Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 23 февраль 1947[1] |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ISO |
Рәсми тел | инглизсә[2], Француз теле[2] һәм урыҫ теле[2] |
Ойошма ағзаһы | Joint Committee for Guides in Metrology[d] |
Ағзалар һаны | 165 Ил[3] |
Бойһонған ойошма (филиал) | ISO/IEC JTC1[d] һәм SPRING SG[d] |
В партнёрстве с | Международная организация гражданской авиации[d][4] һәм ЮНЕСКО[5] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Женева, Швейцария[6] |
Алыштырған | International Federation of the National Standardizing Associations[d] |
Электрон почта |
customerservice@iso.org[7] central@iso.org[6] dataprotectionofficer@iso.org[8] |
Рәсми сайт |
iso.org[7] iso.org/fr/ iso.org/ru/ |
Cтатус официального наблюдателя в организации | Всемирная организация интеллектуальной собственности[d][9] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 69 880 һәм 26 100 ± 99[10] |
Уставный URL | iso.org/files/live/sites… |
Маска URL для поиска | https://www.iso.org/search.html?PROD_isoorg_en[query]=$1 |
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы Викимилектә |
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы, ИСО (International Organization for Standardization, ISO) — стандарттар эшләү һәм сығарыу менән шөғөлләнеүсе халыҡ-ара ойошма.
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы 1946 йылда егерме биш милли стандартлаштырыу ойошмаһы тарафынан барлыҡҡа килтерелә. Ул 1926 йылда Нью-Йоркта асылып, 1942 йылда ябылған ISA (International Federation of the National Standardizing Associations) менән 1944 йылда ойошторолған UNSCC (United Nations Standards Coordinating Committee) ойошмалары нигеҙендә хасил була. Эше ғәмәлдә 1947 йылда башлана[11]. СССР ойошманы нигеҙләүселәрҙең береһе, етәксе органдарының даими ағзаһы була; Госстандарт вәкиле ике тапҡыр ойошманың рәйесе итеп һайлана. Рәсәй СССР-ҙың вариҫы булараҡ ИСО ағзаһы ителә. 2005 йылдың 23 сентябрендә Рәсәй ИСО Советына инә.
Ойошманы төҙөгәндә һәм уға атама һайлағанда аббревиатураның бөтә телдәрҙә лә бер төрлө яңғырарға тейешлеге күҙҙә тотола. Тиң мәғәнәһен биргән ίσος (исос) тигән грек һүҙе алына, шунлыҡтан Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы «ИСО» тигән ҡыҫҡа атама йөрөтә.
ИСО-ның эшмәкәрлек даирәһе, электротехника менән электрониканан башҡа, бөтә өлкәләргә лә ҡағыла. Ә электротехника менән электроника Халыҡ-ара электротехника комиссияһы (МЭК, IEC) ҡарамағына инә. Ҡайһы бер эштәрҙе был ойошмалар бергә башҡара. Стандартлаштырыуҙан тыш, ИСО сертификатлау мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә.
ИСО-ның бурыстары: донъяла тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән алмашыуҙы тәьмин итеү, интеллектуаль, фәнни-техник һәм иҡтисади өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында стандартлаштырыуҙы һәм төрҙәш эшмәкәрлек тармаҡтарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Рәсми телдәре: инглиз теле, француз теле һәм рус теле[12].
ИСО ағзалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли стандартлаштырыу органдары ойошманың ағзалары булып тора, улар ИСО-ла үҙ илдәренең мәнфәғәттәрен кәүҙәләндерә, ә үҙ илендә ИСО вәкиле булып тора. Әлеге ваҡытта ИСО-ға 164 ил вәкиле инә[13]
Ағзалыҡтың өс категорияһы бар. Улар ИСО-ның электрон ресурстарына инеү кимәле һәм эшләнеүсе документтарға йоғонто яһау дәрәжәһе менән айырыла. Был һәр милли стандартлаштырыу органының ихтыяждарын һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға ярҙам итә. Шулай итеп, ресурстары сикләнгән йә милли стандартлаштырыу системаһы етерлек үҫмәгән илдәр халыҡ-ара стандартлаштырыу буйынса көнүҙәк мәғлүмәтте ваҡытында ала.
