Эстәлеккә күсергә

Сүриә тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Сүриә тарихы
Дәүләт  Сүриә
 Сүриә тарихы Викимилектә

Сүриә тарихы — Сүриә Ғәрәп Республикаһы урынлашҡан территорияның тарихы. Беҙҙең эраға тиклем 10 мең йыл самаһы элек Сүриә керамикаға тиклемге А неолиты үҙәктәренең береһенә әүерелә, унда донъяла беренсе тапҡыр малсылыҡ һәм ер эшкәртеү барлыҡҡа килә. Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта Сүриә территорияһында Эбла семит ҡала-дәүләте була, ул шумер-аккад цивилизацияһына ҡарай. Уның тарихындағы сағыу осорҙарҙың береһе беҙҙең эраға тиклем X—VIII быуаттарға тап килә, ул саҡта батшалар Ризон I һәм Таб-Риммондың баҫҡынсылыҡ яуҙарынан һуң Дамаск ҡалаһы ҡеүәтле арами батшалығының үҙәге ителә, был дәүләт тиҙҙән бөтә Сүриәнең гегемонына әйләнә. Беҙҙең эраға тиклем 739 йылда ассирий отрядтары Арпадты алыуға өлгәшә. Беҙҙең эраға тиклем 738 йылда улар тағы 19 арами ҡалаһын ала. Ошондай шарттарҙа Сүриә хакимдары үҙ-ара ыҙғыштарын онотоп, яңы Дамаск батшаһы Ризон II тирәләй ойоша. Исса эргәһендәге алыштан һуң Искәндәр Зөлҡәрнәй Дарийҙы эҙәрләү урынына Сүриәгә китә. Парменион Дамаскта фарсы армияһының бөтә ылауын эләктерә, ә Искәндәр үҙе Финикияны ала. Шулай итеп, Сүриә беҙҙең эраға тиклем 332 йылда Македония батшалығына индерелә.

635 йылда Сүриә таланып, ғәрәптәр тарафынан яулап алына, арами халҡының күпселеге ислам диненә күсә. 660—750 йылдарҙа, Дамаск хәлифәләрҙең резиденцияһы булып хеҙмәт иткәндә, Сүриәнең хәле тағы яҡшыра башлай, әммә Дамаск хәлифәлеге бөлгәс, ил ярлылана. 1260 йылда Әйүбиҙәр хакимлығы аҫтындағы дәүләт бөтөнләй бөлгөнлөккә төшә, уға Хүләгү хан етәкселегендә монголдар һөжүм итә һәм Халеб менән Дамаскты ала, әммә Кутуз солтан ҡулы аҫтындағы мәмлүктәр тарафынан Фәләстин төньяғында Айн-Ялут эргәһендәге бәрелештә монголдар туҡтатыла. Сүриәне 1517 йылда ғосман солтаны Сәлим I баҫып алғанға тиклем ул Мысыр хакимлығы аҫтында була. Ғосмандар ваҡытында Сүриә 4 провинцияға бүленә, һәр береһенең башында Истанбул хакимиәтенә буйһонған губернатор тора. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ғәрәптәр (башлыса Хижаздыҡылар) инглиздәр менән бергә Сүриәне ғосмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1918 йылдың октябрендә Фейсал ибн Хөсәйен етәкселегендәге ғәрәп армияһы Дамаскҡа аяҡ баҫҡас, ул ҡотҡарыусы итеп ҡаршы алына. 1920 йылда Франция Сан-Ремола Сүриәгә идара итеү мандаты ала һәм 60 меңлек армияһы менән һөжүм башлай. Тиҙҙән француздар Дамаскҡа инә һәм Фейсалды һәм уның 8 мең кешелек армияһын ҡыуып сығара.

Ҡатын-ҡыҙ һыны, Сүриә, беҙҙең эраға тиклем 5-се мең йыллыҡ, Боронғо Көнсығыш музейы (Токио, Япония)

1946 йылдың 17 апрелендә Сүриә Франциянан тулы бойондороҡһоҙлоҡ ала. 1958 йылда Сүриә Мысыр менән берләшергә итеп ҡарай, һәм Берләшкән Ғәрәп Республикаһы барлыҡҡа килә. 1973 йылда республика етәксеһе итеп Хафез әл-Асад ҡуйыла. Хафез Асадтың вафатынан һуң уның улы Бәшәр әл-Асад Сүриә президенты була. 2011 йылда Сүриәлә ихтилал башлана.

Тарихҡаса осор

Әл-Коумалағы Латамна һәм Әл-Мәйрәх торамалары табылдыҡтары Көнсығыш Урта диңгеҙ буйы ашель мәҙәниәтенең айырым төрөнә ҡарай. 0,45—0,5 миллион йыллыҡ архантроп ҡалдыҡтары Әл-Коума районында табылған. Дәдәрйәх мәмерйәһендә неандерталдарҙың ҡалдыҡтары табылған.

Беҙҙең эраға тиклем 10 меңенсе йылдар тирәһендә Сүриә керамикаға тиклемге А неолитының үҙәгенә әүерелә. Бында донъяла тәү башлап малсылыҡ һәм ер эшкәртеүселек барлыҡҡа килә. Керамикаға тиклемге В неолитына Мүрәйбәт мәҙәниәтенең дүрт мөйөшлө өйҙәре хас. Кешеләр был осорҙа таштан, гипстан һәм яндырылған бурташтан яһалған һауыттар ҡулланған.

11000 йыл элек Тель Карассала ауыл хужалығы тармағына башланғыс һалынған. Tell Qarassa North төбәгендә бөртөклө культураларҙың йортлаштырылыуына дәлилдәр табылған, унда арпа һәм бойҙайҙың ике төрө (борай һәм спельта) барлыҡҡа килтерелгән[1].

Неолит осороноң башына ҡараған Джәдә әл-Мөғәрә торамаһында (Сүриәнең төньяғы) бөгөнгө көнгә билдәле булған иң боронғо йортлаштырылған һыйыр ҡалдыҡтары табылған, ул беҙҙең эраға тиклем VIII мең йыллыҡҡа ҡарай. Был табышҡа яһалған молекуляр-генетик анализ һөҙөмтәләре хәҙерге заман һыйырҙары Джәдә әл-Мөғәрә һәм көньяҡ-көнсығыш Төркиәләге Чайоню-Тепеси торамаларында йортлаштырылған 80 турҙан килеп сыҡҡанлығын күрһәтә[2][3].

Халаф мәҙәниәте һәм Һассуна

Беҙҙең эраға тиклем 5-се мең йыллыҡта хәҙерге Сүриәнең төньяғында һалаф мәҙәниәте була, ул өбәйд мәҙәниәте тарафынан йотола.

Төньяҡ Месопотамиялағы Нагарҙа (хәҙерге Тель-Брак) ҡала тормошоноң башланғысын күрергә була. Беҙҙең эраға тиклем 3800 йылда ҡалала ҙур биналар, иркен оҫтаханалар булған, сама менән 20 меңләп кеше йәшәгән (биҫтәләрендәгенән тыш). Месопотамияның көньяғындағы иғтибарға лайыҡ беренсе торама беҙҙең эраға тиклем 3700 йылдар тирәһендәге Эриду булған.

Неолит ахыры һәм иртә бронза быуаты осоронда Хамукар һәм Эмар тигән ҡалалар әһәмиәтле булған.

Дамаскты тәүге телгә алыуҙар беҙҙең эраға тиклем 2500 йылдарға ҡарай, әммә археологик ҡаҙыныуҙар бында беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡта уҡ ҡала халҡы йәшәгәнен раҫлай. Ер эшкәртеүҙән тыш халыҡ сауҙа менән шөғөлләнгән.

Арам

Беҙҙең эраға тиклем X—VIII быуаттарҙа батшалар Ризон I менән Таб-Риммондың яулап алыу һуғыштарынан һуң Дамаск ҡалаһы ҡеүәтле арам дәүләтенең үҙәгенә әүерелә. Беҙҙең эраға тиклем IX быуат башында Таб-Риммондың улы Бән Һадад I Израиль батшалығы менән һуғыша һәм төньяҡ Галилеяның бер өлөшөн тартып ала. Ләкин бер нисә тиҫтә йылдан һуң Дамасктың өҫтөнлөклө хәленә йылдам көсәйә барған ассирийҙар янай. Улар Сүриә идарасыларынан беренсе тапҡыр яһаҡ түләмдәрен беҙҙең эраға тиклем 859 йылда йыя. Дошманға ҡаршы тороу маҡсатында урындағы хакимдар көстәрен берләштерергә була. Бән Хадад I-нең улы Бән Хадад II Ассирияға ҡаршы ҙур союз туплай, был союзға Хамат, Израиль, Арвад, Аммон һәм башҡа ил батшалары инә. Беҙҙең эраға тиклем 853 йылда Сүриәнең Каркар тигән ҡалаһы эргәһендә ҡан ҡойғос алыш була. Тик һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Бер аҙҙан Ассирия батшаһы Салманасар III Сүриәгә тағы һөжүм итә, Дамаскты ҡамай, ләкин был юыл ла ала алмай.

Сүриә һәм Фәләстин хакимдарының ассирийҙарҙы шомландырып торған берләшмәһе ҡыҫҡа ғүмерле була. Тиҙҙән Израиль батшаһы Ахав менән Бән Хадад II (урыҫ. Библ. Венадад) араһында һуғыш башлана, беҙҙең эраға тиклем 850 йылда израилдәр еңелә. Б.э.т. 843 йылда Бән Хадад II лә мәрхүм була, уны ауырып ятҡанында яҡындарының береһе Азаил юрған менән томалап үлтерә һәм власты үҙ ҡулына ала. Б.э.т. 834 йылда 120 мең кешелек ассирий ғәскәре Дамаскҡа йәнә килә. Ассирияның батшаһы Салманасар III сүриәләрҙең Сенир тауында нығынғанын күрә. Ассирийҙар Сүриә ғәскәрен ҡыйрата, ҡаланы ҡамай, әммә барыбер яулай алмай.

Беҙҙең эраның 802 йылында ассирийҙар Сүриәгә тағы һөжүм итә. Ададмерари III етәкселегендәге был яу сәфәре ниһайәт ассирийҙарға уңыш килтерә, улар сүриәлеләрҙе еңә, баш ҡалалары Дамаскты ала һәм нигеҙенә тиклем талай. Азаилға үҙен Ассирияның вассалы тип танырға тура килә. Ул беҙҙең эраның 796 йылына тиклем тәхеттә ултыра, уны улы Бән Хадад III алмаштыра.

Көнсығыш батшалар ҡулы аҫтында

Ассирияның сираттағы батшаһы Тиглатпаласар III, дәүләтенең сиктәрен киңәйтмәк булып, Сүриә яғына табан яуҙар менән ҡуҙғала. Беҙҙең эраға тиклем 739 йылда ассирий отрядтары Арпадты буйһондора. Бер йылдан улар Сүриәнең тағы 19 ҡалаһын ала. Сүриә хакимдары үҙ-ара ыҙғыштарын туҡтатып Дамасктың яңы батшаһы Ризон II тирәһендә туплана, әммә көстәр тигеҙ булмай. Беҙҙең эраға тиклем 734 йылда Тиглатпаласар III Израилде, 733 йылда Дамаскты яулай. Батша Ризон II аҫыла, батшалығы ассирий провинцияһы булып ҡала. Арамиҙарҙың күпселеге Ассирияның эске төбәктәренә күсенергә мәжбүр ителә.

Ассирийҙарға алмашҡа халдейҙар, уларҙан һуң фарсылар килә.

Антик осор

Иссалағы алыштан һуң  Искәндәр Зөлҡәрнәй Дарийҙы эҙәрләйһе урынға Сүриәгә китә. Парменион Дамаскта фарсы армияһының ылауын баҫып ала, ә Искәндәр үҙе Финикияны буйһондора. Шулай итеп, Сүриә беҙҙең эраға тиклем 332 йылда Македония батшалығына инә. Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең вафатынан һуң Сүриә тәүҙә Антигондың ҡулына эләгә, ул Исса эргәһендәге алышта (б.э.т. 301 йыл) батшалыҡтан да, ғүмеренән дә яҙа. Ә унан һуң Сүриә Селевк Никатор ҡулына ҡала. Уның хакимлығы осоронда Сүриә бығаса күрелмәгән үҫешкә өлгәшә, Сүриә дәүләтенең сиктәре Оксҡа (хәҙерге Аму-Даръя) һәм Индҡа тиклем етә. Селевк һәм уның улы Антиох Сотер бер нисә эллин ҡалаһын нигеҙләй (Тигрҙағы Селевкия, Оронттағы Селевкия, Антиохия һ.б.). Ошо яңы ҡалалар милләттәрҙе, диндәрҙе, телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе бергә ҡушып болғатыу ҡоралына әүерелә, сөнки уларҙа македондар ҙа, гректар ҙа, ерле халыҡтар ҙа йәшәй. Селевктың вариҫтары киң территорияларҙа власты һаҡлай алмай; беҙҙең эраға тиклем II быуатта уларҙа Сүриә генә ҡала. Б. э. т. 83 йылда Бөйөк Әрмәнстандың батшаһы Тигран II Сүриәне яулай, Селевкиҙарҙы ҡыуа һәм Сүриә батшалығының ҡалдыҡтарын үҙенекенә ҡуша.

Беҙҙең эраға тиклем 64 йылда, Помпейҙың Митридат VI менән Тигран II-не еңгәненән һуң, Сүриә Рим провинцияһына әүерелә, уға Йәһүҙиәне лә ҡушалар.

Рим империяһы көсһөҙләнгәс, Сүриә территорияһында Пальмира батшалығы хасил була. Көнсығыш Рим императорҙары хакимлыҡ иткән саҡта Сүриә, бөлгәндән-бөлә барып, сарациндарға эләгеп ҡуя.

Урта быуаттар тарихы

635 йылға бөтөнләй хәлһеҙләнгән Сүриә ғәрәптәр тарафынан баҫып алына, улар арами халҡының күп өлөшөн ислам диненә күндерә. 660—750 йылдарҙа, Дамаск хәлифәләрҙең резиденцияһы булған саҡта, Сүриә йәнә хәлләнә башлай, әммә Дамаск хәлифәлеге бөлөү сәбәпле тағы фәҡирлеккә төшә. Тәре яуҙары Сүриәне ике быуат буйы хәрби бәрелештәр майҙаны итеп тота. Бында Антиохия кенәзлеге барлыҡҡа килә. 1187 йылда Сүриәне Мысыр солтаны Сәләх-әд-Дин баҫып ала.

1260 йылда Әйүбиҙәрҙең бөлгән дәүләте Хүләгү хан етәкселегендәге монгол ғәскәренең һөжүменә дусар була. Ул Халеб менән Дамаскты ала, ләкин Кутуз солтан ҡулы аҫтындағы мәмлүктәр тарафынан туҡтатыла.

Ғосман осоро

Мысыр хакимлығы аҫтында торған Сүриә 1517 йылда ғосман солтаны Сәлим I тарафынан алына. Ғосмандар осоронда Сүриә 4 провинцияға бүленә. Был провинцияларға туранан-тура Истанбул хакимиәтенә буйһонған губернаторҙар идара итә. XVIII быуатта Сүриәлә француз йоғонтоһо көсәйә. Ярына Наполеон ғәскәрҙәре аяҡ баҫа. 1833 йылда Мысыр хадифы (йәғни Мысыр вице-солтаны) Мәһәмәт-Али Сүриәне баҫып ала, ләкин 1840 йылда, Европа державаларының ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә, Сүриәне ҡабат Төркиәгә ҡайтарырға мәжбүр була. 1850-се йылдар аҙағы—1860-сы йылдар башында друздар менән марониҙар араһында ҡанлы бәрелештәр булып үтә, һөҙөмтәлә Ливанда марониҙарҙың ярымавтономиялы өлкәһе урынлаша. Европала индустриаль йәмғиәттең үҫеүе урындағы кәсептәрҙең бөлөүенә һәм Европа капиталы үтеп инеүгә сәбәп була.

Бөйөк Сүриә проекты

Европанан йәш төрөктәр хәрәкәте менән бергә Сүриәгә милләтселек идеялары үтеп инә, улар панғәрәпселек төҫө ала. Беренсе донъя һуғышы осоронда ғәрәптәр (башлыса Хижаздыҡылар) инглиздәр менән бергәләп Сүриәне Ғосман империяһынан азат итеүҙә ҡатнаша. 1918 йылдың октябрендә Фейсал ибн Хөсәйен етәкселегендәге ғәрәп армияһы Дамаскҡа инә, уны азатлыҡ килтереүсе кеүек күреп ҡаршы алалар. Ҡала бөтә Сүриәнең бойондороҡһоҙ хөкүмәте резиденцияһы тип иғлан ителә, был Дамаск хәлифәлеген тергеҙеү тип ҡабул ителә. Фейсал I 1919 йылда Парижға конференцияға бара, Хашимиҙар династияһының Ғәрәп Көнсығышы өҫтөнән хакимлығын танытырға тырыша. Сүриәгә ҡайтҡас, ул үҙен Сүриә короле тип иғлан итә. Дамаскта панғәрәп конгрестары үткәрә, 1920 йылда конституция проектын эшләй. Әммә уға өндәшмәй генә Бөйөк Британия Сүриәне нефткә бай Мосул өлкәһенә алмашҡа Францияға вәғәҙә иткән була.

Француз мандаты

Сүриә менән Ираҡ араһындағы сикте өйрәнеү бурысы йөкмәтелгән комиссияның отчеты, 1932

1920 йылда Франция Сүриәгә идара итеү өсөн мандат ала һәм яр буйынан көнсығышҡа табан 60 мең кешелек армияһы менән һөжүмен башлай. Тиҙҙән француздар Дамаскҡа инә һәм Фейсалды уның 8 мең кешелек армияһы менән ҡуша ҡыуып сығара. Франция менән Төркиә араһындағы 1921 йыл 20 октябрь договорына ярашлы, Александретта санжагы француз мандаты эсендә айырым административ берәмек итеп айырып алына, сөнки унда ғәрәптәр менән әрмәндәрҙән тыш төрөктәр ҙә байтаҡ була.

1925 йылда Жәбәл-Друз друздары француздарға ҡаршы баш күтәрә. 1925 йылдың октябрендә милли хәрәкәт лидерҙары Халебта һәм Дамаскта ихтилал ойоштора. Дамаскты ике көн буйы артиллерия утына тотоп, ихтилалды баҫтыралар, һөҙөмтәлә 5 меңләп сүриәле һәләк була. Друздарҙың ихтилалын француздар 1927 йылда ғына бөтөнләй һүндереүгә өлгәшә.

1930 йылда яңы конституция индерелә, ул илдә Франция контролен нығыта, әммә һайлап ҡуйыла торған президент һәм бер палаталы парламент булыуын күҙҙә тота.

1938 йылдың 7 сентябрендә Сүриәнең төньяҡ-көнбайышында Александретта санжагының территорияһында Хатай Дәүләте барлыҡҡа килә, 1939 йылдың 29 июнендә ул Төркиә тарафынан аннексиялана.

Фәләстиндә британдарҙың ғәрәптәр ихтилалын баҫтырыуы милләтселәрҙе һәм идара итеүсе коалицияны тарҡата. Ошонан файҙаланып, француздар Дамаскта тағы ғәҙәттән тыш хәл индерә, һәм 1939 йылда юғары комиссар конституцияның ғәмәлдә булыуын туҡтата, парламентты тарата һәм милли һәм эшселәр хәрәкәттәренең иң әүҙем лидерҙарын ҡулға ала. Быға яуап итеп, илдең президенты 1939 йылдың 7 июлендә отставкаға китә, парламент таратыла, конституция ғәмәлдән сығарыла һәм эске эштәргә идара итеү өсөн француз властары тарафынан Директорҙар советы тигән ойошма төҙөлә.

1940 йылда Франция капитуляциялағандан һуң, Сүриәлә икмәк, шәкәр, бензин ҡытлығы башлана. 1941 йылдың февралендә Шөкри Ҡеүәтле етәкселегендәге Милли блок забастовка ойоштора, ул ике ай дауам итә, һөҙөмтәлә Виши хөкүмәтенең юғары комиссары Директорҙар советын тарата. Уның урынына уртаса милләтсел ҡараштарҙа торған Халед әл-Әзем етәкселегендә комитет формалаштырыла, комитет Сүриәгә 1941 йылға тиклем идара итә. Әммә Бөйөк Британия менән «Азат Франция» ғәскәрҙәре илде баҫып ала һәм конституцияны ҡабат ғәмәлгә индерә. Шөкри Ҡеүәтле, «Азат Франция» хакимиәте һәм Бөйөк Британия вәкилдәре араһында килешеүгә өлгәшелә, уға ярашлы, 1943 йылдың июлендә Сүриәлә парламентҡа яңы һайлау үткәрелә. Һайлауҙа Милли блок (Милли патриотик союз тип үҙгәртелә) еңә һәм парламентта күпселекте тәшкил итә.

Сүриә 1945 йылда милли армия төҙөү тураһында иғлан иткәс кенә ысын бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшә. Ил Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына инә, шулай уҡ Ғәрәп илдәре лигаһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Әммә тулы бойондороҡһоҙлоҡҡа француз һәм британ ғәскәрҙәренең илдән сығыуы тамамланғас, 1946 йылдың 17 апрелендә генә өлгәшелә. Ошо көн Сүриәнең милли байрамы — Эвакуация көнө тип иғлан ителә.

Хәҙерге Сүриә

1971 йылда Сүриә Парламентында Хафез әл-Асадтың президентлыҡҡа инаугурацияланыуы

1948 йылда Израиль дәүләте барлыҡҡа килеү һәм уның артынса башланған ғәрәп-израиль һуғышы киҫкен сәйәси кризисҡа сәбәпсе була. 1949 йылда Сүриәлә өс хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә өс диктатор алмашына: Хөсни әз-Заим, Сәми әл-Хиннави һәм Әдиб әш-Шишаҡлы. 1958 йылда Сүриә Мысыр менән берләшергә ынтылыш яһап ҡарай, һөҙөмтәлә Берләшкән Ғәрәп Республикаһы барлыҡҡа килә. Ләкин 1961 йылда сираттағы хәрби түңкәрелештән һуң Сүриә Берләшкән Ғәрәп Республикаһынан сығыуы тураһында белдерә.

Түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Сүриә 1963 йылда БААС партияһы (Ғәрәп Социалистик Яңырыу партияһы) власы аҫтында ҡала. БААС-та тоталь социализм йүнәлешен һайлаған милләтсел фракция өҫтөнлөк ала. Был йүнәлеш совет моделенә оҡшаш була. Тиҙҙән иҡтисадта социалистик акцент йомшара, әммә артынса 1966 йылғы хәрби түңкәрелеш була. БААС-ҡа оппозицияла исламсылар тора. 1976—1982 йылда илдә ойошҡан исламсы сығыштар һәм БААС-ҡа ҡаршы террористик көршә башлана.

1969 йылғы конституция Сүриәне демократик социалистик халыҡ республикаһы тип билдәләй, планлы иҡтисад һәм сиктәре закон менән билдәләнгән шәхси милекселек индерелә. 1970 йылдың 16 ноябрендә хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә президент Сәләх Жәдид ҡолатыла, 1971 йылда республика президенты вазифаһын Хафез әл-Асад ала. Уның идараһы диктатура тип баһалана.

Голан бейеклектәре картаһы

Хафез Асад идара иткәндә Сүриә төбәктә Израилдең йоғонтоһон сикләргә тырыша. Израиль ҡарамағына Сүриәнең Голан бейеклектәре күсә, уның урынына Сүриә Ливан өҫтөнән тулы сәйәси контроль урынлаштырыуға эйә була.

19761982 йылдарҙа Сүриәлә исламсы сөнниҙәрҙең, башлыса «Мосолман ҡәрҙәштәр» ойошмаһы ағзаларының ҡораллы сығыштары була. Улар башлыса БААС партияһына һәм алавит мосолмандарға ҡаршы йүнәлтелә, сөнки ил президенты һәм дәүләттең яуаплы вазифаларҙағы күп етәкселәре алавит була.

Хафез Асад вафат булғас, 2000 йылда уның улы Бәшәр әл-Асад президент була. Бәшәр Асадтың сәйәсәте атаһыныҡы менән сағыштырғанда йомшағыраҡ һәм һығылмалыраҡ. 2005 йылда ул Ливандан Сүриә ғәскәрҙәрен сығарырға һәм хатта БМО тәфтишселәре менән хеҙмәттәшлек итергә ризалыҡ бирә, ә БМО тәфтишселәре Ливандың элекке премьер-министры Рафиҡ Хәририҙе Сүриәнең махсус хеҙмәттәре үлтергән тип шик белдергән була.

К. Капитонов статьяһына ярашлы, Ираҡтағы 2003 йылғы һуғышҡа тиклем үк әле, БМО Именлек Советы тыйыуын боҙоп, Сүриә Сәддам Хөсәйен режимын ҡорал менән тәьмин итеүҙә ғәйепләнә[4].

БМО Именлек Советының ваҡытлы ағзаһы булған Асад был һуғышты булдырмаҫҡа тырыша, әммә көтмәгәндә АҠШ яғына күсә[5]. Шуға ҡарамҫтан, һуңынан АҠШ Асадты һуғыштан һуңғы Ираҡта террорға ярҙам итеүҙә ғәйепләй[6][7][8].

Рәсәй (2008), АҠШ, Европа берләшмәһе, Израиль һәм Франция Асадты Израиль дошманы булған һәм донъяның байтаҡ илендә террорсы ойошма тип танылған хәрбиләштерелгән төркөмдәргә (Хезболла, ХАМАС, Ислам йыһаты)[9] булышлыҡ итеүҙә ғәйепләй.

2011 йылда Сүриәлә ҡораллы конфликт башлана, уның барышында ил территорияһының бер өлөшө хөкүмәткә ҡаршы көстәр тарафынан тартып алына. 2014 йылда радикаль исламсылар үҙҙәренең дәүләте ИГИЛ-ды ойоштора, Ракканы баш ҡала итә. Сүриә территорияһында ИГИЛ-ға ҡаршы төрлө илдәрҙең хәрби хәрәкәттәре башлана. 2015 йылдың 30 сентябрендә Сүриә хөкүмәтенең үтенесе буйынса Рәсәй Федерацияһы Сүриәләге граждандар һуғышына ҡыҫыла, был илдә хәрби операциялар башлай.

