24 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
24 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
24 декабрь Викимилектә |
24 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 358-се көнө (кәбисә йылында 359-сы). Йыл тамамланыуға 7 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бейәләй көнө.
- Днестр буйы республикаһы: Конституция көнө.
- Ливия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Микронезия: Конституция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө. Рәсәй империяһының Александр Суворов етәкләгән ғәскәренең төрөк ҡәлғәһе Измаилды алыуы.
- Рәсәй Федерацияһы: 1991—2003 йылдарҙа Хөкүмәт элемтәһе һәм мәғлүмәт федераль агентлығы (ФАПСИ) хеҙмәткәрҙәре көнө
- Украина: Архив хеҙмәткәрҙәре көнө.
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Конституция көнө.
- 1777: Джеймс Кук «Раштыуа утрауы»н аса.
- 1900: РСДРП-ның беренсе дөйөм рус гәзите «Искра»ның тәүге һаны сит илдә баҫылып сыға.
- 1924: Албания республика тип иғлан ителә.
- 1982: СССР-ҙың алыҫ араға осоусы Ан-124 «Руслан» ауыр хәрби транспорт самолёты тәүге осош яһай.
- 1993: Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәсәнов Әбүзәр Мостафа улы (1925), хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, зенитсы-артиллерист, кесе сержант. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылынан.
- Айытбаева Люция Саҙрый ҡыҙы (1940), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1963—1999 йылдарҙа Хәйбулла районының участка дауаханаһы фельдшеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Иҫәнгилде ауылынан.
- Нәсибуллин Рауил Талип улы (1945), ғалим-социолог. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының социологик тикшеренеүҙәр лабораторияһы хеҙмәткәре, 1977 йылдан — уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—2015 йылдарҙа социология һәм социологик технологиялар кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһы Социалогик фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Социология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Джизак өлкәһе Баланд-Чакир ҡасабаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Калантар Николай Григорьевич (1901—12.03.1966), ғалим-инженер-химик. 1957 йылдан Башҡортостан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтының лаборатория мөдире, 1959 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1962 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1965), профессор (1966). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
- Ғүмәров Рауил Ғатаулла улы (1911—15.08.2003), рәссам. Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1936—1941 һәм 1945—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең художество мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1962). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Пашкевич Алексей Васильевич (1916—30.08.1967), Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1950—1953 йылдарҙағы Корея һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик, генерал-майор (1957). 1931—1936 йылдарҙа — Белорет металлургия заводы эшсеһе. 1939—1959 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Сәлимов Әхсән Сәлимгәрәй улы (1921—19.10.2013), уҡытыусы, журналист, хужалыҡ эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Дүртөйлө районы мәктәптәрендә уҡытыусы, уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, директор; 1956 йылдан район гәзитенең яуаплы секретары, 1965 йылдан — мөхәррир урынбаҫары; 1977 йылдан Дүртөйлө һыра заводы директоры; 1982—1988 йылдарҙа Дүртөйлө быраулау эштәре идаралығы инженеры. 1970 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының почётлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2007). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Райондың почётлы гражданы (1995).
- Солтанова Римма Заһретдин ҡыҙы (1936), сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһе ветераны, бейеүсе, балетмейстер. 1966—1992 йылдарҙа һәм 1996 йылдан Әбйәлил район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, балетмейстер, 1971 йылдан «Йәшлек» бейеү ансамбленең художество етәксеһе, 1977 йылдан — мәҙәниәт йорто директоры, 1991—1992 һәм 1996—1998 йылдарҙа директор урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Нөрәй ауылынан.
- Мәрҙәншин Рафаэль Мирхәтим улы (1961), Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты (2021), Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Шәрип Закир улы (1912—1996), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1944 йылдың февраленән ВКП(б) ағзаһы. 1937—1942 йылдарҙа һәм 1946 йылдан Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбенең уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, 1951 йылдан — директоры; 1962 йылдан Малаяҙ интернат-мәктәбе, 1965 йылдан — Арҡауыл, 1971—1974 йылдарҙа — Янғантау урта мәктәбе директоры һәм уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы (1955) һәм РСФСР (1959) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1963). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Бишәүҙәр ауылынан.
- Попов Николай Ильич (1912–28.08.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, гвардия уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Васёв Григорий Тимофеевич (1922–31.12.2004), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик, полковник (1975). 1946 йылдан Магнитогорск ҡалаһында комсомол эшендә, 1950 йылдан СССР дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, 1964—1991 йылдарҙа ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы В. М. Комаров исемендәге Ейск юғары хәрби авиация училищеһы уҡытыусыһы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Һамар ауылынан.
- Лоҡманова Гөлнур Усман ҡыҙы (1937—17.10.2010), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1961—1995 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1967 йылдан мәктәптең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире; 1972 йылдан Баймаҡ район мәғариф бүлеге инспекторы; 1979—1981 йылдарҙа Баймаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972). Сығышы менән ошо райондың Темәс ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пинкевич Альберт Петрович (1883—25.12.1937), педагог-ғалим. Хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһындағы А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетын ойоштороусы һәм уның тәүге ректоры (1918—1920), хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетын ойоштороусы һәм уның тәүге ректоры (1920—1921). Педагогия фәндәре докторы (1935), профессор. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районының Орондо ауылынан.
