Эстәлеккә күсергә

Хелена Шведская (Дания королеваһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хелена Шведская
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Дания короллеге[d]
 Швеция
Титул королева-консорт[d]
Тыуған көнө 1130
Тыуған урыны Дания
Вафат булған көнө иртәрәк1157
Вафат булған урыны Швеция
Атаһы Сверкер I[d][1]
Әсәһе Ульфхильда Хаконсдоттер[d][1]
Бер туғандары Бурислев[d], Карл VII[d], Суне Сик[d] һәм Йохан Сверкерссон[d]
Хәләл ефете Кнуд V[d]
Нәҫеле Дом Сверкеров[d]
Һөнәр төрө монахиня

Хелена йәки Элин Шведская (швед. Helena, Elin[2]; 1130 йыл ― 1158 йыл) ― швед принцессаһының һәм Дания королеваһының (Кнуд V ҡатынының) шартлы исеме. Уның тыуыу датаһы билдәле түгел. Атаһы Швеция короле Сверкер I була, ә әсәһе, Сверкерҙың тәүге ҡатыны, королева Ульвхильд.

1146 менән 1157 йылдар осоро Дания короллеге тәхеткә ике дәғүәсе араһында бүленә: улар Кнуд V һәм Свен III була. 1154 йылда Кнуд үҙенең туғаны Бөйөк Вальдемар менән союз төҙөй, һәм үҙенең үгәй атаһы Сверкерҙан ярҙам көтә. Ул Сверкерҙың ҡыҙы менән, ә Вальдемар Сверкерҙың үгәй ҡыҙы София Минская менән йәрәшә. Йылъяҙмала Кнудтың кәләшенең исеме телгә алынмай. Әммә, хәҙерге тикшеренеүселәр фекеренсә, уны Хелена йәки Элин тип атайҙар[3]. Бындай һығымтаның нигеҙе булып Necrologium Lundense мәғлүмәттәре тора, унда 31 декабрҙә вафат булған Елена Регина телгә алына. Сөнки бындай исем менән башҡа бер ниндәй ҙә Дания королеваһы билдәле түгел, моғайын, бында Сверкерҙың ҡыҙы тураһында һүҙ бара[4]. Башҡа фараздарға ярашлы, боронғо ҡулъяҙмала ярым яртылаш легендар Елена телгә алына, ул Швецияла һәм Данияла изге кеүек рәсми булмаған хөрмәткә лайыҡ була.[5].

1156 йыл аҙағында Кнуд V, король Сверкер үлтерелгәс, әсәһен йыуатыр өсөн Швецияға сәфәр ҡыла. Шул уҡ ваҡытта үҙенең швед кәләше менән никахлаша[6]. Шулай итеп, кәләш Швецияны ҡалдыра һәм дат королеваһы булып китә, артабанғы ғүмере ҡыҫҡа һәм фәжиғәле була[7]. 1157 йылда Кнуд һәм Вальдемар Роскиллела Свен III менән татыулыҡ байрамында ҡатнаша. Табын мәлендә Свендың яугирҙәре уның ике көнәркәшенә һөжүм итә, Кнуд үлтерелә, ә Вальдемар йәшеренеп өлгөрә. Свен да шул уҡ йылда үлтерелә. Королева Швецияға ҡайтып китә. XVI быуатта эшләнгән урта быуат иғәнәләре исемлеге күсермәһендә Хелена Эстергетландтағы Врет аббатлығы ваҡытында ерҙе Слак килеүенә бүләк итеп бирә, ә һуңынан аббатлыҡта монахиня итеп ҡабул ителә тип әйтелә[8]. Бынан сығып, ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, Кнудтың ҡатыны донъяны ташлап китә, һәм яҡынса 1158 йылдарҙа үҙенең апаһы Ингегердҡа (1204 үлгән) ҡушыла, ә ул был мәлдә Вретта ҡатын-ҡыҙҙар монастыры башлығы була.

  1. 1,0 1,1 1,2 Lundy D. R. Helena Sverkersdottir // The Peerage (ингл.)
  2. Sven Rosborn (In Swedish): När hände vad i Nordens historia (When did what happen in the history of the Nordic countries) (1997)
  3. Wallin, «Knutsgillena i det medeltida Sverige», pp. 137, 190.
  4. Philip Line, Kingship ans State Formation in Sweden 1130—1290. Leiden: Brill, 2007, p. 485.
  5. Ahnlund, «Den nationella och folkliga Erikskulten», p. 120.
  6. Ahnlund, «Till frågan om den äldsta Erikskulten i Sverige», p. 309.
  7. Lars O. Lagerqvist Lars O. Lagerqvist. "Sverige och dess regenter under 1.000 år",("Sweden and its regents under a 1000 years").. — Albert Bonniers Förlag AB, 1982. — ISBN 91-0-075007-7.
  8. Ahnlund, «Till frågan om den äldsta Erikskulten i Sverige», p. 319.
  • Ahnlund, Nils. «Till frågan om den äldsta Erikskulten i Sverige». Historisk tidskrift 68, 1948.
  • Ahnlund, Nils. «Den nationella och folkliga Erikskulten», in B. Thordeman (ed.). Erik den helige. Stockholm, 1954.
  • Lagerqvist, Lars O. "Sverige och dess regenter under 1.000 år. Stockholm: Albert Bonniers Förlag AB, 1982 ((ISBN 91-0-075007-7)).
  • Rosborn, Sven. När hände vad i Nordens historia. Lund: Historiska media, 1997 ((ISBN 91-9719-926-5)).
  • Wallin, Curt.Knutsgillena i det medeltida Sverige. Kring kulten av de nordiska helgonkungarna [Historiskt arkiv, 16]. Stockholm: Almqvist & Wicksell, 1975 ((ISBN 91-7402-006-4)).