Бөйөк күлдәр
Бөйөк күлдәр — Төньяҡ Америкалағы, АҠШ һәм Канада биләмәһендәге сөсө һыулы күлдәр системаһы. Йылға һәм ҡултыҡтар менән ҡушылған эре һәм ваҡ һыу ятҡылыҡтарын берләштерә. Майҙаны яҡынса 245,2 мең км², һыу күләме 22,7 мең км³. Бөйөк күлдәр тип биш күлде атайҙар: Үрге, Гурон, Мичиган, Эри һәм Онтарио. Улар менән бер нисә урта күл тоташҡан. Улар араһында иң мөһимдәре: Сент-Мэрис, Сент-Клэр, Нипигон. Күлдәр Атлантик океан бассейнына ҡарай.
Изге Лаврентий йылғаһы буйлап аҡҡан һыу күлдәрҙең нигеҙ соҡорон формалауға тектоник процесстар ҙур йоғонто яһаған.
Боҙлоҡ массаһы Ер ҡабығына бата, ә һуңынан, боҙлоҡ ирегәс, кире процесс башланған — һыу массаһы барлыҡҡа килгән. Бөйөк күлдәрҙең төньяҡ яр буйында һыу көньяҡҡа ҡарағанда тиҙерәк күтәрелә, был «ауҙарыу» процесы көньяҡты һыу аҫтында ҡалдыра.
Бында суднолар йөрөшө һәм балыҡсылыҡ үҫешкән. 3000 км оҙонлоғонда суднолар йөрөү өсөн каналдар яһалған. Бөйөк күлдәр Гудзон йылғаһы һәм Миссисипи йылғаһы бассейны менән каналдар менән тоташҡан.
Төп порттары: Чикаго, Милуоки, Детройт, Кливленд, Буффало, Торонто.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк күлдәр, барыһын бергә ҡушһаң да, Байкал күленән ҡалышыусы Ерҙәге иң ҙүр сөсө һыу тупланмаһы булып тора. Улар бер-береһе менән йылғалар һәм каналдар менән тоташҡан, шуға һыу бер күлдән икенсе күлгә аға. Үрге күл — Ер планетаһында майҙаны буйынса иң ҙур күл, ә биш күлдең иң бәләкәйе — Онтарио — Европаның иң ҙур күле Ладоганан ҙурырыҡ. Уртаса тәрәнлеге, бик ҙур булмаһа ла, Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәренән тәрәненрәк.
Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо (утрауҙары менән) — яҡынса 18 мең км. Дөйөм майҙаны — 244 106 км², һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 768 мең км² (был иҫәпкә күлдәрҙең майҙаны ла инә), дөйөм күләме — 22 671 км² (Байкал күленә ҡарағанда саҡ ҡына кәмерәк), дүрт күлдең тәрәнлеге 200 метрҙан ашыу, тик Эри күле генә 64 м тәрәнлеккә эйә, ә Сент-Клэрҙың тәрәнлеге ни бары 8 метр. Бөйөк күлдәрҙең иң ҙуры һәм иң тәрәне — Үрге күл, иң бәләкәйе — Сент-Клэр күле.
Бөйөк күлдәргә бер нисә йөҙ бәләкәй йылға ҡоя, күлдәрҙән һыу, Онтарио күленән ағып сыҡҡан һәм Атлантик океанға ҡойған Изге Лаврентий йылғаһы буйлап аға; уның уртаса һыу сығымы — 6637 м²/с.
