Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
2 ғинуар юбилярҙары
|
- Шәйехзада Бабич (1895—28.03.1919), шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1917—1919 йылдарҙа Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы.
- Ирина Архипова (1925—11.02.2010), йырсы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. 1956—1989 йылдарҙа СССР-ҙың Ҙур театры солисы, бер үк ваҡытта 1976 йылдан — Мәскәү консерваторияһы уҡытыусыһы, профессор (1982). СССР-ҙың (1966), Башҡортостан Республикаһының (1994), Ҡырғыҙстан Республикаһының (1993) халыҡ артисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
тулы исемлек
- Цибизов Леонид Герасимович (1925—16.06.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танкист. Украина Ҡораллы көстәренең генерал-майоры (2008). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Сандурский Богуслав Флорионович (1930—4.11.2020), нефтсе, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1985—1993 йылдарҙа «Башнефть» йәмғиәтенең генераль директоры. СССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1990), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1992). Октябрь Революцияһы (1982) һәм өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1977, 1988) ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2018).
- Дамир Вәлиев (1940—28.05.2002), ғалим-философ, йәмәғәт эшмәкәре. 1970—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), философия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).
- Илфаҡ Смаҡов (1940—27.05.1993), йырсы, 1963—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961).
- Закиров Игорь Рәүеф улы (1945), хәрби хеҙмәткәр, һынаусы лётчик. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994). СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы лётчигы (1990).
- Карпов Даниэль Николаевич (1945), ғалим-геоботаник. 1978—2009 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының һәм педагогия академияһының педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — биология кафедраһы мөдире. 2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының биология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2007). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Яхин Рафаил Заян улы (1950), инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 2008—2015 йылдарҙа Юл йәшелләндереү-төҙөкләндереү муниципаль унитар предприятиеһы директоры; 1999 йылдан район башҡортары Ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), райондың почётлы гражданы (2012).
- Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы (1955), ғалим-биолог. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2002).
- Исҡужин Динислам Мостафа улы (1960), бейеүсе, хореограф. 1989—1995 һәм 1999—2011 йылдарҙа Баймаҡ районының «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1990).
|
|