Амосов Николай Михайлович
Амосов Николай Михайлович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө |
12 декабрь 2002[1][2] (89 йәш) |
Ғилми даирәһе |
хирургия, торакаль хирургия, кардиология, кардиохирургия, геронтология, кибернетика |
Альма-матер |
Архангельск медицина институты (1933 йыл), |
Амосов Николай Михайлович (6 декабрь (19 декабрь) 1913 йыл — 12 декабрь 2002 йыл) — СССР һәм Украинаның торакаль хирургы, ғалим-медик, кибернетик, әҙип.
Торакаль хирургия һәм кардиология буйынса новаторлыҡ методика, һаулыҡҡа системалы мөнәсәбәт, геронтология буйынса дискуссион эштәр, яһалма интеллект проблемалары һәм ижтимағи тормошто рациональ планлаштырыу авторы. 1953 йылда медицина фәндәре докторы, 1969 йылда Украинаның Милли фән академияһы академигы, 1973 йылда «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исемдәренә лайыҡ була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Никола́й Миха́йлович Амо́сов рус крәҫтиәне ғаиләһендә, Новгород губернаһы Череповецк өйәҙенең Ольхово ауылында тыуа[3] (Бөгөн был ауыл Вологда өлкәһе территорияһындағы Рыбинск һыуһаҡлағысы төбөндә ҡалған). Әсәһе акушер була. Ярлы ғына йәшәйҙәр. Әсәһенең эштә бүләктәр алмауы Николайға ғүмерлек өлгө була.
12 йәштән 18 йәшкә тиклем Череповец мәктәбендә уҡый, һуңынан механика техникумын тамамлап, механик була. Ярлы һәм яңғыҙ йәшәй.
1992 йылдың көҙөндә Архангельск ҡалаһының ағас бысыу заводында эшселәр сменаһы начальнигы булып хеҙмәт юлын башлай. 1934 йылда Галя Соболеваға өйләнә һәм ситтән тороп индустриаль институтҡа уҡырға инә. Ошо уҡ йылда әсәһе үлеп ҡала.
1935 йылда үҙенең тәүге ҡатыны менән бергә Төньяҡ дәүләт медицина университетына (Архангельск медицина институты) уҡырға инә. 1939 йылда уны яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Физиология менән шөғөлләнергә уйлай, әммә аспирантурала хирургия буйынса ғына буш урындар була. 1940 йылда параллель рәүештә ситтән тороп, индустриаль институтта уҡып, отличие менән инженер дипломы ала.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында күсмә госпиталдә хирург булып хеҙмәт итә. Уның ҡулынан 40 000-дән ашыу яралы үтә, 4000-дән ашыу операция яһай[4][5].
1944 йылда икенсе тапҡыр — шәфҡәт туташы Лидия Васильевна Денисенко менән өйләнешә (12.12.1920—07.04.2014).[6]
1953 йылдың мартында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Киев медицина институтының кафедраһын етәкләй. 1960 йылда Кибернетика институтының биокибернетика бүлеге етәксеһе була. 1963 йылдың 17 ғинуарында Советтар Союзында йөрәк клапанына тәүге митраль протезлау үткәрә[7].
1965 йылда Н. М. Амосов йөрәк клапанына бәләкәй габаритлы протездарҙы имплантциялауҙың уңышлы тәжрибәһе тураһында белдерә[8]. Эксперименталь модельдең эш варианты ҡулланыу өсөн Кирово-Чепецк химик заводына Медицина тематикаһының махсус конструктор бюроһына тапшырыла. А. Н. Бакулев исемендәге Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы фәнни үҙәгендә уҙғарылған тәжрибәле партияның тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе нигеҙендә[9] һәм шулай уҡ Н. М. Амосов рекомендациялары буйынса[10] әҙерләүсе завод конструкцияға үҙгәрештәр индерә. Йөрәк клапанының бәләкәй габаритлы протезы «МКЧ-27» исемен ала.
1968 йылда Н. М. Амосов Киев фәнни тикшереү институтында туберкулёз һәм күкрәк хирургияһына фән буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Бер үк ваҡытта ул (1955—1970 йылдарҙа) Врачтарҙың белемен камиллаштырыу институтының күкрәк хирургияһы кафедрһын да етәкләй.
1983 йылдан Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы институтының директоры була.