Күл | Эри | Гурон | Мичиган | Онтарио | Үрге |
---|---|---|---|---|---|
Һыу өҫтө майҙаны | 25 700 км² | 59 600 км² | 58 000 км² | 19 500 км² | 82 400 км² |
Күләме | 480 км³ | 3540 км³ | 4900 км³ | 1640 км³ | 12 000 км³ |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 174 м | 176 м | 176 м | 75 м | 186 м |
Уртаса тәрәнлеге | 19 м | 59 м | 85 м | 86 м | 147 м |
Максималь тәрәнлек | 64 м | 230 м | 281 м | 246 м | 406 м |
Төнгө ҡунаҡханалар | Буффало, Нью-Йорк Кливленд, Огайо Эри, Пенсильвания Толидо, Огайо |
Сарния, Онтарио Порт-Гурон, Мичиган Бей-Сити, Мичиган |
Чикаго, Иллинойс Гэри, Индиана Грин-Бей, Висконсин Милуоки, Висконсин |
Гамильтон, Онтарио Кингстон, Онтарио Ошава, Онтарио Рочестер, Нью-Йорк Торонто, Онтарио Миссисауга, Онтарио |
Дулут, Миннесота Су-Сент-Мари, Онтарио Тандер-Бей, Онтарио Маркетт, Мичиган |
Род-Айленд университеты геологы Джон Кинг фекере буйынса, һыу кимәле климаттың үҙгәреүенә һиҙгер һәм XXI быуатта ныҡ үҙгәреүе ихтимал[1].
2013 йылдың ғинуарында Гурон һәм Мичиган күлдәренең кимәле рекордлы (даими күҙәтеүҙәр башланғандан алып, 1918 йыл) түбән һыу кимәлен яңырта (быға тиклем минимум 1964 йылдың мартында теркәлгән), максималь кимәлдән яҡынса 2 метр түбән (октябрь 1986 йыл) була. Бының бер нисә сәбәбе бар: һыу төбөн тәрәнәйтеү эштәре, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, тупраҡ эрозияһы[2].
Утрауҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк күлдәр буйлап яҡынса 35 000 утрау таралған[3]. Улар араһында иң ҙуры — Гурон күлендәге Манитулин утрауы (сөсө күлдә урынлашҡан (майҙаны Люксембург майҙанынан ҙурыраҡ) донъяла иң ҙур утрау). Ул утрау эсендә Маниту күле бар, уның эсендә шулай уҡ бер нисә күл бар[4]. Тағы бер эре утрау — Үрге күлендәге Айр-Ройал.
Күлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге күл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге күле (ингл. Lake Superior, оджибве Gichigami — ҙур һыу) бөтәһенән дә төньяҡтараҡ һәм диңгеҙ кимәленән иң бейеге урынлашҡан. Был күл Бөйөк күлдәр системаһында иң ҙуры һәм тәрәне, шулай уҡ донъялағы иң ҙур сөсө һыулы күл (82,7 мең км²)[5] — унан тик Каспий диңгеҙе генә ҙурыраҡ. Күл Канада һәм АҠШсигендә урынлашҡан — төньяҡтағында— Канаданың Онтарио провинцияһы, көнбайышта һәм көньяҡта — АҠШ-тың Миннесота, Висконсин һәм Мичиган штаттары. Үрге күл диңгеҙ кимәленән 183 м бейеклектә, канада ҡалҡанының боронғо кристалл тоҡомдарында боҙлоҡ барлыҡҡа килтергән соҡорҙа урынлашҡан. Иң ҙур тәрәнлеге — 406 м, һыу күләме — 11,6 мең км². Бассейн майҙаны күл майҙаны менән бергә 207,2 мең км² тәшкил итә. Күлдең эре ҡушылдыҡтары юҡ. Яр буйы һыҙаты йырғыланған, ҙур ҡултыҡтар — Кивино, Уайтфиш бар. Иң ҙур утрауҙары — Айл-Ройал, Сент-Игнас, Мишипикотен һәм Апостл утрауҙары. Төньяҡта ярҙары бейек (400 метрға тиклем) һәм ҡаялы, ә көньяҡта — күбеһенсә уйһыу һәм ҡомло. Һыуҙары 112 км оҙонлоғонда Сент-Мэрис йылғаһы аша Гурон күленә тиклем ағып төшәләр. Күлдәге һыу һыуыҡ һәм үтә күренмәле. Йәй көндәрендә лә күлдең үҙәк өлөшөнөң температураһы 4 °C-тан артмай, ҡышын дауылдар арҡаһында туңмай. Яр буйы зонаһы уртаса декабрь башынан апрель аҙағына тиклем боҙ менән ҡапланған була[6]. Күл балыҡҡа: алабалыҡ, бағыр, бикре һәм башҡа төрҙәргә бай, шулай уҡ навигация һәм гидроэлектростанцияны тәьмин итеү маҡсатында хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн ҡулланыла. Үрге күле — Бөйөк күлдәр аша үткән һыу юлының мөһим звеноһы. Төп порттары: Дулут, Сьюпириор, Ашленд (АҠШ), Тандер-бей(Канада)[6].
