Пасха
Па́сха (грек. πάσχα, лат. Pascha, йәһ. פסח песах — «эргәнән үтеү»); Христианлыҡта Христың Терелеүе (грек. Ἡ Ανάστασις τοῦ Ἰησοῦ Χριστοῦ) — боронғо христиан байрамы, йылдың төп байрамы. Иисус Христостың терелеүенә бағышлап үткәрелә. Хәҙергә ваҡытта һәр йыл өсөн байрам итеү көнө ай-ҡояш календары буйынса билдәләнә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Христиандар был байрамды I быуатта Иисус Христос терелгән көндән алып байрам итә. Байрам көнө итеп 21 марттан һуң тулы ай үткәс беренсе йәкшәмбе көн билдәләнә. Байрам итеү төндә йәки иртән сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу менән башлана. Ғаиләләрҙә постан һуң (христиан дине буйынса һөтлө һәм итле аш ашамай тороу) мул ризыҡлы табын әҙерләнә. Ғөрөф ғәҙәт буйынса байрам куличы һәм буялған йомортҡалар изгеләндерелә. Был көндө христиандар бер-береһенә, тормош символы булған, буялған йомортҡа бирә.[1]
Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар етмәй. |