- Минасов Хәбиб Минас улы (1908—25.03.2002), химик‑органик-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1979), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. (1991). Химия фәндәре докторы (1954), профессор (1970). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1977). Ленин (1986), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1975) һәм Почёт Билдәһе (1967) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Сыуаш Республикаһының Батыр районы Ҡыр Бикшеге ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы (1928—3.10.2016), йырсы, 1953—1978 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011), СССР халыҡтарының фольклор йыры конкурсы лауреаты, РСФСР-ҙың эстрада артистары конкурсы дипломанты (1964).
- Шиятов Степан Григорьевич (1933), эколог-ғалим. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, 1985 йылдан — лаборатория мөдире, 2009 йылдан — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (1981), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Рәсәй Фәндәр академияһының академик В. Н. Сукачёв исемендәге премияһы лауреаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Владимир-Николаев утарынан.
- Кирханов Диас Фәйзрахман улы (1938), агроном, ауыл хужалығы, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1969 йылдан Ҡыйғы районы ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы, 1973 йылдан Ленин исемендәге колхоз рәйесе; 1978 йылдан КПСС район комитетының икенсе, 1981 йылдан — беренсе секретары; 1991 йылдан район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1995 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Райондың почётлы гражданы (2010). Сығышы менән Йыланлы ауылынан.
- Хәсәнов Дамир Йосоп улы (1938—14.05.2005), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1963 йылдан «Нефтепроводмонтаж» тресы 74‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығының слесарь‑монтажсыһы, 1969—1999 йылдарҙа — электр менән иретеп йәбештереүсеһе. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Ҡашҡалаша ауылынан.
- Мәрҙәншин Ринат Мөҡәтдәс улы (1963—19.01.2005), спортсы. Спидвей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). Башҡортостандың күренекле спортсыһы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анисифорова Нина Николаевна (1914—27.02.1989), рәссам. 1940 йылдан Башҡортостан ижади-производство комбинатының рәссам биҙәүсеһе. 1944 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977).
- Дречин Семён Владимирович (1914—1.08.1993), балет артисы, балетмейстер. 1959, 1961—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында спектаклдәр ҡуйыусы. Белорус ССР-ының халыҡ артисы (1954). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1950). Сығышы менән Минск ҡалаһынан.
- Шлюхин Николай Матвеевич (1914—29.11.1992), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1936—1974 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1947 йылдан Ишембай быраулау контораһы директоры, 1968 йылдан — «Башюгнефтеразведка» тресының (Ишембай) идарасы урынбаҫары, 1970 йылдан — Ишембай быраулау эштәре идаралығының база начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Ленин (1959), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1948) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Октябрь районы Яңы Троицкий ауылынан.
- Гнусин Александр Фёдорович (1919—20.07.2007), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының разведка начальнигы. Полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Макаров Алексей Дмитриевич (1919—4.09.1982), ғалим-инженер технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1947 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1982 йылдарҙа — фәнни эштәр буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1967), профессор (1968). РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Ленинград өлкәһенең Кадуй районы Илемное ауылынан.
- Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы (1924—25.11.2000), ғалим-тел белгесе. 1955—1994 йылдарҙа Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1972 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
- Дәүләтшин Рафаэль Әхмәтгәрәй улы (1939), ғалим-тарихсы. 1991—2005 йылдарҙа Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, 2005—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
- Һаҙыева Тәнзилә Зыялетдин ҡыҙы (1939), хеҙмәт ветераны. Мәсетле районы Жданов исемендәге колхоздың элекке сусҡа ҡараусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990). Сығышы менән ошо райондың Яңы Мөслим ауылынан.
- Еремеева Нина Ивановна (1949), Өфө ҡалаһындағы Олимпия резервының 1-се спорт мәктәбе инструктор-методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғәлләмов Салауат Абдрахман улы (1959—5.12.2018), ғалим, башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһында гипотезаның, башҡорт теленең боронғо һәм хәҙерге Европа телдәренә йоғонтоһо һәм Башҡорт эпостарының боронғо һинд философияһына йоғонтоһо тураһында гипотезалар авторы.
- Назарова Ульяна Анатольевна (1974), ғалим-иҡтисадсы. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусы, шул иҫәптән 2013 йылдан — хеҙмәт иҡтисады, эшҡыуарлыҡ һәм маркетинг кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1167: Иоанн Безземельный, Англия короле.
- 1761: Сәлим III, Ғосман империяһы солтаны.
- 1798: Адам Мицкевич, Польша шағиры.
- 1818: Джеймс Прескотт Джоуль, Англия физигы.
- 1868: Эмануэль Ласкер, Германия шахматсыһы һәм математигы. Шахмат буйынса 2-се донъя чемпионы (1894—1921).
- 1905: Говард Хьюз, Америка инженер-авиаторы. Режиссёр һәм продюсер
- 1922: Ава Гарднер, Америка кино актёры.
- 1961: Ильхам Гейдарович Алиев, Әзербайжандың 4-се президенты.
- 1981: Дима Билан, Рәсәй йырсыһы.
- 1863: Уильям Теккерей, Англия яҙыусыһы.
- 1884: Иоганн фон Йолли, Германия физигы, математик.
- 1925: Фрэнк Стивен Болдуин, арифмометр һәм калькулятор уйлап табыусы.
- 1963: Тристан Тцара, йәһүд сығышлы Румыния һәм Франция шағиры.
- 1997: Тосиро Мифунэ, Япония кино актёры.
- 2008: Гарольд Пинтер, Англия драматургы, шағир, режиссёр, актёр, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты (2005).
- 2013: Калашников Михаил Тимофеевич, СССР һәм Рәсәйҙең атыу ҡоралы конструкторы.