Гурон
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гурон күле (ингл. Lake Huron) — ҙурлығы буйынса Бөйөк күлдәр системаһында икенсе һәм майҙаны буйынса донъяла өсөнсө сөсө һыулы күл, яҡынса 59 600 км² биләй[7]. Ҡыҫҡа Макино боғаҙы (оҙонлоғо яҡынса 3 км) менән Мичиган күле һәм Детройт йылғаһы (оҙонлоғо 51 км) менән Эри күле менән тоташа. Мичиган күленән көнсығыштараҡ урынлашҡан. Гидрография тураһындағы рәсми фән күҙлегенән ҡарағанда Мичиган һәм Хурон берҙәм система барлыҡҡа килтерә, әммә географик яҡтан улар айырым күл тип һанала. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге яҡынса 176 м (Мичигандыҡы кеүек), тәрәнлеге 229 метрға тиклем етә. Күлдең яр һыҙаты Мичиган штаты (АҠШ) һәм Канаданың Онтарио провинцияһы араһында бүленгән. Гурондың төп порттары — Сагино, Бей-Сити, Алпина (АҠШ) һәм Сарния (Канада). Гуронда урынлашҡан Манитулин — сөсө һыулы күлдә урынлашҡан утрауҙар араһында донъялағы иң ҙур утрау.
Француздар тарафынан көндәлек тормошҡа индерелгән күл атамаһы гурон индеецтар ҡәбиләһе исеменән килеп сыҡҡан.
Мичиган
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мичиган күле — ҙурлығы буйынса донъяла дүртенсе сөсө һыулы күл — 58 000 км². Суднолар йөрөй алған канал аша Миссисипи системаһы менән тоташа. Бөйөк күлдәрҙең берҙән-бер тулыһынса АҠШ территорияһында урынлашҡан күл. Үрге күленән көньяҡтараҡ, Макино боғаҙы менән Гурон күле менән тоташҡан, ә Миссисипи йылғаһы системаһы менән Чикаго — Локпорт каналы аша. Мичигандың майҙаны яҡынса 57 750 км² тәшкил итә (ҙурлығы буйынса Бөйөк күлдәр араһында өсөнсө урында тора), оҙонлоғо — яҡынса 500 км, киңлеге — яҡынса 190 км. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 177 м (Гурондыҡы кеүек), тәрәнлеге 281 м тиклем. Йылына яҡынса дүрт ай боҙ менән ҡапланған була. Утрауҙар — Бивер, Төньяҡ Маниту, Көньяҡ Маниту. Яр буйы һыҙаты Мичиган, Индиана, Иллинойс һәм Висконсин штаттары араһында бүленгән. Мичиган күленең эре ҡалалары иҫәбенә Чикаго, Эванстон һәм Хайланд-Парк (Иллинойс), Милуоки һәм Грин-Бей (Висконсин), Гэри һәм Хаммонд (Индиана) инә.
Сент-Клэр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сент-Клэр — Бөйөк күлдәр системаһындағы иң бәләкәй күл, Гурон һәм Эри күлдәре араһында урынлашҡан. Сент-Клэр Гурон менән шул уҡ исемле йылға, ә Эри менән Детройт йылғаһы аша тоташҡан.
