшен сәйәси мәсьәләләр менән сикләргә кәрәк…— фрагмент [15]
Айырым вәкәләттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1918 йылдың 21 февраленән — РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының «Социалистик Ватан ҡурҡыныс аҫтында» декреты на ярашлы «Дошман агенттары, спекулянттар, талаусылар, хулигандар, контрреволюцион агитаторҙар, герман шпиондары енәйәт урынында атып үлтереләләр».
- атып үлтереүгә хоҡуҡтар һәм бурыстар һәм туранан-тура тормошҡа ҡыҙыл террорҙы ашырыуҙа.
1919 йылдың 20 июнендәге ВЦИК-тың "Хәрби хәлдә тип иғлан ителгән урындарҙа дөйөм судта ҡарарға тейешлегенән сығарыу тураһында " Декреты ЧК органдарына контрреволюцион ниәттәре менән ут төртөүҙә, шартлатыуҙарҙа, күрәләтә тимер юлдарын боҙоуҙа һәм башҡа ғәмәлдәрҙә ҡатнашҡан кешеләрҙе енәйәт урынында атып үлтереү хоҡуғын бирә, 1919 йылдың 22 июнендә «ВЦИК хәбәрҙәрендә» баҫтырыла[16]:295,296. 23 июндә ВЧК 174-се һанлы бойороҡто аңлатмалары менән баҫтырып сығара[17].
[13]:124,247.1920 йылдың 17 ғинуарында юғары язалауҙы сараһы (атып үлтереү) бөтөрөлөү тураһында ВЦИК-тың һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының Ленин һәм Дзержинский ҡул ҡуйған Ҡарары сыға , әммә был документ көскә ингәнгә тиклем Петроград һәм Мәскәү ЧК-лары тарафынан ҡулға алынғандар төндә рөхсәтһеҙ атып үлтерелә[18], Атып үлтереүҙе тыйыу бик ҡыҫҡа арауыҡта ғәмәлдә була, 1920 йылдың 28 ғинуарында Дзержинский фронт ҡарамағындағы бөтә ЧК-оларға «1919 йылдың 22 июнендә телгә алынған енәйәттәр өсөн атып үлтереү, туранан тура язалау» хоҡуҡтары тураһында йәшерен телеграмма ебәрә[19],12 февралдә Бокийға атып үлтереүҙең Төркөстанға ҡағылмағаны тураһында телеграмма ә Белоруссияла 1920 йылдың 6 мартында поляк интервенцияһы башланыу менән 7 мартта уҡ фронттар һәм армияларҙың махсус бүлектәренә, шулай уҡ граждан трибуналдарына атып үлтереү хоҡуғын биреү тураһында телеграммалар ебәрә[20].
1922 йылдың 2 ғинуарында Себерҙәге хәлдәрҙең тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле Дзержинский ВЧК рәйесенең вәкәләттәрен бөтә трибуналдарҙың приговорҙарын санкциялауға шәхси хоҡуғын киңәйтеү тураһында ВЦИК-ка мөрәжәғәт итә[21].
Эшмәкәрлек һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эре йәшерен ойошмаларҙы фашлау һәм юҡ ите («Ватанды һәм Азатлыҡты яҡлау Союзы Союзы», «Бөтә Рәсәй милли үҙәге»), сит ил разведка махсус хеҙмәттәренең заговорҙары бөтөрөлә[10].
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 25 октябрендә РКП(б) Үҙәк Комитетында ВЧК эшмәкәрлеген ҡанунлаштырған үҙгәрештәрҙе закон сығарыу акттарына индереү буйынса мәсьәләләр ҡарала. Фекерләшеү барышында партия делегаттарының бер өлөшө ВЧК эшмәкәрлеген «үҙен Советтарҙан һәм хатта партиянан да да юғары ҡуйғаны өсөн» тәнҡитләй. Шул уҡ ваҡытта Бухарин, Ольминский, Эске эштәр наркомы Петровский ВЧК эшмәкәрлегендә «енәйәтселәр, садистар һәм люмпен-пролетариаттың боҙолған элементтары менән тулған ойошма башбаштаҡлығын» бөтөрөүҙе талап итәләр, ә Каменев, сәйәси контроле комиссияһы рәйесе булараҡ, ВЧК-ны структура булараҡ тулыһынса юҡҡа сығарыу тәҡдимен яһай[22]. В. И. Ленин тар ҡарашлы, террор мәсьәләһенә киңерәк перспективала ҡарарға һәләтһеҙ булған интеллигенция яғынан ҡайһы бер үҙенең эштәре өсөн ғәҙелһеҙ ғәйепләнеүҙәргә дусар ителгән структураға тулыһынса теләктәшлек һәм ярҙамы тураһында белдерә[23],
ә РКП(б) Үҙәк Комитеты цның тәҡдиме буйынса 1918 йылдың 19 декабрендә ЦК РКП(б) юридик яҡтан ВЧК эшмәкәрлегенә ҡарата ниндәй булһа ла тәнҡитте тыйған Ҡарар сығара:
Партия һәм совет матбуғатында, айырыуса ауыр шарттарҙа алып барылған ВЧК эшмәкәрлеге тураһында, ҡайһы бер мәҡәләләрҙә быға тиклем булған, уҫал тәнҡит булырға тейеш түгел[24]
Дзержинский ведомствоның вәкәләттәре һәм эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәтһеҙлек кимәле менән таныш була һәм быны рәсми документтарҙа сағылдыра:
Хөрмәтле иптәштәр!
Аҙаҡҡы көнгә тиклем беҙгә, беҙҙең бөтә бойороҡтарға ҡарамаҫтан, провинциаль ЧК-лар Республика өсөн бер зыянһыҙ кешеләрҙе, йәки бынан да насарыраҡ, үҙебеҙҙең иптәштәрҙе ҡулға алалар, тип яҙалар. Бындай күренештәр ВЧК аппаратына һәм уның урындағы органдарына ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Беҙҙең уйыбыҙса, бындай эштәрҙең сәбәптәре беҙҙең ҡайһы бер ЧК-лар Республикабыҙ тормошоноң үҙгәргән шарттарын тулыһынса аңлап етмәүендә. Әле бер йыл йәки ике йыл элек, киҫкен Граждандар һуғышы осоронда, беҙ, айырым хаталарҙы иҫәпкә алмайынса, массауи операцияларҙы, массауи ҡулға алыуҙарҙы башҡарырға мәжбүр булһаҡ, әгәр беҙ элек ҡәтғи рәүештә һәр бер дошманыбыҙҙы изоляцияларға тейеш булһаҡ, хәҙерге ваҡытта, эске контрреволюцияның 10-дан 9 өлөшө ҡыйратылған ваҡытта, бындай ихтыяж юҡ. Беҙҙең ысулдар үҙгәрергә тейеш …
— Дзержинский Ф.Э. 1920 йылдың 23 мартындағы ВЧК-ның ҡулға алыуҙар үткәреү тәртибе һәм бурыстары тураһындағы циркуляр хаты проектынан өҙөк[25]
ЧК-ны «йәшерен процедуралы инквизиция» тип исемләүсе[13] , әммә уның менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән радикаль тәнҡитсе В. Л. Кибальчич ведомствоны бөтөрөү — меньшевиктарҙың төп талабы[13] , тип телгә ала. 1919 йылдың 17 мартында Дзержинский меньшевиктар артынан — күҙәтеү ойошторорға һәм «уларҙан заложниктар алырға»[26], ә 1920 йылдың 2 майында — «урында уҡ хөкөм итергә һәм Мәскәүгә оҙатырға» ҡуша[27]:
Башҡалар өсөн булған кеүек, минең өсөн дә, ЧК-ның бөтөрөлөүе, ғәҙәти судтарҙы һәм яҡлау хоҡуҡтарын тергеҙеү бынан һуң революцияны эске яҡтан ҡотҡарыу шарты булыуы бәхәсһеҙ ине. Әммә беҙ бер нимә лә эшләй алмай инек. Ул ваҡытта Ленин, Троцкий, Зиновьев, Каменев, Рыков һәм Бухариндар ингән Политбюро һорау ҡуйыуын ҡуя ине, әммә, һис шикһеҙ, ҡурҡыу психозынан һәм абсолют властан үҙҙәре үк ғазапланып, уны хәл итергә ҡыймай ине— 1919–1920 г.[13]
1921 йылдың 19 декабренән 22 декабргә тиклем үткәрелгән РКП(б)-ның XI Бөтә Рәсәй партия конференцияһында ВЧК-ны сикләү проблемаһы күтәрелә һәм ошо тема Лениндың сығышында ла урын таба:
Власть үткәргән иҡтисад сәйәсәте ерлегендә революция барышында булдырылған яңы мөнәсәбәттәр формалары үҙенең сағылышын законда һәм яҡлауҙы суд тәртибендә табырға тейеш… Совет республикаһының суд учреждениелары тейешле кимәлгә күтәрелергә тейеш. ВЧК-ның һәм уның органдарының компетенцияһы һәм эшмәкәрлек даирәһе тейешле рәүештә сикләнергә, һәм үҙе лә ул үҙгәртеп ҡоролорға тейеш[28]
Сталин репрессиялары тураһында һүҙ ҡуҙғатып, президент В. Путин, ҡайһы бер терминдарҙы телгә алмайынса (шул иҫәптән, ВЧК һәм Ҡыҙыл террор терминдарын) ВЧК-ның язалау эшмәкәрлеген ғәйепләп, хөкөм итә[29]:
