25 май
Уҡыу көйләүҙәре
25 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
25 май Викимилектә |
25 май — григориан стиле буйынса йылдың 145-се (кәбисә йылында 146-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 220 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Африканы азат итеү көнө (Африка көнө).
- Ер: Юғалған балалар көнө.
- Таҫтамал көнө.
- Ҡалҡан биҙе көнө
- АҠШ: Ололарҙың һаулыҡ көнө.
- Иордания: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Ливан: Азат ителеү көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау көнө.
- Төркмәнстан: Ашхабад көнө.
- Украина: Киев көнө.
- Перу: Клоундар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Филологтар көнө.
- Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1919: Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында физкультурниктарҙың тәүге парады була.
- 1931: Өфөлә Башҡортостан коммунистик университеты эшләй башлай.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зотов Виктор Никифорович (1925—16.07.1996), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия майоры (1953). Запасҡа сыҡҡандан һуң (1956) Октябрьский һәм Өфө ҡалаларында мәктәп директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), Дан орденының тулы кавалеры.
- Еркеев Нур Төхвәтша улы (1925—2007), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1992 йылдарҙа Бәләбәй районының Баймырҙа урта мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры. Бәләбәй районының почётлы гражданы (2001).
тулы исемлек
- Мөхтәров Рифҡәт Ғосман улы (1925—2000), мәҙәниәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961—1979 йылдарҙа РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры, артабан Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан республика бүлексәһе президиумы рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылынан.
- Рыбалко Иван Игнатьевич (1925—26.04.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Камил Вәлиев (1930—13.06.2016), йырсы, мәҙәниәт эшмәкәре, педагог. 1959—1969 һәм 1978—1991 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1988—1990 йылдарҙа музыкаль-әҙәби лекторийҙың баш режиссёры; 1969—1973 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 1973—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1997—2007 йылдарҙа Сибай сәнғәт колледжы директоры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987). Республика йәштәр фестивалдәре (1956, 1959) лауреаты. Салауат Юлаев (2007), Дуҫлыҡ (2011) ордендары кавалеры.
- Юдаев Александр Иванович (1930), инженер-технолог, нефтехимик, хужалыҡ эшмәкәре. 1964 йылдан Салауат нефтехимия комбинатының (хәҙер «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1975—1977 йылдарҙа — генераль директоры; 1977—1986 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Башнефтехимзаводы» производство берекмәһе етәксеһе. РСФСР-ҙың 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1979) һәм химия сәнәғәте отличнигы (1967). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974, 1986) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Сызрань районының Рамено ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғатауллина Лира Даян ҡыҙы (1926—26.01.2003), ғалим-педиатр, йәмәғәтсе. 1958—1985 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылдан госпиталь педиатрияһы, 1970—1981 йылдарҙа балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. 1970—1989 йылдарҙа Балалар табиптарының Башҡортостан республика ғилми медицина йәмғиәте етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1968), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).
- Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы (1931), яҙыусы, драматург, шағир һәм журналист. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге премияһы лауреаты (2011).
тулы исемлек
- Байтимеров Әбүбәкер Хөсәйен улы (1941), партия органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1978—1984 йылдарҙа КПСС-тың Балаҡатай район комитетының икенсе секретары, 1984—1996 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Балаҡатай район Советы башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996), Балаҡатай районының почётлы гражданы (2012).
- Павлова Галина Әҙһәм ҡыҙы (1946—8.07.2014), ғалим-гастроэнтеролог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты, шул иҫәптән 2001—2006 йылдарҙа университеттың Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғайсина Рәсимә Шакир ҡыҙы (1956), хеҙмәт ветераны, Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәре, Башҡортостандың хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы (1961), ғалим-тел белгесе. 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғизетдинов Мәхмүт Фәттәх улы (1927—10.07.2006), хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1997 йылдарҙа Братск алюмин заводы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Айыухан ауылынан.
- Латипов Ғәбделбар Ғәбдрәүеф улы (1937—09.2004), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1962—1997 йылдарҙа Баҡалы районы Мостафа машина-трактор станцияһының электрик-аккумуляторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт даны ордены кавалеры, коммунистик хеҙмәт ударнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Мирошник Николай Михайлович (1937—16.02.2011), хеҙмәт алдынғыһы. 1961—1997 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозы механизаторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1994). Сығышы менән ошо райондың Әлебай ауылынан
- Мәһәҙиева Әминә Сафи ҡыҙы (1937), китапханасы, күп балалы әсә. 1959 йылдан Баймаҡ районы Муллаҡай ауыл китапханасыһы, 1964—1988 йылдарҙа шул уҡ райондың Темәс ауыл китапханаһы мөдире. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976), 2-се дәрәжә «Әсәлек» миҙалыменән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Муллаҡай ауылынан.
- Тимирбаев Андрей Тимиргалиевич (1947), хеҙмәт ветераны. 1975—1999 йылдарҙа Октябрьский руднигы проходчигы, тау мастеры; Норильск тау-металлургия комбинатының тау эшсеһе. СССР-ҙың почётлы таусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миәҙәк ауылынан.
- Гладких Сергей Николаевич (1962), механизатор, Афған һуғышы ветераны. Мәсетле районының «Ленинский» кооперативы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Томаров Сергей Александрович (1982), спортсы, тренер, ғалим-педагог. 2009 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2011).
- Мөхәмәтйәнов Наил Йәмил улы (1987), спортсы. Билбаулы көрәш буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Донъя чемпионаты чемпионы һәм призёры, Донъя кубогы еңеүсеһе, Рәсәй чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миәҙәк ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдуллин Фәнир Хәкимйән улы (1938), быяла яһаусы. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке мастеры, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Ғабдрахманов Фиҙа Мөхәмәтсафа улы (1938), Тәтешле районы «Танып» колхозының элекке рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Ыласынов Милләт Рамазан улы (1938—8.04.1990), механизатор. 1955—1990 йылдарҙа Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозы тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Таҡһыр ауылынан.
- Ғиниәтуллин Рауил Ҡәниф улы (1953), педагог. Ҡариҙел район хакимиәтенең элекке мәғариф бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волков Николай Иванович (1924—24.10.1983), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы пулемётсыһы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Зубков Сергей Васильевич (1934—2006), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1953—1978 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының «Сталь» колхозы комбайнеры. Ленин (1973) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Преображеновка ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәров Рәйес Ислам улы (1939), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, хирург. 1967—2008 йылдарҙа Күгәрсен районы Мәҡсүт ауыл участка дауаханаһы мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1810: Пьер Эдмон Буассье, Швейцария ботанигы, сәйәхәтсе, 3600-гә яҡын яңы үҫемлек төрөн тасуирләп һүрәтләүсе.
- 1845: Герман Ларош, Рәсәй империяһының музыка һәм әҙәби тәнҡитсеһе, композитор.
тулы исемлек
- 1860: Джеймс Кеттелл, АҠШ ғалимы, психолог, дифференциаль психология вәкиле.
- 1931: Георгий Гречко, лётчик-космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1997: Александр Бурзянцев, рәссам. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), БАССР-ҙың халыҡ (1979) рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986).
- 1984: Ғабдулла Әхмәтшин, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, драматург, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.