Эстәлеккә күсергә

Батыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Батыр
Батыр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Фёдоровка районы

Координаталар

53° с. ш. 55° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 254 830 002

ОКТМО коды

80 654 430 106

ГКГН номеры

0666171

Батыр (Рәсәй)
Батыр
Батыр
Батыр (Башҡортостан Республикаһы)
Батыр

Батыр (рус. Батырово) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 441 кеше[1]. Почта индексы — 453288, ОКАТО коды — 80254830002.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 441 224 217 50,8 49,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны


Батыр ауылы XVIII быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килә, һәр хәлдә 1786 йыл картаһында был ауыл күрһәтелә. Быуат аҙағында 15 ихатала 56 кеше йәшәй. 1816 йылда ауылға иң тәүгеләрҙән килеп төплөнгән Кинйәғол Батыровтың улына 67 йәш тула. VII ревизияға 3 йортта ни бары 22 кеше генә ҡала.

1834 йылғы VIII халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Ырымбур өйәҙендә Юрматы ырыуының ике ауылы булыуы билдәләнә: береһе — әлеге ваҡытта Ырымбур өлкәһенә ҡараған Мерәҫ ауылы, икенсеһе — Аҙнай түбәһенең 32-се йортона ҡараған Батыр ауылы. 1837 йылда Батыр ауылында межаланған ҡаҙна ерендә 347 башҡорт көн күрә[2]. Х ревизия билдәләүенсә, 46 йортта 449 башҡорт аҡабалары.

1850-се йылдарҙа ауылға хәҙерге Башҡортостандың Ейәнсура районынан Хәлитовтар нәҫеле килеп төпләнә. Шулай уҡ татар мырҙаһы Аҡсуриндар ҙа Батыр ауылында йәшәгән була. 1917 йылғы рәүиз документтары буйынса 167 ихатала 879 башҡорт, 2 ихатала 7 татар, 2 ихаттала 20 урыҫтың йәшәүе теркәлә. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыуҙа 166 йорт хужалығында 753 башҡорт теркәлә[2].

1842 йылда 38 кешегә ужым икмәге — 16, яҙғы культуралар 232 бот сәселгән. Уларға йылҡы — 50, һыйыр малы — 25, һарыҡ 18 баш тура килә[3].

Батыр ауылы топонимдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Фёдоровка районы Батыр ауылы топонимдарын викидәреслектә уҡығыҙ.