Эстәлеккә күсергә

1956 йылғы мадьяр ихтилалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
08:33, 7 декабрь 2023 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.5)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Венгр (мадьяр) ихтилалы
«Ҡойон» операцияһы (Операция «Вихрь»)
Төп конфликт: Һалҡын һуғыш

Будапешта юҡ ителгән совет Т-34-85 танкы,

1956 йыл
Дата

23 октябрь9 ноябрь 1956 йыл

Урыны

Венгр Халыҡ Республикаһы

Сәбәбе

Венгр халҡының советтар яҡлы режим менән ҡәнәғәт булмауы

Нәтижә

Ихтилалды баҫтырыу
Венгр Халыҡ Республикаһындағы элекке режимдың һаҡланып ҡалыуы

Ҡаршы тороусылар

Венгр баш күтәреүселәре

Командирҙар

Совет Социалистик Республикалар Союзы Никита Хрущёв
Совет Социалистик Республикалар Союзы Иван Серов
Совет Социалистик Республикалар Союзы Георгий Жуков

Имре Надь #†
Пал Малетер #†
Бела Кирай

Ҡаршы тороусы көстәр

Совет Социалистик Республикалар Союзы 31 550 хәрби хеҙмәткәр,

1130 танк,

800 орудия һәм миномет,

380 БМП һәм БТР

3860 берәмек башҡа төр техника

Венгрия 26 500 хәрби һәм махсус хеҙмәттәр хеҙмәткәре.

СССР мәғлүмәттәре буйынса:

15 000 — 20 000 кешенән күп түгел[1]

Венгрия мәғлүмәттәре буйынса:

50 000 яҡын кеше

 1956 йылғы мадьяр ихтилалы Викимилектә

1956 йылғы венгр (мадьяр) ихтилалы — (23 октябрь — 9 ноябрь 1956) (коммунистик осорҙан һуң[2] Венгрияла 1956 йылғы мадьяр ихтилалы тип йөрөтөлә, совет сығанаҡтарында Венгриялағы 1956 йылғы контрревоюцион бола тип атала) — 1956 йылдың октябрь — ноябрендә Венгриялағы советтар яҡлы режимға ҡаршы күтәрелгән һәм совет ғәскәрҙәре тарафынан баҫтырылған ҡораллы ихтилал.

Венгр ихтилалы Һалҡын һуғыш осороноң иң мөһим ваҡиғаларының береһе була һәм Советтар Союзының Варшава килешеүе ойошмаһына ингән илдәрҙә коммунистик режимдарҙы ҡораллы хәрби көс ярҙамында һаҡларға әҙер булыуын күрһәтә.

Икенсе донъя һуғышының аҙағына тиклем Венгрия нацистик Германия яғында була һәм артабан совет оккупация зонаһына эләгә. Бынан сығып, Гитлерға ҡаршы коалицияға ингән илдәрҙең 1947 йылғы Париж тыныслыҡ килешеүенә ярашлы, Советтар Союзы Венгрия биләмәләрендә үҙенең хәрби көстәрен тоторға хоҡуҡ ала, әммә союзниктарҙың оккупация ғәскәрҙәре Австриянан сығарылғас та, шулай уҡ был илдән китергә тейеш була. Союзниктар ғәскәре Австриянан 1955 йылда сығарыла[3].

1945 йылдың 4 ноябрендә Венгрияла дөйөм һайлау үткәрелә (en:Hungarian parliamentary election, 1945). Унда тауыштарҙың 57 % Ваҡ милекселәрҙең бойондороҡһоҙ партияһына (урыҫса Независимая партия мелких хозяев һәм ни бары 17 % — коммунистарға бирелә. Коммунистик ВПТ (Венгр хеҙмәтсәндәре партияһы — Венгерская партия трудящихся террор, янау (шантаж) һәм махинациялар ярҙамында 1947 йылғы һайлау һөҙөмтәһендә берҙән-бер легаль сәйәси көскә әйләнә[4][5]. Вегр коммунистары үҙҙәренең оппоненттары менән көрәштә башлыса совет оккупацион ғәскәрҙәренә таяна. Мәҫәлән, 1947 йылдың 25 февралендә совет командованиеһы парламенттың популяр депутаты Бела Ковачты ҡулға ала. Ул СССР-ға алып сығыла һәм шымсылыҡ (шпионлыҡ) өсөн хөкүм ителә[6].

  1. Ввод советских войск в Будапешт
  2. билдәләмәгә ярашлы communism Словарь Merriam-Webster Online Dictionary.
  3. Bryan Dawson-Szilágyi. 1956 Hungarian Revolution Portal - About 1956 (ингл.). The American Hungarian Federation. Дата обращения: 28 ноябрь 2013.
  4. Hungary: History (ингл.). globalEDGE. Michigan State University. Дата обращения: 24 ноябрь 2013.
  5. Communist take-over, 1946—1949 (ингл.). The Institute for the History of the 1956 Hungarian Revolution (2003). Дата обращения: 24 ноябрь 2013. 2014 йыл 19 март архивланған.
  6. Контлер, 2002, с. 517—518
  • Гордиенко А. Н. Войны второй половины ХХ века. Мн., 1998.
  • Лавренов С. Я., Попов И. М. «Вихрь» в Будапеште, год 1956 // Советский Союз в локальных войнах и конфликтах.. — М.: Астрель, 1956. — С. 142—186. — 778 с. — ISBN 5–271–05709–7.
  • Контлер Л. История Венгрии. Тысячелетие в центре Европы = A History of Hungary: Millenium in Central Europe. — М.: Весь мир, 2002. — 656 с. — ISBN 5-7777-0129-9.