Эстәлеккә күсергә

Ҡытай милли китапханаһы

39°56′34″ с. ш. 116°19′02″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡытай милли китапханаһы
ҡыт. 中国国家图书馆
Төп бина
Төп бина

39°56′34″ с. ш. 116°19′02″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице

Адресы

Ҡытай Ҡытай, Пекин

Нигеҙләнгән

9 сентябрь 1909 йыл

Фонд
Фонд йыйынтығы

китаптар, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, диссертациялар, картография баҫмалары, видеояҙмалар, тауыш яҙмалары, микрофильмдар, микрофишалар, электронные ресурстар һәм башҡалар.[1]

Фонд күләме

27,8 млн берәмек[2] (9,4 млн книг[3])

Хеҙмәтләндереү
Яҙылыу шарттары

16 йәшкәсә түләүһеҙ (балалар бүлеге өсөн — 6 йәштән 15 йәшкә тиклем)[4]

Хеҙмәтләндереү

көн һайын 12 мең китап уҡыусы[5]

Уҡыусылар һаны

йылына 5,2 миллион[2]

Башҡа мәғлүмәт
Директор

Чжоу Хэпин[6]

Хеҙмәткәрҙәр

1365[2]

-
Веб-сайт

http://www.nlc.cn/

 Ҡытай милли китапханаһы Викимилектә

Ҡытайҙың милли китапханаһы (ҡыт. ябайл. 中国国家图书馆, пиньин: Zhōngguó guójiā túshūguǎn, ингл. National Library of China, NLC) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының иң ҙур китапханаһы.

Ҡытай милли китапханаһының элекке бинаһы.

Китапхана Ҡытайҙағы һуңғы Цин династияһы хакимдәре һәм хөкүмәт араһындағы килешеү нигеҙендә 1909 йылда «Баш ҡала уҡытыусылары палаталары китапханаһы» (урыҫса «Библиотека Столичных учительских палат», ҡыт. 京师图书馆) булараҡ асыла. 1911 йылғы Синьхай революцияһынан һуң «Баш ҡала уҡытыусылары палаталары» Пекин университеты итеп үҙгәртелә, китапхана 1912 йылдың авгусында Мәғариф министрлығына бирелә һәм уҡыусылар өсөн асыла. 1916 йылда уға илдең төп китапханаһы функциялары йөкмәтелә, ә 1928 йылда уға Милли китапхана статусы бирелә. 1930 йылғы матбуғат тураһындағы ҡанунға ярашлы Милли китапхана илдәге барлыҡ баҫма продукцияны теркәп, иҫәпкә ала башлай, тағы ла бер йылдан уның өсөн махсус бина төҙөлә.

1949 йылдың 1 октябрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы иғлан ителгән ваҡытҡа Милли китапхана фондтарында һаҡланған документтар һаны миллион ярымдан да кәм булмай.

1998 йылдың декабрендә илдең Дәүләт советы китапхана исемен «Чжунго гоцзя тушугуань» (Ҡытайҙың милли китапханаһы — Национальная библиотека Китая) итеп үҙгәртеүҙе раҫлай.

Ҡытайҙың милли китапханаһы бөгөнгө көндә бөтөн нәмәне үҙ эсенә алған ғилми китапхана, төрлө милли баҫмаларҙы төп һаҡлау урыны, милли библиография үҙәге, Китапхана өлкәһендәге мәғлүмәт һәм фәнни-техник китапханалар селтәре үҙәге һәм Үҫеш үҙәге булып танылыу алған.

Китапхана биләп торған дөйөм майҙан 170000 квадрат метр тәшкил итә, был донъя китапханалары араһында бишенсе күрһәткес. 2003 йылдың аҙағына шулай уҡ Ер йөҙөндә бишенсе урынды алып, китапхана 24 110 000 томлыҡ бай китап тупланмаһына эйә булған. Улар араһынан 270 000 томы һирәк осраған, ә 1 600 000 томы боронғо китаптар тәшкил итә.

Ҡытай милли китапханаһының яңы корпусы
Китапхананың яңы корпусының эске күренеше

2010 йылда Милли китапхана өс бинала урынлашып, уларҙың иң мөһим тип һаналғаны 1987 йылда төҙөлгән була. 1931 йылда һалынған иҫке бина 1987 йылға тиклем төп бина булып йөрөй, хәҙер унда китапхананың боронғо китаптар бүлеге урынлашҡан(ингл. NLC Ancient Book Library). 2008 йылдың 9 сентябрендә 2003 йылда төҙөлә башлаған яңы корпус сафҡа индерелә, ул Төп бинанан төньяҡ йүнәлештә нигеҙләнгән була[7] (авторы проекта — Михаэль Циммерман, Юрген Энгель[8]). Дөйөм майҙаны 80,5 мең квадрат метрҙан ашыу булған яңы корпуста бер үк ваҡытта 8 меңгә яҡын китап уҡыусы хеҙмәтләндерелә. Ошо яңы корпус менән бергә иҫәпләгәндә китапхананың тулайым майҙаны 250 мең квадрат метр тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса Ҡытайҙың милли китапханаһы бары тик Франция менән Америка Ҡушма Штаттарының Милли китапханаларынан ғына ҡалыша. Милли китапхананың төп бинаһы тағы ла «Ҡытай милли китапханаһының көньяҡ өлөшө» (ингл. NLC South Area), ә яңы корпус — «Ҡытай милли китапханаһының төньяҡ өлөшө» тип аталып йөрөтөлә.(ингл. NLC North Area).[9]

Милли китапхана ҡытай телендәге китаптарҙың бөтә донъялағы иң бай йыйылмаһы булыу менән бер рәттән, дәүләт буйынса сит ил телдәрендәге төрлө йүнәлешле иң күп материалдарҙы туплау урыны ла. Китапхана йылына 365 көн эшләү менән бергә төрлө коммуникация саралары ярҙамында китап уҡыусыларға тәүлегенә 24 сәғәт барышында онлайн-хеҙмәттәр күрһәтә.

  1. Overview of Library Collections (ингл.). National Library of China (2010). Дата обращения: 17 июль 2010. Архивировано 14 август 2006 года. 2006 йыл 14 август архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 ANNUAL REPORT TO CDNL 2010 (ингл.) (2009). Дата обращения: 14 июль 2010. Архивировано 25 март 2012 года.
  3. National Library of China - English Version. Library Collections: Books (ингл.) (2006). Дата обращения: 14 июль 2010. Архивировано 14 август 2006 года. 2006 йыл 14 август архивланған.
  4. Rules and Regulations for Readers (ингл.). National Library of China (2010). Дата обращения: 17 июль 2010. Архивировано 14 август 2006 года. 2006 йыл 14 август архивланған.
  5. History (ингл.). National Library of China (2010). Дата обращения: 17 июль 2010. Архивировано 14 август 2006 года. 2006 йыл 14 август архивланған.
  6. Leadership (ингл.). National Library of China (2010). Дата обращения: 17 июль 2010. Архивировано 14 август 2006 года. 2006 йыл 14 август архивланған.
  7. Национальная библиотека Китая - новый корпус
  8. Комплекс Национальной библиотеки Китая дополнен новым корпусом, спроектированным немецким бюро KSP
  9. NLC Layout 2009 йыл 29 октябрь архивланған. (инг.)