…Граждандар һуғышы осорондағы заложниктарҙы атып үлтереүҙәр, тотош ҡатламдарҙы юҡ итеү, крәҫтиәндәрҙе эҙәрлекләү, казаклыҡты бөтөрөүҙе иҫкә алыу ҙа етерлек. Бындай фажиғәләр кешелек тарихында бер генә булмаған. Һәм һәр саҡ, беренсе ҡарашҡа йәмле күренгән, әммә ысынында буш идеалдар төп ҡиммәттән – кеше ғүмеренең ҡиммәттәренән, кеше хоҡуҡтарынан һәм азатлыҡтарынан - юғары ҡуйылған саҡта барлыҡҡа килгән. Сөнки масштабы ифрат ҙур. Йөҙләп меңдәр, миллионлап кешеләр язаланған, атып үлтерелгән, лагерҙарға һөрөлгән, юҡ ителгән бит. Шуның менән бергә, ҡағиҙә булараҡ, уларҙың үҙ фекерҙәре булған. Был кешеләр - үҙ фекерен әйтергә ҡурҡмаған кешеләр. Айырыуса файҙалы кешеләр. Милләттең юғары ҡатламы. Һәм, әлбиттә, беҙ оҙайлы йылдар ошо фажиғәне үҙ иңебеҙҙә тоябыҙ. Былар онотолмаһын өсөн, бик күпте эшләргё кәрәк.— «Труд» гәзитенә интервьюһы[30]
ВЧК хеҙмәткәрҙәренең репрессиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сталин репрессиялар үткәреү традицияларын дауам итә, әммә уларҙы репрессив органдар хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ла үткәрә. «Таҙартыу» һөҙөмтәһендә «Дзержинскийҙың көрәштәштәре» тип һаналған ВЧК-ның элекке етәкселәре А. X. Артузов, Г. И. Бокий, М. Я. Лацис, М. С. Кедров, В. Н. Манцев, Г. С. Мороз, И. П. Павлуновский, Я. X. Петерс, М. А. Трилиссер, И. С. Уншлихт, В. В. Фомин репрессиялана[6]
ВЧК документтары һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
5-се совет армияһы ВЧК Махсус бүлегенең атып үлтереү хөкөмө. Красноярск, 1920
Нәфис фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сотрудник ЧК (1963)
- Заговор послов (1965)
- О друзьях-товарищах (1970)
- Бриллианты для диктатуры пролетариата (1975)
- Крах операции «Террор» (1980)
- 20 декабря (1981)
- Тихая Одесса (1967)
- Чекист (1992)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Из протокола № 21 заседания СНК от 7 (20) декабря 1917 г. (Центральный партийный архив Института марксизма-ленинизма при ЦК КПСС, ф. 19, on. 1, д. 21, л. 2. Подлинник) // В. И. Ленин и ВЧК : Сб. документов (1917—1922 гг.). — 2-е изд., доп. — М.: Политиздат, 1987. — С. 152. — 85 000 экз.
- ↑ Согласно сведениям ГАРФ, ф. 130, оп. 1, д. 1, л. 31 об.
- ↑ Мозохин О. Б. Правовое регулирование внесудебных полномочий ВЧК.
- ↑ Куртуа С. и др. Чёрная книга коммунизма. — 2-е изд. — Три века истории, 2001. — 780 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-95423-037-2.
- ↑ 5,0 5,1 Из истории Всероссийской чрезвычайной комиссии (1917—1922 гг.). Сб. док. М., 1958, N 144.
- ↑ 6,0 6,1 А. Велидов «Красная книга ВЧК»
- ↑ Из истории Всероссийской чрезвычайной комиссии (1917—1922 гг.). Сб. док. М., 1958, N 313.
- ↑ ВЧК ⋆ Спецслужбы мира (рус.). Спецслужбы мира. Дата обращения: 21 сентябрь 2019.
- ↑ Русская Православная Церковь. XX век / Беглов А. Л., Васильева О. Ю., Журавский А. В. и др. М.: Изд-во Сретенского монастыря, 2007. С. 122.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 О. И. Чистяков, Кутьина Г. А., Мулукаев Р. С., Новицкая Т. Е., Рогожин А. И., Семидеркин Н. А. «История отечественного государства и права»
- ↑ О чрезвычайных комиссиях . www.hrono.ru. Дата обращения: 15 апрель 2019.
- ↑ В. И. Ленин и ВЧК. Сборник документов (1917—1922 гг.). М., 1987. С. 23.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 Серж В. От революции к тоталитаризму : Воспоминания революционера / пер. с фр. Ю. В. Гусевой, В. А. Бабинцева. — М.: Праксис, 2001. — 696 с.
- ↑ Фонд Александра Н. Яковлева ЦА ФСБ России. Ф. 66. Оп. 1. Д. 92. Л. 115–120. Подлинник. Машинопись..
- ↑ Ленин В.И. Полн. собр. соч. Т.44
- ↑ Декреты советской власти. М. 1971. Т. 5.
- ↑ Фонд Александра Н. Яковлева ЦА ФСБ России. Ф. 66. Оп. 1-Т. Д. 28. Л. 5. Типографский экз..
- ↑ Фонд Александра Н. Яковлева ЦА ФСБ России. Ф. 1. Оп. 4. Д. 710. Л. 132. Подлинник. Машинопись..
- ↑ Фонд Александра Н. Яковлева ЦА ФСБ России. Ф. 1. Оп. 4. Д. 70. Л. 109. Подлинник. Машинопись..
- ↑ Фонд Александра Н. Яковлева ЦА ФСБ России. Ф. 1. Оп. 4. Д. 711. Л. 153. Подлинник. Рукопись..
- ↑ Фонд Александра Н. Яковлева РГАСПИ. Ф. 76. Оп. 3. Д. 237. Л. 3. Копия. Машинопись.
- ↑ Российский центр хранения и изучения документов новейшей истории, РЦХИДНИ, 5/1/2558
- ↑ Ленин и ВЧК: сборник, с. 122.
- ↑ Ленин и ВЧК: сборник, с. 133.
- ↑ Фонд Александра Н. Яковлева ЦА ФСБ России. Ф. 66. Оп. 1-Т. Д. 28. Л. 271. Копия. Машинопись.
- ↑ Фонд Александра Н. Яковлева ЦА ФСБ России. Ф. 1. Оп. 3. Д. 570. Л. 135. Подлинник. Машинопись..
- ↑ Фонд Александра Н. Яковлева http://www.alexanderyakovlev.org/almanah/inside/almanah-doc/1018661 ЦА ФСБ России. Ф. 1. Оп. 4. Д. 712. Л. 314. Подлинник. Машинопись.]
- ↑ КПСС в резолюциях… Т.2.
- ↑ Подход к прессе после посещения Бутовского мемориального комплекса // Президент России, 30 октября 2007
- ↑ В. В. Путин в газете «Труд»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лацис М. И. Чрезвычайные комиссии по борьбе с контрреволюцией. — М.: Гос. изд-во, 1921. — 62 с.
- Мельгунов С. П. Красный террор в России. 1918—1923. — М.: PUICO, P.S., 1990.
- Солженицын А. И. Архипелаг ГУЛАГ: 1918—1956. Опыт художественного исследования. Т. 1—3. — М.: Центр «Новый мир», 1990.
- ЦГА РСФСР. «Высшие органы государственной власти и органы центрального управления РСФСР (1917—1967 гг.)» : Справочник (по материалам государственных архивов)
- Leggett G. The Сheka: Lenin’s political police. — Oxford. 1981.
- Санковская О. М. Формирование кадров всероссийской чрезвычайной комиссии, 1917—1922 гг. : На материалах центрального аппарата ВЧК : дисс. … канд. ист. наук : 07.00.02 — Архангельск, 2004. — 273 c.
- Ратьковский И. С. Красный террор и деятельность ВЧК в 1918 году. — 1-е. — Санкт-Петербург: Издательство Санкт-Петербургского университета, 2006. — 286 с. — 1000 экз. — ISBN 5-288-03903-8.
- Капчинский О. И. ВЧК: организационная структура и кадровый состав. 1917—1922 гг. : дисс. … канд. ист. наук : 07.00.02 — М., 2005. — 276 c.
- Архив ВЧК: Сборник документов / Отв. ред. В. Виноградов, А. Литвин, В. Христофоров; сост.: В. Виноградов, Н. Перемышленникова. — М.: Кучково поле, 2007. — 719 с.