1962—1979 йылдарҙа Киев өлкәһенән СССР Юғары Советының Союзы Советы 6-9 саҡырылыш депутаты[11][12][13][14]. Юғары Советҡа туғыҙынсы саҡырылыш депутат булып, 490-сы Киев-Мәскәү һайлау округынан һайлана; Совет Союзының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль тәьмин итеү комиссияһы ағзаһы[14]. 1989—1991 йылдарҙа СССР халыҡ депутаты.
1998 йылдың 29 майында Бад-Эйнхаузенда (Германия) Амосовҡа Herz- und Diabeteszentrum Nordrhein-Westfalen профессор Кёрфер тарафынан операция яһала. Уға биологик аорталь клапан индереп тегәләр һәм коронар артерияларға ике шунт һалалар[6][15].
1998 йылда Н. М. Амосов «Яҡшы хеҙмәте өсөн» II дәрәжә орден менән наградлана[16].
2002 йылдың 12 декабрендә инфаркттан вафат була һәм Киевтың Байково зыяратында ерләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Лидия Васильевна Денисенко (12 декабрь 1920 — 7 апрель 2014) Киев медицина институтын тамамлай, хирург, физиотерапевт булып эшләй.
Ҡыҙы — Амосова Екатерина Николаевна, 1956 йылда тыуған, Украина медицина фәндәре милли академияһының мөхбир ағзаһы, медицина фәндәре докторы, профессор, Украинаның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Украинаның атҡаҙанған врачы, Украина дәүләт премияһы лауреаты, А. А. Богомольц исемендәге Милли медицина университетының ректоры.
Кейәүе — Владимир Григорьевич Мишалов, 1955 йылда тыуған, медицина фәндәре докторы, профессор, Украинаның атҡаҙанған врачы (2000), Украина Дәүләт премияһы лауреаты.
Ейәнсәре — Анна, 1989 йылда тыуған.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1960 йылдарҙа һәм 1970 йылдар башында Николай Михайлович, туберкулез менән ауырып, Иҫке Ҡырым шифаханаһында дауалана. Сирҙән тулыһынса ҡотолғас, бында пульмонология-хирургия бүлеге аса. Йыш ҡына Иҫке Ҡырымға 3-4 айға туғандарына килә һәм үҙенең уҡыусыларын килтереп, уларҙы туберкулез сирен дауаларға өйрәтә. Үҙе шифаханала ла, Иҫке Ҡырым ҡала дауаханаһында ла операциялар яһай[17]. Ул ваҡытта врач булып эшләүсе И. К. Мельников хәтерләүенән:
Амосов тәккәберлек сифаттары булмаған бик ябай кеше булды. Мин врач булып эшләгән һәм Амосовты йөҙгә белмәгән саҡта, корпуста тыйнаҡ ҡына баҫып торған кешегә журналдарҙы шифахананың администрацияһына алып барырға ҡуштым. Ул бер һүҙһеҙ генә был журналдарҙы ҡушылған ергә алып барып ҡуйҙы. Икенсе көндө баш табиптың кәңәшмәһендә Мин һәм Амосов булды. Николай Михайлович һүҙ ыңғайында ғына: « Мине, профессорҙы, курьер итеп эшләп өлгөрҙөләр…», — тип әйтеп ҡуйҙы.
Тарих ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2003 йылда Иҫке Ҡырым шифаханаһына мемориаль таҡта ҡуйыла һәм ҡала дауаханаһына Амосов исеме бирелә.
- 2003 йылда Иҫке Ҡырымда, Николай Амосов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйыла.
- Череповец медицина училищеһы Амосов исеме менән йөрөтөлә.
- Киевтың Соломенск районында Николай Амосов исемен Украинаның Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы милли институты йөрөтә.
- Дубна ҡалаһы һәм Омутня утрауы араһындағы Иваньков һыу һаҡлағысына йөрөгән РВ1415 проектының мотор катерына Николая Амосов исеме бирелгән.
- 2004 йылда, 1974—1952 йылдарҙа беренсе өлкә дауаханаһындағы төп эшенән тыш, үҙенең преподавателлек эшмәкәрлеге алып барған 2-се Брянск медицина колледжына Николай Амосов исеме бирелә.
