Фермий
Фермий | |
Масса | 257,095 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Энрико Ферми |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Гленн Теодор Сиборг[d] |
Асыу датаһы | декабрь 1952 |
Элемент символы | Fm[2] |
Химик формула | Fm[1] |
Каноническая формула SMILES | [Fm][1] |
Атом һаны | 100 |
Электр кирелеге | 1,3 |
Фермий Викимилектә |
Фермий (лат. Fermium, Fm) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 100.
Радиоактив трансуран, актиноидтар төркөмөнә ҡарай. Плутонийҙан ауырыраҡ башҡа элементтар кеүек, тәбиғәттә табылмай, бөтә билдәле изотоптары яһалма юл менән алынған.
Символы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фермий элементының символы — Fm (Фермий тип уҡыла).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был трансуран элемент 1953 йылда көтмәгәндә тиерлек асылған. 1952 йылдың ноябрендә Тымыҡ океан утрауҙарының береһендә АҠШ ғалимдары ҙур масштаблы термоядро шартлатыуы («Майк» операцияһы) үткәрәләр. Был шартлау продукттарының ҡайһы берҙәре шартлау болото аша осоусы пилотһыҙ осҡостарға ҡуйылған ҡағыҙ фильтрҙар менән тотола, ҡалған өлөшө шартлау урыны янындағы соҡорға төшә. Ике продукт та АҠШ-тың бер нисә лабораторияһында анализланған. Соҡорҙа бик юғары молекуляр ауырлыҡтағы уран атомдары табыла, сөнки уран шартлау ваҡытында шунда уҡ 17 нейтронға тиклем эләктереп ала[3].
Эниветок атоллында үткәрелгән беренсе термоядро шартлауынан һуң ҡалған туҙандан беренсе тапҡыр фермийҙы 1952 йылдың аҙағында америкалы А. Гиорсо һәм Лос-Аламо лабораторияһының башҡа ғалимдары айырып алған 255Fm изотобы рәүешендә алынған.
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме италия-америка физигы Энрико Ферми хөрмәтенә бирелгән.
Сығарып алыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фермийҙы циклотронда алыу барышында торий, уран йәки плутоний иондары сәптәрен неон, кислород йәки углерод иондары менән нурландырып алалар. Фермий алыуҙың икенсе ысулы булып атом реакторында плутоний, кюрий йәки калифорний изотоптары ҡатнашмаһы нейтрондары менән нурландырыу тора. Иң ҙур күләмдәрҙә, йылына 109 атом, 257Fm изотобы етештерәләр[4].
Биологик әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә билдәле фермий изотоптары радиоактив ағыулы.
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Fm атомдарынан сәптәр атом физикаһында ауырыраҡ элементтар алыу өсөн ҡулланыла.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 FERMIUM (ингл.)
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ Фермий, Fermium, Fm (100)
- ↑ Химическая энциклопедия / Под ред. Н.С. Зефирова. — М.: Большая российская энциклопедия, 1998. — Т. 5. — С. 84. — 783 с. — ISBN 5-85270-310-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фермий на Webelements
- Фермий в Популярной библиотеке химических элементов 2020 йыл 30 июнь архивланған.
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | |||||||||||||||||||||||||||
1 | H | He | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2 | Li | Be | B | C | N | O | F | Ne | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3 | Na | Mg | Al | Si | P | S | Cl | Ar | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
4 | K | Ca | Sc | Ti | V | Cr | Mn | Fe | Co | Ni | Cu | Zn | Ga | Ge | As | Se | Br | Kr | ||||||||||||||||||||||||||
5 | Rb | Sr | Y | Zr | Nb | Mo | Tc | Ru | Rh | Pd | Ag | Cd | In | Sn | Sb | Te | I | Xe | ||||||||||||||||||||||||||
6 | Cs | Ba | La | Ce | Pr | Nd | Pm | Sm | Eu | Gd | Tb | Dy | Ho | Er | Tm | Yb | Lu | Hf | Ta | W | Re | Os | Ir | Pt | Au | Hg | Tl | Pb | Bi | Po | At | Rn | ||||||||||||
7 | Fr | Ra | Ac | Th | Pa | U | Np | Pu | Am | Cm | Bk | Cf | Es | Fm | Md | No | Lr | Rf | Db | Sg | Bh | Hs | Mt | Ds | Rg | Cn | Uut | Fl | Uup | Lv | Uus | Uuo | ||||||||||||
8 | Uue | Ubn | Ubu | Ubb | Ubt | Ubq | Ubp | Ubh | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|