Пейко Николай Иванович: өлгөләр араһындағы айырма
З. ӘЙЛЕ (фекер алышыу | өлөш) ә removed Category:7 апрель көнө тыуғандар using HotCat |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) күренеште төҙәтеү, ҡалып Ук |
||
1 юл: | 1 юл: | ||
{{Ук}} |
|||
{{Музыкант|Фон=non_performing_personnel|Имя=Николай Пейко|Изображение=PeikoN.jpg|Профессии={{композитор|СССР|Рәсәй|XX быуат}}, {{музыкаль педагог|СССР|Рәсәй|XX быуат}}, [[профессор]]|Жанры=[[опера]], [[оратория]], [[сюита]], [[симфония]], [[балет]]|Сотрудничество=[[Московская консерватория|П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы]], [[Российская академия музыки имени Гнесиных|Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы ]]|Награды={{{!}} style="background: transparent" {{!}} {{Орден Трудового Красного Знамени|28.12.1946}}{{!}}{{!}}{{Медаль В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина}}{{!}}{{!}}{{Медаль За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.}}{{!}}{{!}}{{Медаль В память 800-летия Москвы}} {{!}}} {{{!}} style="background: transparent" {{!}} {{Заслуженный деятель искусств РСФСР|1964}}{{!}}{{!}}{{Сталинская премия|1947}}{{!}}{{!}}{{Сталинская премия|1951}} {{!}}}}({{Медаль За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.}} '''Николай Иванович Пейко''' [[25 март]], [[1916 йыл|1916]], [[Мәскәү]] — [[1 июль]], [[1995 йыл|1995]], шунда уҡ) — совет һәм Рәсәй композиторы, дирижёр, педагог. Ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1947, 1951)<ref>[http://www.mosconsv.ru/ru/person.aspx?id=41828 Пейко Николай Иванович (МГК им.]</ref>. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре ([[1964 йыл|1964]]). |
|||
'''Николай Иванович Пейко''' [[25 март]], [[1916 йыл|1916]], [[Мәскәү]] — [[1 июль]], [[1995 йыл|1995]], шунда уҡ) — совет һәм Рәсәй композиторы, дирижёр, педагог. Ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1947, 1951)<ref>[http://www.mosconsv.ru/ru/person.aspx?id=41828 Пейко Николай Иванович (МГК им.]</ref>. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре ([[1964 йыл|1964]]). |
|||
== Биографияһы == |
== Биографияһы == |
16:33, 21 март 2019 өлгөһө
Пейко Николай Иванович | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 (25) март 1916[2] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 1 июль 1995[2][1][3] (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй[2] |
Ерләнгән урыны | Домодедовское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | композитор, музыка педагогы |
Эш урыны | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Композиторҙар союзы[d] |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Николай Иванович Пейко 25 март, 1916, Мәскәү — 1 июль, 1995, шунда уҡ) — совет һәм Рәсәй композиторы, дирижёр, педагог. Ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1947, 1951)[4]. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1964).
Биографияһы
1933—1937 йылдарҙа П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендәге музыка училищеһында Г.И. Литинскийҙа (композиция), И. В. Способинда (теоретик дисциплиналар) уҡый. 1940 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамлай, ул унда туранан-тура өсөнсө курсҡа Н. Я. Мясковский (композиция) һәм В. А. Цуккерман (музыкаль формаларҙы анализау) класына алынған була.
1943 йылда тәүҙә Д. Д. Шостаковичтың һәм Николай Мясковскийҙың ассистенты булараҡ консерваторияла уҡыта башлай, тиҙҙән үҙенең композиторлыҡ класына етәкселек итә. Шулай уҡ Гнесиндар исемендәге институттың композиторлыҡ кафедраһына етәксе итеп тәғәйенләнә (1958 йылдан — профессор). Н. Пейко — Мәскәү композиторлыҡ мәктәбе композитор-педагогтары араһында Мясковскийҙан ҡала иң абруйлыһы була. Үҙ дәүеренең танылған энциклопедисы тигән дан ала.
70-тән ашыу композитор тәрбиәләй, улар араһында — Юрий Абдоков, София Ғөбәйҙулина, Алексей Ларин һәм башҡалар. Б. А. Чайковский менән бергә 1953 йылдың 6 февралендә композитор Моисей Вайнбергты ҡулға алған саҡта була[5]. Д.Д. Шостакович менән бергәләп Вайнбергты иреккә сығарыуҙа ҡатнаша. Пейконың атаһы Иван Игнатьевич 1937 йылда ҡулға алына һәм Бутово полигонында атыла. Композиторҙың ҡатыны Ирина Михайловнаның (ҡыҙ фамилияһы кенәз Оболенская) бөтә яҡын туғандары репрессиялана.