- Тулы хоҡуҡлы ағзалар эшләнеүсе ИСО стандарттарының йөкмәткеһенә һәм стратегияға тауыш биреүҙәрҙә һәм халыҡ-ара ултырыштарҙа ҡатнашыу аша йоғонто яһай. Тулы хоҡуҡлы ағзалар халыҡ-ара стандарттарҙы милли кимәлдә һатырға һәм ҡабул итергә хоҡуҡлы.
- Мөхбир ағзалар ИСО стандарттарының һәм стратегияның нисек эшләнеүен тауыш биреү һөҙөмтәләренә ҡарап күҙәтә, үҙҙәре тауыш биреү хоҡуғына эйә түгел. Халыҡ-ара ултырыштарҙа ла күҙәтеүсе сифатында ҡатнашалар. Мөхбир ағзалар халыҡ-ара стандарттарҙы милли кимәлдә һатырға һәм ҡабул итергә хоҡуҡлы.
- Яҙылған ағзалар ИСО-ның эштәре тураһында мәғлүмәт алып тора, әммә эштә ҡатнаша алмай. Яҙылған ағзалар милли кимәлдә халыҡ-ара стандарттарҙы һатырға һәм ҡабул итергә хоҡуҡлы түгел.
ИСО-ла Рәсәйҙән Федераль техник көйләү һәм метрология агентлығы тулы хоҡуҡлы ағза сифатында вәкәләтлек итә.
Ойоштороу структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ИСО-ның етәксе һәм эш органдары бар. Етәксе органдары: Генераль ассамблея (юғарғы орган), ИСО Советы, Техник етәксе бюро. Эш органдары — техник комитеттар (ТК), аҫкомитеттар (АК), техник консультатив төркөмдәр (ТКТ).[14]
Генераль ассамблея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Генераль ассамблея — ағза комитеттар тарафынан тәғәйенләнгән вазифалы кешеләр һәм делегаттар йыйыны. Һәр ағза комитет өскә тиклем делегат ебәрергә хоҡуҡлы, уларҙы күҙәтеүселәр оҙатып йөрөй ала. Мөхбир ағзалар һәм яҙылған ағзалар күҙәтеүсе сифтатында ҡатнаша. 2013 йылғы Генераль ассамблея Санкт-Петербургта үтте.
ИСО Советы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет ИСО эшмәкәрлегенә Генераль ассамблея сессиялары араһында етәкселек итә. Совет Генераль ассамблеяны саҡырып тормайынса ағза комитеттарға консультация өсөн һорауҙар ебәрергә йә уларҙы хәл итергә ҡушырға хоҡуҡлы. Совет ултырыштарында ҡарарҙар унда ҡатнашҡан ағза комитеттарҙың күпселек тауышы менән ҡабул ителә. Ултырыштар араһында һәм ихтыяж килеп тыуғанда Совет ҡарарҙарҙы хатлашыу аша ҡабул итә ала.
ИСО Советы идара итеүгә бәйле күп һорауҙарҙы үҙе хәл итә. Совет ултырыштары йылына ике тапҡыр үтә. Совет составына ИСО ағзаһы булған илдәрҙән 20 вәкил инә. Совет ҡарамағында аныҡ һорауҙар буйынса етәкселекте башҡарған органдар бар.