- Симбирцев, Игорь. ВЧК в ленинской России. 1917—1922. В зареве революции. — М.: Центрополиграф, 2008.
- Колпакиди А., Север А.
- В. Зазубрин. щепка. 1923. КГБ. — М.: Яуза, Эксмо, 2010. — С. 7—97. — 784 с. — (Энциклопедия спецслужб). — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-37862-3.
- Яковлева М. А. МЧК: Московская чрезвычайная комиссия. — ООО «Издательство Элит», 2011. — 260 с. — ISBN 989-5-902406-16-7.
- Рябчиков С. В. Зеленые на Юге России: новые материалы // Вісник Міжнародного дослідного центру «Людина: мова, культура, пізнання», 2008, т. 17(2), с. 120—126.
- Рябчиков С. В. Списки кубанского большевистского подполья, или разгадка тайны генерала Болховитинова // Вісник Міжнародного дослідного центру «Людина: мова, культура, пізнання», 2008, т. 18(3), с. 64-70.
- Рябчиков С. В. Заметки по истории Кубани (материалы для хрестоматии) // Вісник Міжнародного дослідного центру «Людина: мова, культура, пізнання», 2011, т. 30(3), с. 25-45.
- Плеханов А. А., Плеханов А. М. Всероссийская чрезвычайная комиссия СНК (7(20) декабря 1917 — 6 февраля 1922): Краткий справочник. — М.: СВГБ, 2011. — 528 с., 3 000 экз., ISBN 978-5-9950-0188-1
- Ҡалып:Книга:ЖЗЛ
- Andrew, Christopher M. and Vasili Mitrokhin (1999) The Sword and the Shield : The Mitrokhin Archive and the Secret History of the KGB. New York: Basic Books. ISBN 0-465-00312-5.
- Carr, E. H. (1958) The Origin and Status of the Cheka. Soviet Studies, vol. 10, no. 1, pp. 1-11.
- Chamberlin, W. H. (1935) The Russian Revolution 1917—1921, 2 vols. London and New York. The Macmillan Company.
- Dziak, John. (1988) Chekisty: A History of the KGB. Lexington, Mass. Lexington Books.
- Figes, Orlando (1997) A People’s Tragedy: The Russian Revolution 1891—1924. Penguin Books. ISBN 0-670-85916-8.
- Leggett, George (1986) The Cheka: Lenin’s Political Police. Oxford University Press, New York. ISBN 0-19-822862-7
- Lincoln, Bruce W. (1999) Red Victory: A History of the Russian Civil War. Da Capo Press. ISBN 0-306-80909-5
- Melgounov, Sergey Petrovich (1925) The Red Terror in Russia. London & Toronto: J. M. Dent & Sons Ltd.
- Overy, Richard (2004) The Dictators: Hitler’s Germany, Stalin’s Russia. W. W. Norton & Company; 1st American edition. ISBN 0-393-02030-4
- Rummel, Rudolph Joseph (1990) Lethal Politics: Soviet Genocide and Mass Murder Since 1917. Transaction Publishers. ISBN 1-56000-887-3
- .
- Schapiro, Leonard B. (1984) The Russian Revolutions of 1917 : The Origins of Modern Communism. New York: Basic Books. ISBN 0-465-07154-6
- Volkogonov, Dmitri (1994) Lenin: A New Biography. Free Press. ISBN 0-02-933435-7
- Volkogonov, Dmitri (1998) Autopsy of an Empire: The Seven Leaders Who Built the Soviet Regime Free Press. ISBN 0-684-87112-2
Энциклопедия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ВЧК. 1917-1922. Энциклопедия / Плеханов А. А., Плеханов А. М.. — М: Вече, 2013. — 512 с. — ISBN 978-5-4444-0226-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Красная книга ВЧК. Т. 1 / под ред. и с предисл. П. Макинциана. — М., 1920. — 317 с.
- Положение о чрезвычайных комиссиях, принятое на Всероссийской Конференции Чрезвычайной Комиссии 10.06.1918 г.
- ВЧК/ГПУ: документы и материалы. Ю. Г. Фельштинский. — М.: Издательство гуманитарной литературы, 1995.
- «Непроницаемые недра» ВЧК-ОГПУ в Сибири. 1918—1929 гг.
- Яковлева М. А. Дискуссии 1919–1921 годов о функциях и правах Всероссийской и Московской чрезвычайных комиссий: современный взгляд // Электронный журнал «Знание. Понимание. Умение». — 2010. — № 6 — История.