Эри
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Э́ри (ингл. Erie [ˈɪri], франц. Érié) — ҙурлығы буйынса донъяла унынсы урынды биләгән сөсө һыулы күл, ә Бөйөк күлдәр системаһында — дүртенсе. Майҙаны 25700 км² булған Эри был күрһәткес буйынса донъя күлдәре араһында (Каспий һәм Арал диңгеҙҙәрен иҫәпкә алғанда) 13-сө урынды биләй. Күл көнбайыш-көньяҡ-көнбайыштан көнсығыш-төньяҡ-көнсығышҡа табан 388 км-ға һуҙылған, киңлеге 92 км-ға етә. Күл АҠШ-тың Мичиган, Огайо, Пенсильвания һәм Нью-Йорк штаттарының ярҙарын һәм Канаданың Онтарио провинцияһын йыуа. Уртаса тәрәнлеге — 19 м, максимумы — 64 м: Бөйөк күлдәрҙең иң һай күле. Һыу көҙгөһөнөң абсолют билдәһе — +173,8 м. Күлдең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә күп һанлы утрауҙар бар. Һыу температураһы ҡышын 0-2 °C-тан йәй 24 °C тиклем үҙгәрә. Яр буйы өлөшө декабрҙән март-апрелгә тиклем туңа. Ниагара йылғаһы ағып сыға, ҡушылдыҡтары: Детройт, Гранд, Рейзин, Гурон, Моми, Сандаски, Куяхога. Онтарио күле менән Ниагара (оҙонлоғо 56 км) һәм Велленд-Эри каналы, ә Гудзон йылғаһы менән суднолар йөрөй торған канал аша тоташҡан. Күл ярында Буффало, Эри, Толидо, Порт-Стенли, Монро, Кливленд ҡалалары бар. Эри топонимы эриелхонан ҡәбиләһе исеменән килеп сыҡҡан.
Онтарио
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Онта́рио (ингл. Ontario) — Бөйөк күлдәр системаһындағы иң аҫҡы һәм ҙурлығы буйынса иң бәләкәй (Сент-Клэр күлен шутламайынса) күл. Майҙаны — 19,5 тысяч км². Күлдең максималь тәрәнлеге 244 метрға етә, уртаса — 86 м. Күл күләме буйынса донъяла 14-се урынды биләй. Күлгә Ниагара йылғаһы ҡоя. Суднолар йөрөй торған каналдар Онтарионы Эри күле һәм Гудзон йылғаһы менән бәйләй. Изге Лаврентий йылғаһы аша Атлантик океан менән тоташҡан. Онтарио суднолар йөрөшө үҫешкән. Күл ярындағы эре порттар — Торонто, Гамильтон, Кингстон (Канада) һәм Рочестер (АҠШ).
Геологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк күлдәрҙе формалаштырған төп тектоник процестар 1,1 — 1,2 миллиард йыл элек үткән, ҡасан элек тоташҡан ике тектоник плита бер-береһенән айырылып, урта континенталь рифт барлыҡҡа килтергән[8][9].
Бөйөк күлдәр һуңғы боҙлоҡ дәүере аҙағында (яҡынса 10 000 йыл элек), Лаврентий боҙ ҡатламы сигенгәс, барлыҡҡа килгән тип фаразлана. Боҙлоҡтарҙың сигенеүе, улар ҡалдырған соҡорҙарҙы тултырған ҙур күләмдә ирегән һыу ҡалдыра.
Боҙлоҡ сигенгән ваҡытта боҙҙан беренсе булып Мичиган һәм Эри күлдәре асыла. Улар урынында бер-бер артлы Миссисипи йылғаһы бассейнына дөйөм ағымы булған Чикаго, Моми, Уитлси күлдәре барлыҡҡа килә. Онтарио һәм Гурон күлдәре боҙҙан асылғас та, улар урынына Эри күленә ағымы булған Альгонкин күле барлыҡҡа килә. Иң ҙур үҫеш осоронда Альгонкин күленең майҙаны 250 мең км² етә. Боҙлоҡ кәмегәс, Онтарио күле айырым һыу объекты булараҡ барлыҡҡа килә — Ирокез күле. Боҙлоҡтоң артабанғы сигенеүе Изге Лаврентий йылғаһы аша һыу ағымын аса[10].
