Бәйт әл-мал
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Бәйт әл-мал (ғәр. بيت المال — дом имущества; рус. Байт аль-мал — мөлкәт йорто) — исламда: ҡаҙна, йәмәғәт финанстары, шулай уҡ аҡса һәм башҡа ҡиммәттәр һаҡлау бинаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәйт әл-мал төшөнсәһе Мөхәммәт пәйғәмбәр осоронда уҡ булған, әммә төп әһәмиәтен ул Хаҡ хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хакимлыҡ иткән осорҙа алған [1].
638—640 йылдарҙа хәлифә яулап алынған илдәрҙә күсемһеҙ милекте бүлешеп алыуҙы тыя, мөһәжирҙәргә, ансарҙарға һәм һуғышсыларға эш хаҡын түләүҙе ойоштора. Эш хаҡы биремдәр һәм һалымдарҙан түләнә. Ошоға бәйле финанс ведомствоһы, үҙәк һәм провинциаль идаралыҡтар һәм һаҡлағыстар булдырыу зарурлығы тыуа.
Бөтә керемдәр һаҡланған бина, шулай уҡ дөйөм алғанда бөтә общинаның аҡсаһы бәйт әл-мал тип атала башлай. Ул ғәҙәттә наместник резиденцияһында йәки йәмиғ мәсетендә урынлаша[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [146 Байт аль-Мал] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Большаков О. Г. Байт ал-мал // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 37.
- Bayt al-Māl // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Sajjadi, Sadeq; Gholami, Rahim. Bayt al-Māl // Encyclopaedia Islamica / Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and, Farhad Daftary. — Brill Online, 2014.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байт аль-мал . Российская академия художеств. Дата обращения: 5 июнь 2015.