- Президент комитеты ИСО Советына консультациялар бирә һәм уның, шулай уҡ Генераль ассамблеяның ҡарарҙары үтәлешен күҙәтә;
- КАСКО (CASCO — Committee on conformity assessment) — Ярашлылыҡты баһалау комитеты продукцияның, хеҙмәттәрҙең, сифат системаларының стандарттар талаптарына яуап биреүе мәсьәләләре менән шөғөлләнә. КАСКО эшенең мөһим өлкәһе — милли һәм төбәк сертификатлау системаларының үҙ-ара танылыуына һәм ҡабул ителеүенә, шулай уҡ һынауҙар өлкәһендә һәм ярашлылыҡты раҫлауҙа халыҡ-ара стандарттарҙың ҡулланылыуына булышлыҡ итеү. КАСКО МЭК менән бергәләп сертификатлауҙың төрлө яҡтары буйынса бик күп ҡулланмалар эшләгән, улар ИСО һәм МЭК ағзаһы булған илдәрҙә киң ҡулланыла. КАСКО шулай уҡ һынау лабораторияларын аккредитациялау буйынса аудиторҙарға һәм аккредитациялаусы органдарҙың эш сифатын баһалауға дөйөм талаптар булдырыу менән шөғөлләнә.
- КОПОЛКО – ИСО-ның ҡулланыусыларға ҡарата сәйәсәт комитеты (COPOLCO — Committee on consumer policy) ҡулланыусылар мәнфәғәттәрен күҙәтеү һәм быға стандартлаштырыу аша булышлыҡ итеү мәсьәләләрен ҡарай; ҡулланыусыларҙың стандарттар булдырыуҙа ҡатнашыу тәжрибәһен дөйөмләштерә һәм ҡулланыусыларға стандартлаштырыу өлкәһендә белем биреү һәм халыҡ-ара стандарттар тураһында мәғлүмәт биреү программаларын төҙөй. Халыҡ-ара һәм милли стандарттар исемлеген, ҡулланыусыларға файҙаһы тейерҙәй ҡулланмалар («Ҡулланыу тауарҙарына сағыштырыу һынауҙары үткәреү», «Ҡулланыусыларға тауарҙар тураһында мәғлүмәт», «Ҡулланыу тауарҙарының эксплуатациялау тасуирламаларын үлсәү буйынса стандарт ысулдар эшләү» һ.б.) баҫтыра. КОПОЛКО ИСО/МЭК-тың хәүефһеҙлек стандарттарын әҙерләү буйынса ҡулланмаһын эшләүҙә ҡатнаша.
- ДЕВКО – ИСО-ның үҫеүсе илдәр мәсьәләләре буйынса комитеты (DEVCO — Committee on developing country matters) үҫеүсе илдәрҙең стандартлаштырыу өлкәһендәге мөрәжәғәттәрен ҡарай һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса тәҡдимдәр эшләй. ДЕВКО-ның төп бурыстары: үҫеүсе илдәрҙә стандартлаштырыуҙың бөтә аспекттары буйынса фекер алышыуҙар ойоштороу, алдынғы илдәр менән тәжрибә алмашыу өсөн шарттар тыуҙырыу; алдынғы илдәрҙәге уҡытыу үҙәктәре базаһында стандартлаштырыу буйынса белгестәр әҙерләү; үҫеүсе илдәрҙә стандартлаштырыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың белгестәренә танышыу сәфәрҙәре ойоштороуҙа булышлыҡ итеү; үҫеүсе илдәр өсөн стандартлаштырыу буйынса дәреслектәр әҙерләү; сәнәғәте үҫкән алдынғы илдәр менән үҫеүсе дәүләттәр араһында стандартлаштырыу һәм метрология өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе дәртләндереү. Был йүнәлештәрҙә ДЕВКО БМО менән хеҙмәттәшлек итә.
- Council Standing Committees – Финанс мәсьәләләре һәм стратегия сәйәсәте буйынса даими комитеттар.
- Ad hoc Advisory Committees – Махсус консультатив төркөмдәр.
ИСО Советына ете комитет буйһона: ПЛАКО (техник бюро), ПРОФКО (методик һәм мәғлүмәти ярҙам); КАСКО (ярашлылыҡты баһалау комитеты); ИНФКО (фәнни-техник мәғлүмәт комитеты); ДЕВКО (үҫеүсе илдәргә ярҙам итеү комитеты); КОПОЛКО (ҡулланыусылар мәнфәғәттәрен яҡлау комитеты); РЕМКО (стандарт үрнәктәре комитеты).
Техник етәксе бюро (TMB)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Техник етәксе бюро техник комитеттарға һәм техник мәсьәләләр буйынса асылған башҡа стратегик консультатив органдарға дөйөм етәкселекте тормошҡа ашыра.