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк күлдәрҙең климаты — дымлы, уртаса типтағы, урта Балтик буйы климатына оҡшаш. Бөйөк күлдәр өлкәһенә һауа шарттарының ҡырҡа үҙгәреүе хас. Был төньяҡта һалҡын Гудзон ҡултығы һәм көньяҡта бик йылы Мексика ҡултығы кеүек төрлө райондарҙың яҡын булыуы менән бәйле. Иң үҙгәреүсән миҙгел — ҡарлы, циклондарҙың әүҙемлеге күҙәтелгән ҡыш. Циклондар менән был ваҡытта арктик һауаның йыш үтеп инеүе бәйле, был ҡапыл һыуытыуға килтерә, ә ҡайһы берҙә бер нисә сәғәт эсендә караптар йөрөү өсөн мөһим булған участкалары боҙ ҡыҫырыҡлап та ала. Ҡышын боҙ тәүҙә Үрге күлен, һуңынан Гурон һәм Мичиганды, ә иң һуңғыһы Эри күлен ҡаплай. Күлдәр тулыһынса боҙ менән ҡапланмай, әммә декабрҙән апрелгә тиклем навигация туҡтай. Яҙ оҙайлы, йыш ҡырауҙар була. Йәй һалҡын, ҡыш кеүек үҙгәреүсән, ямғырҙар һәм көслө елдәр йыш була. Көҙгә аяҙ һәм ҡоро һауа торошо менән «индеецтар йәйе» тип аталған ике аҙнаға тиклемге осор була. Көҙ Бөйөк күлдәр төбәгендә иң яҡшы миҙгел тип һанала[11].
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк күлдәрҙә суднолар йөрөшө үҫешкән. Йөк ташыу өсөн махсус конструкциялы суднолар — «күл йөк машиналары» йәки «озёрники» ҡулланыла, уларҙың оҙонлоғо 300 метрға етә һәм донъяла диңгеҙгә ҡарамаған иң ҙур суднолар булып тора. Бындай ҙур оҙонлоҡ судноларға шлюзды үткәндә индерелгән киңлек сикләүҙәре менән бәйле.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Great Lakes Water Levels Sensitive To Climate Change (ингл.). Science Daily (14 ғинуар 2009). Дата обращения: 14 апрель 2010. Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ Lakes Michigan, Huron hit record low water level (ингл.). www.jsonline.com. Дата обращения: 6 март 2021.
- ↑ Tom Bennett. State of the Great Lakes: 1997 Annual Report (инг.). — DIANE Publishing, 1999. — ISBN 978-0-7881-4358-8.
- ↑ Gary A. Dunn. Insects of the Great Lakes Region (инг.). — University of Michigan Press, 1996. — ISBN 978-0-472-06515-8.
- ↑ Верхнее озеро // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- ↑ 6,0 6,1 Верхнее озеро // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Great Lakes: Basic Information: Physical Facts (ингл.) (недоступная ссылка — история). U.S. Government (25 май 2011). Дата обращения: 9 ноябрь 2011. Архивировано 31 май 2012 года.
- ↑ Grady, Wayne; Bruce M Littel john; Emily S Damstra. The Great Lakes: the natural history of a changing region (инг.). — Vancouver: Greystone Books and David Suzuki Foundation, 2007. — P. 42—43. — ISBN 978-1-55365-197-0.
- ↑ Van Schmus, W. R.; Hinze, W. J.: The Midcontinent Rift System (ингл.) 345–383. Annual Review of Earth and Planetary Sciences (май 1985). Дата обращения: 7 май 2013.
- ↑ Гусаков, Петрова, 1987, с. 8
- ↑ Гусаков, Петрова, 1987, с. 28—30
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Grady Wayne. The Great Lakes: the natural history of a changing region. — David Suzuki Foundation., 2007. — ISBN 9781553651970.
- Anin, Peter. (2006) The Great Lakes Water Wars Island Press ISBN 1-55963-087-6
- Beltran, R. et al. The Great Lakes: An Environmental Atlas and Resource Book . (United States Environmental Protection Agency and Government of Canada, 1995, ISBN 0-662-23441-3).
- Coon, W.F. and R.A. Sheets. Estimate of Ground Water in Storage in the Great Lakes Basin [Scientific Investigations Report 2006-5180]. Department of the Interior, U.S. Geological Survey, 2006.
- Боли А., Северная Америка, [пер. с франц.], М., 1948.
- Канада. Географические районы, пер. с англ., М., 1955.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Великие озёра — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). О. А. Спенглер
- Документальный фильм о Великих озёрах, рецензия (англ.) 2020 йыл 5 август архивланған.