Эстәлеккә күсергә

Сольнок

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сольнок
мадьярса  Szolnok
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Szolnok
Рәсми тел Венгр теле
Дәүләт  Венгрия
Административ үҙәге Яс-Надькун-Сольнок[d] һәм Individual Constituency Jász-Nagykun-Szolnok County No. 1[d]
Административ-территориаль берәмек Сольнокский яраш[d]
Сәғәт бүлкәте Үҙәк Европа ваҡыты[d], UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Individual Constituency Jász-Nagykun-Szolnok County No. 1[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Тиса һәм Задьва[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Hungary/Szolnok.map
Хөкүмәт башлығы Ferenc Szalay[d]
Халыҡ һаны 66 426 кеше (1 ғинуар 2024)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 68 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Форли, Кикинда[d], Ройтлинген[d], Бая-Маре, Иствуд[d], Раквере[d][2], Юдза[d], Бельско-Бяла[3] һәм Днепр[4][5][6]
Майҙан 18 724 гектар[7]
Почта индексы 5000[8] һәм 5008
Рәсми сайт info.szolnok.hu[9]
info.szolnok.hu/en
info.szolnok.hu/de
info.szolnok.hu/ch
Школьный округ Szolnoki Tankerületi Központ[d]
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1075
Урындағы телефон коды 56
Категория для почётных граждан субъекта Q86128825?
Карта
 Сольнок Викимилектә

Сольнок (мадьярса  Szolnok) — үҙәк ҡала Венгрия үҙәгенең Төньяҡ Альфельд төбәгендәге Яс-Надькун-Сольнок медьеһының административ үҙәге. Ҡала халҡы 73 106[10] кеше (2014).

Транспорт һәм географияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сольнок Будапештан 90 км көньяҡ-көнсығышта һәм Кечкемет ҡалаһынан 50 саҡрым төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Ҡала Тисади йылғаһының ике ярында урынлашҡан, күп өлөшө ҡала үҙәгенән һәм тарихи өлөшөнән тора — ул Задьва йылғаһының уң ярында тора.

Ҡала аша E60 автомобиль юлы Будапешт — Сольнок — Орадя үтә, башҡа юлдар көньяҡҡа табан Кечкеметҡа һәм Сегедҡа, артабан төньяҡҡа табан бара. Сольнок Будапешт менән тимер юл аша тоташа, Сольнокта ул ике тармаҡҡа бүленә — Дебрецен һәм Бекешчабаға. Будапештҡа тиклем араны поезда сәғәт ярым тирәһендә үтергә мөмкин..

1075 йылда тәүге таппҡыр ҡала телгә алына. Сольнок һүҙе нығытылған замок хужалары исеменән килеп сыҡҡан. Монгол ябырылыуы барышында XII быуатта ҡала тулыһынса ҡыйратыла. 14-се быуатта ул ауыл булып ҡала.

XVI быуат уртаһында төрөк ябырылыуҙары хәүефе арҡаһында Сольнок замогы нығытыла һәм ҡәлғәғә әйләнә. Төрөктәр 1552 йылда көсөргәнешле алышта Сольнок ҡалаһын баҫып ала. Төрөк хакимлығы ваҡытында ҡалала мәсеттәр төҙөлә, манаралар һәм башҡа биналар, бер нисә термаль мунса төҙөгән, һуңынан уның ҙур өлөшө емерелә.

Сольнок 1685 йылда азат ителә, ләкин Ференц Ракоци ихтилалы ваҡытында XVIII быуатта ҡабат тулыһынса емерелгән. Географик хәленең уңайлы булыуы ҡаланың тиҙ үҫеүенә һәм яңырыуына килтерә. Сольнок 1847 йылда Будапешт менән тимер юлы менән бәйле булған.

1848—1849 йыл революцияһында венгр полководецы Янош Дамьянич Сольнок янындағы һуғышта австрия армияһын ҡыйрата. Сольнок 1876 йылда яңынан комитат баш ҡалаһы була[11]. 1879 йылда ҡалала 16 000 кеше иҫәпләнгән.

1944 йылда һуғыш барышында, ҡыҙыл армия һәм вермахт араһындағы һуғышта, ҡала бомбаларҙан ҡабат емерелгән, ҡыҙыл армия һәм вермахт араһындағы һуғышта. Социалистик осорҙа ҡалала бер нисә сәнәғәт предприятиеһы була, Сольнок шифахана-курорт ҡалаһына термаль һыуҙар арҡаһында әйләнә.

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Авиация музейы, Венгрия
  • Янош Дамьянич музейы
  • Термаль мунсалар
  • Синагога
  • Католик сиркәүе
  • Кальвинистар сиркәүе

Ҡалала футбол клубы бар. Уның стадион яланы 10 000 тамашасыны һыйҙыра.

  • Иштван Шандор (1914—1953) — католик тәҡүәһе.
  • Арпад Рачко (ырыу. 1930) — словак скульптор.
  • Секереш Имре (ырыу. 1950 йыл) — дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Венгрия Республикаһы оборона министры (2006—2010).

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Magyarország helységnévtára, Detailed Gazetteer of Hungary (венг.)KSH, 2024.
  2. https://rakvere.kovtp.ee/szolnok
  3. Szolnok, Węgry (пол.)
  4. http://oblrada.dp.gov.ua/wp-content/uploads/2017/08/%D0%98%D0%BD%D0%B2%D0%B5%D1%81%D1%82%D0%B8%D1%86%D1%96%D0%B9%D0%BD%D0%B8%D0%B9-%D0%BF%D0%B0%D1%81%D0%BF%D0%BE%D1%80%D1%82-%D0%94%D0%BD%D1%96%D0%BF%D1%80%D0%BE%D0%BF%D0%B5%D1%82%D1%80%D0%BE%D0%B2%D1%81%D1%8C%D0%BA%D0%BE%D1%97-%D0%BE%D0%B1%D0%BB%D0%B0%D1%81%D1%82%D1%96_08-08-min.pdf
  5. https://dniprorada.gov.ua/uk/articles/item/9566/dnipropetrovsk-i-solnok-teper-mista-pobratimi
  6. https://dniprorada.gov.ua/uk/articles/item/9756/u-dnipropetrovska-zjavilos-dva-novih-mistapobratima-solnok-ta-zugdidi
  7. Magyarország helységnévtára, Detailed Gazetteer of Hungary (венг.)KSH.
  8. Центральный статистический офис Венгрии — 1871.
  9. https://magyarnemzetinevter.hu/geo/482958 — 2019.
  10. Йыл һайын баҫма «Административ Венгрия», Үҙәк Статистика Бюроһы, 2014.
  11. Яцыгия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)