Стандарттар эшләү тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара стандартты ИСО ойошмаһы ағзалары үҙ-ара килешеп ҡабул итә. Халыҡ-ара стандарт туранан-тура йә төрлө илдәрҙең милли стандарттарына индереү юлы менән файҙаланыла башлай.
Халыҡ-ара стандарттарҙы ИСО-ның техник комитеттары (ТК) һәм аҫкомитеттары (АК) алты баҫҡыслы эш барышында төҙөй:
- 1. Тәҡдим итеү баҫҡысы. Халыҡ-ара стандартты эшләүҙең беренсе аҙымы — тәҡдим ителгән халыҡ-ара стандарттың кәрәклеген белдереү. Яңы тәҡдим тейешле ТК йә АК ағзаларына ебәрелә. Улар был пунктты эш программаһына индереү кәрәклеге-кәрәкмәүе тураһында тауыш бирә. Мәсьәлә ыңғай хәл ителһә, проект өсөн яуаплы билдәләнә.
- 2. Әҙерләү баҫҡысы. Эш ҡараламаһын әҙерләү өсөн ТК/АК эксперттарҙан эш төркөмө төҙөй, проект өсөн яуаплы ағза рәйесе ителә. Техник сиселеш ҡараламаһы әҙер булғас, уны өҫтәге комитетҡа тапшыралар.
- 3. Комитет баҫҡысы. Комитеттың беренсе ҡараламаһы әҙер булғас та ИСО-ның Баш Секретариатында теркәлә. Тәҡдимдәр һәм фекерҙәр өсөн таратыла. Төрлө үҙгәрештәр кисереүе ихтимал. Бөтәһе лә уртаҡ ҡарарға килгәс, халыҡ-ара стандарттың ҡараламаһы итеп әҙерләнә.
- 4. Һорауҙар баҫҡысы. Халыҡ-ара стандарттың ҡараламаһы ИСО ағзалары араһында таратыла. Биш ай буйы уның буйынса фекер алышыуҙар һәм тауыш биреүҙәр бара. Артабан Халыҡ-ара стандарт ҡараламаһының һуңғы редакцияһы сифатында ҡабул ителә.
- 5. Хуплау баҫҡысы. Халыҡ-ара стандарт ҡараламһының һуңғы редакцияһы ике ай эсендә тауыш биреү өсөн ИСО-ның бөтә ағзаларына ебәрелә.
- 6. Нәшер итеү баҫҡысы. Халыҡ-ара стандарт ҡараламаһының һуңғы редакцияһы хупланғас, ИСО-ның Баш Секретариаты уны баҫтырып сығара.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ISO стандарттары исемлеге
- ГОСТ
- Бөтә донъя стандарттар көнө
- Халыҡ-ара электротехник комиссия (IEC)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Frendship Among Equals — 1997.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://web.archive.org/web/20071004225623/http://www.iso.org/iso/iso_catalogue/how_to_use_the_catalogue.htm
- ↑ ISO members
- ↑ https://www.icao.int/about-icao/Pages/Invited-Organizations.aspx
- ↑ https://www.unesco.org/sites/default/files/medias/fichiers/2023/10/UNESCO_List%20NGOs%20official%20partnership%20-%20Liste%20ONG%20partenariat%20officiel_September2023.pdf
- ↑ 6,0 6,1 https://www.iso.org/about-us.html
- ↑ 7,0 7,1 https://www.facebook.com/isostandards/about/?ref=page_internal
- ↑ https://www.iso.org/privacy-and-copyright.html
- ↑ https://www.wipo.int/members/en/organizations.jsp?type=NGO_INT
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ The ISO Story - founding (ингл.). ISO. Дата обращения: 13 декабрь 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2012 йыл 15 март архивланған.
- ↑ Как пользоваться каталогом ИСО . ISO (2010). Дата обращения: 13 ноябрь 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2012 йыл 4 ғинуар архивланған.
- ↑ ISO — ISO members
- ↑ Структура и руководящие органы