Сел үләне (үҫемлек)
Сел үләне | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Fritillaria L. | |||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||
Виды | |||||||||||||||||||||
|
Сел үләне(лат. Fritillária) — ырыу күп йыллыҡ үләндәр ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Ләлә һымаҡтар.
Ҡырағай сел үләненең йөҙ илле төрө билдәле][4] .
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латин телендә ырыу атамаһы Fritillaria һөйәк уйыны уйнағанда һөйәктәр ырғытыу һауыты мәғәнәһендә килеп сыҡҡан лат. fritillus.
Башҡорт телендә был үләнде беҙ ҡыңғырау сәскәһе тип кенә йөрөтә инек. Тик ҡыңғырау сәскәләре бик күп. Һәр береһенең үҙ исеме булырға тейеш. Шулай итеп, был үҫемлектең китапҡа ингән исеме — сатраш сел үләне.
Нимәне аңлата икән ул? Сатраш тип шахмат, шашка уйынын әйтәләр. Сатраш тигән һүҙ шаҡмаҡлы тигәнде аңлата, урыҫса клетчатый. Ысынлап та, был сәскәнең 150 төрө араһында сатрашлылары ла бар. Төҙөлөшө менән дә сатрашҡа тап килеп тора. Ә һүҙҙең тәүге өлөшөн сатыр тип алғанда, сәскәнең төҙөлөшө сатырға (зонтикка) оҡшап тора. Ә ни өсөн сел үләне тип атауҙары аңлашылмай.
Был үлән — ағыулы. Араһында ашарға яраҡлылары ла бар. Камчаткалағы сатраш сел үләненең һарымһаҡҡа оҡшаған тамырын йыйып, епкә теҙеп киптергәс, күпләп Америкаға оҙатыр булғандар. Америка индеецтары уны себер дөгөһө тип атағандар. Сөнки уның тамыры крахмалға бай. Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла был үҫемлек Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Башҡортостанда күберәк Урал аръяғында үҫә.
Традицион медицинала был үләнде ҡулланмайҙар. Халыҡ арһында шифалы үлән һынала. Шулай ҙа, был үлән ағыулы булғаны өсөн генә түгел, ә юғалып барған үҫемлек булараҡ, дарыу үләне тип тә йыйырға ярамай.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сел үләне ҡышлаусы һәм өлөшләтә ер аҫты һуғандары ярҙамында үрсеүсе күп йыллыҡ үҫемлек. Һабағы бер нисә (ике—дүрт—алты һәм унан да күберәк) итле киң тәңкәләрҙән тора, ҡайһы бер төрҙәрҙә ҡушылмаған (ярым туникатлы), башҡаларында тотош йәки яртылаш ҡушылған (туникатлы); ҡайһы бер тәңкәләрҙә яңы һабаҡтарға үҫешкән бөрөләре бар. Улар типик эфемероидтар. Йыл һайын яңырып торған һуғандары, аҫҡы тәңкәләрҙән тора, ғәҙәттә, ҡаплау тәңкәләре юҡ. Ырыуҙың ҡайһы бер вәкилдәренең һуған һымаҡ, йомшаҡ, күп һанлы ваҡ тәңкәләре бар; камчатка сел үләненең һәм башҡа көнсығыш азия урман төрҙәренең тәңкәләре ныҡ ҡабарынҡы һәм дөгө бөртөксәләренә оҡшаш. Улар төбөнән еңел айырыла һәм тиҙ тамыр йәйә.[5] Һуғанынан ер өҫтөндә һабаҡ үҫә, һабағы буйлап тар һыҙыҡлы япраҡтар сыға. Сәскә эргәһендәге япраҡтары төҙ.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
- ↑ Tropicos.org. Missouri Botanical Garden. 14 Apr 2009
- ↑ Germplasm Resources Information Network — GRIN: Fritillaria L. Архивная копия от 17 сентябрь 2008 на Wayback Machine (инг.) (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2009)
- ↑ Govaerts, R., Dransfield, J., Zona, S.F, Hodel, D.R. & Henderson, A. (2006). World Checklist of Liliaceae. The Board of Trustees of the Royal Botanic Gardens, Kew. Published on the Internet; http://apps.kew.org/wcsp/qsearch.do;jsessionid=BA241719F3093133553E7B838A5A77AD accessed 30 March 2009. Список родов семейства Лилейные на сайте GRIN (инг.) (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2009)
- ↑ Мордак Е. В. Семейство лилейные (Liliaceae) // Жизнь растений: в шести томах / Гл. ред. акад. АН СССР А. Л. Тахтаджян. — М.: Просвещение, 1982. — Т. 6: Цветковые растения. Под ред. акад. АН СССР А. Л. Тахтаджяна. — С. 77.