- 2016 йылдың февраленән[18] Амосов урамы Харьков ҡалаһында ла булдырыла.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1964— «Мысли и сердце»
- 1965— «Записки из будущего»
- 1969— «Искусственный разум»
- 1975— «ППГ 2266 (Записки полевого хирурга)»
- 1977— «Раздумья о здоровье»
- 1979— «Здоровье и счастье ребёнка»
- 1983— «Книга о счастье и несчастьях»
- 1996— «Преодоление старости»
- 1997— «Моя система здоровья»
- 1998— «Голоса времен»
- 2000— «Размышления»
- 2002— «Энциклопедия Амосова»
- 2003— «Мое мировоззрение»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Николай Амосов // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Николай Михайлович Амосов. 100 летие со дня рождения. 1913—2013
- ↑ Н. М. Амосов. Энциклопедия Амосова. Алгоритм здоровья.— Москва, Донецк: ACT, Сталкер, 2004
- ↑ Керц, Ольга Человек века, или Феномен Николая Амосова . Газета «Новая» (2 декабрь 2009). Дата обращения: 24 ғинуар 2011. Архивировано 2 декабрь 2009 года.
- ↑ 6,0 6,1 Николай Михайорвич Амосов о своей жизни и творчестве
- ↑ Бураковский В. И. Первые шаги. Записки кардиохирурга.— М. 1988.— 239 с.
- ↑ Амосов Н. М., Чепский Л. П. Новые наблюдения по применению искусственных клапанов сердца. / Тез. докл. IX Науч. сессии Ин-та серд.-сосуд. хирургии им. А. Н. Бакулева АМН СССР.— М. 1965.— С. 4—6.
- ↑ А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы институтының фәнни эше буйынса отчеты.— М., 1965.
- ↑ Амосов Н. М., Кривчиков Ю. Н., Чепский Л. П. Новые наблюдения по применению искусственных клапанов сердца. Новое в кардиохирургии.— М., 1966.— 246 с.
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 6 созыва
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 7 созыва
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 8 созыва
- ↑ 14,0 14,1 Книга: Депутаты Верховного Совета СССР 9 созыва
- ↑ http://www.icfcst.kiev.ua/AMOSOV/txt/experiment2001.doc 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента України № 1303/98 від 24 листопада 1998 року «Про нагородження відзнакою Президента України— орденом „За заслуги“»
- ↑ Анатолий Потиенко Старый Крым: город музеев, город-музей. 2009 Симферополь Издательство «Салта» ЛТД" ISBN 978-966-16-2312-4
- ↑ Про перейменування об’єктів топоніміки міста Харкова . http://www.city.kharkov.ua/.+Дата обращения: 17 апрель 2016.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имена вологжан в науке и технике / Сост. П. К. Перепеченко; Ред. кол.: А. К. Авдошенко, Н. П. Антипов, П. А. Колесников, В. В. Лебедев, П. К. Перепеченко, А. П. Полетаев, А. В. Смирнов (ред.), Г. И. Соколов, Н. М. Хлхлдков; Под общ. ред. В. М. Малкова; Вологодский государственный педагогический институт, Вологодский областной краеведческий музей. — Вологда: Северо-Западное книжное издательство, 1968. — С. 274-277. — 280 с. — 4000 экз. (в пер.)
- М. С. Шойфет. Амосов (1913–2002) // 100 великих врачей. — М.: Вече, 2008. — 528 с. — (100 великих). — 5000 экз. — ISBN 978-5-9533-2931-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Амосов Николай Михайлович . «Герои страны» сайты.
Амосов Николай Михайлович Викимилектә | |
Амосов Николай Михайлович Викияңылыҡтарҙа |
- Многоязычный сайт, посвящённый Н.Амосову — биография, фото, книги
- Произведения Н. Амосова
- Амосов Николай Михайлович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Николай Амосов:«Мне, в общем, наплевать на смерть!» LB.ua. Дата обращения: 10 февраль 2015.
- Николай Амосов в фоторепортаже Льва Шерстенникова
- 19 декабрҙә тыуғандар
- 1913 йылда тыуғандар
- 12 декабрҙә вафат булғандар
- 2002 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Вологда өлкәһендә тыуғандар
- Шәхестәр:Медицина
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Мемуарсылар
- Украина хирургтары
- СССР хирургтары
- Украина яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- Рус яҙыусылары
- 6-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары