Амангилде (Әбйәлил районы)
Село | |
Амангилде рус. Амангильдино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453625 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Амангилде (рус. Амангильдино; икенсе атамаһы Тоҡомбәт) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. Амангилде ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 651 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80201807001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 25 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 77 км
Амангилде ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көнбайышҡа табан 25 километр һәм Магнитогорск тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбафПоЬйышҡа табан 77 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амангилде (Тоҡомбәт) ауылының ике исеме бар. Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1816-1834 йылдар араһында нигеҙ һалған. Әйтер кәрәк, XVIII быуатта — XIX быуат башында бындай исем аҫтында ауылдар булмаған. XVIII быуаттың 30-сы йылдарында Тамъян улусы старшинаһы Тоҡомбәт Әлембәтов булғаны билдәле. Һәм ауылдың тәүге атамаһы Тоҡомбәт антропонимынан булған.
XIX быуат уртаһынан Амангилде исеме менән йөрөтөлә башлай. Амангилденең улдары — Ыласын, Тайсы һәм Мөхәмәтғәле Амангилдиндар.
1834 йылда Амангилделә йәшәгән 25 хужалыҡта донъя көткән 177 кешегә 125 ат, 100 һыйыр, 100 һарыҡ, 30 кәзә тура килә. 20 ылау булып Буҙбейә, Ҡыраҡа башы, Мостаүлгән йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр. Барлығы 240 бот яҙғы икмәк сәселгән. Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында тирмәндәре булған[4].
1859 йылда Амангилде ауылында 252 кеше йәшәгән. 1866 йылда ауылдың 32 йортонда 233 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
1900 йылда ауылда мәсет, һыу тирмәне булған. 1920 йылда Амангилделә 541 кеше йәшәгән[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[6] | 2009[6] | 2010[1] |
835 | ↘779 | ↘651 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[7].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 336 | ||||
1920 йыл 26 август | 228 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 479 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 420 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 571 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 835 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 651 | 317 | 334 | 48,7 | 51,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Әлеге ваҡытта Амангилде ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, дауалау амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[8].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тайсин Вафир Нурислам улы (6.08.1927—10.01.1995), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1987 йылдарҙа «Урал» совхозының тракторсы-машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957)[9].
- Әхмәтҡужин Әсхәл Әбүталип улы; Әсхәл Әхмәт-Хужа (24.06.1942—8.11.2018), 8 ноябрь 2018 йыл) —шағир, тәржемәсе. 1970 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2002). Әҙәби премиялар лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2007). Әбйәлил районының почётлы гражданы (2007).
- Юлмөхәмәтов Әхиәр Хәкимйән улы (12.01.1936-13.02.2009), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1997 йылдарҙа ауыл киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), Ленин ордены кавалеры (1971)[10].
- Дәүләткирәев Айтуған Әхмәт улы (14 ноябрь 1972 йыл) — бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- урамы (рус. (улица)
- Вадим Бакиев урамы (рус. Вадима Бакиева (улица)
- Вафир Тайсин урамы (рус. Вафира Тайсина (улица)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица)
- Ҡыҙыл урамы урамы (рус. Кизил (улица)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Төньяҡ урам (рус. Северная (улица)
- Тайманышты урамы (рус. Тайманашты (улица)
- Таштимер Баймөхәмәтов урамы (рус. Таштимера Баймухамәтова (улица)
- Сәскә урамы (рус. Цветочная (улица)
- Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица)[11]
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафина Ф. Хәҙер юл аҙап түгел, ә йырлап йөрөрлөк. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 2 декабрь[12]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство== Әҙәбиәт == «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Амангилде (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 36. — ISBN 978-5-295-04683-4. 36 б.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан : Справочник. Уфа : Китап, 2017. — 472 с. : ил. ISBN 978-5-295-06668-9 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
- Амангильдино на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Амангилде (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ ИСДБ|страница=36}}
- ↑ ИСДБ|страница=36}}
- ↑ 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;справочник
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Амангилде (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Тайсин Вафир Нурислам улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Заслуженные люди СП. Юлмухаметов Ахияр Хакимьянович. Амангильдинский сельсовет муниципального района Абзелиловский район. Официальный сайт 2021 йыл 11 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2021)
- ↑ Улицы
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2014, 2 декабрь(недоступная ссылка)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Амангилде (Әбйәлил районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |