Тамғалы
Тамғалы | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Алматы өлкәһе |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан |
900 гектар, 2900 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iii)[d][1] |
Тамғалы Викимилектә |
Танбалы археологик ландшафтының петроглифтары — Семиречьеның ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр сәнғәтенең иң боронғо һәм сағыу ҡомартҡыларының береһе, 2004 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты булып тора. Бында 1950 йылдар аҙағында ҡаялағы күп һанлы һүрәттәр менән ҙур ғибәҙәтхана табылған, уны өйрәнеү 1970—1980 йылдарҙа башлана. Танбалы ыҙаны Алматы ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 170 км алыҫлыҡта Анракай тауҙарында урынлашҡан.
Петроглифтарҙың күпселеге төп тарлауыҡтың түбәнге өлөшөндә һәм уға көнбайышта йәнәш торған ҡабырғалағы тарлауыҡта, шулай уҡ төп тарлауыҡтан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 7 тар үҙәктә урынлашҡан. Төп тарлауыҡта һүрәттәрҙең дөйөм һаны — яҡынса 2000. Шартлы рәүештә улар 7 төркөмгә бүленә. Төркөмдәрҙең иҫәбе тарлауыҡ тамағынан башлана[2].
Ҡояш башлы аллаларҙың, суҡмар тотҡан яугирҙәрҙең, никах парҙарының, бала табыусыларҙың, шулай уҡ кеше һәм хайуандар менән күп фигуралы композициялар, хайуандарға һунар күренештәре һәм үгеҙҙәрҙе ҡорбанға килтереү күренештәре осрай. Арбалар менән һүрәт сюжеттары һирәк осрай. Күп һанлы соляр тамғалар билдәле[2].
Петроглифтарҙың күпселек өлөшө бронза дәүеренә ҡараған. Сак «йәнлек» стилендәге һүрәттәр боронғораҡ петроглифтарҙан айырым урынлаштырылған, әммә ҡайһы бер осраҡта уларҙы тулыландыра һәм хатта ҡаплай. Урта быуат ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр тарлауыҡты уратып алған сусаҡтарҙа һәм уларға йәнәш торған һыуһыҙ тар үҙәктәрҙә осрай[2]. Үҙәк комплекс петроглифтарҙың, шуға ярашлы алтарҙарҙың күплеге менән айырыла, был урындың ҡорбан килтереү өсөн тантаналы тәғәйенләнешенә ишара яһай[3].
Петроглифтарҙан тыш Танбалыла бик күп боронғо ҡәберлектәр: урта һәм һуңғы бронза быуатының таш йәшник -цисталары, иртә тимер быуат осоронан алып һәм бөгөнгө көнгә тиклем ер һәм таш ҡурғандар табылған[3].
Фотоһүрәттәр галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҙур булмаған Тамғалы тарлауығында табылған боронғо таш биҙәктәр (петроглифтар)
-
Петрогифтарҙан торған ҙур булмаған йырын
-
Боронғо ҡәбиләләр бейеүе һәм хайуандар петроглифтары
-
Петроглифтарҙың иң ҙур төркөмө
-
Тамғалыла петроглифтар
-
Тамғалыла петроглифтар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://whc.unesco.org/en/list/1145
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Форт-Информ. Наскальные изображения Семиречья . Дата обращения: 20 июля 2008. Архивировано 15 март 2012 года. 2012 йыл 25 ғинуар архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 UNESCO. Petroglyphs within the Archaeological Landscape of Tamgaly (ингл.). Дата обращения: 3 ноябрь 2008. Архивировано 15 март 2012 года.