Юрий Дрогобыч
Юрий Дрогобыч | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Поляк короллеге[d] |
Тыуған көнө | 1450 |
Тыуған урыны | Дрогобыч[d], Русское воеводство[d], Поляк короллеге[d] |
Вафат булған көнө | 4 февраль 1494[1] |
Вафат булған урыны | Краков, Поляк короллеге[d] |
Ерләнгән урыны | Краков |
Һөнәр төрө | астроном, фәлсәфәсе, университет уҡытыусыһы, астролог, медик, мөхәррир, табип, яҙыусы |
Эш урыны |
Ягеллон университеты Болонский университет[d] |
Уҡыу йорто |
Болонский университет[d] Ягеллон университеты |
Кемдә уҡыған | Girolamo Manfredi[d] |
Юрий Дрогобыч Викимилектә |
Котермак Юрий Михайлович, шулай уҡ Юрий (Георгий) Михайлович Донат, Рустән магистр Георгий Дрогобыч (лат. Georgius Drohobicz de Russia, укр. Юрій Дрогобич, пол. Jerzy Kotermak Drusianus, итал. Giorgio da Leopoli); яҡынса 1450, Рус воеводалығы, Польша Короллеге — 4 июль 1494, Краков, Польша Короллеге) — галич астрологы, табип, философ, библиофил. Яңырыу дәүерендәге украин (рутен) гуманисы. Фараз ителеүенсә, Котермак гуманистарҙың нюрнберг түңәрәге менән бәйләнеш тота һәм, ихтимал, Краковта Николай Коперниктың уҡытыусыларының береһе була. 1481 йылдан 1482 йылға тиклем — Болонья университеты ректоры. 1488 йылдан — Краков университеты профессоры
Юрий Дрогобыч көнсығыш славян аҡыл эйәләре араһында латин телендә нәшер ителгән иң беренсе баҫма әҫәрҙәр авторы булып иҫәпләнә, шулай уҡ европа университетында ғилми дәрәжәгә эйә булған һәм Рустән сыҡҡан беренсе билдәле медицина докторы була.
Биографияһы
- Дрогобычта галич тоҙ ҡайнатыусыһы Михаил Донат ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде Юрий изге Юрий Евтимий сиркәүе янындағы мәхәллә мәктәбендә ала. Фараз ителеүенсә, ул унда пасхалиялар иҫәпләү буйынса беренсе белемен һәм латынь буйынса төп белемде ала.
- Атаһы үлгәндән һуң Юрий Львовта ниндәйҙер пан Айнольфтың сауҙа эштәрен алып бара.
- 1468 йыл аҙағында йәки 1469 йыл башында Ягеллон университетына уҡырға инә (Краков), унда бакалавр (1470) һәм магистр ғилми дәрәжәләре ала (1473).
- Болонья университетында, философия докторы булараҡ, астрономиянан лекциялар уҡый, бер үк ваҡытта медицина (1482) һәм ирекле сәнғәттәр (1478) өйрәнә.
- 1478—1479 һәм 1480—1482 йылдарҙа Болоньяла астрономиянан лекциялай уҡый, ә 1481 йылдан 1482 йылға тиклем университет ректоры була.
- 1482 йылда Рим Папаһы Сикст IV бойороғо буйынса алдағы йылға юрауҙар өҫтөндә эшләй.
- 1483 йылдың 7 февралендә Римдә Ағымдағы 1483 йылдың прогноз яһау баһалары (Iudicium pronosticon Anni M.cccc.lxxxiii) тигән китап баҫтырып сығара, был көнсығыш славян авторының тәүге баҫма китабы була. Был китапҡа ул Рустән Юрий Дрогобыч тип ҡул ҡуя. Китапта ғилми булмаған астрологик юрауҙарҙан тыш, георгафиянан, астрономиянан, метеорологиянан мәғлүмәттәр урынлаштыра, шулай уҡ Вильнюс, Дрогобыч, Львов, Мәскәү һ.б. ҡалаларҙың ҡайһы географик киңлектәр сигендә ятыуын билдәләргә маташыу ҙа була. Юрий Дрогобыч бында христиан илдәре халҡына кенәздәр һәм байҙарҙың иҙеүе менән бәйле ҙур ҡурҡыныс янай тип билдәләй. Кеше аңының донъяның законлығын танып белеү һәләтенә ышаныс белдерә. Папа Сикст IV Инквизицияны законлаштыра һәм Совет йәһүдтәрҙе, еретиктарҙы һәм башҡа Инквизицияға хуш килмәгән кешеләрҙе һалҡын ҡанлылыҡ менән юҡ итә башлай. Ошо йылда уҡ Папа Сикст IV тарафынан бөтә китаптарға ҡаты цензура индерелә. Шул саҡ Юрий Дрогобыч үҙенең хата ебәргәнен аңлап ҡала: ул юрауҙарын асыҡтан-асыҡ яҙа, уларҙы шифр менән яҙырға кәрәк булған. Был ауыр кисерештәрҙән һуң Котермак кешеләр өсөн юрауҙарҙы бөтөнләйгә туҡтатырға ҡарар итә.
- 1486 һәм 1487 йылдар тирәһендә Галицияға ҡайта, ә 1488 йылдан Краков университетында лекциялар уҡый, тап был ваҡытта унда Николай Коперник уҡыған була. Краковта йәшәгән осоронда король табибы титулы ала.
- Краковта йәшәгән осоронда китап нәшер итеүсе Швайпольт Фиоль менән хеҙмәттәшлек итә, бер нисә китап баҫтырып сығарыуға булышлыҡ итә, шул иҫәптән «Часослов» китабын да баҫтыра, был көнбайыш рус телендәге баҫтырып сығарған беренсе китап була. Күрәһең, Юрий Дрогобыч Павел Русин менән бергә Фиоль китаптарының мөхәррире була.
Хеҙмәттәре
Париж китапханаларында Дрогобычтың астрологик трактаттарының ике күсермәһе һаҡланған: 1478 йылдың 29 июлендә тотолоуға баһа һәм «Юдициум прогностиконы», ә Мюнхендағы Бавария дәүләт китапханаһында 1478 йылдың март—декабрь айҙарына прогнозы, ул немец гуманисы Х. Шедель тарафынан күсереп алынған. Был хеҙмәттәр Дрогбычтың антик һәм урта быуат әҙәбиәте тураһында төплө хәбарҙар булыуын раҫлай.
Библиография
- Дрогобич Юрій. Бібліогр. покажчик : [до 500-річчя виходу першої друкованої книги вітчизняного автора] / уклад.: М. Г. Ваврич, Я. Д. Ісаєвич. — Львів: Львів. наук. б-ка ім. Василя Стефаника, 1983. — 66 с.
Сығанаҡтар
- Дрогобич Ю. Роки і пророцтва / Уклад. і наук. ред. В. М. Вандишев. — X.: Факт, 2002.
- Гайдай Л. Історія України в особах, термінах, назвах і поняттях. — Луцьк: Вежа, 2000.
- Довідник з історії України. За ред. І.Підкови та Р.Шуста. — К.: Генеза, 1993. 2009 йыл 10 апрель архивланған.
- Гуманіст епохи Відродження. // Календар знаменних подій і дат. IV квартал. 2005. — 2005. — С. 97—102.
- Юрий Дрогобыч в контексте формирования украинской элиты. // День. — 2 августа 2003 года. — С. 5 2012 йыл 10 октябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- город Дрогобыч 2010 йыл 6 июль архивланған.
- фильм телеканала СТБ(недоступная ссылка)