Иҫкәрмәләр

  1. Neolithic Syrians were first to domesticate cereals, 2016. 2016 йыл 21 декабрь архивланған.
  2. Edwards C. J., Bollongino R., Scheu A. e. a.  Mitochondrial DNA analysis shows a Near Eastern Neolithic origin for domestic cattle and no indication of domestication of European aurochs // Proc. of the Royal Society. B, 2007, 274 (1616). — P. 1377—1385. — DOI:10.1098/rspb.2007.0020.
  3. Bollongino R., Burger J., Powell A., Mashkour M., Vigne J.-D., Thomas M. G.  Modern Taurine Cattle descended from small number of Near-Eastern founders // Molecular Biology and Evolution, 2012, 29 (9). — P. 2101—2104. — DOI:10.1093/molbev/mss092.
  4. Константин Капитонов. Башар Асад потерял осторожность, Сирия фактически заключила негласный антиизраильский альянс с Ираком и Ираном // Независимая газета, 2002-08-14
  5. Арабская лига: Сирия вынуждена оправдываться // BBC, 9 ноября 2002 г.
  6. США грозят Сирии санкциями в наказание за поддержку террора, Sep 18, 2003
  7. США обвиняют Сирию и Иран в поддержке терроризма, 03.02.05 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
  8. США обвиняет Иран и Сирию в поддержке иракских боевиков, 24 августа 2007
  9. Bashar al-Assad

Әҙәбиәт

  • Бикерман Э. Государство Селевкидов / Пер. с франц. Л. М. Глускиной. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1985. — 264 с.
  • Вулли Леонард. Забытое царство / Пер. с англ. Е. Н. Самусь. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1986. — 168 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Грушевой А. С. Очерки экономической истории Сирии и Палестины в древности (I в. до н. э. — VI в. н. э.). — СПб.: Нестор-История, 2013. — 392 с. — Серия «Историческая библиотека». — ISBN 978-5-90598-803-5
  • Древняя Эбла (Раскопки в Сирии) / Сост. и введение Пьера Маттиэ. Под ред. И. М. Дьяконова. — М.: Прогресс, 1985. — 368 с.: ил.
  • Заблоцка Юлия. История Ближнего Востока в древности (от первых поселений до персидского завоевания). — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1989. — 416 с. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока». — ISBN 5-02-016588-3
  • Матвеев К. П., Сазонова А. А. Пять жизней древней Сури. — М.: Молодая гвардия, 1989. — 188 с.: ил. — Серия «Эврика».
  • Пигулевская Н. В. Культура сирийцев в средние века. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1979. — 272 с.: ил. — Серия «Культура народов Востока».
  • Придик А. М. Сирия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  • Смирнов С. В. Государство Селевка I (политика, экономика, общество). — М.: Русский Фонд Содействия Образованию и Науке; Университет Дмитрия Пожарского, 2013. — 344 с.
  • Церен Эрих. Библейские холмы / Пер. с нем. Н. В. Шафранской. Под ред. Д. П. Каллистова. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1966. — 480 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Циркин Ю. Б. История библейских стран. — М.: Астрель, Транзиткнига, 2003. — 576 с. — Серия «Классическая мысль». — ISBN 978-5-17-018173-6
  • Шифман И. Ш. Сирийское общество эпохи Принципата (I—III вв. н. э.). — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1977. — 310 с.: ил.
  • Шифман И. Ш. Угаритское общество (XIV—XIII вв. до н. э.) — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1982. — 392 с.: ил.
  • Шифман И. Ш. Культура древнего Угарита (XIV—XIII вв. до н. э.). — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1987. — 236 с.: ил.

Һылтанмалар