Н. И. Пейко 1995 йылдың 1 июлендә Мәскәүҙә вафат була. Домодедово зыяратында ҡатыны Ирина Михайловна Пейко-Оболенская йәнәшендә ерләнә.
Ижады
Пейко стиле рус һәм көнбайыш симфоник музыкаһы, шул иҫәптән Н. Я. Мясковский әҫәрҙәре традицияларына яҡын тора. Ижадының һуңғы осоронда ун ике тонлы техника менән эксперименттар үткәрә, ләкин традицион ладлы-тонлы фекер яҡлы булып ҡала. Композитор әҫәрҙәре сағыу, нәзәкәтле оркестровка һәм поэтик тәрәнлек менән айырылып тора. Пейконың симфониялар циклы Европаның ХХ быуат симфоник мәҙәниәтендә иң әһәмиәтлеләр иҫәбенә инә. Композитор аналитик һәләткә эйә була, был сағыу тәнҡит мәҡәләләре һәм эсселар яҙыу мөмкинлеген бирә, Мясковскийҙың 27-се симфонияһы, О. Мессиандың, В. Лютославскийҙың инструменталь миниатюралары тураһында яҙғандары шундайҙарға инә. Композитор шахмат менән етди мауыға.
Төп әҫәрҙәре
- Опералары
- «Айһылыу» (1943, 1953 (2-се ред.))
- «Дней давних бой» (1981)
- «Ночь царя Ивана» (1982)
- Балеттары
- «Яҙғы елдәр» (1950, З. Хәбибуллин менән авторҙаш)
- «Жанна д’Арк» (1953—1955)
- «Берёзовая роща» (1964)
- «Абакаяда» (1983)
- Ораториялары
- «Ночь царя Ивана» (1967, опера итеп эшкәртелә)
- Оркестр өсөн әҫәрҙәре
- Туғыҙ симфония (1945, 1946, 1957, 1965, 1968, 1972, 1980 (халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн), 1986, 1992)
- Симфониетта (1940)
- Концерт-симфония (1947)
- Оркестр менән фортепиано өсөн концерт (1943—1947)
- Симфоник сюита «Из русской старины» (1948)
- «Молдавская сюита» (1949—1950)
- СССР халыҡтары темаһына ете пьеса (1950)
- Скрипка менән оркестр өсөн концерт фантазиялары (1953, 1964)
- Симфоник баллада (1956)
- «Из якутских легенд» (1940—1957)
- Концерт-симфония (1974)
- Гобой һәм камера оркестры өсөн концерт (1983)
- «12 афоризмов и постлюдия» (1993)
- Кескәй домра һәм оркестр өсөн концерт (1967)
- Ҡыллы ҡоралдар өсөн элегик поэма (Н.Я. Мясковский иҫтәлегенә)
- Камера әҫәрҙәре
- Фортепиано квинтеты (1961)
- Дүрт ҡыллы квартет (1962, 1965, 1976...)
- Фортепиано өсөн ике соната (1946-1954, 1972-1975)
- Фортепиано өсөн ике сонатина
- Кларнет һәм арфа менән башҡа ҡоралдар өсөн «Легенда» для
- Скрипка һәм фортепиано өсөн Прелюдия һәм Токката
- Туба һәм фортепиано өсөн сонатина
- Флейта, гобой, кларнет, валторна, фагот, скрипка, альт, виолончель, контрабас һәм фортепиано өсөн децимет
- Театр постановкалары һәм кинофильмдар өсөн романстар, музыка
- «Скорая помощь», мультфильм (1949) — композитор
Бүләктәре һәм премиялары
- Заслуженный деятель искусств РСФСР (1964)
- Сталин премияһы — 1-се симфонияһы өсөн
- Сталин премияһы — симфоник оркестр өсөн «Молдавская сюита»һы өсөн
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28.12.1946)
- миҙалдар
Библиография
- Рыбакина Е. Николай Пейко: очерк жизни и творчества. — М.: Музыка, 1980
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #13358433X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Nikolaï Ivanovitch Peiko // Musicalics (фр.)
- ↑ Пейко Николай Иванович (МГК им.
- ↑ Музыка войны и победы
Һылтанмалар
- 25 мартта тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 1 июлдә вафат булғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Балет композиторҙары
- XX быуат композиторҙары
- Рәсәй композиторҙары
- СССР композиторҙары
- Алфавит буйынса композиторҙар
- XX быуат музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Опера композиторҙары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәү консерваторияһы уҡытыусылары
- СССР Композиторҙар союзы ағзалары