Федераль совет (Австрия)
Уҡыу көйләүҙәре
Федераль совет (нем. Bundesrat — бу́ндесрат'[1] ) — Австрия Парламентының — Федераль йыйылышының юғары палатаһы.
Палатала 62 урын. Депутаттар Австрия ерҙәренең ландтагтары (парламенттары) тарафынан һайлана. Ерҙәрҙән вәкил булған депуттарҙың һаны, уларҙа йәшәгән халыҡ һанына ҡарап, төрлө булырға мөмкин (3-тән 12-гә тиклем).
Бундесрат депутатының вәкәләтлек мөҙҙәте уны һайлаған ландтагтың вәкәләтлек мөҙҙәтенә бәйле — 4 йә 6 йыл.
2010 йылдың октябрендә Бундесрат составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Австрия Халыҡ партияһы (Österreichische Volkspartei) — 27 депутат;
- Австрияның Социал-демократик партияһы (Sozialdemokratische Partei Österreichs) — 22 депутат;
- Австрияның Азатлыҡ партияһы (Freiheitliche Partei Österreichs) — 7 депутат;
- «Йәшелдәр» (Die Grünen — Die Grüne Alternative (Grüne)) — 3 депутат;
- (Die Liste Fritz Dinkhauser (FRITZ)) — 1 депутат;
- (Die Freiheitlichen in Kärnten (FPK)) — 2 депутат.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ бундесрат, -а. Ҡалып:Книга:Прописная или строчная